МЕГАла Башҡорт теле көнө уңайынан байрам уҙасаҡ
14 декабрҙә Өфөләге МЕГА сауҙа үҙәгендә Башҡорт теле көнөнә арналған байрам уҙасаҡ.
Башҡортостан башлығы указы менән 2019 йылдан алып йыл һайын 14 декабрҙә Башҡорт теле көнө билдәләнә. Быйылғы йылда ла был уңайҙан республикала бихисап саралар уҙасаҡ. Уларҙың береһе МЕГА сауҙа үҙәгендә үткәреләсәк. Ойоштороусыһы - Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы.
Сара 12.00 сәғәттә башлана. Унда ҡатнашыусылар өсөн төрлө майҙансыҡтар эшләйәсәк: Башҡортостан Республикаһы халыҡтар дуҫлығы йорто һәм Республика халыҡ ижады үҙәге оҫталарынан оҫталыҡ дәрестәре, аниматорҙар сығышы, интерактивтар, викториналар һәм уйындар. Теләүселәр Башҡорт дәүләт филармонияһы оҫталары менән милли музыка инструменты - ҡурайҙы үҙ ҡулдары менән эшләй ала. Сараның алып барыусыһы - Милли йәштәр театры актеры Шәһит Хамматов.
Бәләкәстәр өсөн дә ҡыҙыҡлы программа әҙерләнгән. Улар өсөн Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры актерҙары “Ямаҡай бәпкә” спектаклен ҡуясаҡ, “Тамыр” вокал ансамбле һәм “Ғаилә” башҡорт балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре концерт номерҙары менән сығыш яһаясаҡ.
Сарала ҡатнашыусыларҙы шулай уҡ “Хазина” этно-төркөмөнән концерт көтә.
Байрам барышында махсус фотозона эшләйәсәк, һәр теләгән кеше унда иҫтәлеккә фотоға төшә ала.
Ваҡыты: 14 декабрь, 2025 йыл, 12:00-15:00 сәғ.
Урыны: МЕГА сауҙа үҙәге (Өфө ҡалаһы, Рубежная урамы, 174)

❤3🔥2
Башҡорт телен интернетта популярлаштырыусылар менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Мия Йылҡыбаеваны әсәһе, блогер Фидалиә Йылҡыбаеваның блогында йыш күрәбеҙ. 4 йәшлек Өфө ҡыҙы рус телле балалар баҡсаһына йөрөүенә ҡарамаҫтан, беҙҙе башҡорт телендә матур аралашыуы менән һөйөндөрә. Уның ҡатнашлығында видеояҙмаларҙы күптәр яратып ҡарай.
Мия тыуғанда алып әсәһе туғандары өсөн ҡыҙыҡлы видеолар эшләгән. Ҡайһылыр мәлдә был видеоларҙы социаль селтәрҙәрҙә лә ҡуя башлай.
"Был видеоларҙы күп кеше ҡарай, "Мия башҡортса бик матур һөйләшә!", "Афарин, башҡортса өйрәтәһегеҙ!" тип яҙа башланылар. Беҙ бик ғәжәпләндек, сөнки башҡорт теленә махсус өйрәтергә тигән теләк булманы - башҡорт теле беҙҙең ғаиләбеҙ өсөн ғәҙәти күренеш", - тип һөйләй Фидалиә Йылҡыбаева.
Быйылғы көҙҙән Мия рус телле ҡала балалар баҡсаһына йөрөй башлаған. Ошоға тиклем рус телендә бөтөнләй һөйләшкәне булмаһа ла, бер-ике аҙна эсендә рус телендә еңел аралашып киткән.
"Беҙ Мияны билингв итеп үҫтерергә теләйбеҙ. Өйҙә башҡортса, балалар баҡсаһында русса һөйләшә. Тиҙҙән инглиз телен дә өйрәнә башлаясаҡбыҙ", - ти әсәһе.
Йылҡыбаевтар ғаиләһе ҡалаларҙа йәшәүсе башҡорттар өсөн ҙур үрнәк. Телдәр Мияның күңелле видеояҙмалары күптәрҙе балаларын башҡорт теленә өйрәтергә дәртләндерә.

❤3💯2⚡1
Урал Әхмәтов - Баймаҡ ҡалаһынан, IT өлкәһе белгесе. Ул телеграмдағы "Аҡйондоҙ" яһалма интеллект-ботының @Ak_Yondoz_bot авторы. Бот ярҙамында башҡортса текстар яҙырға мөмкин. Ул шулай уҡ төрлө һорауҙарға яуап бирә ала.
"Заманса технологиялар ярҙамында башҡорт теле һәм мәҙәниәтен үҫтереүгә булышлыҡ итеү теләге күптән бар ине. Шуға күрә Мәскәүҙә белем алыу менән бер рәттән, үҙемдең IT проекттар өҫтөндә эшләйем, шул иҫәптән, башҡорт теле йүнәлешендә лә", тип һөйләй Урал.
"Аҡйондоҙ" проекты идеяһы былтыр көҙ тыуа. Интернетта башҡорт телендә уңайлы сервистарҙың етешмәүенә күптән иғтибар итә. Телде ҡулланыуҙы еңелләштереүсе "ярҙамсы" шулай барлыҡҡа килә.
Бынан тыш Урал Мәскәүҙәге Башҡортостан IT белгестәрен берләштереүсе "IT BASH” проектын булдырған. Бында йәш белгестәр үҙ ара аралаша, тәжрибә уртаҡлаша. 2024 һәм 2025 йылдарҙа улар үҙҙәренең форумын да үткәрә.
"Интернетта башҡорт телен ҡулланыуҙы сикләүсе проблемаларҙың береһе - башҡорт телендә контенттың кәрәкле кимәлдә юҡлығы. Популяр контент рус йәки инглиз телдәрендә. Башҡорт телендә контент булдырыусы майҙансыҡтарҙы һәм сервистары арттырырға кәрәк тип иҫәпләйем. Башҡорт телендә социаль селтәр булдырыу ҙа был юҫыҡта ҙур аҙым булыр ине. Унда тик башҡорт телендә яҙмаларҙы, аудио һәм видеоматериалдарҙы туплау мөмкинлеге асыласаҡ. Кешеләр башҡорт теле мөхитенә тулыһынса инер ине", ти Урал.

❤3🙏2💯2
Интернетта башҡорт телен ҡулланыуҙы популярлаштырыусылар менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ.
Баймаҡ районы Муллаҡай ауылында үҫкән Сулпан Юлай-Байгалина - блогер. Ул башҡортса ҡыҫҡа видеояҙмалар эшләй, шулай уҡ интервью, подкаст форматтарын да үҙләштерә, төрлө ижтимағи проекттар алып бара.
"Әйе, блогты башҡорт телендә алып барырға тырышам һәм башҡортса подкастар каналым бар, унда төрлө өлкәләрҙән ҡыҙыҡлы кешеләрҙе саҡырып, улар менән башҡорт телендә әңгәмә алып барабыҙ.
Мин үҙем өйҙә берәй эш эшләгәндә, төрлө подкастар, интервьюлар ҡарарға яратам. Ошондай әңгәмәләр башҡорт телендә алып барылһа, ҡалай шәп булыр ине тип уйлай инем. Ысынында интернет селтәрендә башҡорт телендә контент әҙ, шуға күрә, күп уйлап тормай, контентты үҙем булдырырға булдым. "Һөйләш. Һаҡла. Үҫтер." проекты шулай барлыҡҡа килде.
Башҡорт телен интернетта ҡулланыуҙы киңәйтеү өсөн заманса, ҡыҙыҡлы, сифатлы контент булдырыр кәрәк! Хәҙер интернет, технологиялар ваҡыты, замана менән бергә атлап, башҡорт телен үҫтерер, йәштәрҙе ҡыҙыҡһындырыу уятырға кәрәк", тип иҫәпләй Сулпан.

👍3❤2💯2
Бөгөн Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 30 йыллығына бағышланған сара уҙа. Унда Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы ла әүҙем ҡатнашты. Башҡорт теленә бағышланған проекттар күргәҙмәһенән тыш, ойошма хеҙмәткәрҙәре ҡоролтайҙа ҡатнашыусылар өсөн Башҡортостан мәҙәниәте һәм тарихына бағышланған брейн-ринг үткәрҙе.
Һөҙөмтәлә,
1 урынды Башҡортостан милли музейы,
2 урынды Өфө ҡалаһының Совет районы ҡоролтайы вәкилдәре,
3 урынды Башҡорт дәүләт педагогия университеты командаһы яуланы.
Ҡотлайбыҙ!

Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
14 декабрҙә Мегала уҙасаҡ байрамда "Ғаилә" башҡорт эко балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре сығыш яһаясаҡ.
Көтөп ҡалабыҙ!
Башлана: 12:00 сәғәттә.
Көтөп ҡалабыҙ!
Башлана: 12:00 сәғәттә.
❤2