БСТ | Яңылыҡтар – Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
2.24K subscribers
5.34K photos
9.43K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Республикала яҡтыртыу ҡоролмалары алыштырыла

Республикала яҡтыртыу ҡоролмалары алыштырыла - электр энергияһын күп сарыф иткән иҫке лампалар урынына экономиялау мөмкинлеге биргән яңылары ҡуйыла. Бөгөнгә 18 муниципалитетта 52 мең ҡоролма ҡуйылған да инде, сиратта - Өфө һәм Туймазы райондарында тағы ла 35 меңен ҡуйыу. Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы хәбәр итте. Радий Хәбиров билдәләүенсә, Өфөлә яҡтыртыу ҡоролмалары Салауат Юлаев прсопекты менән Гагарин урамында, Сипайлово, Инорс һәм Затон биҫтәләренең шәхси секторында, Черниковкала һәм Нижегородкала яңыртылған. Балалар баҡсалары һәм мәктәптәргә айырыуса иғтибар бүленә, уларҙың 200-дә эштәр тамамланған, тип белдергән төбәк етәксеһе.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районы Сыуаш-Ҡыбау ауылы 250 йыллығын ҡаршы алды

Юбилей датаһы уңайынан «Байрам ҡунаҡҡа килә, ҡыуан, халыҡ!» тип исемләнгән мәҙәни сара уҙғарылды. Ауылда йәшәүселәрҙең шатлығын БЮТ ижади төркөмө лә уртаҡлашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда Шайморатов ордены кавалерҙары клубы булдырылды

Республика Башлығының был туралағы Указы хоҡуҡи мәғлүмәт рәсми порталында донъя күрәсәк. Клубтың маҡсаты илһөйәрлек тәрбиәһендә көстәрҙе бергә туплау, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың, тәртип һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре, уларҙың ғаилә ағзалары һәм яуҙа һәләк булғандарҙың яҡындарының мәнфәғәттәрен яҡлау. Клуб составына Шайморатов орденының иң сағыу кавалерҙары инә. Башҡортостан башлығы хакимиәтенә уның менән координациялау эше йөкмәтелә.
1👎1
Башҡортостанда йыл аҙағынаса 117 ауылда мобиль элемтә була

Һанлы үҫеш министрлығынан белдереүҙәренсә, республикала 125 станция ҡоролдо, төпкөлдә йәшәгән 30 меңдән ашыу кешенең кеҫә телефоны менән файҙаланыу мөмкинлеге була. Халыҡ мобиль элемтә кәрәк булған ауылдар өсөн тауыш бирә ала. “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында махсус серсис эшләй, Рәсәй почтаһы аша ла хаттар ҡабул ителә.
Башҡортостанда ишле ғаиләләр мәктәп кейеме өсөн компенсацияға өмөт итә ала

Льгота өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ата-әсәләр өсөн. Компенсация ике йылға бер тапҡыр бирелә. Быйыл ул 4 мең 600 һум тип күрһәтелгән.
Республикала полилингваль белем биреү үҙәге ойошторола

Мәғариф һәм Фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, йыл әйләнәһенә полилингваль сменалар, слеттар, уҡыу-күнекмә йыйылыштары, уҡыусылар һәм уҡытыусылар өсөн семинарҙар үткәреү ҡарала. Үҙәк Белорет районы Уҫманғәли ауылында урынлаша. Әле уның концепцияһы әҙерләнә һәм финанслау сығанаҡтары асыҡлана. Башҡортостан делегацияһы полилингваль үҙәктәрҙең эш тәжрибәһен өйрәнеү маҡсатында Үзбәкстанда булды, киләһе сәфәр Ҡаҙағстанға планлаштырыла.
👍3
Өфөлә балалар хәүефһеҙлеге айлығы бара

Баш ҡаланың балалар баҡсалары һәм мәктәптәрҙә төрлө ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү саралары ойошторола. Балалар экстремаль һәм көтөлмәгән шарттарҙа дөрөҫ эш итергә өйрәнә, янғын һәм юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрә. Уҡыусылар именлеген тәьмин итеү маҡсатында 1 сентябрҙә белем усаҡтарында класс сәғәттәре үткәреү ҡарала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын тергеҙеү планлаштырыла

Республика йортонда уҙғарылған «Төҙөлөш сәғәте»ндә алдан раҫланған «юл картаһы» буйынса сараларҙың график буйынса тормошҡа ашырылыуы билдәләнде. Әлегә проблемалы объекттар берҙәм реестрында 31 күп фатирлы торлаҡ иҫәпләнә. Уларҙың 12-һе буйынса эштәр төбәк иҫәбенә тергеҙелгән. Фатир асҡыстарын 1 мең 300 кеше аласаҡ. Атап әйткәндә, һүҙ «Башҡортостан сәскәләре» ҡасабаһындағы проблемалы торлаҡ һәм «Госстрой» компаниялар төркөмө объекттары тураһында бара.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Туймазы районы Бишҡурай ауылының урта белем биреү мәктәбендә ремонттан һуң спорт залын асыу тантанаһы үтте

Төҙөкләндереү эштәре «Һәр баланың уңышы» республика программаһы сиктәрендә башҡарылған. Белем усағының шатлығын БЮТ ижади төркөмө лә уртаҡлашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн Рәсәй эске эштәр министрлығының патруль-пост хеҙмәте бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй

Ошо уңайҙан Өфөнөң Совет майҙанында тантаналы сара үтте. Тулыраҡ видеояҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Студенттар стартабы» конкурсында еңеү яулаған гранттар иҫәбе буйынса Башҡортостан Рәсәйҙең тәүге биш төбәге иҫәбенә инде

«Университеттарҙың технологик эшҡыуарлыҡ платформаһы» федераль проекты сиктәрендә ойошторолған бәйгелә 68 төбәктән техник һәм гуманитар йүнәлештәге 236 юғары уҡыу йортонан проекттар тәҡдим ителгәйне. Өфө фән һәм технологиялар университеты аспиранты Владислав Иванов еңеүселәр исемлегенә ингән. Яҡташыбыҙ компьютер селтәренә программа тәьминәте аша берләшкән ҡоролмаларҙың энергия ҡулланыуын кәметеү буйынса проект әҙерләгән. «Студенттар стартабы» конкурсында еңеү яулау был йүнәлештә эште тамамлап, коммерцияға сығарыуға булышлыҡ итәсәк.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Йөҙҙән ашыу эш биреүсе үҙҙәренең предприятелары менән йәштәрҙе хеҙмәт вакансиялары йәрминкәһендә таныштырҙы

Сара Башҡортостандың бөтә ҡала һәм райондарында уҙғарыла. Өфөлә эш биреүселәр үҙ вакансияларын «Торатау» конгресс-холында презентацияланы.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан ауыл хужалыҡтары «Һөт иле» фестиваленә әҙерләнә

2 сентябрҙә уҙасаҡ сарала һөтлө продукцияны тәмләп ҡарау ғына түгел, бәләкәй ферма менән танышырға мөмкин буласаҡ. Унда республиканың төрлө төбәктәренән аграр хужалыҡтар үҙенсәлекле мал тоҡомдары менән таныштырасаҡ. Благовещен районында йәшәүсе Фәрхетдиновтар байрамға иң һөтлө кәзә тоҡомдарын алып киләсәк. Хужалыҡта кәзә һөтөнән ҡымыҙ етештереү менән шөғөлләнәләр.
👍1
Республика предприятиеларын Ҡаҙағстанға саҡыралар

Бизнес-сәфәр 23 сентябрҙә Астана ҡалаһына була. Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева белдереүенсә, Ҡаҙағстан Башҡортостанда төп партнерҙарының береһе булып ҡала. Быйыл ярты йыл тауар әйләнеше 4,4 процентҡа артҡан. -Ҡаҙағстанға беҙҙән башлыса химия сәнәғәте продукцияһы оҙатыла. Шулай уҡ аҙыҡ-түлек, ағас һатыла. Сауҙаны үҫтереү өсөн һәр ваҡыт яңы мөмкинлектәр эҙләйбеҙ, - тине Маргарита Болычева.
Өфөлә халыҡ-ара марафонға әҙерлек бара

Спорт байрамында ете меңгә яҡын йүгерергә яратыусы, скандинав йөрөшө, роллер спорты менән мауығыусылар йыйыла. Өфө халыҡ-ара марафоны баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтарҙың яратҡан сараларының береһе. Туғыҙынсы тапҡыр Рәсәйҙәге иң уңайлы трассаларҙың береһе һәм баш ҡаланың тарихи үҙәге буйлап йүгерергә тәҡдим итәбеҙ, - ти марафон директоры Дмитрий Бабин. “БегуПомогу” хәйриә акцияһына ярашлы, сарала ҡатнашыусылар үҙҙәре теләгән тиҙлектә йүгерә һәм Өфөләге хәйриә фондтарына ярҙам итә ала. Әлегә “Өфө хосписы”, “Мәрхәмәт” һәм башҡа Өфө фондтарына 805 мең һумдан ашыу аҡса күсерелгән. Өфө халыҡ-ара марафоны 3 сентябрҙә уҙа.
2025 йылдан Рәсәйҙә урман хужалығының яңыртылған дәүләт реестры эшләй башлай

“Һанлы урман” концепцияһына ярашлы, оҙаҡ йылдар тупланған мәғлүмәтте һанлаштырыу көтөлә. “Яңы реестрҙа урман хужалығы ойошмалары күрһәткән дәүләт хеҙмәттәренең бер өлөшө электрон төргә күсерелә”, ти Урман хужалығы министры урынбаҫары Венер Вәхитов. Рәсәйҙә электрон рәүештә бирелгән күсермәләр һаны буйынса Башҡортостан Мәскәү өлкәһенән ҡала 2-се урында килә. Һанлаштырыу урман хужалығын һаҡлау, тармаҡ белгестәренең эшен еңелләштереү өсөн ойошторола.
Күмертауҙа Юрий Шатуновҡа таҡтаташ асыла

Ул йырсы уҡыған 3-сө башҡорт республика гимназия-интернаты бинаһына ҡуйыла. Быға тиклем белем усағының музыка бүлмәһенә Юрий Шатунов исеме бирелгәйне.
Юрий Шатунов 1973 йылдың 6 сентябрендә Күмертауҙа тыуа. Уҙған йылдың июнендә вафат булды.
1
Мәктәптәрҙә ашатыу сифаты яҡшыра

Башҡортостан Хөкүмәтендә мәктәптә ашатыуҙы ойоштороу мәсьәләһе ҡаралды. Ултырышта район һәм ҡала башлыҡтары ҡатнашты. Төп иғтибар ашатыу сифатына бирелде. Йылдан-йыл етешһеҙлектәр кәмей. Былтыр ата-әсәләрҙән 60-тан ашыу ялыу теркәлһә, быйыл 6 айҙа 15 мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Махсус комиссия аш-һыуҙы әҙерләү тәртибендә лә етешһеҙлектәрҙе аҙыраҡ асыҡлаған. Ултырышта ашатыу сифатын артабан яҡшыртыу бурысы ҡуйылды.
Башҡортостанда инвалидтар махсус һайлау участкаларында тауыш бирә ала

Республика Үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр итеүҙәренсә, күреү һәм ишетеү һәләтенән мәхрүм булғандар өсөн 5 урын тәғәйенләнгән. Өфөлә Инвалидтар мәҙәниәт йорто һәм медицина колледжында махсус һайлау участкалары йыһазландырыла. Стәрлетамаҡ, Бәләбәй һәм Белорет ҡалаларында ла тауыш биреү өсөн урындар була. Мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр “Мобиль һайлаусы” алымы ярҙамында уңайлы участканы ҡарай ала. Электрон сервиста пандус, күтәргес, лифт, ярҙам саҡырыу төймәһе барлығы йәки юҡлығы күрһәтелә. Аҙаҡ “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы йәки Күп функциялы үҙәк офистары аша теләгән урында тауыш биреү өсөн ғариза ебәрергә кәрәк. Быйыл Берҙәм тауыш биреү көнө 10 сентябргә тәғәйенләнде. Башҡортостанда һайлау участкалары иртәнге сәғәт 7-нән киске 9-ға тиклем асыҡ була.
Башҡортостанда яңы уҡыу йылынан 8 полилингваль мәктәп эшләй башлай

Бындай мәктәптәр Хәйбулла һәм Учалы райондарында асыла, Мишкә районында һәм Сибай ҡалаһында белем усаҡтары яңыса үҙгәртеп ҡорола. Күп профилле мәктәптәрҙә рус һәм башҡорт телдәренән тыш, туған һәм сит телдәр ныҡлап уҡытыла. Бөгөнгә 5 мең ярым уҡыусы полилингваль белем ала.
Башҡортостанда генерал Шайморатов ордены кавалерҙары клубы ойошторолдо

Республика Башлығы Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйҙы. Клуб йәш быуында ватансылыҡ тойғоларын тәрбиәләү, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар һәм уларҙың ғаиләләренең мәнфәғәттәрен яҡлау маҡсатынан булдырылды. Радий Хәбиров билдәләүенсә, клуб советы составына арҙаҡлы башҡорт яугирҙәрҙе, генерал Шайморатов ордены кавалерҙары индерелә. Патриотик ойошманың девизы - “Тоғролоҡ. Ҡаһарманлыҡ. Бурыс”.
1👎1