Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе конференцияһы үтте
Сарала сәйәси фирҡәнән Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға рәйес һайланды. Күпселек тауыш менән был вазифаға ошоға тиклем Башҡортостан Парламенты рәйесе булып эшләгән Константин Толкачев үтте. Шулай уҡ делегаттар партия исемлеге буйынса һайланған депуттарҙы раҫланы. Конференцияла ҡатнашыусылар алдында Республика башлығы, төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбиров сығыш яһаны. Ул «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе ағзаларын һайлауҙа ышаныслы еңеүҙәре менән ҡотланы һәм тауыш биреү һөҙөмәтәләрен йомғаҡлап үтте.

Дыуан районы махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ярҙам әҙерләгән
Дыуан районы махсус хәрби операция биләмәһенә ебәреү өсөн ауыр тоннажлы алты фурала гуманитар ярҙам әҙерләгән. Яугирҙарға яҡындарынан посылкалар, хеҙмәт ҡоралдары, аҙыҡ-түлек, медицина кәрәк-яраҡтары оҙатыла. «Башҡортостан» полкы хәрбиҙәренә иһә «Уаз»иктар һәм «Нива» автомобилдәре тапшырыласаҡ.

❤2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда элиталы Ҡораллы көстәр сафы - һауа-десант ғәскәрҙәренең махсус танк батальонына ҡабул итеү ойошторола башланы
Ирекле батальон составында хеҙмәт итергә теләгән ир-егеттәргә 117 телефон һандарына, Хәрби комиссариатҡа йәки ирекле батальондар штабына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Килешеүҙе 65 йәшкәсә тиклем граждандар төҙөй ала. Хәрби контракт кәмендә 6 айға төҙөлә. Танк батальонына быға тиклем хәрби хеҙмәт үтмәгән ир-аттар ҙа ҡабул ителә.

Башҡортостанда Бөтә Рәсәй уйын фестиваленең икенсе көнө тамамланды
Өфө - бала саҡ илендә. Башҡортостанда Бөтә Рәсәй уйын фестиваленең икенсе көнө тамамланды. Бөгөн дә күләмле форум баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын хайран ҡалдырҙы. Теләге булған һәр кем сараларҙа ҡатнашып, күңеленә яҡын уйынсыҡтарҙы һайлап алды. Эксперттар ролендә балалар үҙҙәре сығыш яһаны.

❤4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ауыл фельдшерҙарын автомобиль йөрөтөргә өйрәтеү мөмкинлектәре ҡарала
Буласаҡ медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн водитель курстары уҙғарыу тураһында илдең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко белдерҙе. Ул Өфө медицина колледжы нигеҙендә урта кимәлдәге һөнәри белем биреү йорттары етәкселәре менән кәңәшмә уҙғарҙы. Башҡортостанда медицина кадрҙарын әҙерләү системаһы эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты.

Кейеҙҙән баҫылған донъялағы беренсе шахмат партияһы Бөтә Рәсәй уйын фестивалендә тәҡдим ителде
Өфөлә үткән күләмле форумдың өсөнсө көнө лә баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтарын хайран ҡалдырҙы. Ял көнөндә майҙан тағы ла халыҡ менән шығырым тулы булды.
Өфөлә үткән күләмле форумдың өсөнсө көнө лә баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтарын хайран ҡалдырҙы. Ял көнөндә майҙан тағы ла халыҡ менән шығырым тулы булды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө сауҙа майҙансыҡтарында умартасылыҡ тауарҙарының күргәҙмә-йәрминкәһе үтте
Татлы сауҙа. Өфө сауҙа майҙансыҡтарында умартасылыҡ тауарҙарының күргәҙмә-йәрминкәһе үтте. Унда Башҡортостандың төрлө төбәктәренән килтерелгән балды тәмләп ҡарарға мөмкинлек булдырылды.
Татлы сауҙа. Өфө сауҙа майҙансыҡтарында умартасылыҡ тауарҙарының күргәҙмә-йәрминкәһе үтте. Унда Башҡортостандың төрлө төбәктәренән килтерелгән балды тәмләп ҡарарға мөмкинлек булдырылды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡырмыҫҡалы районының Үтәгән ауылында икенсе йыл рәттән Ҡабаҡ фестивале уҙғарыла
Социалистик Хеҙмәт геройы, алдынғы сөгөлдөрсө Банат Батырованың яҡташтары уңған ер хужалары тигән данын ҡайтара. Ҡырмыҫҡалы районының Үтәгән ауылында икенсе йыл рәттән Ҡабаҡ фестивале уҙғарыла. Хужалар байрамға файҙалы йәшелсәнең тиҫтәләрсә төрөн дә, ҡабаҡтан төрлө ризыҡтар ҙа әҙерләй.
Социалистик Хеҙмәт геройы, алдынғы сөгөлдөрсө Банат Батырованың яҡташтары уңған ер хужалары тигән данын ҡайтара. Ҡырмыҫҡалы районының Үтәгән ауылында икенсе йыл рәттән Ҡабаҡ фестивале уҙғарыла. Хужалар байрамға файҙалы йәшелсәнең тиҫтәләрсә төрөн дә, ҡабаҡтан төрлө ризыҡтар ҙа әҙерләй.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнән Инйәр һәм Белоретҡа тиклем – ретропоезда
Рәсәйҙә махсус рәүештә булдырылған «Грушин экспрессы» мөмкинлектәрен Башҡортостандан ярты меңгә яҡын пассажир баһаланы. 1978-cе йылғы состав илдең төп бард фестиваленең илле йыллығына арнап махсус йыһаздандырылған. Валерий Грушиндың шәхесенә килгәндә, ул 56 йыл элек Себерҙә туристик походта һыуға батҡан балаларҙы ҡотҡарып, геройҙарса һәләк булған. Ҡаһарман гитарасы исемен бөгөн легендар автор йыры фестивале йөрөтә. Ретропоезда ҡуйылған сәхнә лә яңы таланттарға юл аса.

«Борай урманы» питомнигында 7 миллиондан ашыу үҫенте өлгөрә
Урмандарҙың киләсәге. «Борай урманы» питомнигында 7 миллиондан ашыу үҫенте өлгөрә. Ҡарағас, шыршы, ҡайын, йүкә ағастарын урмансылар һөнәри байрамы алдынан республиканың төрлө райондарындағы урмандарҙа ултыртасаҡ.
Урмандарҙың киләсәге. «Борай урманы» питомнигында 7 миллиондан ашыу үҫенте өлгөрә. Ҡарағас, шыршы, ҡайын, йүкә ағастарын урмансылар һөнәри байрамы алдынан республиканың төрлө райондарындағы урмандарҙа ултыртасаҡ.
❤4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда ураҡ тамамланыу алдында, эш 85 процентҡа теүәлләнгән
2 миллион 800 мең тонна иген бураларға һалынған. Гектар ҡеүәте яҡынса 20 центнер. Был турала Республика менән идара итеү үҙәгендә ойошторолған сираттағы оператив кәңәшмәлә билдәләнде. Радий Хәбиров ауыл эшсәндәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Шул уҡ ваҡытта юл, стелаларҙың торошо буйынса ҡайһы бер муниципалитет етәкселәренә тәнҡит һүҙҙәре лә яңғыраны.

«Патриот» паркында беренсе «Геоһынау« халыҡ-ара чемпионаты башланды
Ярыштарҙа буласаҡ геологтар көс һынаша. 20 команда аҙна буйы төрлө һынауҙар үтә. Ул төбәк етәксеһе Радий Хәбиров башланғысы һәм Рәсәйҙең ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ етәкселеге ярҙамында ойошторолған.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Рәсәй үҫемлектәр физиологияһы йәмғиәтенең 10 -сы съезы үтә
Өфөгә 400-гә яҡын ғалим, 60 -лап аспирант һәм студенттар йылдың иң мөһим ваҡиғаһы - Рәсәй үҫемлектәр физиологияһы йәмғиәтенең 10 -сы съезына йыйылды. Сара сиктәрендә «Торатау» Конгресс-холл бинаһында «Климаттың глобаль үҙгәрешендә үҫемлектәр биологияһы» Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы үткәрелде.

❤3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда яңы уҡыу йылы башына төбәктә 77 белем усағы тәртипкә килтерелгән
Башҡортостанда яңы уҡыу йылы башына төбәктә 77 белем усағы тәртипкә килтерелгән, былтырғы күрһәткестән был 14-кә күберәк. Ремонтланған мәғариф учрежденилары иҫәбе буйынса Башҡортостан илдә икенсе урында килә.

👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
20 берәмектән ашыу техника сираттағы гуманитар ылау менән махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатылды
Улар араһында ГАЗ, УАЗ, Урал автомобилдәре, мотоциклдар, шулай уҡ рация, квадрокоптерҙар бар. Яугирҙар өсөн ике мобиль мунса комплексы менән бергә, ике фура ағас оҙатылды.
Донбастағы 27 мәктәп уҡыу кәрәк-яраҡтары менән тәьмин ителәсәк. Гуманитар ылау туплауҙа республиканың 11 районы ҡатнашҡан.

👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстары союзы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарына гуманитар ылау оҙатты.
Баймаҡ районынан хәрби операцияһы зонаһы был юлы ике техника юлланды. Ярҙамды Байгаз ойошмаһы бүлә. Бынан тыш Өфөнәң Меркор яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Хәмзә хәҙрәт Хафизов өсөн шәхсән Нива автомобилен әҙерләй. Техниканы буяуҙа мастер Петр Кудряшов бушлай ярҙам күрһәтә.
Баймаҡ районынан хәрби операцияһы зонаһы был юлы ике техника юлланды. Ярҙамды Байгаз ойошмаһы бүлә. Бынан тыш Өфөнәң Меркор яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Хәмзә хәҙрәт Хафизов өсөн шәхсән Нива автомобилен әҙерләй. Техниканы буяуҙа мастер Петр Кудряшов бушлай ярҙам күрһәтә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда парикмахерҙар хәйриә акцияһы ойошторҙо
Улар бушлай сәс ҡырҡып, Рәсәй буйынса рекорд ҡуйҙы. Улар ҡулынан дүрт сәғәт эсендә 1700 кеше сәсен үтте, аҡсаһын экономияланы.Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

👏2❤1👍1
Өфөлә үткән “Әйҙә уйнарға” фестивале федераль статус ала
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Мәғариф министры Сергей Кравцов ойошторған видеокәңәшмәлә ҡатнашты. Унда “Мәғариф” милли проекты үтәлеше, республикала балалар баҡсалары һәм мәктәптәр төҙөү планы буйынса фекер алышыу булды. Радий Хәбиров әйтеүенсә, бөтә эштәр графикка ярашлы алып барыла. Башҡортостан Башлығы “Әйҙә уйнарға” Бөтә Рәсәй уйындар фестивале йомғаҡтары менән дә таныштырҙы. 4 көндә унда 250 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, уйынсыҡ етештергән 140 компания тауарын тәҡдим итән. Сергей Кравцов фестивалгә федераль статус бирергә тәҡдим итте.

Башҡортостанда 672 меңдән ашыу кеше гриптан прививка эшләткән
Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, вакциналау дауам итә. Прививка бушлай яһала. Табиптар уны сентябрь-октябрҙә эшләргә кәңәш итә. Республикала балалар араһында тын юлы ауырыуҙары менән сирләгәндәр һаны артыуы күҙәтелә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәтенә миҙгелгә бәйле йоғошло ауырыуҙарҙы ваҡытында иҫкәртеү һәм дауалау бурысын ҡуйҙы.

Башҡортостанда “Геоһынау” халыҡ-ара чемпионаты уҙа
Унда Рәсәй төбәктәре һәм Ҡаҙағстандан 20 команда ҡатнаша. Беҙҙең республиканан Өфө фән һәм технологиялар университеты, Өфө дәүләт нефть-техник университеты һәм Октябрьский нефть колледжы студенттары көс һынаша. Аҙна дауамында геология буйынса ярыштар, конкурстар, мәҙәни һәм спорт саралары, экскурсиялар, семинарҙар һәм оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. “Геоһынау” халыҡ-ара чемпионаты Башҡортостанда беренсе тапҡыр уҙа. Ул 22 сентябргә тиклем дауам итә.

Радий Хәбиров ауыл юлдарына ҡом-таш түшәү мәсьәләһен хәл итергә ҡушты
Райондарға юлдарҙы төҙөкләндереүҙә файҙалы ҡаҙылмаларҙы ҡулланырға рөхсәт ителде. Әммә бөтәһе лә урындағы карьерҙарҙан ҡом-таш файҙаланмай. Юлды ремонтлау оҙаҡҡа һуҙыла һәм ҡиммәткә төшә. Радий Хәбиров Транспорт һәм юл хужалығы министрлығына мәсьәләне өйрәнеү бурысын ҡуйҙы.