Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө урамдарында һәм ихаталарында ҡар таҙартыу эштәре туҡтамай
Өфө урамдарында һәм ихаталарында ҡар таҙартыу эштәре бер генә минутҡа ла туҡтамай. Ленин районында был эш комплекслы рәүештә ойошторолған.
Коммуналь хеҙмәткәрҙәр беренсе сиратта түләүле парковкалар урынлашҡан Мостай Кәрим һәм Коммунистик урамдарын тәртипкә килтерҙе.

🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң тарихи үҙәгендә Хәким йәмиғ мәсете асылды
Өфөнөң тарихи үҙәгендә, Мостай Кәрим урамында күләмле реставрация эштәренән һуң Хәким йәмиғ мәсете асылды. Тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы һаналған иман йорто бинаһында беҙҙең ижади төркөм дә булды.

👍1🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Октябрь районында ҡарҙа спорт ярыштары үтте
«Ҡашҡаҙан» паркына волейбол яратыусылар йыйылды. Йыл һайын ойошторолған турнирҙа һәр кем ҡатнаша алды. Ҡарлы майҙансыҡта 20-гә яҡын команда, башлыса студенттар һәм спорт мәктәптәре уҡыусылары көс һынашты. Уларға Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығы коллективы ҙур ҡаршылыҡ күрһәтте. Уйындар пляж волейболы ҡағиҙәләре буйынса үтте. Һәр командала икешәр спортсы сығыш яһаны.

🥰1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районында балалар һәм үҫмерҙәр өсөн арҡанлы парк барлыҡҡа килде
«33-сө Легион» хоккей коробкаһы эргәһендә урынлашҡан парк Башҡортостан башлығы грантына төҙөлгән. Яңы объект Иглин үҫмерҙәренә төрлө миҙгелдәрҙә спорт менән шөғөллөнеү, тәбиғәт ҡосағында әүҙем ял итеү өсөн яңы мөмкинлектәр тыуҙыра. Белгестәр фекеренсә, 15 һынау этабынан торған арҡанлы юл үҫмерҙәрҙә рух ныҡлығы ла тәрбиәләйәсәк.

Башҡортостанға уҙған йылда сит илдәрҙән 4 мең ярым тонна йәшелсә-емеш индерелгән
Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тауарҙың ҙур өлөшө Ҡытай, Төркиә, Үзбәкстан, Әрмәнстан һәм Белоруссиянан импортланған. Дөгө ярмаһы, абрикос, ҡарбуз, персик виноград, мандарин, орлоҡ бойҙайы алынған. Республикала "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проекты ғәмәлгә ашырыла. 2030 йылға сауҙаны арттырыу маҡсаты ҡуйылған.

Радий Хәбиров халыҡ-ара бәйләнештәр рейтингында икенсе урында
«Минченко консалтинг» коммуникация холдингы былтыр декабрҙә Рәсәй субъекттары башлыҡтарының халыҡ-ара бәйләнештәр тығыҙлығы индексына йомғаҡ яһаны. Радий Хәбиров рейтингта үҙ позицияһын нығытып, икенсе урын яуланы. Эксперттар билдәләүенсә, Башҡортостан төбәк иҡтисадының яңы үҫеш нөктәләрен булдырып, халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте әүҙем киңәйтә. Индекс һөҙөмтәләре төбәк етәкселегенең тышҡы иҡтисади йүнәлештәге системалы эшен раҫлай, ә Радий Хәбиров Рәсәйҙе танытыу буйынса халыҡ-ара тректа иң яуаплы бурыстарҙы ышанып тапшырған губернаторҙар пулына инә.

❤3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн Аксаков шыршыһы үтте
Тылсымлы байрам. Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҡындары өсөн Аксаков шыршыһы ойошторолдо. Республикала 7-се тапҡыр ойошторолған хәйриә концертына йыйылған балаларҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сәләмләне. Төбәк башлығы малай-ҡыҙҙарҙы тәбрикләп иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

Радий Хәбиров Өфө хосписы пациенттарын Иҫке Яңы йыл менән ҡотланы
Республика башлығы Радий Хәбиров Өфө хосписы пациенттарын Иҫке Яңы йыл менән ҡотланы. Бы осрашыу хәҙер күркәм йолаға әйләнгән тип әйтергә мөмкин. Республика етәксеһе йыл һайын ошо көндә паллиатив учреждениела ятыусылар менән бергә билдәләй. уларға изге теләктәрен еткерә, бүләктәр тапшыра. Мәғлүм булыуынса, Өфө хосписы 2023 йылдың июленән эшләп килә. Йыл һайын меңдән ашыу өлкәндәргә һәм балаларға учреждениеның үҙендә, 3 меңдән ашыу пациентҡа өйҙәрендә паллиатив ярҙам күрһәтелә.

👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаран районы ауылдарында урындағы башланғыстар программаһында ҡатнашыу буйынса саралар дауам итә
Шаран районы ауылдарында урындағы башланғыстар программаһында ҡатнашыу буйынса саралар дауам итә. Төбәк халҡы быға тиклем дә ауыл ерендә тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән проектта әүҙем ҡатнашып килә ине. Яңы йылдың тәүге көндәрендә райондың тағы ла ике ауыл биләмәһендә йәшәүселәр программаға үҙҙәренең проекттарын тәҡдим итте.

👍3❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан махсус хәрби операция зонаһына 170 гуманитар ылау оҙатты
Башҡортостандан махсус хәрби операция биләмәһенә 170 гуманитар ылау-барлығы 19 мең тонналыҡ ярҙам алып барылған. Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы хәбәр итә.
Төбәк етәксеһе белдереүенсә, гуманитар ярҙам йыйыуҙа бөтә республика-эре предприятиелар,эшҡыуарҙар, ябай кешеләр ҡатнаша. Һәм әлбиттә, фронтҡа ирекмәндәр баһалап бөткөһөҙ ярҙам күрһәтә.

Өфө янындағы Нуғай ауылында яңы КФҮ офисы асылды
Өфөнөң Нуғай ауылында йәшәүселәргә документ эшләү, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр буйынса консультация алыу өсөн хәҙер баш ҡалаға барыу кәрәкмәй. Сөнки Рощинская урамындағы сауҙа үҙәгендә күп функциялы үҙәктең яңы офисы асылды. Заманса йыһазландырылған бинала аҙ хәрәкәтсән граждандар өсөн дә уңайлы мөхит тыуҙырылған.

❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан ашнаҡсылары Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы
Башҡортостандың социаль туҡланыу предприятиелары ассоциацияһы кадрҙарҙы үҫтереү өлкәһендә системалы эш алып бара. Санитар нормалар буйынса күп төрлө мәғариф саралары, семинар, оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Был йүнәлештә эш үҙ һөҙөмтәһен бирә. Өфө, Стәрлетамаҡ, Шишмә районы белем усаҡтарында эшләгән ашнаҡсылар «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсында ҡатнашып, еңеүгә иреште. Уларҙың береһе-Любовь Байбурина.

ӨФТУ-ла студенттар ике һөнәрҙе бушлай ала
Өфө фән һәм технологиялар университетында бер диплом менән ике квалификация алырға мөмкинлек биргән программа эшләй башланы. Юғары уҡыу йортонда бөгөн «Энергетикала автоматик идара итеү системалары», «Һанлы химия» һәм «Интеграцияланған маркетинг коммуникациялары» кеүек өс йүнәлеш буйынса 100-ҙән ашыу студент белем ала. Студентҡа бер юлы ике бакалавр, һуңынан магистр программаларын үҙләштерергә мөмкин. Икенсе һөнәр төп һөнәрҙе тулыландырып, бушлай бирелә.

1 марттан торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты үҙгәрә
Элек һәр айҙың 10-на тиклем иҫәпләшергә тура килһә, хәҙер 15-нә ҡәҙәр мөмкин. Был милекселәргә ваҡытында түләп, пенянан азат булырға ярҙам итер тип көтөлә. 2025 йылдың июнендә индерелгән үҙгәрештәр быйыл яҙ үҙ көсөнә инәсәк. Быға бәйле торлаҡ-коммуналь хеҙмәт квитанцияларын таратыу ваҡыты ла хәҙер икенсе.
Элек һәр айҙың 10-на тиклем иҫәпләшергә тура килһә, хәҙер 15-нә ҡәҙәр мөмкин. Был милекселәргә ваҡытында түләп, пенянан азат булырға ярҙам итер тип көтөлә. 2025 йылдың июнендә индерелгән үҙгәрештәр быйыл яҙ үҙ көсөнә инәсәк. Быға бәйле торлаҡ-коммуналь хеҙмәт квитанцияларын таратыу ваҡыты ла хәҙер икенсе.
👍1🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Стәрлебаш биҙәктәре» халыҡ клубы быйыл үҙенең 10 йыллығын билдәләй
«Стәрлебаш биҙәктәре» халыҡ клубы быйыл үҙенең 10 йыллығын билдәләй. Шәл бәйләүсе оҫталарҙы берләштергән коллективтың эштәре күптән инде төбәк бренды булараҡ нығытылған.

❤1🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан ярҙамы: Миусинск ҡалаһында тормош йәнләнде
Башҡортостан ярҙамы менән тормош йәнләнә. Республика шефлыҡҡа алған Красный Луч ҡала округының Миусинск ҡалаһында мөһим социаль объект төҙөкләндерелә. Тәүге этапта бинаны йылытыусы ҡаҙанлыҡ яңыртылған. Аҙ яғыулыҡ сарыф итеп юғары файҙалы коэфициент биреүсе мейестәр урынлаштырылған. Хәҙер оҙаҡ ваҡыт етемһерәп тороған бинала тормош йәнә ҡайнай.

Башҡортостанда Оборона министрлығына контракт буйынса хеҙмәткә саҡырыу дауам итә
Тыуған ил һағына. Башҡортостанда Оборона министрлығына контракт буйынса хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Көн һайын тиҫтәләгән кеше «Черемушки» шифаханаһы базаһында эшләгән «Защитник»үҙәгенә килә. Унда дөйөм тәҙрә режимында медицина комиссияһын үтеп, документтарҙы рәсмиләштерергә һәм Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә мөмкин. Граждандарға хоҡуҡи һәм финанс мәсьәләләре буйынса консультациялар үткәрелә, ваҡытлыса йәшәү урыны бирелә.
Тыуған ил һағына. Башҡортостанда Оборона министрлығына контракт буйынса хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Көн һайын тиҫтәләгән кеше «Черемушки» шифаханаһы базаһында эшләгән «Защитник»үҙәгенә килә. Унда дөйөм тәҙрә режимында медицина комиссияһын үтеп, документтарҙы рәсмиләштерергә һәм Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә мөмкин. Граждандарға хоҡуҡи һәм финанс мәсьәләләре буйынса консультациялар үткәрелә, ваҡытлыса йәшәү урыны бирелә.
🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Православ халҡының иң мөһим байрамдарының береһе яҡынлаша
18-нән 19-сы ғинуарға ҡарай төндә христиандар һыуыҡ һыуға сумыу йолаһын үтәһен өсөн Башҡортостанда 100-гә яҡын мәке уйыла. Быйыл сарала 35 меңдән ашыу кеше ҡатнашыр тип көтөлә. Дини йолаларҙың береһен ойоштороу өсөн Хөкүмәттә муниципалитет етәкселәре һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре менән берлектә кәңәшмә үткәрелде.

Балаларҙы транспортта ташыуҙы дөрөҫ ойоштормаған өсөн 200 мең һумға тиклем штраф һалыныуы ихтимал
Балаларҙы транспортта ташыуҙы дөрөҫ ойоштормаған өсөн 200 мең һумға тиклем штраф һалыныуы ихтимал. Яңы йылдан ғәмәлгә ингән был административ яуаплылыҡ автомобиль креслоларын ҡулланмаған юридик шәхестәргә ҡағыла. Тәртип боҙоуҙарға бәйле штраф санкциялары ябай водителдәр өсөн дә күтәрелде. Үҙмәшғүл таксистар ҙа ҡануниәткә индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, вазифалы шәхестәр категорияһы булараҡ ҡарала.

🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаларын һайлап алыу конкурсы үтә
Яңы законға ярашлы, сираттағы саҡырылыш 45 кешегә тиклем арттырыла, ә уларҙың вәкәләттәре 5 йылға тиклем оҙайтыла. Конкурсҡа бөтәһе 6 тиҫтәгә яҡын ғариза килгән, уның һөҙөмтәләре буйынса иң лайыҡлылар йәштәр парламентына үтә. Кандидаттар иҫәбендә уҡытыусылар, йәш ғалимдар, журналистар, спортсылар һәм эшҡыуарҙар бар. Улар өҫтөнлөклө йүнәлештәр буйынса закон проекттарын әҙерләне һәм эксперт жюриһына тәҡдим итте.

Телеүҙәктә Гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса комитетының ултырышы уҙҙы
Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса комитеты ултырышы күсмә форматта, Бөтә Рәсәй телерадиокомпанияһының Башҡортостан филиалында үтте.