БСТ | Яңылыҡтар – Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
2.24K subscribers
5.34K photos
9.43K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Бөгөн Өфөләге "Әр Рәхим" мәсете төҙөлөшө буйынса кәңәшмә үтте

Уны Республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарҙы. Башҡортостан мосолмандары Диниә Назараты рәйесе Айнур Бирғәлин белдереүенсә, сентябрь уртаһында тағы бер кәңәшмә көтөлә. Был ваҡытҡа мәсет бинаһының ниндәй хәлдә булыуы аныҡлана. Ошонан һуң проектлау документтары менән эш башлана. Тәүге фараздар буйынса киләһе йылдың яҙында төп төҙөлөш эштәре башланыуы көтөлә тине ул. Өфөлә "Әр Рәхим" мәсетенә 2007 йылда нигеҙ һалынды. Әммә финанс ҡатмарлыҡтар арҡаһында төҙөлөш тамамланманы.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда коммуналь хужалыҡ ҡышҡы миҙгелгә 94 процентҡа әҙер

Был турала тармаҡ ведомствоһы етәксеһе хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә белдерҙе. Торлаҡ йорттарҙа йылылыҡ һәм һыу менән тәьмин итеү системалары таҙартылып гидро һынауҙар үткәрелгән. Йәмғеһе 152 километр йылылыҡ, 248 килеметр һыу торбалары ремонтланған. Канализация һәм ҡаҙанлыҡтар төҙөкләндерелгән. Коммуналь өлкәне ҡышҡылыҡҡа әҙерләүгә 8 миллард һумдан ашыу аҡса тотонолған. Был күләм үткән йыл менән сағыштырғанда, 30 процентҡа күберәк.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров МХО биләмәһенә юлланған Башҡортостан Башлығы Хакимиәте хеҙмәткәрҙәре менән осрашты

Радий Хәбиров үҙ ирке менән махсус хәрби операция биләмәһенә юлланырға ҡарар иткән Башҡортостан башлығы Хакимиәте хеҙмәткәрҙәре менән осрашты. Салауат Юлаев исемендәге икенсе башҡорт батальонының буласаҡ хәрбиҙәренә ул уңыштар һәм ҡуйылған бурыстарҙы үтәп тыуған яҡҡа ҡайтыуҙарын теләне. «Һеҙ еңел булмаған ҡарар ҡабул иттегеҙ. Батырлығығыҙ һәм Ватан һағына баҫырға теләүегеҙ өсөн рәхмәтемде белдерәм. Беҙ мотлаҡ рәүештә ғаиләләрегеҙгә һәм яҡындарығыҙға ярҙам итәбеҙ. Һеҙ ҡайтҡас, бергәләп тыуған республикабыҙ мәнфәғәтенә эшләрбеҙ» тине Радий Хәбиров.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөгә ретро автомобилдәр медиаэкспедицияһы килеп етте

Еңеү беҙҙең йөрәктәрҙә. Ошондай исем аҫтында ойошторолған ретро автомобилдәр медиаэкспедицияһы Өфөгә килеп етте. Биш «Победа» машинаһынан торған колонна Ханты-Манси автономиялы округынан Рәсәйҙең яңы төбәктәренә юл тота. Хәрби ирекмәндәрҙе, «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт ярҙамы фонды ағзаларын берләштергән медиаэкспедицияны БЮТ ижади төркөмө ҡаршы алды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә эндоваскуляр һәм асыҡ ысулдарҙы берләштергән уникаль операция яһала

Инсульттан һуң неврология патологияһына нөктә. Өфөнөң ашығыс медицина ярҙамы клиника дауаханаһында эндоваскуляр һәм асыҡ ысулдарҙы берләштергән уникаль операция яһала. Хирургтар көсө менән пациенттар ҡыҫҡа ваҡытта тулы тормошҡа ҡайта.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөләге «Әр-рәхим» йәмиғ мәсете төҙөлөшө киләһе йыл яҙ башлана

Был турала бөгөн республика башлығы эшсе төркөм менән осрашыу барышында белдерҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, августа иман йортонан ҡолап төшкән манара көмбәҙе урынына яңыһы ҡуйылғайны. Ошо уҡ ваҡытта Радий Хәбиров төҙөлөштө тергеҙеү буйынса штаб булдырып проект-смета документацияһын ҡарарға, өҫтәмә экспертиза үткәрергә ҡушты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Екатеринбург ҡалаһында Башҡорт мәҙәниәте көндәрен үтте

Екатеринбург ҡалаһының 300 йыллығы уңайынан Свердловск өлкәһенең «Башҡорттар ҡоролтайы» башҡорт халҡының мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү йәмәғәт ойошмаһы ҡалала Башҡорт мәҙәниәте көндәрен үткәрҙе. Унда Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова етәкселегендәге делегация, республиканың күрше Силәбе өлкәһендәге вәкиллеге, Свердловск өлкәһе Хөкүмәте етәкселеге ҡатнашты. Мәҙәниәт көндәре сиктәрендә Башҡортостандың Балаҡатай районы менән Свердловск өлкәһенең Сысерть ҡала округы араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика йәмәғәтселеге башҡорт балетын донъя кимәлендә танытҡан Тамара Хоҙайбирҙинаны иҫкә алды

Профессор, РСФСР-ҙың атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы иҫтәлегенә арналған хәтер һәм хөрмәт саралары сиктәрендә бөгөн Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейында күргәҙмә лә асылды. Сарала Тамара Шәһит ҡыҙында белем алыусылар, билдәле сәнғәт әһелдәре, бергә эшләгән коллегалары, замандаштары ҡатнашты.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда 50 мең гектарға яҡын майҙанда шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу бурысы тора

Татлы тамырҙы ҡаҙыу бер аҙна элек башланды. Эш Әлшәй, Шишмә, Дәүләкән, Кушнаренко һәм Благовар райондарында әүҙем бара. Шәкәр заводтары ла ошо көндәрҙә ебәрелергә тейеш.
6
"Һөт иле" фестивале киләсәктә бер нисә көн дауам итәсәк

Был тема республика хөкүмәтендә күтәрелде. Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов фестивалде 2-3 көн буйы уҙғарырға тәҡдим итте. Предприятиелар һәм фермерҙарға продукцияһын күберәк һатыу, киңерәк танытыу мөмкинлеге була. Башланғысты Радий Хәбиров хупланы. 11-се "Һөт иле" фестивале 2 сентярҙә уҙғарылды. Унда 60 меңдән ашыу кеше килде.
1
Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт 94 процентҡа теүәлләнгән

Төбәк операторы хәбәр итеүенсә, йорттоң иҫкереү шарттарына ҡарап - ҡыйыҡтар тәртипкә килтерелә, лифттар алмаштырыла. Сығымдарҙың төп өлөшө фатир хужалары иҫәбенән финанслана, республика ҡаҙнаһынан да аҡса бүленә.
Өфө янында ҡош киҙеүе тулыһынса бөтөрөлгән

Был турала республика ветеринария буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә. Ауырыу ҡоштар юҡ ителгән. Әле предприятие биналарында дезинфекция эшләнә. Өфө районындағы предприятиела ҡош киҙеүе август башында асылды. Яҡын ауылдарҙағы ҡош-ҡортҡа прививка эшләнде.
1
Республика Башлығы Радий Хәбиров мәктәптәрҙә ремонтты тиҙ арала тамамларға ҡушты

- Бурыс үтәлде. 1 сентябрҙә балалар мәктәпкә барҙы. Әммә ҡайһы бер урындарҙа етешһеҙлектәр бар. Улар бөтөрөлөргә тейеш, - тине Радий Хәбиров. Башҡортостанда мәктәптәрҙе ремонтлау буйынса федераль программа ғәмәлгә ашырыла. Быйыл уның буйынса 77 бина төҙөкләндерелде, 4 миллиард 300 миллион һум аҡса тотонолдо.
Башҡортостан йәмәғәт палатаһының яңы составы һайлана

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙан хәбәр итеүҙәренсә, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар 30 көн дауамында кандидаттар исемлеген тәҡдим итә ала. Йәмәғәт палатаһы 30 кешенән тора. Ун кандидатты – Республика Башлығы, тағы ун ағзаны төбәк парламенты тәғәйенләй. Ҡалған ун кешене йәмәғәт ойошмалары тәҡдим иткән кандидатураларҙан һайлайҙар.
Өфөләге “Әр-Рәхим” мәсете төҙөлөшө киләһе йыл яҙ башлана

Радий Хәбиров эшсе төркөм менән осрашыу барышында шул турала белдерҙе. Августа мәсеттән ҡолап төшкән манара көмбәҙе урынына яңыһы ҡуйылғайны. Республика Башлығы төҙөлөштө тергеҙеү буйынса штаб булдырып проект-смета документацияһын ҡарарға, өҫтәмә экспертиза үткәрергә ҡушты. Башҡортостан мосолмандары Диниә Назараты рәйесе Айнур Бирғәлин белдереүенсә, сентябрь уртаһында тағы бер кәңәшмә көтөлә. Был ваҡытҡа мәсет бинаһының ниндәй торошта булыуы аныҡлана.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда 2 миллион ярым тонна ашлыҡ һуғылған

Тағы ла кәм тигәндә 1 миллион тонна иген баҫыуҙарҙа ҡала, тине Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә. Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары әйтеүенсә, республиканың 14 районы бөртөклө культураларҙы йыйып алған. Уртаса гектар ҡеүәте 19 центнер. Быйыл көньяҡ райондарҙа уңыш мул булмаҡсы. Әммә ашлыҡты һаҡлау урындары менән проблема һаҡлана. Өҫтәүенә, былтырғы уңыш та тулыһынса һатыпып бөтмәгән, тине Илшат Фәзрахманов.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин ауылы мәктәбендә яңы стоматология кабинеты асылды

Иглин ауылының Советтар Союзы геройы Виктор Бесценный исемендәге 1-cе мәктәптә яңы стоматология кабинеты асылды. Ул Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән тормошҡа ашырылған «Ҡанатлан» мәғариф проектының «Сәләмәт йылмайыу» модуленә ярашлы асылған. Теш табибы бүлмәһендә уҡыусыларҙы ҡабул итеү һәм тештәрен дауалау өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Быға тиклем Иглиндәге 3-cө мәктәптә лә стоматология кабинеты булдырылғайны, тиҙҙән уны Аҡбирҙе ауылында ла асыу планлаштырылған
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров башҡорт телен популярлаштырыуға йүнәлтелгән грант конкурсында ҡатнашырға саҡырҙы

Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яҙып сыҡты. Республикала башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә етди иғтибар бүленә. Был эштә халыҡтың дә әүҙем ҡатнашыуы ҡыуаныслы. Туған телендә ихлас аралашҡан, уны яратҡан һәм был һөйөүҙе таратырға ынтылған әүҙем кешеләрҙе дәртләндерергә булдыҡ тип яҙа Башҡортостан башлығы.
1 сентябрҙән физик шәхестәр өсөн конкурс иғлан ителде. Унда 18 йәшен тултырған Рәсәй граждандары ҡатнаша ала. Төп талап конкурсҡа тәҡдим ителгән проекттар башҡорт телен, халҡыбыҙҙың мәҙәниәте, тарихы, бөгөнгөһөн популярлаштырыуға йүнәлтелергә тейеш. Грант күләме 200 мең һум. Ғаризалар 30 сентябргә тиклем ҡабул ителә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан беренсе булып халыҡ-ара геологтар чемпионатын ҡабул итергә әҙерләнә

«Геосаҡырыу» тип исемләнгән сара 16 сентябрҙән алып 22 сентябргә тиклем үтә һәм Рәсәй, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр берләшмәһе илдәренән йәш геологтарҙы, ғалимдарҙы туплаясаҡ. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары-хөкүмәт аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов етәкселегендә ойоштороу комитеты ағзалары балаларҙы урынлаштырыу, чемпионатты уҙғарыу шарттары менән ҡыҙыҡһынды.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Киләһе өс йылда Башҡортостанда соя баҫыуҙары майҙаны 10 тапҡырға арттырылырға тейеш

Был турала бөгөн Ауырғазы районында ойошторолған «Баҫыу көнө»ндә белдерелде. Илдең билдәле эксперттары һәм ауыл хужалығы белгестәре ҡатнашлығындағы семинар соя һәм кукуруз үҫтереү технологияларына арналды.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Ағиҙел буйы транспорт хәрәкәте өсөн ябылды

Бынан һуң, Салауат Юлаев майҙанынан «Юность» бассейнына тиклем генә төшөргә мөмкин. Сочи урамына сығыу юлдарына блоктар һалынды. Сикләү 2024 йыл аҙағына тиклем ғәмәлдә ҡала.
🤬1