Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда янғындар 21 процентҡа кәмегән
Башҡортостанда янғындар һиҙелерлек кәмегән, ҡотҡарылған ғүмерҙәр артҡан. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты менән Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы 2025 йылға йомғаҡ яһаны. Республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов хәбәр итеүенсә, ҡотҡарыу инфраструктураһын яңыртыу арҡаһында янғындар 21 процентҡа кәмегән.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө фән һәм технологиялар университетының хәрби уҡытыу үҙәгендә пилотһыҙ осоу апараттары операторҙары әҙерләнә
Студент саҡтан уҡ хәрби һөнәргә. Өфө фән һәм технологиялар университетының хәрби уҡытыу үҙәгендә пилотһыҙ осоу апараттары операторҙары әҙерләнә. Үҫмерҙәр менән махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеп тәжрибә туплаған инструкторҙар эшләй. Әле үҙәктә икенсе төркөм студенттар белем ала. Уҡып сыҡҡас улар оборона министрлығының мобилизация резервына индерелә.

Башҡортостанда мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн реабилитация киңәйтелә
Бөгөн республикала 248 мең инвалид иҫәппәнә, уларҙың 21 меңе балалар. Был категорияның тормош сифатын яҡшыртыу-төбәктәге социаль сәйәсәттең төп йүнәлеше. «Салют» реабилитация үҙәге асылыу менән меңдәрсә бала комплекслы реабилитация программаһын үтеп, сәләмәтлеген нығытты. Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, мөмкинлектәре сикләнгән баланың реабилитацияһы өсөн сертификаттар ҙа бүленә. Быйыл уның күләме 48 мең 21 һум.

Федерация Советы тарафынан «Рәсәй йөнө» ирекле сертификацияһы индерелде
Федерация Советы тарафынан «Рәсәй йөнө» ирекле сертификацияһы индерелде. Был төрлө маркетплейстарҙа составы йөндән тип һатылған, әммә ысынбарлыҡҡа тура килмәгән продукциянан һаҡлау маҡсатында ғәмәлгә ашырыла. Документты нисек алырға?

❤2👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылы клубында «Ретро йыр» фестивале үтте
Рәсәйҙә Халыҡтар берҙәмлеге, Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылдарына һәм Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына ҡушылыуҙы хуплап үткәрелгән мәҙәни сарала һәүәҫкәр йырсылар, Ишбирҙе ауылының «Фәтиха», «Дарман», «Миләш», күрше Юлыҡтан «Мағаш», Бөрйән-Йылғанан «Серҙәштәр» ансамблдәре сығыш яһаны.

Башҡортостанда ҡала яны лагерҙары директорҙары араһында конкурс уҙғарыла
Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев Мәғариф министрлығына ошоно йөкмәтте. Лагерь етәкселәре араһында "Йыл директоры" билдәләнәсәк. - Йәйге һауыҡтырыу кампанияһына әҙерлек ҡаралды. Балаларҙың хәүефһеҙлегенә, санитар нормалар үтәлешенә иғтибар кәрәк. Бөгөндән үк лагерҙарҙа әҙерлек башланырға тейеш, - тине Урал Килсенбаев.

Өфөнөң Ленин исемендәге паркын төҙөкләндереү дауам итә
Ҡар ятыуға ҡарамаҫтан майҙанда техника эшләй, ҡаҙыу эштәре бара. Мәҙәни мираҫ һаналған объектты яңыртыу айырым иғтибар талап итә. Эш барышын Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса булдырылған махсус эшлекле төркөм даими рәүештә күҙәтә. Реконструкция саралары менән бөгөн журналистар ҙа танышты.

❤2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Луганск Халыҡ республикаһы делегацияһы Өфөлә
Улар бөгөн «ПроДобро» коворкинг үҙәгендә булып һаулыҡ сәләмәтлектәре сикле балалар тәрбиәләү тәжрибәһен ҡараны. Үҙәктә 18 йәшкә тиклемге балаларға һөнәри йүнәлештә белем биреү, һәләттәрен асыу буйынса эш алып барыла. Үҙәк хәйриә фондтарын, коммерция булмаған ойошмаларҙы һәм әүҙем эшҡыуарҙарҙы берләштергән «Изге Өфө» проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән.

Өфөлә күҙ ауырыуҙарын диагностикалау һәм дауалау өсөн роботлаштырылған лазер комплексы эш башланы
Диагностика һәм дауалау бер аппаратта. Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында НавилАс тип аталған роботлаштырылған юғары теүәллектәге лазер комплексы эшләй башланы. Заманса ҡоролма күҙ күҙәнәктәре сирҙәрен асыҡлау һәм дауалау өсөн иҫәпләнгән. Аппарат диабетик ретинопатия һәм ауырыу селтәрле шекәрәне дауаларға мөмкинлек бирә.
Диагностика һәм дауалау бер аппаратта. Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында НавилАс тип аталған роботлаштырылған юғары теүәллектәге лазер комплексы эшләй башланы. Заманса ҡоролма күҙ күҙәнәктәре сирҙәрен асыҡлау һәм дауалау өсөн иҫәпләнгән. Аппарат диабетик ретинопатия һәм ауырыу селтәрле шекәрәне дауаларға мөмкинлек бирә.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда дөйөм хаҡы 3 миллион һумлыҡ техника урлауҙа ғәйепләнеүсе ир ҡулға алынған
Полиция хеҙмәткәрҙәре уның Архангел районы Абҙан ауылындағы шәхси йорттан ҡарҙан йөрөүсе ике транспорт сараһын һәм видеокамера яҙмаларын урлауын асыҡлай. Дежур бүлеккә ғаризаны йортто ҡарауыллап ҡалған хужабикәнең күршеһе яҙа. Эске эштәр министрлығы һәм Росгвардия хеҙмәткәрҙәре енәйәттә ғәйепләнеүсене Иглин районы Аҡбирҙе ауылында ҡулға ала.

❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәйҙә 2026 йылдан мәғариф өлкәһендә күләмле реформа көтөлә
Үҙгәрештәргә ярашлы бакалавриат-магистратура белем биреү системаһын бөтөрөү буйынса пилот проект тормошҡа ашырыласаҡ. Ғәмәлдәге бакалавриат-магистратура программаһы урынына СССР дәүерендәге кеүек ике кимәлдән торған яңы уҡыу системаһын индереү өсөн һынауҙар ойошторола.
Үҙгәрештәргә ярашлы бакалавриат-магистратура белем биреү системаһын бөтөрөү буйынса пилот проект тормошҡа ашырыласаҡ. Ғәмәлдәге бакалавриат-магистратура программаһы урынына СССР дәүерендәге кеүек ике кимәлдән торған яңы уҡыу системаһын индереү өсөн һынауҙар ойошторола.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында Ғәли Соҡоройҙоң ижади мираҫына арналған күргәҙмә асылды
Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында Ғәли Соҡоройҙоң ижади мираҫына арналған күргәҙмә асылды. Ул билдәле шағир, мәғрифәтсе, дин әһеленең 200 йыллығына бағышланған. Ғәли Соҡоройҙоң ижады тиҫтәләгән китап, йөҙгә яҡын ҡулъяҙманы үҙ эсенә ала. Уның һәр әҫәре мәғрифәтселек, мәҙәни үҫеш һәм наҙанлыҡты тәнҡитләү тураһында тәрән уйланыуҙар менән һуғарылған.

Ҡаҙағстанда Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ташлама, әсәй» әҫәре буйынса төшөрөлгән фильмдың премьераһы үтте
Ҡаҙағстанда Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ташлама, әсәй» әҫәре буйынса төшөрөлгән фильмдың премьераһы үтте. Был Рәсәйҙән ситтә башҡорт яҙыусыларының әҫәре буйынса ҡуйылған беренсе кино. Фильм башлыса Алматы эргәһендәге ҙур булмаған Текели ҡалаһында төшөрөлә. Эш процесына 70-тән ашыу кеше йәлеп ителә.

👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфө ҡалаһы тарихы музейында «Үтеккә 390 йыл» күргәҙмәһе үтә
Экспозицияла музей коллекцияһынан 16 үтек. Уларға ҡарап үтектең барлыҡҡак килеү тарихын өйрәнергә була. Электр моделдәренән тыш ағастан яраҡлаштырылғандары, күмер менән эшләгәндәре лә бар. СССР-ҙың 50 йыллығы исемендәге Өфө агрегат етештереү ойошмаһында сыҡҡандарын да күрергә мөмкин. Күргәҙмә 15 февралгә тиклем дауам итә.
Экспозицияла музей коллекцияһынан 16 үтек. Уларға ҡарап үтектең барлыҡҡак килеү тарихын өйрәнергә була. Электр моделдәренән тыш ағастан яраҡлаштырылғандары, күмер менән эшләгәндәре лә бар. СССР-ҙың 50 йыллығы исемендәге Өфө агрегат етештереү ойошмаһында сыҡҡандарын да күрергә мөмкин. Күргәҙмә 15 февралгә тиклем дауам итә.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бәләбәй районы Мәтәүбашта урындағы башланғыстар программаһы буйынса ауыл техникаһы яңыртыла
Ауыл тракторына тағылма һәм башҡа кәрөк-яраҡтар. Бәләбәй районы Мәтәүбаш ауыл биләмәһе урындағы башланғыстар программаһы ярҙамында техника паркын тулыландырырға йыйына.
Ауыл тракторына тағылма һәм башҡа кәрөк-яраҡтар. Бәләбәй районы Мәтәүбаш ауыл биләмәһе урындағы башланғыстар программаһы ярҙамында техника паркын тулыландырырға йыйына.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров ҡатнашлығында 4 районда модулле ҡатын-ҡыҙҙар консультациялары асылды
Башҡортостандың 4 районында бөгөн модулле ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы файҙаланыуға тапшырылды. Яңы медицина учреждениеһы «Ғаилә» милли проекты сиктәрендә Рәсәйҙә тәүгә тормошҡа ашырыла. Социаль объекттар Радий Хәбиров ҡатнашлығында Салауат районында ойошторолған видеоэлемтә аша асылды. Республика башлығы эш сәфәре барышында төбәк өсөн әһәмиәтле башҡа объекттарҙы ла ҡараны.

🔥2❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шишмә районында һәләк булған яугир ҡәберенә Ҡыҙыл берет һалынды
Шишмә районында махсус хәрби операция биләмәһендә ҡаһармандарса һәләк булған яугир ҡәберенә ҡыҙыл берет һалынды. Яугир һәләк булғандан һуң махсус тәғәйенләнештәге подразделениела хеҙмәт итеүҙең иң юғары баһаһын алды. Хәтер сараһында беҙҙең ижади төркөм дә булды.

🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда дәүләт хеҙмәте академияһы асыҡ ғилми гранттар конкурсы иғлан итте
Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы асыҡ ғилми гранттар конкурсы иғлан итте. Был хаҡта академияның ғилми советының Фән көнөнә арналған тантаналы ултырышында әйтелде. Конкурс фәнни тикшеренеүҙәрҙе үҫтереү өсөн киң мөмкинлектәр аса. Грант алыуға академия хеҙмәткәрҙәре һәм уҡыусылары ғына түгел, ә ғилми һәм эксперт эш тәжрибәһенә эйә булған башҡа ойошмаларҙан белгестәр ҙә дәғүә итә ала.

🔥1👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Рәсәй фәне көнө алдынан студенттар кампусында фәнни саралар үтте
Фәнде һәм ғилми тикшеренеү эшен популярлаштырыуға йүнәлтелгән мөһим саралар. Рәсәй фәне көнө алдынан юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы асыҡтан-асыҡ аралашыу мөхитенә әйләнде. Евразия фәнни белем биреү үҙәгенең ҡунаҡ бүлмәһе ғалимдарыбыҙҙың эш һөҙөмтәләрен күрһәтеү өсөн төп майҙансыҡтарҙың береһе булып тора.

❤1🔥1👏1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районында «Йыл уҡытыусыһы» муниципаль конкурс финалы үтте
Педагогтар бәйгеһендә еңеүҙе Уфимский ауылынан биология уҡытыусыһы Роза Ғәзизова яуланы. Бәйге барышында райондың иң яҡшы уҡытыусылары үҙҙәренең уҡытыу методикаларын, оҫталығын һәм педагогик тәжрибәһен күрһәтте.

👍1🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Тәтешле районы ауылдары клуб һәм балалар майҙансығы өсөн 5 млн һум йәлеп итә
Тәтешле районының Яңы Ҡайпан һәм Ҡашҡаҡ ауылдары ял һәм социаль әүҙемлек мөхите өсөн биш миллион һум аҡса йүнәлтмәксе. Сумма ауыл клубын төҙөкләндереү һәм балалар майҙансығы төҙөүгә тотоноласаҡ.