Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәләүез районы «Беҙҙең ауыл» программаһын Бөтә Рәсәй форумында тәҡдим итә
«Кесе Ватан-Рәсәй көсө» өсөнсө Бөтә Рәсәй муниципаль форумының Төбәктәр көнөндә Мәләүез районы «Беҙҙең ауыл» программаһын тормошҡа ашырыу тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ. Форум 28-30 ғинуарҙа Өфөлә үтә һәм унда төбәктең иҡтисади үҫеш өлкәһендә ҡаҙаныштары күрһәтелә.

❤2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Архангелда эскән водитель буксирҙа барһа ла яуаплылыҡтан ҡотолманы
Юл-патруль хеҙмәте экипажы Архангел районы үҙәгендә буксирҙа барған 12-се модель «ВАЗ»-ды туҡтата. Инспекторҙар рулдәге егеттең эскән булыуына шик белдерә. Экспертиза үтеүҙән баш тартҡан водитель машинаһы ватылыуына һылтанып, танышын өйөнә тиклем һөйрәп алып барыуҙы һорай. Транспорт сараһы буксирҙа барһа ла, водителдең эскән килеш идара итеүе ҡағиҙә боҙоу һанала.

🤔1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай яҙғы сессияның тәүге ултырышын үткәрҙе
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай бөгөн яҙғы сессияның тәүге ултырышын үткәрҙе. Парламент ултырышында 4 тиҫтәнән ашыу ҡануни документ ҡаралды. Депутаттар граждандарҙың хоҡуҡтарын, мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса закон проекттарын тикшерҙе, Экология кодексына үҙәрештәр индереү буйынса фекер алышты. Шулай уҡ Дәүләт Думаһына тәҡдим ителәсәк ҡануни башланғыстар ҡаралды. Ултырышта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

❤3👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө радиоэлектроника колледжы «Профессионалитет» проектының ил лидерҙары иҫәбендә
Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы «Профессионалитет» проектын тормошҡа ашырыу буйынса Рәсәйҙә алты лидерҙың береһе тип танылды. Уҡыу йорто студенттарын һәм уҡытыусыларын оло уңыштары менән Радий Хәбиров ҡотланы. Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, йыл һайын колледждарҙы ремонтлауға төбәк бюджетынан аҡса бүленә.

❤3👍1🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан сәйәси һәм иҡтисади блоктарҙа позицияларын нығытты
Сәйәси һәм иҡтисади коммуникациялар агентлығы Рәсәй субъекттарында идара итеү һөҙөмтәлелегенең йыллыҡ рейтингын иғлан итте. Башҡортостан бер нисә күрһәткестең дөйөм үҫеше буйынса 19-сы урындан 12-гә күтәрелеп, позицияларын күпкә яҡшыртты. Рейтинг сәйәси-идара итеү, социаль һәм финанс-иҡтисад блоктарына бүленгән.
Сәйәси һәм иҡтисади коммуникациялар агентлығы Рәсәй субъекттарында идара итеү һөҙөмтәлелегенең йыллыҡ рейтингын иғлан итте. Башҡортостан бер нисә күрһәткестең дөйөм үҫеше буйынса 19-сы урындан 12-гә күтәрелеп, позицияларын күпкә яҡшыртты. Рейтинг сәйәси-идара итеү, социаль һәм финанс-иҡтисад блоктарына бүленгән.
❤3👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров «Инвестиция сәғәте» ултырышында туристик һәм сауҙа проекттарын хупланы
Бөгөн Радий Хәбиров «Инвестиция сәғәтене»нең сираттағы ултырышын үткәрҙе. Унда туристик тармаҡта, сауҙала һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә яңы проекттар хупланды. Тәүҙә кәңәшмәлә Нефтекама миҫалында бизнес-шерифтың эшмәкәрелеге ҡаралды. Муниципалитеттың эшҡыуарҙар менән үҙ-ара эш итеүгә етәкселек иткән Лилиә Петрова әйтеүенсә, ҡалала дөйөм инвестициялар күләме 24 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән 50 ҙур инвестиция проекты тормошҡа ашырыла.

👍4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәрендә контракт буйынса хеҙмәткә студенттар ҙа ҡабул ителә
Пилотһыҙ системалар ғәскәрендәге хеҙмәткә контракт төҙөүсе студенттар академик отпускка иҫәп тотоу хоҡуғына эйә. Хәрби хеҙмәттән һуң улар түләүле уҡыуҙан бюджетҡа күсә ала. Был турала республиканың хәрби хеҙмәткә контракт буйынса һайлап алыу пункты етәксеһе Сергей Родинко белдерҙе. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, әле пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәрҙәренә ҡабул итеү башланды. Төбәк уҡыу йорттарында пилотһыҙ осоу аппаратына идара итеү операторы һөнәренә уҡыу мөмкинлеге бар.

❤3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
«Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр өсөн уҡыуҙар башланды
Ике көн дауам иткән форумда 35 йәшкә тиклем белгестәр идара итеү системаһында белемен камиллаштырып оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша. Эшлекле майҙансыҡта йәш етәәкселәрҙең уңышлы проекттары презентацияһы үтә, власть органдары етәкселәре менән аралашыу ойошторола.

🔥1🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡытайға рапс майы экспортлау 60 процентҡа артҡан
Республиканан сит илгә 15 мең тонна ауыл хужалығы продукцияһы оҙатылған. Экспортҡа оҙатылыр алдынан рапс майы лабораторияларҙа етди тикшереү үтә. Белгестәр әйтеүенсә, сеймалдың сифатын күҙәтеү сәсеүлектәрҙә үк башлана.
Республиканан сит илгә 15 мең тонна ауыл хужалығы продукцияһы оҙатылған. Экспортҡа оҙатылыр алдынан рапс майы лабораторияларҙа етди тикшереү үтә. Белгестәр әйтеүенсә, сеймалдың сифатын күҙәтеү сәсеүлектәрҙә үк башлана.
🔥1🥰1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан башлығы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре башҡорт телен өйрәнә башланы
Башҡортса һүҙҙәр менән ролик рәсми аккаунттарға һалынған. Тәүге һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр-«Һыуыҡ», «Ныҡ һыуыҡ» һәм «Бөгөн ныҡ һыуыҡ». Акаунтҡа яҙылыусыларға һүҙҙәрҙе ҡабатларға тәҡдим ителә. Уларҙы Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова уҡый

❤2👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дмитриевка уҡыусылары «Бәхет әфлисуны» акцияһы менән йортһоҙ хайуандарға ярҙам итә
«Бәхет әфлисуны» Мәктәп уҡыусыһынан социаль хәйриә проекты. Уны Өфө районы Дмитриевка ауылы мәктәбе уҡыусыһы Камилә Хөсәйенова дуҫтары һәм мәктәп уҡыусылары ярҙамында тормошҡа ашырған. Урамда ҡалған йорт хайуандарына ярҙам итеүселәр менән БЮТ ижади төркөмө лә танышты.
«Бәхет әфлисуны» Мәктәп уҡыусыһынан социаль хәйриә проекты. Уны Өфө районы Дмитриевка ауылы мәктәбе уҡыусыһы Камилә Хөсәйенова дуҫтары һәм мәктәп уҡыусылары ярҙамында тормошҡа ашырған. Урамда ҡалған йорт хайуандарына ярҙам итеүселәр менән БЮТ ижади төркөмө лә танышты.
❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ике аҙналыҡ ялдан һуң сираттағы яугирҙар төркөмө махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды
Йәнә алғы һыҙыҡҡа. Ике аҙналыҡ ялдан һуң сираттағы яугирҙар төркөмө махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Һалдаттар ғаиләләре, балалары менән бергә ял иткән, йорт эштәрендә ярҙамлашҡан, мәктәп уҡыусылары алдында батырлыҡ дәрестәре уҙғарған. Тыуған ерҙән көс туплап, малай-ҡыҙҙарҙан йылы йөкмәткеле хаттар, яуҙаштарына ғаиләләренән исемле посылкалар алып Донбасҡа алғы һыҙыҡҡа юл тота.

Ишембайҙың «Благодарим» ирекмәндәре алғы һыҙыҡҡа дронға ҡаршы япмалар оҙата
Ишембай ҡалаһының «Благодарим» ирекмәндәр хәрәкәте гуманитар ылау ебәрелгән һайын йөҙҙән ашыу дронға ҡаршы һаҡланыу саралары оҙата. Алғы һыҙыҡта тепловизорҙан һаҡлаусы япмаға ихтыяж юғары. Улар яугирҙарҙың ғүмерҙәрен ҡотҡарыуға ла булышлыҡ итә. Хәйриә эшен уңышлы алып барған ирекмәндәр менән беҙҙең ижади төркөм аралашты.

Баймаҡ районында махсус операция яугиры Салауат Ишҡыуатов иҫтәлегенә ат сабышы үтте
Геройҙы хөрмәтләп. Баймаҡ районы Үрге Яйыҡбай ауылында 30-ға яҡын һыбайлы махсус хәрби операция яугиры Салауат Ишҡыуатов иҫтәлегенә ойошторолған ат сабышында ҡатнашты. Ентекләберәк, киләһе яҙмала.