БСТ | Яңылыҡтар – Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
2.24K subscribers
5.33K photos
9.37K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республиканың исемле батальондары, мобилизацияланған хәрбиҙәр сираттағы гуманитар ярҙам алды

Башҡортостан яугирҙарының хәрби арсеналына йәнә лә дрондарға ҡаршы ҡорал, яңы квадрокоптерҙар өҫтәлде. Республиканың исемле батальондары, мобилизацияланған хәрбиҙәр сираттағы гуманитар ярҙам алды. Ылауҙы алғы һыҙыҡҡа тиклем БЮТ хәбәрселәре лә оҙатып барҙы. Луганск, Донецк халыҡ республикалары, Запорожьенан репортаж.
👍3👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Геоһынау» Халыҡ-ара геология чемпионатына йомғаҡ яһалды

«Геоһынау» Халыҡ-ара геология чемпионатында Санкт-Петербург тау университеты командаһы еңеү яуланы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, аҙна дауамында барған сарала Рәсәй, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан һәм башҡа яҡын сит илдәрҙән 20 команда 11 төр ярышта көс һынашты. Бөгөн Шишмә районында республикала үткән беренсе форумға йомғаҡ яһалды.
Дүртөйлөлә шишмәләр төҙөкләндерелә

Райондың Көшөл ауылында яңыртылған ҡоҙоҡ асылған. Ауылдаштар уның биләмәһен таҙартҡан, ағастар ултыртҡан, йәйәүлеләр һуҡмағы булдырылған. Сығанаҡҡа Нурлығаян бабай ҡоҙоғо тигән исем бирелгән. Уны Граждандар һуғышы яугире Нурлығаян Нурғәлиев ҡаҙыта.
👍1
Рәсәйҙә ирекмәндәргә яңы ярҙам саралары әҙерләнә

Ҡануниәткә төҙәтмәләр Дәүләт Думаһында беренсе уҡыуҙа ҡабул итлгән. Проект авторҙары ирекмәндәр өсөн махсус билдә булдырырға, юғары уҡыу йорттарына ҡабул иткәндә волонтерлыҡ эшмәкәрлеген иҫәпкә алырға тәҡдим итә. Йәштәр сәйәсәте буйынса комитеттан белдереүҙәренсә, һәр төбәктә ирекмәнлек үҙәктәре асыла, волонтерҙарға ярҙам системаһы булдырыла.
Бөгөн Шишмәлә “Ҡатыҡ байрамы” уҙа

Район мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда Башҡортостан, Рәсәй төбәктәренән ижади коллективтар төрлө халыҡтар милли мәҙәниәтенең байлығын һәм төрлөлөгөн күрһәтә. Байрам барышында биҙәү-ҡулланма сәнғәте менән шөғөлләнгән оҫталар, кәсепселәр күргәҙмә-сауҙа сараһы ла ойоштора. Теләүселәр милли аш-һыу әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша ала.
Өфөлә Кавказ халыҡтары милли мәҙәниәттәре фестивале уҙғарыла

Республика кимәлендәге сара 7-се тапҡыр ойошторола. Ул иртәгә Яҡутов исемендәге паркта була. Фестивалдә Кавказ халыҡтары милли-мәҙәни ойошмалары, үҫешмәкәр коллективтар, студенттар, профессиональ артистар ҡатнаша.
Республикала Евразия күсмә цивилизациялар музейы төҙөлөшө өсөн ер биләмәһе бүленә

Радий Хәбиров ошо турала документҡа ҡул ҡуйҙы. Уның менән рәсми мәғлүмәттәр порталында танышырға мөмкин. Төҙөлөш өсөн 19 ярым гектар ҡаралған. Ул Шишмә районы Йәрми ауыл биләмәһендә бүленә. Киләсәктә бында ҙур туристик зона булдырыу планлаштырыла.
Башҡортостанда 500-ҙән ашыу рөхсәтһеҙ сүплекте бөтөрөргә кәрәк

Республика Хөкүмәтендә үткән ултырышта ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү реформаһы үтәлеше ҡаралды. “Генераль йыйыштырыу” федераль проекты буйынса 2030 йылға тиклем ҙур 100 сүплекте юҡ итеү маҡсаты ҡуйыла. Республиканың төньяҡ-көнбайыш райондарында сүп-сар сығарыу мәсьәләһе хәл ителгән. Яңы төбәк операторына графикты боҙмай эшләү бурысы ҡуйылды.
Хәйбулла сәсәндәре Сибайҙа Гран-при яуланы

Сибайҙа мөнәжәт әйтеүселәр ярышты. Конкурстың маҡсаты – һирәк башҡарылған жанрҙарҙы һаҡлап ҡалыу, иң яҡшы мөнәжәт, нәсихәт әйтеүселәрҙе асыҡлау, иғтибарҙы ошо жанрҙы тергеҙеүгә йәлеп итеү, йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләү. Бәйгелә Хәйбулла мөнәжәтселәре Гран-при яуланы.
Өфө педагогы Бөтә Рәсәй конкурсының абсолют еңеүсеһе булды

Санкт-Петербургта балаларға өҫтәмә белем биреү өлкәһе хеҙмәткәрҙәре араһындағы һөнәри бәйге һөҙөмтәләре иғлан ителде. Педагог һәм остаз йылында еңеүсе тип Өфөләге "Эколог" үҙәге педагогы Татьяна Воробьева танылды. Киләһе йылда Бөтә Рәсәй конкурсы финалы Башҡортостанда үтәсәк. Быйылғы конкурста 20 меңдән ашыу педагог ҡатнашты.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Башлығы Сочи ҡалаһында уҙған Бөтә Рәсәй медиа форумында журналистар менән осрашты

Мәғлүмәт фронтында ла ныҡлы еңеү кәрәк. Был яуаплы бурыс журналистар иңендә. Был турала бөгөн Башҡортостан башлығы Сочи ҡалаһында уҙған Бөтә Рәсәй медиа форумы барышында белдерҙе. Сара сиктәрендә Башҡортостандың махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙамы тураһында күргәҙмә ойошторолдо. Шулай уҡ республика башлығының форумда ҡатнашыусы журналистар менән осрашыуы уҙҙы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан яугирҙары Миңлеғәле Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Башҡортостандан мобилизацияланғандар махсус хәрби операцияла ҡаһарманлыҡ һәм героизм күрһәткәндәре өсөн Генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде. Награданы яугирҙарға хәрби позиция урынына уҡ барып етеп Башҡортостан Хөкүмәте Премьер- министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов тапшырҙы. Алғы һыҙыҡта бәрелештәр туҡтамауға ҡарамаҫтан, тантаналы шарттарҙа үткән сараға БЮТ хәбәрселәре лә шаһит булды.
👍1🤬1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Блогерҙарҙы этнотур проекты берләштерә

Рәсәйҙең ике төбәгендә - Татарстанда һәм Башҡортостанда йәшәгән сит ил блогерҙары араһында хәләл туризмды популярлаштырыуға йүнәлтелгән проект старт алды. Программала ҡатнашыусылар бөгөн Ҡырмыҫҡалы районындағы этноауылға барҙы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Салауат Юлаев һәйкәленә реставрация Өфөнөң 450 йыллығын билдәләгәндән һуң башлана

Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Монументтың нигеҙен, ҡурғанды нығытыу буйынса ла саралар күреләсәк. Федераль кимәлдәге мәҙәни мираҫ объектында башҡарыласаҡ эштәр тураһында киләһе репортаж.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн «Йәшел Башҡортостан» акцияһының көҙгө миҙгеленә старт бирелде

Республика халҡы парк, сквер һәм баҡсаларға сығып 7 мең ағас һәм 45 мең ҡыуаҡ үҫентеһе ултыртты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Йәрмәкәй районында «Ата-бабалар төйәге» Ыҡ буйында йәшәүсе халыҡтарҙың төбәк-ара ижади фестивале үтте

517 саҡрымға һуҙылған Ыҡ йылғаһы Башҡортостан, Татарстан республикаларын, Ырымбур өлкәһен берләштерә. Башҡортостан Хөкүмәте, мәҙәниәт министрлығы ярҙамында ойошторолған халыҡсан саранан репортаж.
3👏1
Рәсәй машина төҙөүселәре һөнәри байрамын билдәләй

Башҡортостан илдең ҙур машина төҙөү үҙәктәренең береһе булып тора. Был тармаҡ предприятиелары нефть һәм газ табыу, химия, нефть химияһы тау сәнәғәтен хеҙмәтләндерә. Пассажир, туристик, һәм мәктәп автобустары, тағылма-цистерналар, вертолеттар, крандар һәм башҡа техника етештерелә. Башҡортостан машиналар төҙөү комплексында 700-ҙән ашыу предприятие бар. Республикала был тармаҡта 60 меңгә яҡын хеҙмәткәр эшләй. Һөнәри байрам йыл һайын сентябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә билдәләнә.
Бөгөн Өфөлә Шаҡша күпере бер сәғәткә тулыһынса ябыла

Бында геодезик тикшеренеү үткәрелә, тип хәбәр итәләр ҡала хакимиәтенән. Сикләү сәғәт 11-ҙән була. Был ваҡытта Өфө йылғаһы аша паром күпере эшләй. Шаҡша күперендә ремонт быйыл июлдә башланды, 2025 йыл башында тамамланырға тейеш.
Башҡортостандан уҡыусылары "Сәнғәт-Технологиялар-Спорт" тигән Бөтә Рәсәй олимпиадаһы финалына сыҡты

Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, киләһе этапта беҙҙең республиканан 4 команда ҡатнаша. Өфөнөң 64-се гимназияһы, Учалы районының 1-се бшҡорт лицеы һәм 5-се мәктәбе, Салауат ҡалаһының 1-се гимназияһы командаһы юғары һөҙөмтә күрһәтте. Олимпиада финалы Пермдә 23 октябрҙә башлана.
👍1
Башҡортостан модулле ҡунаҡханалар төҙөү өсөн федераль бюджеттан аҡса ала

Был турала Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙа. - Башҡортостанға туристарҙы тағы әүҙемерәк йәлеп итәбеҙ. Беҙ модулле ҡунаҡхана, глэмпинг, кемпингтар төҙөлөшө өсөн өҫтәмә аҡса аласаҡ төбәктәр исемлегендә. 672 миллион һум бүленә. Тимәк, 2023-2024 йылдарҙа төбәктә туризмды үҫтереү өсөн 1 миллиард 480 миллион һум йәлеп итә алдыҡ, рекорд күләмдә федераль ярҙам. Башҡортостан был өлкәлә лидерҙарҙың береһе, - ти Радий Хәбиров. Был аҡсаға 36 районда туризм өлкәһендәге 150 инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу ҡарала.
👍2
Республика көнө халыҡ-ара кимәлдә билдәләнә

11 октябрҙә Башҡортостанға Беларусь һәм Абхазиянан рәсми делегациялар килә. Был турала байрамды ойоштороу комитеты ултырышында белдерелде. - Ҡунаҡтар күп була, ҙур мәҙәни программа ҡаралған. Төп бурыс - был сараларҙы ойошҡан рәүешә уҙғарыу, - тине Республика Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин. Байрам саралары 9 октябрҙә башлана, Өфөлә тантаналы йыйылыш була. Федераль һәм республика наградалары тапшырыла, хеҙмәт династиялары конкурсына йомғаҡ яһала. 11 октябрҙә Совет майҙанында шайморатовсыларҙың ант биреү тантанаһы ҡаралған. Шәйехзада Бабич һәм Салауат Юлаев һәйкәлдәренә сәскә һалына. Реконструкциянан һуң Аксаков баҡсаһы асыла. "Өфө" индустриаль паркында "Амкодор" компанияһы заводын асыу сараһы була.