БСТ | Яңылыҡтар – Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
2.17K subscribers
5.37K photos
9.67K videos
1 file
216 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Мәләүездән 100 йәшлек көмөш ирекмән Полина Чельник хаҡында яҙҙы

Беҙҙең көмөш ирекмәндәр-ғәжәп кешеләр. Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сираттағы яҙмаһы ошондай кешеләрҙең береһе-Мәләүездән Полина Афанасьева Чельникҡа бағышланған. «Ул быйыл үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын ҡаршы аласаҡ. Мин уның тураһында Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамәлә һөйләгәнем дә инде, хәҙер ентекләберәк»Һоҡланғыс кешеләрҙең тормошо«рубрикаһында яҙам,»-тигән республика етәксеһе.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Салауат районында һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашты

Республика башлығы Салауат районына рәсми эш сәфәре барышында махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың яҡындары менән осрашты. Радий Хәбиров ата-әсәләрҙең ҡайғыһын уртаҡлашты, рәхмәт әйтеп, еройҙарҙың туғандарына генерал Миңлеғәле Шайморатов орденын тапшырҙы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта беренсе тапҡыр «Йәш шайморатовсылар балы» үтте

Шайморатов кластарынан 100-яҡын бала ҡатнашты. Хәрби-спорт байрамы хаҡында киләһе яҙмала.
2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районының Урман ауылы ирекмәндәр штабына-ике йыл

Махсус хәрби операция башланыу менән Иглин районында 20-гә яҡын ирекмәндәр төркөмө төҙөлә. Урман ауылы халҡы ла изге эштән ситтә ҡала алмай. Ике йыл элек фронтҡа ярҙам итеү маҡсатында штаб ойошторола, урындағы халыҡ маскировка селтәрҙәре үреү, окоп шәмдәре ҡойоу, йылы ойоҡбаштар бәйләү эшенә тотона.
👏5
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Баҡалы районында МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың яҡындарына берҙәм ярҙам үҙәге асылды

Баҡалы районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың яҡындарына берҙәм ярҙам үҙәге асылды. Тантаналы сара дәүләт һәм йәмәғәт ойошмаһы ағзалары, ветерандар, ирекмәндәр ҡатнашлығында үтте.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә шәхси медицина клиникаһында эш хаҡын түләмәү факты тикшерелә

Башҡортостан Дүәләт хеҙмәт инспекцияһы Өфөләге шәхси медицина клиникаларының береһендә тикшереү башлаған. Медицина үҙәге етәкселеге үҙ хеҙмәткәрҙәренә былтырҙан алып эш хаҡын түләмәй. Клиниканың ябылыуы һәм эшһеҙ ҡалыуҙары тураһында ла бер көн эсендә хәбәр итәләр.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡариҙел районы гәзите өсөн яңы редакция бинаһы асылды

«Ҡариҙел» район гәзите яңы бина туйлай! 63 йылдан ашыу «Ҡариҙел» район гәзите редакцияһы иҫке бүрәнә йортта урынлаша, ваҡыт үтеү менән ул авария хәленә килә. Бинала эшләү йылдан-йыл ҡатмарлы ғына түгел, хатта хәүефле була. 2025 йылдың көҙөндә, оҙаҡ фекер алышыуҙарҙан һуң, төҙөлөш башлана. Яңы бина «Башҡортостан республикаһы» нәшриәт йортоноң үҙ аҡсаһына төҙөлгән һәм хәҙерге Башҡортостан тарихында тормошҡа ашырылған беренсе ошондай проект булып тора.
👍3👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ауырғазы районы үҙәге Талбазыла хоккей буйынса район-ара турнир үтте

Спорт ярышы «Әжемәк» хоккей клубының элекке ҡапҡа һаҡсыһы, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Салауат Ғәлиәскәров иҫтәлегенә арналды. «Ауырғазы» командаһы турнирҙа 7:3 иҫәбе менән еңеү пьедесталына күтәрелде. Спорт һәм хәтер сараһы хаҡында киләһе яҙмала.
2👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ҡырмыҫҡалы районы Һарт-Шишмә ауылы «Айыҡ ауыл» финалын байрам менән ҡаршыланы

Ҡырмыҫҡалыла-ҡышҡы һабантуй. Байрам райондың Һарт-Шишмә ауылы «Айыҡ ауыл» республика конкурсы финалына үтеүенә бәйле ойошторолдо. Сараға Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы уңайынан республиканың 11 районы вәкилдәре лә саҡырылғайны. Ҡатнашыусылар саңғы һәм хоккей эстафеталарында, арҡан тартыуҙа, гир күтәреүҙә һәм уҡтан атыуҙа ярышты.
2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Фольклор мираҫын һаҡлаусы ғалимә: Фәнүзә Нәҙершина 90 йәшлек юбилейын билдәләй

Фәнүзә Нәҙершинаның исеме Рәсәй гуманитар фәндәр йыльяҙмаһы тарихында төплө урын алып тора. Быуаттар төпкөләнән килгән йыр-моңдарҙы, ауыҙ-тел ижадын өйрәнеүсе, киң ҡатлам уҡыусыларға еткереүсе ғалимә фәнни эҙләнеүҙәре менән ҡобайырҙар, эпик әҫәрҙәрҙән алып бишек йырҙарына тиклем башҡорт халыҡ ижадының меңәрләгән өлгөләрен һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ иткән. 90 йыллыҡ күркәм юбилейын билдәләүсе күренекле шәхес, филология фәндәре докторы Фанүзә Нәҙершина менән БЮТ ижади төркөмө осрашты.
4👍2🔥1
“Башҡортостандан һөйөү менән” акцияһының сираттағы этабы старт алды

Уға ярашлы, Мәскәүҙә уҡыған студент- аспиранттарға посылка ебәрергә була. Ылау туплау тотош республика буйынса ойошторола. Маршрут ҡалалар һәм район үҙәктәре аша үтә. Йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров белдереүенсә, уҙған йыл илебеҙ баш ҡалаһына 3 тонна ауырлығында 100-ҙән ашыу посылка алып барылған. Студенттарға тиҙ боҙолмай торған аҙыҡ-түлек, йорт кәрәк-яраҡтары, кейем-һалым ебәрергә була, посылканың дөйөм ауырлығы 32 килограмдан артмаҫҡа тейеш. Проект Республика Башлығы ярҙамында тормошҡа ашырыла.
2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бөйөк шағирыбыҙ Мостай Кәримдең хәтирәләре, уйланыуҙары һәм ижады, уның яу юлы, халҡыбыҙ батырлығы тураһындағы әҫәрҙәре бөгөн дә айырыуса әһәмиәтле.

28 февраль, 7:45, БСТ телеканалында «Мостайҙың Алтын мираҫы» фильмы: «Ҡалһа, ҡалыр ошо ораным».
5