БСТ | Яңылыҡтар – Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
2.24K subscribers
5.33K photos
9.37K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Башҡортостан модулле ҡунаҡханалар төҙөү өсөн федераль бюджеттан аҡса ала

Был турала Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙа. - Башҡортостанға туристарҙы тағы әүҙемерәк йәлеп итәбеҙ. Беҙ модулле ҡунаҡхана, глэмпинг, кемпингтар төҙөлөшө өсөн өҫтәмә аҡса аласаҡ төбәктәр исемлегендә. 672 миллион һум бүленә. Тимәк, 2023-2024 йылдарҙа төбәктә туризмды үҫтереү өсөн 1 миллиард 480 миллион һум йәлеп итә алдыҡ, рекорд күләмдә федераль ярҙам. Башҡортостан был өлкәлә лидерҙарҙың береһе, - ти Радий Хәбиров. Был аҡсаға 36 районда туризм өлкәһендәге 150 инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу ҡарала.
👍2
Республика көнө халыҡ-ара кимәлдә билдәләнә

11 октябрҙә Башҡортостанға Беларусь һәм Абхазиянан рәсми делегациялар килә. Был турала байрамды ойоштороу комитеты ултырышында белдерелде. - Ҡунаҡтар күп була, ҙур мәҙәни программа ҡаралған. Төп бурыс - был сараларҙы ойошҡан рәүешә уҙғарыу, - тине Республика Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин. Байрам саралары 9 октябрҙә башлана, Өфөлә тантаналы йыйылыш була. Федераль һәм республика наградалары тапшырыла, хеҙмәт династиялары конкурсына йомғаҡ яһала. 11 октябрҙә Совет майҙанында шайморатовсыларҙың ант биреү тантанаһы ҡаралған. Шәйехзада Бабич һәм Салауат Юлаев һәйкәлдәренә сәскә һалына. Реконструкциянан һуң Аксаков баҡсаһы асыла. "Өфө" индустриаль паркында "Амкодор" компанияһы заводын асыу сараһы була.
Салауат Юлаев һәйкәле Өфөлә реставрациялана

Һәйкәлде һаҡлап ҡалыу буйынса кәңәшмә үтте.Башҡортостандың Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы етәксеһе Салауат Ҡолбахтин белдереүенсә, эш ике этапта алып барыла. Реставрацияны Өфөнөң 450 йыллығын билдәләгәндән һуң башлау көтөлә. Һәйкәл урынынан алына, ул Өфөләге цехтарҙың береһендә урынлаштырыла. -Һәйкәл илле йылдан артыҡ торған. Реставрацияны тағы 100 йылға етерлек итеп эшләргә кәрәк, - тине ул.
👍3🤔1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә журналистар өсөн халыҡ-ара уҡыуҙар ойошторолдо.

«Russia today» халыҡ-ара телевизион селтәре медиамәктәбе СпутникПРО проекты менән берлектә төбәк журналистары һәм блогерҙары өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Унда белгестәр үҙ үҙеңде презентациялау, киң мәғлүмәт сараларында авторлыҡ хоҡуҡтары, сығыш яһау оҫталығы, видеоролик эшләү темаларына бағышланған сығыштарын тәҡдим итә. Ике көнгә иҫәпләнгән уҡыуҙар өс циклдан тора. Киләһе дәрестәр октябрҙә һәм ноябрҙә ойошторола.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала Башҡортостан шахмат лигаһы старт алды

Уҡыу йылы аҙағына тиклем дауам итәсәк сарала тиҫтәләрсә мәктәп уҡыусыһы ҡатнашыр тип көтөлә. Уның һуңында төбәктең иң көслө гроссмейстеры билдәнәсәк. Өфөнөң Дим биҫтәһендә үткән турнир барышын БЮТ ижади төркөмө күҙәтте.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Ағиҙел йылғаһы аша иҫке күперҙе ремонтлау дауам итә

Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙә белдереүенсә, объект 2025 йылға файҙаланыуға тапшырылырға тейеш булһа ла, эш графиктан күпкә йылдамыраҡ барыуға бәйле, ваҡытынан алда тамамланасаҡ. 1956 йылда төҙөлгән күперҙе күптән төҙөкләндереү талап ителә ине. Ремонттан һуң 3 күперҙә барлығы ун һыҙат буласаҡ - уларҙың бишәүһе ҡалаға инеүгә, ҡалғаны сығыуға иҫәпләнгән. Күҙалланыуынса, был баш ҡалаға ингән һәм сыҡҡҡан урында тығындарҙы кәметеүгә булышлыҡ итәсәк.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Михаил Мишустин «Иннопром.Ҡаҙағстан» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә Башҡортостан экспозицияһы менән танышты

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин Ҡаҙағстанда үткән «Иннопром.Ҡаҙағстан» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә Башҡортостан экспозицияһы менән танышты.
Күп кимәлле композиция экспоүҙәктең иң ҙур стендтарының береһе. Башҡортостан делегацияһы менән осрашыу барышында Михаил Мишустин Ҡаҙағстан менән хеҙмәттәшлек ҡаҙаныштары һәм үҫеш мөмкинлектәре тураһында фекер алышты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
МХО-ла ҡатнашҡан Башҡортостан хирургтары республиканың атҡаҙанған табибы исеменә лайыҡ булды

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Башҡортостан хирургтары республиканың атҡаҙанған табибы исеменә лайыҡ булды. Был юғары награда уларға алғы һыҙыҡта күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн бирелде. Яҡташтарыбыҙҙы хөкүмәт премьер министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов тәбрикләне. Медицина ротаһының яуҙағы батырлыҡтары тураһында Донецк халыҡ республикаһынан репортаж.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан баҫыуҙарында техник культураларҙы урып йыйыу дауам итә

Өфө районында быйыл етен яҡшы уңыш биргән. Ул Цюрупа исемендәге совхоз сәсеүлектәрендә күпләп үҫтерелә. Хужалыҡта ноу тил технологиялары файҙаланыла. Шуға ла ҡоролоҡҡа ҡарамаҫтан, ярайһы уҡ яҡшы кимәлдә уңыш алына.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө ғалимдары ауыл хужалығы өсөн яңы ашлама уйлап сығарған

Биология институты хеҙмәткәре бер нисә йыл дауамында «Азолен» юғары сифатлы һәм универсаль биоашлама өҫтөндә эшләгән. Асыш Рәсәй биләмәһендә рөхсәт ителгән агрохимикаттар һәм пестицидтар дәүләт каталогына индерелгән. Хәҙер уны илдең 18 төбәге аграрийҙары үҙ баҫыуҙарында ҡуллана.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә һөнәри йүнәлеш биреү буйынса фестиваль старт алды

Башҡортостан уҡыусылары ҡулында «Киләсәккә билет». Өфөлә һөнәри йүнәлеш биреү буйынса фестиваль старт алды. Майҙанда балалар Республика юғары һәм урта һөнәри белем биреү учреждениелары тәҡдим иткән күргәҙмәләр менән танышырға, уҡыу йорттары әҙерләгән белгестәр менән танышырға мөмкин.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт циркына нигеҙ һалыныуға 55 йыл

БЮТ ижади төркөмө башҡорт милли циркында оҙаҡ йылдар хеҙмәт итеп, донъяның төрлө ҡитғаларында сығыш яһап уңыш ҡаҙанған Йәрмөхәмәтовтар, Солтангәрәевтар династиялары менән осрашты.
Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан уртаҡ туристик проект тормошҡа ашырырға ниәтләй

“Башҡорт-ҡаҙаҡ оҙон ғүмерелеге. Туризм” проектына ярашлы, оло йәштәгеләр сәйәхәт итә ала. Быйыл Беларускә ошондай тур ойошторолдо. Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан араһында уңайлы транспорт бәйләнеше лә урынлаштырыла. Өфөнән Алма-ата һәм Астанаға тура авиабәйләнеш асылды. Былтыр 9 меңдән ашыу пассажир осҡан.
Республикала 3 миллион тоннанан ашыу ашлыҡ йыйылды

Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 1 миллион 570 мең гектарҙа иген һәм ҡуҙаҡлылар урып йыйылған. План 91 процентҡа үтәлгән. Көнбағыш баҫыуҙарында ла эш ҡайнай. 29 район техник культураны урыуға тотонған. Әле 57 мең тонна көнбағыш һуғылған.
Башҡортостан компаниялары Ҡаҙағстанда 500 миллион һумға килешеүҙәр төҙөгән

Ошо көндәрҙә Астанала “Иннопром” халыҡ-ара күргәҙмәһе үтә. Унда беҙҙең республиканан рәсми делегация ҡатнаша. Беренсе көн һөҙөмтәләре буйынса өс ойошма яҡынса миллиард ярым һумға экспорт контракттарына ҡул ҡуйған, хеҙмәттәшлек буйынса ике меморандум төҙөлгән.
Башҡортостан бәшмәкселәр аҙашҡан

Республикала уҙған ял көндәре урманда аҙашыуға бәйле 14 хәбәр теркәлгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан белдереүҙәренсә, Хәйбулла, Әбйәлил, Ауырғазы, Ишембай, Иглин, Туймазы райондарынан ҡотҡарыусыларға мөрәжәғәт иткәндәр. Юғалған кешеләрҙең күбеһе бәшмәккә барған. Белоретта Еләкташ тауына күтәрелгән 5 кеше ҡайтыу юлын таба алмаған. Ҡотҡарыусылар юғалған төркөмдө тиҙ арала табып ярҙам күрһәткән.
Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса саралар планына ҡул ҡуйҙы

Астанала “Иннопром” күргәҙмәһе дауам итә. Хеҙмәттәшлек документы ике йылға иҫәпләнгән. Сәнәғәт, иҡтисад, инвестициялар, ауыл хужалығы, һаулыҡ һаҡлау тармаҡтарында уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыу ҡарала.
Башҡортостан парламентында дүрт фракция ойошторолдо

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙан хәбәр итеүҙәренсә, яңы саҡырылыш депутаттар төркөмдәре беренсе ойоштороу ултырыштарын үткәрҙе. Һайлау һөҙөмтәләре буйынса парламентҡа алты сәйәси партия вәкилдәре үтте. Әммә дүрт фирҡә генә 5 процентлыҡ кәртәне уҙған. “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы етәксеһе вазифаһына – Салауат Хөсәйенов, КПРФ-ҡа – Юнир Ҡотлоғужин, “Ғәҙел Рәсәй – Патриоттар – Дөрөҫлөк өсөн” фракцияһына – Владимир Нагорный һәм ЛДПР-ға етәксе итеп Юрий Рудаков тәғәйенләнде.
Рәсәйҙә хәрби хәрәкәттәр ветераны статустын алыу еңеләйә

Хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған бойороҡҡа ярашлы, тейешле документтар һәм түләүҙәр ғаризаһыҙ бирелә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға профилле министрлыҡ һәм ведомстволарға мөрөжәғәт итеү кәрәкмәй. Түләүгә бәйле документтар ҙа Социаль фондҡа тура ебәрелә. Артыҡ белешмә һәм мәғлүмәт йыйып йөрөү талап ителмәй.
👎1
Бөрйән районында рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыу осрағы асыҡланған

“Урман” профилактик сараһы барышында полиция рейд ойошторған. Хоҡуҡ һаҡсылары ҡарағай ағасы ташыған кешене туҡтатҡан. Уның урман ҡырҡыу өсөн рөхсәте булмаған. Ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Дәүләткә 115 мең һумлыҡ зыян килтерелгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда һауа-десант ғәскәрҙәренең махсус танк батальонына ҡабул итеү тамамланды

Элиталы ғәскәрҙә хәрби хеҙмәткә ир-егеттәр контракт килешеү буйынса ҡабул ителде. Республикала контракт нигеҙендә хәрби хеҙмәткә яҙылыу дауам итә. Хәрби сафҡа сәләмәтлеге буйынса яраҡлы 18 йәштән 60 йәшкә тиклемге ир-егеттәр, айырым осраҡта 65 йәштәге граждандар ҙә алына.
👍1