БСТ | Яңылыҡтар – Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
2.24K subscribers
5.34K photos
9.43K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
2023 йылдың 11 сентябренән Рәсәйҙә мобилизация булмаясаҡ

Бынан алда интернетта ошо көндән алып 200 мең ир-егетте махсус хәрби операцияға саҡырыу көтөлә тигән имеш-мимештәр барлыҡҡа килде. Әммә Оборона министры Сергей Шойгу мәғлүмәтте кире ҡағып, был хәбәрҙе украин телеграм-каналдарының фейкы тип атаны. Уның ҡарауы, Рәсәйҙә контракт буйынса хәрби хеҙмәткә ҡабул итеү дауам итә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ғафури районы Аҡкүл урта мәктәбендә хәүефһеҙлек сараларына арналған асыҡ дәрес үтте

Һуңғы айҙа Башҡортостан тимер юлдрында өс юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Үкенескә, икәүһе - үлемесле тамамланған. Водителдәр тимер юл аша сыҡҡанда юл йөрөү ҡағиҙәләрен инҡар итмәгәндә бындай фажиғәләргә юл ҡуйылмаған булыр ине. Ғафури районы Аҡкүл урта мәктәбендә хәүефһеҙлек сараларына арналған асыҡ дәрес үтте.
19👍2
Башҡортостан иген һатыуҙы арттырған

Быйыл сит илдәргә 312 мең тонна оҙатылған. Был уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 3 тапҡырға күберәк тип хәбәр итәләр Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенән. Башҡортостан игенен Рәсәй менән сиктәш дәүләттәр, шулай уҡ Бельгия, Нидерландтар, Төркмәнстан ала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Көҙ романтикаһы» беренсе классик музыка фестивале йомғаҡланды

Ул ике көн дауамында,баш ҡаланың Совет майҙанында үтте. Мәҙәни сара ҡунаҡтары алдында Дмитрий Крюков етәкселегендәге Башҡортостандың милли симфоник оркестры, Дәүләт академия опера һәм балет театры солистары, Шулай уҡ Юрий Медяник етәкселегендәге Төмән филармония оркестры сығыш яһаны.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Салауат районында йәшәүсе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға мобиль мунса эшләй

Тәгәрмәс өҫтөндә еңел пар менән. Салауат районы үҙәге Малаяҙҙа йәшәүсе Рөстәм Хөснуллин махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға мобиль мунса эшләй. Әҙер булыу менән ул уны үҙе үк алып барып та ҡуясаҡ. Әйткәндәй, Рөстәм Хөснуллин Донбас еренә ярҙам ылауы менән 2015 йылдан алып йөрөй. Был мобиль мунса иһә уның үҙ ҡулдары менән төҙөп яугирҙарға тапшырған 11-се техникаһы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Быйыл республикала халыҡты айырыуса борсоған 237 саҡрым юл участкаһын тәртипкә килтереү ҡаралған

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ремонт буйынса республика программаһы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән тормошҡа ашырыла. БЮТ ижади төркөмө Өфө районында алып барылған төҙөкләндереү эштәрен ҡараны.
Башҡортостанда эшкә һәләтлеләрҙе иҫәпләнеләр

Исемлеккә 15 йәштән өлкәндәр ингән. Ундайҙар һаны 1 миллион 951 мең булған. Күптәр эшләп йөрөй, 45 мең ярым кеше эшһеҙ, эш эҙләүселәр тип танылған. Рәсәйҙә эшкә һәләтлеләр һаны 75 миллион 850 меңгә тиң, тип хәбәр итәләр Статистика хеҙмәтенән.
Республикала халыҡты гриптан прививкалау дауам итә

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 842 мең вакцина бар. Халыҡ өсөн үҙебеҙҙә етештерелгән "Совигрипп" һәм "Ультрикс квадри" препараттары әҙерләнгән. Быйыл Республикала 2 миллион кешегә гриптан прививка эшләү планлаштырыла. -Вакцина киҙеүҙән һаҡланыуҙың төп ысулдарының береһе, - тип белдерә табиптар.
Шишмә районы Ар ауылында ҡотороу сире асыҡланған

Был биләмәлә карантин иғлан ителде. Республика Башлығының ошо турала Указы бар. Хәҙер йорт хайуандарын ауылдан ситкә сығарыу тыйыла, уларға прививка эшләнә. Карантин сир таралыу хәүефе тулыһынса бөтөрөлгәнгә тиклем ғәмәлдә була.
🤔1
Бөрө ҡалаһында үҙенсәлекле аш-һыу фестивале уҙғарыла

"Онотолған рецепттар" тигән сарала ҡатнашыусылар усаҡта бешереү оҫталығын күрһәтә. Фестиваль 16 сентябрҙә була. Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан белдереүҙәренсә, Бөрө ҡалаһы туризм үҙәктәренең береһе булып тора, "Онотолған рецептар" фестивален киләсәктә даими уҙғарыу көтөлә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров «Рәсәй Лидерҙары» конкурсының төбәк этабы финалистары менән сорашты

Быйыл яңы быуын идарасыларын асыҡлаған бәйгелә дүрт тиҫтә йәш белгес еңеп сыҡҡан. Улар ил кимәлендә үтәсәк конкурста Башҡортостан данын яҡлай.
«Рәсәй лидерҙары» конкурсы бишенсе тапҡыр уҙғарыла. Быйыл ул апрелдә башланды һәм тәүге тәүлектә генә 17 меңдән ашыу ғариза ҡабул ителгән. Һөҙөмтәлә илдең барлыҡ төбәктәре һәм 89 сит илдән 158 мең йәш идарасы ҡатнашыу теләге белдергән.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Башлығы донъя кимәлендәге Евразия ғилми-мәғариф үҙәгенең йортонда булды

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ул быйыл августа берләшмәнең идарасы компанияһы базаһында асылғайны. 1300 квадрат метр майҙанда мультимедия экраны менән йыһазландырылған күп функциялы зал, һөйләшеүҙәр кабинеты, киберспорт клубы, компьютер класы һәм кофе-брейк зонаһы булдырылған.
Төбәк етәксеһе студенттар һәм ғалимдар өсөн эшлекле һәм ижади киңлек менән танышып, «Университет импульсы» проекттар акселераторында ҡатнашыусылар менән аралашты. Шулай уҡ Радий Хәбиров күп функциялы спорт майҙансығы һәм воркаут булған фиджитал-үҙәк булдырыу концепцияһын хуплап, уникаль спорт инфраструктураһы объекты төҙөлөшө өсөн ер участкаһы һайлау буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
8 сентябрҙә Рәсәйҙә Хәрби дан көнө билдәләнә

Байрам Бородин алышы көнө менән бәйле. Йыл һайын Мәскәү өлкәһенең Можайский районында һуғыш урынында Бородин көнө халыҡ - ара хәрби-тарихи фестивале үтә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Бөтә Рәсәй уйын фестивален ҡаршылай

14 сентябрҙә асылып, дүрт көн дауам итәсәк форумға илдең төрлө төбәк ойошма-предприятие вәкилдәренән тыш, ҡул оҫталарының да килеүе көтөлә. Республика кәсепселәре лә үҙ эштәрен тәҡдим итәсәк.
Башҡортостанда аҙыҡ сүстәрен етештереү буйынса завод барлыҡҡа килә

Уны “Алға” махсус иҡтисади биләмәһе майҙанында төҙөү ҡаралған. Проект инвестиция комитеты ултырышында ҡаралды. Бында пектин һәм клетчатка етештереү ҡарала. Пектин аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә киң ҡулланыла. Шулай уҡ төрлө дарыуҙар составына инә, яман шеш күҙәнәктәре менән көрәшә. Клетчатка мал-тыуарға аҙыҡ әҙерләүҙә ҡулланыла. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн 5 миллион 400 мең һум инвестиция йәлеп ителә.
Башҡортостанда ҡысынма ауырыуын йоҡтороуҙың 100-ҙән ашыу осрағы теркәлгән

Был сир ауырыу кешегә ҡағылғанда, йә кейем, уртаҡ әйберҙәр аша йоғоуы ихтимал. Тән ныҡ итеп ҡысый, өҫтәмә инфекция йоҡтороу хәүефе лә арта. Сирҙән һаҡланыу өсөн гигиена ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә кәрәк, тип хәбәр итәләр Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау хеҙмәтенән.
Башҡортостанда дәүләт йомғаҡлау аттестацияһының өҫтәмә осоро башланды

Мәғариф һәм фән министрлығынан белдереүҙәренсә, 11 сентябрь туған телдәр, 12-еһендә тарих, биология, физика һәм география, 15 -е йәмғиәтте өйрәнеү, химия, информатика һәм ИКТ, әҙәбиәт һәм сит телдәр буйынса имтихандар була. 19-23 сентябрҙә лә өҫтәмә осорҙа төп дәүләт имтиханын тапшырыу өсөн резерв көндәр ҡаралған. Өҫтәмә осор туғыҙынсы кластарға һөҙөмтәләрен төҙәтергә һәм төп дөйөм белем тураһында аттестат алырға мөмкинлек бирә.
Башҡортостанда “Сәләмәтлек” милли проекты өсөн быйыл 7 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән

Республика Хөкүмәтендә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә федераль һәм төбәк программалар үтәлеше ҡаралды.Быйыл өс поликлиника, үҙәк район дауаханаһы, Балалар онкология һәм гематологияһы үҙәге файҙаланыуға тапшырыла, 90 фельдшер-акушер пункты ҡорола, шулай уҡ 168 автомобиль һәм 4 мең 300-ҙән ашыу медицина ҡоролмаһы һатып алына. Былтыр “Сәләмәтлек” милли проектына 8 миллиард һум йүнәлтелде.
Башҡортостан хужалыҡтарына 105 миллион һумға страховка түләнгән

Аграрийҙар 30 килешеү буйынса компенсация ҡайтара алған. Милли агростраховкалаусылар союзынан белдереүҙәренсә, илдә хужалыҡтарға зыян күргән баҫыуҙар өсөн өс йылда 8,5 миллиард һум страховка түләнгән. Быйыл республикала ҡырыҫ һауа шарттары арҡаһында ҡайһы бер райондарҙа ғәҙәттән тыш хәл тәртибе иғлан ителде.
Өфөлә “Әйҙә уйнарға” Бөтә Рәсәй фестивале уҙғарыла

Сарала уйынсыҡтар күргәҙмә-йәрминкәһе, конкурстар һәм оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Республика халыҡ ижады үҙәге директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева әйтеүенсә, фестивалгә килгәндәр билдәле йәнһүрәт геройҙары менән осрашып, иң яҡшы балалар спектаклдәрен һәм анимация проекттарын ҡарай ала.
“Әйҙә уйнарға” фестивале Совет майҙанында 14-17 сентябрҙә уҙа. Унда килгәндәр хәйриә акцияһына ҡушылып, балалар йорттарына, дауаханаларға, Өфө хосписына уйынсыҡтар бүләк итә ала.
Республикала туризмды үҫтереү мөмкинлеге булған майҙансыҡтар асыҡланды

Башҡортостан Үҫеш корпорацияһы инвестицион майҙансыҡтар исемелеген әҙерләгән. Улар Архангел, Мәләүез, Бөрө, Учалы, Нуриман, Ишембай, Дәүләкән һәм башҡа райондарҙа урынлашҡан. Инвесторҙарға биләмәләрҙә туризмды үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыла. Майҙансыҡтар менән Үҫеш корпорацияһы сайтында танышырға була.