Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстары союзы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарына гуманитар ылау оҙатты.
Баймаҡ районынан хәрби операцияһы зонаһы был юлы ике техника юлланды. Ярҙамды Байгаз ойошмаһы бүлә. Бынан тыш Өфөнәң Меркор яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Хәмзә хәҙрәт Хафизов өсөн шәхсән Нива автомобилен әҙерләй. Техниканы буяуҙа мастер Петр Кудряшов бушлай ярҙам күрһәтә.
Баймаҡ районынан хәрби операцияһы зонаһы был юлы ике техника юлланды. Ярҙамды Байгаз ойошмаһы бүлә. Бынан тыш Өфөнәң Меркор яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Хәмзә хәҙрәт Хафизов өсөн шәхсән Нива автомобилен әҙерләй. Техниканы буяуҙа мастер Петр Кудряшов бушлай ярҙам күрһәтә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда парикмахерҙар хәйриә акцияһы ойошторҙо
Улар бушлай сәс ҡырҡып, Рәсәй буйынса рекорд ҡуйҙы. Улар ҡулынан дүрт сәғәт эсендә 1700 кеше сәсен үтте, аҡсаһын экономияланы.Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

👏2❤1👍1
Өфөлә үткән “Әйҙә уйнарға” фестивале федераль статус ала
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Мәғариф министры Сергей Кравцов ойошторған видеокәңәшмәлә ҡатнашты. Унда “Мәғариф” милли проекты үтәлеше, республикала балалар баҡсалары һәм мәктәптәр төҙөү планы буйынса фекер алышыу булды. Радий Хәбиров әйтеүенсә, бөтә эштәр графикка ярашлы алып барыла. Башҡортостан Башлығы “Әйҙә уйнарға” Бөтә Рәсәй уйындар фестивале йомғаҡтары менән дә таныштырҙы. 4 көндә унда 250 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, уйынсыҡ етештергән 140 компания тауарын тәҡдим итән. Сергей Кравцов фестивалгә федераль статус бирергә тәҡдим итте.

Башҡортостанда 672 меңдән ашыу кеше гриптан прививка эшләткән
Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, вакциналау дауам итә. Прививка бушлай яһала. Табиптар уны сентябрь-октябрҙә эшләргә кәңәш итә. Республикала балалар араһында тын юлы ауырыуҙары менән сирләгәндәр һаны артыуы күҙәтелә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәтенә миҙгелгә бәйле йоғошло ауырыуҙарҙы ваҡытында иҫкәртеү һәм дауалау бурысын ҡуйҙы.

Башҡортостанда “Геоһынау” халыҡ-ара чемпионаты уҙа
Унда Рәсәй төбәктәре һәм Ҡаҙағстандан 20 команда ҡатнаша. Беҙҙең республиканан Өфө фән һәм технологиялар университеты, Өфө дәүләт нефть-техник университеты һәм Октябрьский нефть колледжы студенттары көс һынаша. Аҙна дауамында геология буйынса ярыштар, конкурстар, мәҙәни һәм спорт саралары, экскурсиялар, семинарҙар һәм оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. “Геоһынау” халыҡ-ара чемпионаты Башҡортостанда беренсе тапҡыр уҙа. Ул 22 сентябргә тиклем дауам итә.

Радий Хәбиров ауыл юлдарына ҡом-таш түшәү мәсьәләһен хәл итергә ҡушты
Райондарға юлдарҙы төҙөкләндереүҙә файҙалы ҡаҙылмаларҙы ҡулланырға рөхсәт ителде. Әммә бөтәһе лә урындағы карьерҙарҙан ҡом-таш файҙаланмай. Юлды ремонтлау оҙаҡҡа һуҙыла һәм ҡиммәткә төшә. Радий Хәбиров Транспорт һәм юл хужалығы министрлығына мәсьәләне өйрәнеү бурысын ҡуйҙы.

Республика халҡын юлдар торошо борсой
Уҙған аҙнала “Инцидент-менеджмент” системаһында 3 мең 800-ҙән ашыу мөрәжәғәт теркәлгән. Өфөлә Шаҡша күперен ябыу, шулай уҡ Пугачев, Пушкин һәм Совет урамдарында хәрәкәтте туҡтатыу буйынса ялыуҙар күп килгән. Халыҡ тротуарҙарҙы тәртипкә килтереү, урамдарҙы яҡтыртыуҙы һорап яҙа. Икенсе урында – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, артабан – тирә-яҡты төҙөкләндереү, йәмәғәт транспорты һәм мәғарифҡә бәйле мөрәжәғәттәр теркәлгән, тип хәбәр итәләр Республика менән идара итеү үҙәгенән.

Башҡортостанда “Геоһынау” беренсе халыҡ-ара чемпионаты дауам итә
Бөгөн ярыш Архангел районында ойошторолдо. Унда Рәсәйҙән һәм Ҡаҙағстандан 20 команда геология буйынса төрлө һынауҙар үтә. “Геоһынау” халыҡ-ара чемпионаты 22 сентябргә тиклем дауам итә. “Геоһынау” халыҡ-ара чемпионаты 22 сентябргә тиклем дауам итә. Алдағы көндәрҙә командалар Ишембай һәм Ғафури райондарына экскурсияға бара.

Башҡортостанда Сосланбәк Тавасиев премияһын булдырыу ҡарала
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының комиссия ултырышында шундай тәҡдим яһалды. Йәмәғәт наградаһы башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүҙә милләт-ара хеҙмәттәшлек һәм берҙәмлек өлгөһөн күрһәткән фән һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә тапшырыла. Проект Республика Башлығы грантына тормошҡа ашырыла. Сосланбәк Тавасиев милли батыр – Салауат Юлаев һәйкәле скульпторы булараҡ билдәле.

👍3
Шишмә районында Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге "Патриот" паркы ҙурая
Бында тиҙҙән ат спорты комплексы, тир, күргәҙмә үҙәге һәм глэмпинг менән быуа төҙөлә. Хәрби-патриотик парк асылғандан алып күмәк сараларҙа 26 мең кеше ҡатнашҡан. Был турала Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә парктың генераль директоры Александр Старшинин хәбәр итте. Оператив кәңәшмә барышында Республика Башлығы Радий Хәбиров Александр Старшининды “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалы менән бүләкләне.

Башҡортостандан махсус хәрби операцияға ашнаҡсылар ебәрелә
Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев социаль селтәрҙә яҙыуынса, Өфө туҡланыу индустрияһы һәм сервис колледжында хәрби ашнаҡсылар курстары асылған. Унда махсус белеме булғандар һәм булмағандар ҙа уҡый ала. Бының өсөн хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Быға тиклем беренсе төркөм уҡытылып алғы һыҙыҡҡа оҙатылғайны.

Башҡортостан ҡыҙҙары “Офис һылыуы” халыҡ-ара матурлыҡ бәйгеһендә ҡатнаша
Ошо көндәрҙә интернетта тауыш биреү бара. Өфөнән Гөлнур Хәкимова, Резеда Әхмәтова һәм Влада Максимова ярым финалда сығыш яһай. Республика халҡы конкурс сайтында яҡташ ҡыҙҙар өсөн тауыш бирә ала. Ул 8 октябргә тиклем дауам итә. Ноябрь аҙағында Мәскәүҙә финал уҙа. “Офис һылыуы” конкурсында еңгән гүзәл ханымға 3 миллион һум тапшырыла.

Радий Хәбиров республикала гражданлыҡ йәмғиәте институтын үҫтереү ойошмалары ағзалары менән осрашты
Сарала Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы, Халыҡ фронты хәрәкәте , Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү Советы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре барланды, киләсәккә бурыстар билдәләнеде. Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү Советы төбәктә 2019-сы йылдан алып эшләй. Уҙған йылда Совет ағзаларының шәхси составы яңыртылды. Ойошмаға юристар, журналистар, ғалимдар, экологтар, эшҡыуарҙар, профсоюздар вәкилдәре, дин әһелдәре - барлығы 37 кеше инде.

Өфөнөң Октябрь революцияһы урамы төҙөкләндереүҙән һуң өлөшләтә йәйәүлеләр урамына әйләнәсәк
Эш сәфәре барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров әлеге ваҡытта күләмле ремонт эштәре барған майҙансыҡта булды. Эштәр Ленин урамынан Салауат Юлаев проспектына тиклемге оҙонлоғо 1,3 километр арауыҡтағы участкала алып барыла.
Эш сәфәре барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров әлеге ваҡытта күләмле ремонт эштәре барған майҙансыҡта булды. Эштәр Ленин урамынан Салауат Юлаев проспектына тиклемге оҙонлоғо 1,3 километр арауыҡтағы участкала алып барыла.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров республика кардиология үҙәгендә реконструкция эштәре барышы менән танышты
Күләмле проектҡа ярашлы, үҙәктең хирургия корпусы яңыртыла. 8 ҡатлы бинала операция, реанимация блоктары, интенсив терапия һәм диагностика бүлеге, поликлиника заман талаптары буйынса төҙөлә. Объектҡа инженер селтәрҙәр тоташтырылған, яҡын көндәрҙә йылытыу системаһын үткәреү көтөлә.
Күләмле проектҡа ярашлы, үҙәктең хирургия корпусы яңыртыла. 8 ҡатлы бинала операция, реанимация блоктары, интенсив терапия һәм диагностика бүлеге, поликлиника заман талаптары буйынса төҙөлә. Объектҡа инженер селтәрҙәр тоташтырылған, яҡын көндәрҙә йылытыу системаһын үткәреү көтөлә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика табиптары йәнә үҙенсәлекле әмәлиәт башҡарҙы
Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында бөгөн тәүгә йөрәктең яһалма һул ашҡаҙанын имплантациялау буйынса операция эшләнде. Йөрәк донорына мохтаждар өсөн мөһим әмәлиәт тураһында тулыраҡ киләһе яҙмала.
Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында бөгөн тәүгә йөрәктең яһалма һул ашҡаҙанын имплантациялау буйынса операция эшләнде. Йөрәк донорына мохтаждар өсөн мөһим әмәлиәт тураһында тулыраҡ киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә 60-тан ашыу кеше мөмкинлектәре сикләнгән ауырыуҙарҙы ҡарау буйынса уҡыуҙар үткән
Пациенттарҙы ашатыу, кейендереү һәм башҡа медицина күнекмәләренә Квалификацияны үҫтереү үҙәгендә өйрәтәләр. Дәрестәрҙе республиканың төрлө район-ҡалаларынан кешеләр үҙләштергән. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Пациенттарҙы ашатыу, кейендереү һәм башҡа медицина күнекмәләренә Квалификацияны үҫтереү үҙәгендә өйрәтәләр. Дәрестәрҙе республиканың төрлө район-ҡалаларынан кешеләр үҙләштергән. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Салауат Юлаев исемендәге икенсе батальон тулыһынса формалашып хәрби әҙерлек урынына ебәрелде
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уны булдырыу тәҡдиме менән хәрби хәрәкәттәр ветерандары сығыш яһағайны. Башланғысты Башҡортостан башлығы хуплап сыҡты. Яңы ойошма Росгвардияға ҡарай.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уны булдырыу тәҡдиме менән хәрби хәрәкәттәр ветерандары сығыш яһағайны. Башланғысты Башҡортостан башлығы хуплап сыҡты. Яңы ойошма Росгвардияға ҡарай.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дыуан районында урып-йыйыу эштәренең 80 проценттан ашыуы тамамланған
Әлеге ваҡытта баҫыуҙарҙа техник культуралар урыла, төбәктә урындағы климат шарттарына яраҡлаштырылған картуф сорттары уңышы алына. Дыуан аграрийҙарының урып-йыйыу эштәре хаҡында репортаж.

❤2
Башҡортостанда “Геоһынау” халыҡ-ара чемпионаты дауам итә
Унда 50-гә яҡын Рәсәй төбәге, шулай уҡ Ҡаҙағстандан студент командалары ҡатнаша. Йәштәр аҙна дауамында геология буйынса белемен күрһәтә. Бөгөн “Радиометрия”, “Минерология һәм петрография” буйынса ярыштар уҙа, “Геологик эскурсия һуҡмағы” проекттарын яҡлау ойошторола. “Патриот” паркында “Геройҙар уҙышы” үтә.