БСТ | Яңылыҡтар – Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
2.17K subscribers
5.37K photos
9.67K videos
1 file
216 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Йылайыр районының Матрай ауылы халҡы быйыл «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнаша

Берҙәмлектә-көс. Йылайыр районының Матрай ауылы халҡы быйыл «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнаша. Ошо уңайҙан төбәктә күләмле мәҙәни-спорт сараһы үтте.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Быйылдан Рәсәйҙә күп фатирлы яңы йорттар төҙөгәндә дәүләт стандарты ҡабул ителәсәк

Быйылдан Рәсәйҙә күп фатирлы яңы йорттар төҙөгәндә дәүләт стандарты ҡабул ителәсәк. Һүҙ ремонт-биҙәү эштәренең сифаты, уларҙы ҡабул итеү һәм иҫкәрмәләрҙе бөтөрөүгә берҙәм талаптар индереү тураһында бара. Үҙгәрештәр күсемһеҙ милек баҙарына, шул иҫәптән торлаҡ хаҡына нисек йоғонто яһаясаҡ?
🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың муниципаль эш тәжрибәһен тотош илгә таратыу талап ителә

Был турала бөгөн Өфөлә «Кесе Ватан-Рәсәй көсө» Бөтә Рәсәй форумында белдерелде. Сараның пленар ултырышы «Торатау» конгресс холында үтте. Форумда Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Президентының эске сәйәсәт буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Евгений Грачев, Бөтә Рәсәй урындағы үҙидараны үҫтереү ассоциацияһы рәйестәше Ирина Гусева ҡатнашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан уңайлы инвестиция мөхитен булдырыусы төбәктәр араһында лидерҙар иҫәбендә

Был хаҡта «Кесе Ватан-Рәсәй көсө» форумы секцияларының береһендә сығыш яһағанда Стратегик башланғыстар агентлығы генераль директорының беренсе урынбаҫары Игорь Карачин билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, республика өлгәшкән уңыштарында туҡтап ҡалмай һәм башҡа төбәктәрҙән коллегалары менән тәжрибә уртаҡлашып, даими рәүештә яңы проекттар өҫтөндә эшләй.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Рәсәйҙең иң ҙур һыра ҡайнатыу компанияһының Өфө филиалында булды

Төбәк башлығы компания етәксеһе Николай Тюрников менән производствоны үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе, шулай уҡ хеҙмәт коллективы менән аралашты. 1999 йылда эшләй башлаған завод бер нисә модернизация этабын үткән. Предприятиела бөтәһе 270 хеҙмәткәр иҫәпләнә. «АБ ИнБев Эфес» филиалы төрлө һауыттарҙа 76 төр эсемлек сығара. 2024 йылдан предприятиела етештереү ҡеүәттәрен модернизациялау буйынса 1 миллиард 400 миллион һумлыҡ инвестиция проекты тормошҡа ашырыла.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәктәп имтихандарына әҙер яуаптарҙы интернетта тыйырға тәҡдим ителде

Рәсәйҙең мәғариф министрлығы мәктәп уҡыусыларының имтихандарға әҙерлегенә үҙгәрештәр индереү буйынса закон проекты әҙерләй. Ведомство Берҙәм дәүләт һәм Дөйөм дәүләт имтихандары буйынса эштәргә яуаптарҙы, Бөтә Рәсәй олимпиадаһы һәм федераль дәреслектәрҙәге әҙер эштәрҙе тыйылған мәғлүмәт реестрына индерергә тәҡдим итә. Эксперттар был башланғысҡа бәйле төрлө фекерҙә. Тулыраҡ киләһе материалда
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Асҡын районы Яңы Ҡушкилде ауылы халҡы Төй йылғаһы аша күперҙе яңыртырға ниәтләй

Ауылға күпер кәрәк. Асҡын районының Яңы Ҡушкилде ауылы халҡы «Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында» ҡатнашып, Төй йылғаһы аша күперҙе төҙөкләнедерегә теләй.
Проектҡа ярашлы, яһалма конструкцияның яндауҙарын алмаштырыу, йәйәүлеләр өсөн юлды төҙөкләндереү күҙаллана.
Обращаюсь с этим Посланием к депутатам Государственного Собрания – Курултая не только как Глава Республики Башкортостан. В нем – и мои личные убеждения, мои личные чувства как гражданина и как мужчины.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Барыһы ла Еңеү өсөн»: Радий Хәбиров Ҡоролтайҙа төп маҡсаттарҙы билдәләне

Барыһы ла Еңеү өсөн. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһап, депутаттар һәм идара командаһы алдында торған төп маҡсаттарҙы билдәләне. Дошманды еңеү өсөн йәмғиәттең тулы мобилизацияһы, халыҡтарҙың берләшеүе мотлаҡ. Радий Хәбиров уртаҡ эшкә үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә рәхмәт белдерҙе.
2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Республика йортонда үткән инвестиция сәғәтендә медицина һәм туризм өлкәһендәге проекттар яҡланды

Ултырыш Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры рәйеслегендә үтте. Осрашыу башында Салауат ҡалаһы бизнес-шерифының эшмәкәрлегенә юғары баһа бирелде. Әле ҡалала 96 миллиард һумлыҡ 101 инвестиция проекты тормошҡа ашырыла, бизнес муниципалитет тормошонда әүҙем ҡатнаша.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә махсус хәрби операция ветеранының фатиры «Аҡыллы йорт» системаһына яраҡлаштырылды

Ватанды һаҡлаусылар фондының төбәк филиалы Өфөлә йәшәүсе махсус хәрби операция ветераны Иван Щербаковтың фатирын Аҡыллы йорт системаһына яраҡлаштырҙы. Республикала бындай системалар 51 яугир йортона ҡоролған, әле 40 хәрбиҙең торлағы йыһазландырыла.
2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Нефтекамала 91 йәшлек ҡатын автомобиль тәгәрмәсе аҫтында ҡалып һәләк булған

Ваҡиға Ленин урамындағы йәйәүлеләр үткәүелендә теркәлгән. Интернетҡа һалынған видеояҙманан күренеүенсә, «Лада Гранта» водителе юл аша сығып барған оло йәштәге ханымдыбәрҙерә. Ҡазаға тарыусы ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла, әммә табиптар уның ғүмерен ҡотҡара алмай. 52 йәшлек автомобиль хужаһы ҡулға алынған. Осраҡ буйынса тикшереү бара.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Әсәлек капиталы» автоматик рәүештә индексациялана

1 февралдән Социаль фондтың Башҡортостан буйынса бүлексәһе «Әсәлек капиталы»н 5,6 процентҡа индексациялай. Индексация сертификаттарын өлөшләтә йәки тулыһынса һаҡлаған барлыҡ ғаиләләр өсөн дә үткәрелә. Бының өсөн социаль фондҡа ғариза менән мөрәжәғәт итеү кәрәкмәй, процесс автоматик рәүештә атҡарыла.
👍1🥰1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районы хакимиәте башлығы халыҡ менән осраша

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы халыҡ менән осраша. Был юлы йыйылыш Сиҙәм ауыл биләмәһендә үтте. Бындай осрашыуҙар урындағы проблемалар менән яҡындан танышырға, һорауҙарҙы хәл итергә мөмкинлек бирә.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Түрҫәгәҙелә Бөйөк Ватан һуғышы һәм МХО яугирҙарына арналған обелиск яңыртыла

Ауырғазы районы Түрҫәгәҙе ауылында халҡы Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса обелискты яңыртырға ниәтләй. Һәйкәл Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандары, тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш осоро балалары менән бергә, локаль һуғыштарҙа һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арнала.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә йәш рәссам Сәлимә Кинйәбаеваның беренсе шәхси күргәҙмәһе асылды

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле рәссам Азамат Ғариповтың уҡыусыһы экспозицияға 16 картинаһын сығарған. Ҡыл ҡәләм оҫтаһы гуашь, тушь һәм пастель кеүек төрлө материалдарға өҫтөнлөк бирә. Ижади эштәрендә йәмәғәт транспорты салонынан күренештәр, семәрле йорттар, ҡала урамдары сағылыш тапҡан.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта «Яңы йыл ғаилә уйындары-2026» конкурсы еңеүселәре иғлан ителде

Йылдың тәүге айы тамамланып та килә. Ошо көндәрҙә Баймаҡта «Яңы йыл ғаилә уйындары-2026» конкурсы еңеүселәре иғлан ителде. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Барыһы ла Еңеү өсөн»: Радий Хәбиров Ҡоролтайҙа төп маҡсаттарҙы билдәләне

Барыһы ла Еңеү өсөн. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһап, депутаттар һәм идара командаһы алдында торған төп маҡсаттарҙы билдәләне. Дошманды еңеү өсөн йәмғиәттең тулы мобилизацияһы, халыҡтарҙың берләшеүе мотлаҡ. Төбәк етәксеһе үҙ сығышында уртаҡ эшкә үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә рәхмәт белдерҙе.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров «Рәсәй 24» федераль телеканалының тура эфирына сыҡты

Мөрәжәғәтнамә йомғаҡтары буйынса Радий Хәбиров «Рәсәй 24» федераль телеканалының тура эфирына сыҡты. Унда ул үҙенең сығышындағы төп темаға, йәғни «Барыһа ла еңеү өсөн» девизына аңлатма бирҙе. Республика өсөн дүртенсе йыл инде төп бурыс - махсус хәрби операцияға ярҙам итеү.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала «Өйҙә» фестивале үтте

Һин Башҡортостанға кәрәк! Өфөлә республикала тыуған, әлеге ваҡытта төрлө ҡалаларҙа белем алған студенттар өсөн «Өйҙә» фестивале үтте. Сарала Радий Хәбиров та ҡатнашты. Төбәк башлығы әле тыуған төйәгенән ситтә уҡыған студенттарҙы сәләмләп, уларға әүҙем ярҙам күрһәтеүҙе дауам итергә вәғәҙәләне.
4