БСТ | Яңылыҡтар – Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
2.23K subscribers
5.35K photos
9.49K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Красный Луч ҡалаһының 7-се мәктәбе уҡыусылары өсөнсө сиректе тыуған стеналары артында башланы

Был Башҡортостан шефлыҡҡа алынған биләмәләге тағы бер объект. Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, белем усағы ҡалала иң боронғоһо. 2022 йылда артиллерия һөжүме ваҡытында ул ныҡ зыян күрә, уҡыуҙар туҡтатыла. Төҙөүселәр эште бер нисә этапҡа бүлде. Ҡыйыҡ, инеү төркөмө тулыһынса ремонтлана, тәҙрәләр, тышҡы һәм эске инженер селтәрҙәр, коммуникациялар алмаштырыла, яңы ҡаҙанлыҡ ҡуйыла.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың яҙғы сессияһының беренсе ултырышы 22 ғинуарҙа үтә

Парламент рәйесе Константин Толкачев етәкселегендә уҙған бөгөнгө президиум ултырышында ошондай ҡарар ҡабул ителде. Ултырыш Башҡортостандағы төҙөлөш комплексы торошо һәм үҫеш мөмкинлектәренә арналған хөкүмәт сәғәте менән башланасаҡ.
2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Учалы районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән

Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Белорет- Учалы-Мейәс юлында «Киа Соренто» менән «Хово» йөк машинаһы бәрелешкән.. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, еңел автомобилдең 45 йәшлек водителе авария урынында һәләк булған. Осраҡ буйынса тикшереү башланған.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә иҫерек ир шаурма һатыусыға ташланған

Күңелһеҙ осраҡ Менделеев урамында урынлашҡан шаурма һатыу нөктәһендә теркәлгән. Эскән ир шаурма тәмһеҙ тигән дәғүә менән һатыусыға ҡул күтәргән. Зыян күргән һатыусы полиция хеҙмәткәрҙәренә ғариза яҙған. Тәртип боҙоусы ғәфү үтенмәгән, ғәйебен дә танымаған. Осраҡ буйынса тикшереү ойошторолған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың ике колледжы «Агропрофи» грантына үткән

Быйылдан Рәсәйҙә аграр колледждарҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән «Агропрофессионалитет» программаһы тормошҡа ашырыла башланы. Конкурсҡа илдең 18 төбәгенән 18 проект һайлап алынған. Шуларҙың икәүһе Башҡортостандан.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Салауат Юлаев» хоккейсылары 5-се уйын рәттән еңеү яуланы

«Салауат Юлаев» хоккейсылары 5-се уйын рәттән еңеү яуланы, ә Шелдон Ремпал рәттән 11-се матчта мәрәй йыйҙы. Был уңыш Башҡортостан командаһына быйылғы миҙгелдә тәүге тапҡыр 6-сы баҫҡысҡа күтәрелергә мөмкинлек бирҙе. Юлаевсылар һуңғы осрашыуҙы Тольяттиҙа урындағы «Лада» менән үткәрҙе.
2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта традицион уҡтан атыу буйынса турнир уҙҙы

Баймаҡ ҡалаһының «Баһадир» физкультура-һауыҡтырыу комплексында традицион уҡтан атыу буйынса турнир уҙҙы. Ярыш тәүгә Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы призына ойошторолдо. Тулыраҡ,киләһе яҙмала.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда социаль хоҡуҡтарҙы яҡлау буйынса прокуратура эше көсәйә

Прокуратура һәм власть органдарының берҙәм эш һөҙөмтәһе: һуңғы өс йылда Башҡортостанда эш хаҡы буйынса бурыс 880 миллион һумдан 134 миллион һумға тиклем ҡырҡа кәмегән. Был турала республика башлығы Радий Хәбиров Рәсәй прокуратураһы хеҙмәткәре көнөнә арналған тантаналы йыйылышта билдәләне. Енәйәтселек, коррупция, экстремизмға ҡаршы көрәш үҙ һөҙөмтәһен бирә. Былтыр прокурорҙар ярҙамы менән мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, экология һәм башҡа өлкәләрҙәге 90 меңдән ашыу хоҡуҡ боҙоу осрағы туҡтатылған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Красный Лучта Башҡортостан ярҙамы менән 7-се мәктәп капиталь ремонттан һуң асылды

Өс йыл ярымдан һуң йәнә тыуған мәктәпкә. Башҡортостан шефлыҡҡа алған Красный Луч ҡалаһында капиталь ремонттан һуң 7-се һанлы мәктәп сафҡа инде. Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, белем усағы ҡалала иң боронғоһо. 2022 йылда артиллерия һөжүме ваҡытында ул ныҡ зыян күрә, уҡыуҙар туҡтатыла. Республика ярҙамы менән балалар өсөнсө сиректе өр яңы белем усағында ҡаршыланы.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Студенттар һәм уҡытыусылар алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ярҙам ит

Бөтәһе лә Еңеү өсөн! Ирекмән-студенттарҙан һәм уҡытыусыларҙан алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға гуманитар ярҙам. Башҡорт дәүләт аграр университетынан фронт һыҙығындағы һалдаттарға ярҙам саралары хаҡында киләһе яҙмала.
🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә дауаханаларға донорҙар йәлеп итеү өсөн хәйриә концерты үтте

Өфөлә дауаханаларға донорҙар йәлеп итеү өсөн хәйриә концерты үтте. Ирекмәндәр, эшҡыуарҙар һәм хәйриә ойошмалары Республика ҡан тапшырыу станцияһы сәхнә артистары менән берлектә акция үткәрҙе. Донорҙар сафын тулыландырыу маҡсатында ойошторолған сарала бүләктәр ҙә таратылды.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Затон ҡулсаһында тралдан шыуған ҙур цистерна «Рено» автомобиленә зыян килтергән

Бәхеткә күрә, кешеләр араһында зыян күреүселәр теркәлмәгән. Яҡынса мәғлүмәттәргә ярашлы, газ конденсаты өсөн тәғәйенләнгән ҡоролма «Ивеко» йөк машинаһынан ергә ҡолай. Авария һөҙөмтәһендә эргә-тирәләге урамдарҙа ҙур тығындар барлыҡҡа килә. Көсөргәнешле хәл Рихард Зорге, Пархоменко, Галле, Кировоград, шулай уҡ Октябрь проспектында күҙәтелә. Әлеге минутҡа проблема хәл ителгән. 26 тонна ауырлыҡтағы цистернаны күтәреү өсөн ҡеүәтле кран килтерелгән.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әсхәт Минһажетдинов 102 йәшен билдәләне

17 йәшендә үҙ теләге менән фронтҡа киткән Әсхәт Асҡар улы һуғыштан һуң тормош юлын медицина менән бәйләй. Доцент, медицина фәндәре кандидаты тиҫтәләгән ғилми эш һәм бер нисә китап авторы. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
👍1🥰1
Башҡортостанда балалар фольклориадаһын уҙғарыу ваҡыты аныҡланды

Балалар ижады форумы быйыл июньаҙағында ойошторола. Унда 10 йәштән алып18 йәшкә тиклемгеләр ҡатнаша. Халыҡ йыры, халыҡ бейеүе, халыҡ инструменты һәмтрадицион мәҙәниәт номинациялары ҡаралған. Шулай уҡ оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыла, йәмәғәтселек һәм властьвәкилдәре менән осрашыуҙар планлаштырыла, тип хәбәр итәләр Республика халыҡ ижады үҙәгенән.
👍2
Уҡыусыларҙың тәртибен баһалайҙар

Яңы уҡыу йылынан ил буйынса ошондай норма индереү планлаштырыла. Мәғариф министрлығы бойороҡ проектын әҙерләгән. Уға ярашлы, уҡыусыларға тәртип өсөн баһа ҡуйыласаҡ. Был уҡыу йылында проект 6 төбәктә һынала.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Ираида Әхәтованы «Һоҡланғыс кешеләр тормошо»нда билдәләне

Башҡорт аттары тоҡомо-республиканың тере символы, уның рухы һәм тәбиғи матурлығының кәүҙәләнеше. Был хазина беҙҙең йылҡысыларҙың, ғалимдарҙың күп йыллыҡ ныҡышмалы хеҙмәт емеше икәнен күптәр белмәй. Төбәк башлығы Радий Хәбиров «Һоҡланғыс кешеләр тормошо» рубрикаһының сираттағы сығарылышын Ираида Әхәтоваға бағышланы.
4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Ираида Әхәтова 80 йәшлек юбилейын билдәләне

Борай районы Мулла ауылы ҡыҙына йылҡы малына һәм башҡа йорт хайуандарына һөйөүҙе бала сағында атаһы тәрбиәләй. Ираида Әбүбәкер ҡыҙы ауыл хужалығы институтын тик бишле билдәләренә генә тамамлай. Артабан ғүмерен «Башҡорт тоҡомло аттарҙың һөт продуктлылығын арттырыуҙың селекция-генетик нигеҙҙәрен» өйрәнеүгә бағышлай. Ираида Әбүбәкер ҡыҙы аграр тармаҡ өсөн кадрҙар әҙерләүсе, студенттарға һәм йәш ғалимдарға төплө белем тапшырыусы тәжрибәле остаз да.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө фән һәм технологиялар университетында Асыҡ ишектәр көнө үтте

Юғары уҡыу йорто менән танышырға республиканың урта һөнәри белем биреү учреждениелары студенттары килде. Буласаҡ абитуриенттар өсөн университет етәкселеге менән осрашыу ойошторолдо, экскурсия уҙғарылды. Вуз вәкилдәре белдереүенсә, быйылғы ҡабул итеү кампанияһына үҙгәрештәр индерелә.
1🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә йылдың тәүге ауыл хужалығы йәрминкәләре башланды

Сауҙа баш ҡалала өс урында-Рабкоров урамында, Серго Орджоникидзе исемендәге һәм Спорт һарайы алдындағы майҙандарҙа ойошторолған. Ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәр тәү сиратта ит һәм һөт ризыҡтары, бал, йәшелсә-емеш тәҡдим итә. Һатыусылар әйтеүенсә, баҙарға кешеләр экологик яҡтан таҙа, сифатлы аҙыҡ-түлек эҙләп килә. Сөнки бында фермер йәки шәхси хужалығында үҫтерелгән продукция тәҡдим ителә.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ауырғазы районында ҡышҡыһын балыҡтарҙы ҡотҡарыу акцияһы үтте

Ҡышҡыһын һыу ятҡылыҡтарындағы балыҡтар етди һынауға дусар була. Ҡалын боҙ ҡатламы һыуға һауа инеүенә ҡамасаулай. Был һыу аҫты донъяһында йәшәүсе тереклеккә хәүеф тыуҙыра. Айырыуса һай һыулы быуа-күлдәрҙә кислород етмәүҙән балыҡтарға тонсоғоу хәүефе янай. Ауырғазы районында ойошторолған балыҡтарҙы ҡотҡарыу сараһында
🥰3👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
17 ғинуарҙа Рәсәйҙә тәүге тапҡыр Артист көнө билдәләнә

Иҫтәлекле дата көнө осраҡлы һайланмаған. Был көндө СССР-ҙың беренсе халыҡ артисы Константин Станиславский тыуған. Артист көнө уңайынан республика сәхнәләрендә мәҙәни саралар үтә, фильмдар күрһәтелә, йәш актерҙар өсөн оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Байрам көнөндә артистарға ярҙам итеүсе ирекмәндәр ҙә бүләкләнде.
1