Өфөлә "Йәйәүле" операцияһы бара
Автоинспекциянан хәбәр итеүҙәренсә, төп маҡсат - аварияларҙы кәметеү. Водителдәрҙең һәм йәйәүлеләрҙең ҡағиҙәләрҙе үтәүенә иғтибар бирелә. Быйыл Өфөлә йәйәүлеләр ҡатнашлығында 272 авария теркәлгән. Уларҙа 4 кешенең ғүмере өҙөлгән. 278 кеше йәрәхәттәр алған. 65 авария йәйәүлеләрҙең ҡағиҙә үтәмәүе арҡаһында сыҡҡан.

Хоккей буйынса йәштәр турниры Родион Әмиров исемен йөрөтә
“Салауат Юлаев” хоккей клубы генераль директоры Ринат Бәширов ошо турала белдерҙе. Турнир август аҙағында Өфөлә ойошторола. Спортсының исемен мәңгеләштереү буйынса башҡа тәҡдимдәр һуңғараҡ ҡарала. “Салауат Юлаев” командаһының 21 йәшлек һөжүмсеһе 14 августа вафат булды. Уға 2022 йылда баш мейеһе яман шеше диагнозы ҡуйыла. Родион Әмиров “Торонто” командаһы составына индерелә.

This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров мәшһүр йырсы Абдулла Солтановтың вафатына бәйле ҡайғы уртаҡлашты
«Башҡортостан халҡыбыҙҙың лайыҡлы улы, легендар йырсы, халыҡ артисы Абдулла Афзал улы Солтанов менән хушлаша. Бөтә республика менән бергә ҡайғырам. Туғандары һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Бәхил бул, аҡһаҡал. Һинең йырҙарың һәм моңоң үлемһеҙ», - тип яҙған Телеграм-каналда Башҡортостан Башлығы.

Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Инвестиция сәғәте»ндә Башҡортостанда ҡошсолоҡ объекттарын модернизациялау буйынса яңы проект хупланды
Республика Хөкүмәтендә Радий Хәбиров үткәргән кәңәшмәлә сәнәғәт, ауыл хужалығы һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендәге яңы башланғыстар тураһында барҙы. «Турбаслы бройлерҙары» акционерҙар йәмғиәте етәкселеге «Өфө» һәм «Юбилейный» ҡошсолоҡ фабрикаларын реконструкциялау буйынса проект менән сыҡты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл июндә Санкт-Петербург ҡалаһында үткән Халыҡ-ара иҡтисад форумында «Черкизов» төркөмө етәксеһе Республика башлығына киләсәккә пландары менән уртаҡлашты.

«Әр-Рәхим» мәсете манараһына яңы көмбәҙ ҡуйылды
Изге йома көнөндә яҡшы яңылыҡ. Бөгөн март айындағы көслө ел ваҡытында Әр- рахим мәсетенең ҡолап төшкән манара көмбәҙе урынына яңыһы ҡуйылды.

Бөгөн Республика Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы бүләкләне
Хәрбиҙәргә орден-миҙалдар, маҡтаулы исемдәр, грамоталар, рәхмәт хаттары тапшырылды. Республика Башлығы Өфөлә ҡыҫҡа ялға ҡайтҡан яугирҙәр менән осрашты. Радий Хәбиров хәрбиҙәргә һәм уларҙы ғаиләләренә рәхмәт белдерҙе.

Башҡортостан журналистары фестиваль уҙғара
Журналистар Әбйәлил ерендә. Башҡортостан киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре бөгөн Яҡтыкүл буйында фестивалгә йыйылды. Сара быйыл “Тыуған яҡҡа һөйөү менән” исеме аҫтында уҙа. Бында тармаҡтың көнүҙәк мәсьәләләре ҡарала, тәжрибә уртаҡлашыу, оҫталыҡ дәрестәре ойошторола.

Республика төҙөүселәре Луганск халыҡ республикаһында балалар баҡсаһын ремонтлай
Ремонт эштәре ике төбәк араһында төҙөлгән килешеү нигеҙендә башҡарыла. Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әле бинаның түбәһе яңыртыла. Һуңынан белгестәр ишек һәм тәҙрәләрҙе алмаштыра. Шулай уҡ йылытыу ҡоролмалары, һыу һәм канализация торбалары яңыртыла. Йыл аҙағына тиклем Башҡортостан Красный Лучта 57 объектты тәртипкә килтерә.

Башҡортостан ауыл эшсәндәре етен һуғыуға төштө
Әле мең ярым гектарҙан ашыу майҙан сабылған. Гектарынан 11 центнер уңыш алына. Майлы культура экспортҡа оҙатыла. Йыл башынан Ҡытай, Ҡаҙағстан һәм Европаның ҡайһы бер илдәренә 28 мең ярым тонна етен ебәрелгән. Ул былтырғы менән сағыштырғанда ике тапҡырға күберәк.
Әле мең ярым гектарҙан ашыу майҙан сабылған. Гектарынан 11 центнер уңыш алына. Майлы культура экспортҡа оҙатыла. Йыл башынан Ҡытай, Ҡаҙағстан һәм Европаның ҡайһы бер илдәренә 28 мең ярым тонна етен ебәрелгән. Ул былтырғы менән сағыштырғанда ике тапҡырға күберәк.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров ялға ҡайтҡан бер төркөм хәрбиҙәргә дәүләт наградалары тапшырҙы
Мобилизацияға эләккән һәм үҙ теләге менән Ватан һағына баҫҡан яҡташтарыбыҙға орден һәм миҙалдар тапшырылды. Шулай уҡ Сибай филармонияһы артистары почетлы исем һәм Рәхмәт хатына лайыҡ булды.
Мобилизацияға эләккән һәм үҙ теләге менән Ватан һағына баҫҡан яҡташтарыбыҙға орден һәм миҙалдар тапшырылды. Шулай уҡ Сибай филармонияһы артистары почетлы исем һәм Рәхмәт хатына лайыҡ булды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Армия -2023 форумында Башҡортостандың тиҫтәнән ашыу оборона-сәнәғәт предприятиелары ҡатнаша
Бөгөндән башлап йәкшәмбегә тиклем Мәскәү өлкәһендәге «Патриот» паркында ойошторолған хәрби-техник күргәҙмә киң тамашаға асыҡ. Армия -2023 форумында Башҡортостандың тиҫтәнән ашыу оборона-сәнәғәт предприятиелары ла ҡатнаша. Экспозицияға Рәсәй һәм сит илдәрҙең хәрби технологиялар өлкәһендәге иң һуңғы ҡаҙаныштары, ҡорал өлгөләре сығарған. Йәмғеһе 28 медән ашыу техника һәм һуғыш кәрәк -яраҡтары менән танышырға мөмкин. Халыҡты иң ҡыҙыҡтырғаны махсус хәрби операцияла ҡулға алынған трофей ҡоралдар.

Шаҡша күперен төҙөкләндереү эштәре осорона Өфө йылғаһы аша паром йөрөй башланы
Автомобилдәр һәм йәйәүлеләргә тәғәйенләнгән транспорт сараһы Князев ауылы янында халыҡ уңайлығы өсөн ойошторолған. Өфө ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, тарифтар ҡаланың йылға паром кисеүҙәре тарифтарына ярашлы билдәләнгән.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала йәш ғалимдарҙы дәртләндереү саралары күрелә
Йәш ғалимдарға дәртләндереү сараһы. Был турала Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге сәхифләрендә яҙып үткәйне. Былтыр мәҫәлән, 70 ғалим торлаҡ мәсьәләһен хәл итһә, 262-е Рәсәй һәм сит ил юғары уҡыу йорттарында ғилми-ғәмәли стажировка үтергә мөмкинлеге бирелде. Исемлек быйыл да тулылана. Программаға үҙгәрештәр ҙә индерелде.

Республика йәмәғәтселеге мәшһүр йырсы Абдулла Солтановты һуңғы юлға оҙатты
Хушлашыу сараһы бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы йәшәгән Учалы районының Ҡобағош ауылында үтте. Башҡорт йыр сәнғәтенең бейеклеген, бөйөклөгөн билдәләгән шәхес. Махсус музыка белеме булмаһа ла, тәбиғи һәләте менән моңдо тоя, уны еткерә белеүсеһе лә булды.

Башҡортостанда ВУЗ-ара кампуста башҡа төбәктәр һәм сит ил студенттары һаны бер ярым тапҡырға арта
Был турала Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдерҙе. Кампуста студенттар, йәш ғалимдар һәм уҡытыусылар өсөн 4 мең 300-ҙән ашыу урын булдырыла. Әле объекттың тәүге өлөшө 70 процентҡа әҙер, уны быйыл файҙаланыуға тапшырыу көтөлә. Икенсе өлөшө 2025 йылда сафҡа инергә тейеш.

Шаҡша-Карпов юлы ремонтланасаҡ
Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был урында ауыр йөк машиналары күп йөрөү арҡаһында асфальт ҡатламы таушалған. Шуға 1 сентябргә тиклем соҡорҙарҙы тигеҙләү бурысы ҡуйылған. Өфөнән Көнсығыш юл төҙөлөшө тамамланғас Шаҡша һәм Карпов араһындағы трасса капиталь төҙөкләндерелә.

Өфөнөң 450 йыллығын билдәләү буйынса ойоштороу комитеты составына үҙгәреш индерелде
Премьер-министр Михаил Мишустин ҡарары менән Башҡортостан хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Азат Бадранов комитеттан сығарылды. Азат Бадранов үҙ ирке менән махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Өфөнөң юбилейын ойоштороу комитеты 2021 йылда булдырылды. Уны Рәсәй хөкүмәте вице-премьеры Алексей Оверчук етәкләй. Комитет рәйесе урынбаҫары - Республика Башлығы Радий Хәбиров. Өфөнөң 450 йыллығы киләһе йылда билдәләнә.

Бөгөн Радий Хәбиров Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре барышында яңы мәсет асыу тантанаһында ҡатнашты
Уға 2012 йылда нигеҙ һалынған. Бында шулай уҡ мәҙрәсә, машиналар өсөн парковка, парк, ҡунаҡхана, кафе бар. - Яҡшы мәсет. Кешеләрҙең бында килеп намаҙ ҡылыу мөмкинлеге бар. Беҙҙең республика халҡы татыу йәшәй, - тине Радий Хәбиров.

Радий Хәбиров ҡунаҡсыллыҡ байрамында ҡатнашты
Бөгөн Стәрлетамаҡта ҡунаҡсыллыҡ фестивале үтте. Байрам Салауат Юлаев исемендәге скверҙа ойошторолдо. 20-се быуат башына тиклем тап ошондай сауҙагәрҙәр йәрминкәләре уҙғарылған. Бөгөн фестивалдә Республика Башлығы Радий Хәбиров булды. Ул йәрминкәләрҙе ҡараны, кәсепселәр һәм оҫталарҙың эше менән танышты. - Ныҡ сағыу фестиваль. Республикала иң яҡшыларҙың береһе һәм бик файҙалы. Беренсенән - фестиваль, икенсенән - байрам, өсөнсөнән - халыҡ кәсептәрен танытыу, дүртенсенән - мәҙәниәт, Тыуған илгә һөйөү. Был ныҡ яҡшы фестиваль, -тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Радий Хәбиров.