БСТ | Яңылыҡтар – Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
2.24K subscribers
5.34K photos
9.41K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Башҡортостанда грипп таралыу хәүефе юҡ

Халыҡҡа прививка эшләнә. Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгә бер генә кешенең киҙеү йоҡтороуы теркәлгән. Республикала 500 мең прививка яһалған. Быйыл 2 миллион кешене вакциналау бурысы ҡуйылған.
Башҡортостандың индустриаль парктар булдырыу буйынса тәжрибәһен Удмурт республикаһында өйрәнәләр

Республика үҫеш корпорацияһында Ижевск вәкилдәре менән осрашыу булды. Удмурт делегацияһы индустриаль парктар булдырыу тәжрибәһе менән ҡыҙыҡһына. Улар шулай уҡ "Өфө" индустриаль паркы майҙансығын ҡараны, инфраструктура менән танышты. Делегация вәкилдәре белдереүенсә, Глазов ҡалаһында сәнәғәт паркы булдырыла. Шуға Башҡортостан тәжрибәһен өйрәнеү тураһында ҡарар ҡабул ителгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда Һайлауға 14 меңгә яҡын күҙәтеүсе йәлеп ителде

8 меңгә яҡын кеше республика Йәмәғәт палатаһы ҡарамағында берҙәм тауыш биреү процессын контролдә тоторға булышлыҡ итте. Төбәктең бөтә һайлау участкаларында мониторинг алып барған Йәмәғәт күҙәтеүселәре махсус уҡыуҙар үтте. Улар Үҙәк һайлау комиссияһынан ебәрелгән оператив мәғлүмәткә таянып тауыш биреүселәр менән эш алып барҙы, сәйәси кампанияны асыҡ һәм ғәҙел ойошторорға булышлыҡ итте. Тәүге тапҡыр 2016 йылда ойошторолған Йәмәғәт күҙәтеүселәре штабын киңәйтеү көтөлә. Һайлауҙы күҙәтеүгә төрлө һөнәр эйәләре ҡушыла ала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡорт сувениры» предприятиеһында инвалидтар өсөн тегеү цехы асылды

Сәләмәтлеге буйынса физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға эш урыны булдырыу Республика мәшғүллек үҙәге ярҙамында тормошҡа ашырылған.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының «Садко» спектакле Мәскәүҙә күрһәтеләсәк

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының иң күләмле, иң оҙон спектакле Мәскәүҙә күрһәтеләсәк. «Садко» тәүгә Ҙур театр сәхнәһенә сығарыла. Премьера алдынан Рәсәйҙең иң билдәле театрында Башҡортостан артистары репетиция үткәрҙе. Төп тамаша алдынан ижади коллектив бер көн эсендә яңы сәхнәне өйрәнеп өлгөрөргә тейеш ине.
1👏1
“Әйҙә уйнарға” фестивалендә һөнәр һайлау һәм эшкә урынлашыу буйынса консультация алырға була

Үҫмерҙәр шунда уҡ “Профоткрытка” автор уйынында ҡатнаша ала. Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, социаль мәсьәләләр буйынса ла белгестәр менән кәңәшләшергә мөмкин.
Башҡортостанда “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы аҙағына яҡынлаша

Апрелдән алып бөгөнгө көнгә тиклем күсмә медицина модулдәре 312 ауылда булған, 148 меңдән ашыу кеше һаулығын тикшерткән. Ямаш шеш, шәкәр диабеты, туберкулез, йөрәк-ҡан ауырыуҙары асыҡланған сирлеләр дауаланыу өсөн контролгә алынған. Бөгөн табиптар Ҡыйғы районының Вәкийәр һәм Дәүләкәндең ауылдарында халыҡты ҡабул итә.
Башҡортостан “Урманды һаҡлайыҡ” Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла

Профилактик сара яңыртылған форматта ойошторола. Унда ҡатнашыусылар ағас ултыртыу менән бер рәттән урман биләмәләрен агротехник тәрбиәләү һәм йыйыштырыу менән шөғөлләнә, шулай уҡ ғилми проекттарҙы ғәмәлгә ашыра ала. Башҡортостанда көҙгө урман эштәре 15 сентябрҙән башлана. Урмансылар быйыл 1 мең 600 гектар майҙанда алты миллиондан ашыу үҫенте ултыртырға йыйына.
Башҡортостанда колледж студенттары өсөн стипендия нормативтары раҫланды

Документ хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында урынлаштырылған. Быйыл урта уҡыу йорттары студенттарына айына 765 һум стипендия тәғәйенләнә. Социаль түләү алған ҡыҙҙар һәм егеттәргә 1 мең 148 һум түләнә. Киләһе йылда стипендия 30-40 һумға арта. Һәләтле студенттар быйылдан айына 5 мең һум ала.
Республикала яғыулыҡ тағы ҡиммәтләнде

“Башнефть” заправкаларында бензинға хаҡ артҡан. 100-сө К5 маркалы бензин 50 тингә ҡиммәтләнгән. Хәҙер уның литры 63 һум 65 тин тора. Дизель яғыулығына 60 тин өҫтәлгән, бер литр өсөн 59 һум 90 тин түләргә тура килә. “Башнефть” заправкаларында һуңғы 4 айҙа хаҡтар 14-се тапҡыр күтәрелде. Сентябрь башынан солярка өс тапҡыр ҡиммәтләнде.
Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан араһында тауар әйләнеше 4,4 процентҡа артҡан

Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығынан шул турала белдерәләр. Күрше дәүләткә экспорт та күбәйә. Беҙҙең республиканан химия һәм машиналар төҙөү тауарҙары, металл, ағас, аҙыҡ-түлек, туҡыма оҙатыла. Сентябрь аҙағында Башҡортостан делегацияһы Астанала халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнашырға йыйына.
👍1
Өфөлә махсус хәрби операция геройы Максим Страупеға мемориаль таҡтаташ асылды

Ул яугир белем алған Статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы колледжы бинаһында ҡуйылды. Максим Страупе Сүриәлә контракт буйынса махсус тәғәйенләнештәге төркөм бүлексәһе командиры була. Юғары күрһәткестәре өсөн миҙалдар менән бүләкләнә, Батырлыҡ орденына тәҡдим ителә. Уҙған йыл 10 сентябрҙә хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика райондарында беренсел медицина звеноһы «Сәләмәтлек» милли проекты сиктәрендә яңырыу кисерә

Борай районында 48 фап эшләй. Быйыл йәнә ике модулле пункт тиҙҙән файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Ҡушманаҡ ауылындағы модернизация саралары хаҡында репортаж.
17👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Башҡортостандың үҙәк һайлау комиссияһының 49-сы ултырышы үтте

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға етенсе саҡырылыш депутаттар һайлау ҡануниәткә ярашлы һәм хоҡуҡ боҙоуҙарһыҙ үтте. Был турала Башҡортостандың үҙәк һайлау комиссияһының 49-сы ултырышында Илона Макаренко белдерҙе. Үҙәк Һайлау комиссияһы рәйесе әйтеүенсә, республика халҡы үҙен ғәҙәттәгесә сәйәси йәһәттән әүҙем, гражданлыҡ бурысына яуаплы булараҡ күрһәтте.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Кушнаренко районында республикала ирекле милли батальон ойоштороу буйынса штаб филиалы асылды

Дөйөм эшкә үҙ өлөшөңдө индер. Кушнаренко районы үҙәгендә Республикала ирекле милли батальон ойоштороу һәм контракт нигеҙендә хеҙмәт итеү буйынса штаб филиалы асылды. Ошо уңайҙан урында яуаплы вәкилдәр ҡатнашлығындағы беренсе ултырыш үтте.
👍3
Башҡортостан парламенты депутаттарын һайлау һөҙөмтәләре иғлан ителде

Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, 1 миллион 63 меңдән ашыу кеше "Берҙәм Рәсәй" фирҡәһен һайлаған. КПРФ вәкилдәре 180 меңдән күберәк, ЛДПР ағзалары 119 мең тауыш алған. "Ғәҙел Рәсәй" өсөн - 114 мең, "Яңы кешеләр" өсөн 52 мең 688 тауыш биргәндәр. Республика парламентында 41 мандатҡа "Берҙәм Рәсәй" хужа була, КПРФ - 6, ЛДПР һәм "Ғәҙел Рәсәй" дүртешәр мандат ала. Яңы һайланған парламенттың тәүге ултырышы 5 октябрҙә була.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Һуңғы өс айҙа республикала утыҙҙан ашыу кеше быума йүтәл йоҡторорған

Сағыштырып ҡараһаҡ, былтыр был осорҙа сирләүселәр бөтөнләй булмаған. Ауырыуҙың тәүге билдәләре, дауалау ысулдары тураһында киләһе репортаж.
👍2
Башҡортостандың 6 ҡалаһында рөхсәтһеҙ сүплектәр юҡ ителә

“Таҙа ил” федераль проектына ярашлы киләһе йыл аҙағына тиклем Баймаҡ, Сибай, Стәрлетамаҡ, Благовещен, Дәүләкән һәм Күмертау ҡалалары янындағы сүп-сарҙы эшкәртеү ҡарала. Был маҡсатҡа Федераль ҡаҙнанан һәм республика бюджетынан 2 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Сүплектәрҙе юҡ итеү халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртасаҡ, тип белдерәләр Тәбиғәтте һаҡлау һәм экология министрлығынан. Был ерҙәр муниципалитеттарға тапшырылып, унда артабан йәшелләндереү эштәре башҡарыла.
“Әйҙә уйнарға” фестивалендә Рәсәйҙән уйынсыҡ етештергән 140 ойошма ҡатнаша

Улар араһында Башҡортостандан үҙ тауарын тәҡдим иткән 8 компания була. Форум көндәрендә уйынсыҡтарҙы түбән хаҡҡа алырға була. Вице-премьер – Сәнәғәт, энергетика һәм инновация министры Александр Шельдяев әйтеүенсә, төрлө компаниялар араһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйыу ҡарала.“Әйҙә уйнарға” Бөтә Рәсәй фестивале Өфөлә Совет майҙанында 14-17 сентябрҙә ойошторола.
Башҡортостан археологтары Ҡырғыҙстандағы боронғо ҡаласыҡты өйрәнә

Садыр-Ҡурған Таласс үҙәнендә урынлашҡан. Халыҡ-ара Тянь-Шань экспедицияһын Дәүләт Эрмитажы һәм Ҡырғыҙстандың Тарих институты ойошторҙо. Белгестәр Ала-Тоо тауы итәгендә эшләй. Был урын дәүләт һәм дин эшмәкәре Хөсәйенбәктең кесе Ватаны булараҡ билдәле. Башҡортостан Күсемһеҙ мәҙәни ҡомартҡыларҙы һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге етәксеһе Данир Ғәйнуллин шулай тип белдерҙе. Башҡортостан археологтары менән Талас өлкәһе губернаторы ла осрашҡан. Төбәк етәксеһе яҡын арала ҡырғыҙ белгестәрен Башҡортостанға ебәрергә ниәтләй.
Башҡортостан йылытыу миҙгеленә 96 процентҡа әҙер

Республикала йылытыу миҙлегенә әҙерлек өсөн 8 миллиард һумдан ашыу аҡса тотонолған. Был сумма былтырғы менән сағыштырғанда 30 процентҡа күберәк. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова белдереүенсә, 10 сентябргә йылытыу системаларына таҙартылған һыу тултырылырға тейеш. Район һәм ҡалалар 15 сентябргә тиклем йылытыу миҙгеленә әҙерлек тураһында паспорттар күрһәтергә бурыслы.
1