БСТ | Яңылыҡтар – Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
2.23K subscribers
5.35K photos
9.49K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ике баланы бәрҙергән водителде ҡулға алды

Күңелһаҙ осраҡ Күмертауҙың Пушкин урамында теркәлгән. 10-сы модель «ВАЗ» автомобиле водителе тиҙлеген кәметмәйенсә, юл аша үтеп барған ҡатынға һәм уның балаһына бәрелә. Водитель ваҡиға урынын ташлап ҡаса. Авария һөҙөмтәһендә ике һәм алты йәшлек ҡыҙҙар дауаханаға оҙатыла.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ватан Геройҙары көнөндә Бәләбәй районы Ыҫлаҡбаш ауылында Еңеү мемориалы яңыртылған

Төҙөкләндереү эштәре урындағы башланғыстар программаһы буйынса тормошҡа ашырылған. Эш барышында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан 700-ҙән ашыу яугирҙың исеме яҙылған стела һәм «Ҡатын-ҡыҙ -Әсә» скульптура композицияһы тулыһынса яңыртылған. Ауыл биләмәһе хакимиәте быйыл да урындағҫы башланғыстар программаһында ҡатнашырға йыйына.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Веселовка ауылы урындағы башланғыстар программаһында ҡатнаша

Федоровка районы Динес ауыл биләмәһенә ҡараған Веселовка ауылы урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһында ҡатнаша.
Программаға ауыл клубы бинаһына капиталь ремонт уҙғарыу проекты тәҡдим ителгән. Ауылдаштар фекеренсә, авария хәлендәге бинаны ремонтлау өсөн урындағы башланғыстар программаһы иң ҡулай ысул.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың һоҡланғыс ғаиләһе — Новиковтар

Башҡортостанда ишле ғаиләләр күп. Уларҙың береһе, Өфөнән Новиковтар тураһында Радий Хәбиров «Һоҡланғыс кешеләр тормошо» рубрикаһында яҙған.
Марина Владимировна урта махсус музыка колледжы уҡытыусыһы, уның тормош иптәше Андрей Петрович геологтан алып нефть компанияһы етәксе вазифаһына тиклем юл үткән. Новиковтарҙың биш балаһы бар. Улар музыка, спорт һәм бейеү менән мауыға, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаттары була, олимпиадаларҙа призлы урындар яулай.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда 12 йыл эсендә 9 мең ярымдан ашыу күп фатирлы йортта капиталь ремонт уҙғарылған

Йәшәү шарттарып яҡшыртып. Башҡортостанда 12 йыл эсендә 9 мең ярымдан ашыу күп фатирлы йортта капиталь ремонт уҙғарылған. Был 2055 йылға тиклем билдәләнгән пландың 55 проценты. Әлегә төбәк операторы алдағы йылдарға яңы объекттарҙың техник торошона баһа биреү һәм проект-смета документтары әҙерләү буйынса күләмле эш алып бара. Программала ҡатнашып, йорттарының ҡыйығын, инженер селтәрҙәрен яңыртыуға ирешкән милекселәр менән беҙҙең ижади төркөм дә осрашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Федераль именлек хеҙмәте Өфөләге полиция бүлектәренең береһендә терактты иҫкәртте

Енәйәтселәрҙең икеһе лә Үҙәк Азия республикаһы гражданы-Рәсәйҙә тыйылған халыҡ-ара террористик ойошма ағзалары булып сыға. Махсус хеҙмәт мәғлүмәттәре буйынса, улар ҡорал һәм шартлатҡыс ҡоролма өсөн компоненттар һатып алған, әммә бәхеткә күрә, йыйып өлгөрмәгән. Ҡулға алған ваҡытта ир-аттарҙың береһе ҡораллы ҡаршылыҡ күрһәтә һәм яуап уты менән юҡ ителә. Икенсеһе ҡулға алына.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда янғындар 11 кешенең ғүмерен өҙгән

Башҡортостанда йыл башынан янғында 11 кешенең ғүмере өҙөлгән, тиҫтәләгән кеше утта төрлө тән йәрәхәттәре алған. Тән бешеүҙе дауалау үҙәгендә йылына 1300 пациент дауалана, уларҙың байтаҡ өлөшөн балалар тәшкил итә.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Коммунистар партияһы вәкилдәре Владимир Ленин һәйкәленә сәскә һалды

Шулай итеп улар совет дәүләтенә нигеҙ һалыусының вафатына 102 йыл тулыуҙы билдәләне. Октябрь революцияһы йыллығы, бөйөк юлбашсының тыуған көнө кеүек иҫтәлекле даталарға арналған саралар йыл һайын үткәрелә. Был көндәрҙә фракция ағзалары һәм уның яҡлылар Владимир Ильичтың һәйкәленә сәскә һала, республиканың төрлө төбәктәрендә тематик осрашыуҙар үткәрелә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда Рәсәй инженер ғәскәрҙәренең 325 йыллығы билдәләнде

«Беҙ түгел икән, бер кем дә!». Бөгөн 325 йыллығын билдәләгән Рәсәй инженер ғәскәрҙәренең девизы шулай яңғырай. Башҡортостан биләмәһендә 12-се Айырым гвардия инженер Кенигсберг-Городок бригадаһы урынлашҡан. Уның хәрбиҙәре Ватанға хеҙмәт итеү өлгөһө булып тора, һәм үҙ бурысын шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ла үтәй.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө дәүләт нефть техник университетында иретеп-йәбештереүселәрҙең атом полигоны эшләй башланы

Өфө дәүләт нефть техник университетында иретеп-йәбештереүселәрҙең атом полигоны эшләй башланы. Ул илдең ҡеүәтле сәнәғәт предприятиелары һәм тәү сиратта «Росатом» өсөн кадрҙар әҙерләйәсәк.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарында ҡабул итеү кампанияһына әҙерлек башланды

Башҡортостан урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарында ҡабул итеү кампанияһына әҙерлек башланды. Быйылдан уҡырға инеү ҡағиҙәләре лә үҙгәрә. Колледж, техникумдарҙы тамамлаған абитуриенттар мәҫәлән, юғары уҡыу йортона үҙенең йәки оҡшаш профиле буйынса ингән осраҡта Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырмай. Шулай уҡ мәғариф учреждениеһынан бер нисә квалификация алып сығыу мөмкинлеге лә ҡаралған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөрйән районында урындағы башланғыстар программаһы әүҙем бара

Бөрйән районында урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһына ярашлы 12 проектты тормошҡа ашырыу ҡарала. Урындағы башланғыстарҙы хуплау иң халыҡсан һәм һөҙөмтәле программаларҙың береһе. Бөрйәндәр проектта әүҙем ҡатнаша. Былтыр яҡынса 7 миллион һумға 5 проект тормошҡа ашырылған. Быйыл һөҙөмтәләр тағы ла яҡшыраҡ булыр тип көтөлә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаран район мәҙәниәт йортонда Башҡортостандың халыҡ артисы Фән Вәлиәхмәтовты иҫкә алдылар

Сәнғәткә хеҙмәт. Шаран район мәҙәниәт йортонда Башҡортостандың халыҡ артисы Фән Вәлиәхмәтовты иҫкә алдылар. Хәтер сараһы күренекле йырсының тыуыуына 75 йыл тулыуға арналды. Ойоштороусылар эстрада йондоҙо рухына ҡорбан салып, халыҡты былау менән һыйланы.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Президент төҙөүселәрҙең яуаплылығын көсәйтеүҙе белдерҙе

Граждандар һатып алынған фатирҙарҙың асҡыстарын ваҡытында алырға тейеш, бында төҙөүселәр менән системалы эш алып барыу мөһим. Был турала Владимир Путин хөкүмәт ағзалары менән видеоконференция режимында уҙған кәңәшмәлә белдерҙе. Президент иҫкә төшөрөүенсә, 1 ғинуарҙан Рәсәйҙә фатир асҡыстарын ваҡытында тапшырмаған төҙөүселәр өсөн штрафтарға мораторий бөтөрөлдө.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан ярҙамы менән Красный Луч поликлиникаһы төҙөкләндерелде

Тәү сиратта ҡыйыҡ, ә артып ҡалған аҡсаларға яңы операция бүлмәһе. Башҡортостан ярҙамы менән Луганск халыҡ республикаһының Красный Луч ҡалаһында поликлиника төҙөкләндерелгән.
👍1
Быйыл Башҡортостанда 16 колледж яңыртыла

Республика Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итеүенсә, беҙҙә 92 һөнәри белем биреү ойошмаһы бар. Уларҙы ремонтлау өсөн йыл һайын бюджеттан аҡса бүлеү тураһында килешелде. - Әле 29 колледж тәртипкә килтерелгән. Уларҙа 30 меңдән ашыу студент белем ала. Һөнәри белемгә иғтибар арта. Беҙҙең бурыс - ошо юлды һайлаған балаларға уҡыу өсөн лайыҡлы шарттар булдырыу, - ти Радий Хәбиров.
Өфөлә мәктәп уҡыусыһы ата-әсәһенең аҡсаһын мутлашыусыларға биргән

Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, ошо көндәрҙә ҡыҙ балаға шылтыратыусы үҙен һатыусы тип таныштыра, тауарҙы килтерер өсөн смс-кодты әйтергә күндерә. Бынан һуң йәнәһе лә дәүләт хеҙмәттәре порталына үтеп инеүҙәре тураһында хәбәр алына, "ҡыҙыу элемтә" һандары күрһәтелә. Бала шул номерға шылтырата, уның ғаиләһенә енәйәт яуаплылығы янауы тураһында хәбәр итәләр, ата-әсәләргә һөйләмәҫкә ҡушалар. Даими әңгәмәләр барышында фатирҙа аҡса һаҡланған ике сейф барлығын асыҡлайҙар, баланың өйҙә яңғыҙ ҡалыуын көтөп аҡсаны тикшереү һылтауы менән курьер ебәрәләр. Бала 3 миллион һум аҡса һаҡланған сейфтарҙы мутлашыусыға биреп сығара.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Контрактлы хеҙмәткә студенттарҙы ҡабул итеү шарттары аңлатылды

Пилотһыҙ системалар ғәскәрендә хеҙмәт итеүгә контракт төҙөүсе студенттар академик отпускка иҫәп тотоу хоҡуғына эйә. Хәрби хеҙмәттән һуң улар түләүле уҡыуҙан бюджетҡа күсә ала. Был турала республиканың хәрби хеҙмәткә контракт буйынса һайлап алыу пункты етәксеһе Сергей Родинко белдерҙе.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостан халҡын аномаль һыуыҡтар көтөлөүе хаҡында иҫкәртте

26 ғинуарға тиклем арктик һауа массаһының республика биләмәһенә үтеп инеүе һөҙөмтәһендә һалҡын һауа торошо өҫтөнлөк итәсәк, уртаса һауа температураһы климат нормаһынан 6-12 градусҡаса түбәнәйә. Термометр бағанаһы төндә урыны менән 30-35, көндөҙ 15-20, төньяҡ төбәктәрҙә 25 градусҡа тиклем тиклем түбәнәйә. Бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Һауа торошоноң кинәт үҙгәреүе янғындарҙың артыуына килтереүе ихтимал.
😱1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ауырғазы районы ауылдары урындағы башланғыстар программаһында әүҙем ҡатнаша

Урындарҙа халыҡ башланғыстары хуплана. Ауырғазы районы ауыл биләмәләре урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында әүҙем ҡатнаша. Быйыл унда Нуғаҙаҡ ауыл биләмәһенә ҡараған Үтәймулла ауылында йәшәүселәр ҙә һынау тота. Улар ауыл мәҙәниәт йортона капиталь ремонт үткәрергә ниәтләй.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәләүез районы «Беҙҙең ауыл» программаһын Бөтә Рәсәй форумында тәҡдим итә

«Кесе Ватан-Рәсәй көсө» өсөнсө Бөтә Рәсәй муниципаль форумының Төбәктәр көнөндә Мәләүез районы «Беҙҙең ауыл» программаһын тормошҡа ашырыу тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ. Форум 28-30 ғинуарҙа Өфөлә үтә һәм унда төбәктең иҡтисади үҫеш өлкәһендә ҡаҙаныштары күрһәтелә.
2