БСТ | Яңылыҡтар – Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
2.17K subscribers
5.37K photos
9.67K videos
1 file
216 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Нефтекамала 91 йәшлек ҡатын автомобиль тәгәрмәсе аҫтында ҡалып һәләк булған

Ваҡиға Ленин урамындағы йәйәүлеләр үткәүелендә теркәлгән. Интернетҡа һалынған видеояҙманан күренеүенсә, «Лада Гранта» водителе юл аша сығып барған оло йәштәге ханымдыбәрҙерә. Ҡазаға тарыусы ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла, әммә табиптар уның ғүмерен ҡотҡара алмай. 52 йәшлек автомобиль хужаһы ҡулға алынған. Осраҡ буйынса тикшереү бара.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Әсәлек капиталы» автоматик рәүештә индексациялана

1 февралдән Социаль фондтың Башҡортостан буйынса бүлексәһе «Әсәлек капиталы»н 5,6 процентҡа индексациялай. Индексация сертификаттарын өлөшләтә йәки тулыһынса һаҡлаған барлыҡ ғаиләләр өсөн дә үткәрелә. Бының өсөн социаль фондҡа ғариза менән мөрәжәғәт итеү кәрәкмәй, процесс автоматик рәүештә атҡарыла.
👍1🥰1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районы хакимиәте башлығы халыҡ менән осраша

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы халыҡ менән осраша. Был юлы йыйылыш Сиҙәм ауыл биләмәһендә үтте. Бындай осрашыуҙар урындағы проблемалар менән яҡындан танышырға, һорауҙарҙы хәл итергә мөмкинлек бирә.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Түрҫәгәҙелә Бөйөк Ватан һуғышы һәм МХО яугирҙарына арналған обелиск яңыртыла

Ауырғазы районы Түрҫәгәҙе ауылында халҡы Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса обелискты яңыртырға ниәтләй. Һәйкәл Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандары, тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш осоро балалары менән бергә, локаль һуғыштарҙа һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арнала.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә йәш рәссам Сәлимә Кинйәбаеваның беренсе шәхси күргәҙмәһе асылды

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, билдәле рәссам Азамат Ғариповтың уҡыусыһы экспозицияға 16 картинаһын сығарған. Ҡыл ҡәләм оҫтаһы гуашь, тушь һәм пастель кеүек төрлө материалдарға өҫтөнлөк бирә. Ижади эштәрендә йәмәғәт транспорты салонынан күренештәр, семәрле йорттар, ҡала урамдары сағылыш тапҡан.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта «Яңы йыл ғаилә уйындары-2026» конкурсы еңеүселәре иғлан ителде

Йылдың тәүге айы тамамланып та килә. Ошо көндәрҙә Баймаҡта «Яңы йыл ғаилә уйындары-2026» конкурсы еңеүселәре иғлан ителде. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Барыһы ла Еңеү өсөн»: Радий Хәбиров Ҡоролтайҙа төп маҡсаттарҙы билдәләне

Барыһы ла Еңеү өсөн. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһап, депутаттар һәм идара командаһы алдында торған төп маҡсаттарҙы билдәләне. Дошманды еңеү өсөн йәмғиәттең тулы мобилизацияһы, халыҡтарҙың берләшеүе мотлаҡ. Төбәк етәксеһе үҙ сығышында уртаҡ эшкә үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә рәхмәт белдерҙе.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров «Рәсәй 24» федераль телеканалының тура эфирына сыҡты

Мөрәжәғәтнамә йомғаҡтары буйынса Радий Хәбиров «Рәсәй 24» федераль телеканалының тура эфирына сыҡты. Унда ул үҙенең сығышындағы төп темаға, йәғни «Барыһа ла еңеү өсөн» девизына аңлатма бирҙе. Республика өсөн дүртенсе йыл инде төп бурыс - махсус хәрби операцияға ярҙам итеү.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала «Өйҙә» фестивале үтте

Һин Башҡортостанға кәрәк! Өфөлә республикала тыуған, әлеге ваҡытта төрлө ҡалаларҙа белем алған студенттар өсөн «Өйҙә» фестивале үтте. Сарала Радий Хәбиров та ҡатнашты. Төбәк башлығы әле тыуған төйәгенән ситтә уҡыған студенттарҙы сәләмләп, уларға әүҙем ярҙам күрһәтеүҙе дауам итергә вәғәҙәләне.
4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө республика умартасыларын бергә йыйҙы

Кәсепселәрҙе, ғилми учреждение белгестәрен һәм власть вәкилдәрен берләштергән форум бал ҡорттарын легаль булмаған юл менән индереүҙе асыҡлау, уларҙың йәшәү мөхитен һаҡлау, кәсепселекте һәм пакетлы умартасылыҡты үҫтереүгә бәйле мәсьәләләр тикшерелде. Шулай уҡ тармаҡ үҫешенә бәйле, донъя баҙарына бал продукцияларын сығарыу һорауы ла ҡаралды.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө дәүләт нефть техник университетта төрлө етештереүселәрҙән мультивентор лаборатория асылды

Унда шарттар нефть һәм газ сәнәғәтенең индустриаль технология компанияларындағы кеүек.Студенттар һәм йәш белгестәр һанлы инструменттар менән эшләү өлкәһендә ғәмәли күнекмәләр аласаҡ. Үҙенсәлекле проект сәнәғәттә айти - белгестәр өсөн киң билдәле эш биреүселәрҙең береһе «Газпром нефть»компанияһы ярҙамында тормошҡа ашырылған. Мультивендор лабораторияһы Рәсәйҙең Астра, BPMSoft Һәм Р7 төркөмдәренең алдынғы технологияларын берләштергән уникаль белем биреү системаһы.
1🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
БСТ каналы Рәсәйҙә иң яҡшыһы тип танылды

БСТ каналы Рәсәйҙә иң яҡшыһы тип танылды! Милли телерадиотапшырыуҙар ассоциацияһы 2025 йыл һөҙөмтәләрен иғлан итте. 21-се кнопкала эфирға сыҡҡан төбәк телеканалдары араһында Башҡортостан юлдаш телевидениеһы номинацияларҙың барыһында ла еңеү яуланы.
🥰6👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Эксперттар Радий Хәбировтың йыллыҡ мөрәжәғәтнамә эмоциаль һәм илһөйәрлек рухында булды тип баһалай

Эксперттар Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамә эмоциаль һәм илһөйәрлек рухында булды тип баһалай. Йөкмәткеле сығышында төбәк етәксеһе Ватан һаҡсыларына һәм уларҙың ғаиләләренә оло рәхмәтен белдерҙе. Яугирҙарҙың әсәләре тураһында һүҙ барғанда залда ултырыусылар Радий Хәбировты баҫып тыңланы. Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһе киң мәғлүмәт сараларында байтаҡ тезистарға алынған. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар әйтеүенсә, Радий Хәбировтың мөрәжәғәтнамәһе төбәк социаль-иҡтисади үешенең төплө нигеҙе булып тора.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡортостан продукты» брендына ҡараған тауарҙарға талаптар арта

Республика парламенты депутаттары тейешле закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте. Башҡортостанда аҙыҡ-түлек сифатын һәм хәүефһеҙлеген тәьмин итеүселәр менән беҙҙең ижади төркөм дә осрашты. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә 10 гуманитар йөк оҙатылды

Уны ойоштороуҙа Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары, шулай уҡ Хөкүмәт ағзалары һәм республика халҡы ҡатнашты. Составында һәр ваҡыттағыса иң кәрәкле әйберҙәр. Тәү сиратта яугирҙар өсөн йылы кейемдәр, техника, дрондар, маскировка селтәрҙәре, аҙыҡ-түлек. Исемлек яугирҙарҙың теләктәрен иҫәпкә алып төҙөлгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда етештерелгән дрондар яуҙа үҙҙәрен яҡшы күрһәтә

Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан «Ряба» ҡушаматлы яугир гуманитар ылау составында ебәрелгән квадрокоптерҙарҙың сифатын юғары баһаланы. Яҡташыбыҙ Александр Доставалов исемендәге батальондың пилотһыҙ осоу аппараттары взводы командиры
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә эшҡыуарҙар өсөн туризм трендтары буйынса өс көнлөк уҡыуҙар үтте

Мәскәүҙә туристик кластерҙар ойоштороу компанияһы етәксеһе Ирина Хомутова ҡатнашылығында үткән оҫталыҡ дәресендә республикала туризм тармағын тағы ла үҫтереү өсөн проекттар ҡаралды. Башҡортостан туристарҙың иғтибарын йәлеп иткән иң матур төбәктәрҙең береһе. Республика уҙған йылда бөтә Рәсәй туристарҙы йәлеп итеү индексында 9-сы урынға сығып, илдең ТОП-10 төбәге исемлегенә ингән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәйҙә спиртлы эсемлек ҡулланыусылар һаны кәмегән

Уҙған йыл күрһәткестәре буйынса 67 төбәктә хәмер эсеүселәр һаны кәмеүе теркәлгән. Шулай ҙа дөйөм статисканан башҡа алкоголизм йәмғиәттә киң таралған хәүефле күренеш булып тора. Уның менән көрәштә медицина учржедениеларынан тыш төрлө ойошмалар эш алып бара. Был йүнәлештә Аноним алкоголиктар иң һөҙөмтәле йәмғиәт һанала.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ғафури районында «Айыҡ ауыл» республика конкурсы уңайынан «Бәйге» башҡорт күпалыш ярыштары үтте

2020 йылдан тормошҡа ашырылған спорт сараһы төбәктең Түбәнге Ташбүкән ауылында ойошторолдо. Ишембай, Стәрлетамаҡ, Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы, Шишмә һәм Архангел райондарынан килгән командалар суҡмар ырғытыу, таяҡ тартыу, бүрәнә ауҙарыу кеүек һәм башҡа бәйгеләрҙә көс һынашты.
🔥1🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала «Толоп» фестивале үтте

Толоп фестивале Өфө халҡын йыйҙы. Ҡышҡы һабантуй башҡаланың «Нефтехимик» паркында ойошторолдо. Сара Башҡортостанда иғлан ителгән «Ҙур һәм татыу ғаилә» йылына арнала, халҡыбыҙҙың боронғо кейемен, милли уйындарын пропагандалауҙы, йәш быуынды сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуя.
2🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Өфөнөң 2-се поликлиникаһында капиталь ремонт һөҙөмтәләрен ҡараны

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң ашығыс медицина ярҙамы клиник дауаханаһының 2-се поликлиникаһы эшмәкәрлеге менән танышты. Медицина учреждениеһында төбәк программаһы буйынса капиталь ремонт уҙғарылып, яңы мебель һәм медицина ҡорамалдары, шул иҫәптән һанлы маммограф һатып алынған. Төҙөкләндереү эштәренән һуң бинала кабинеттар арттырылған, пациенттар уңайлығы өсөн ихтыяж менән файҙаланылғандары беренсе ҡатҡа күсерелгән.