БСТ | Яңылыҡтар – Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
2.25K subscribers
5.33K photos
9.36K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың етенсе саҡырылыш депутаттары ойоштороу кәңәшмәһенә йыйылды

Был Башҡортостан парламентының яңы составта тәүге тапҡыр тулыһынса осрашыуы. Депутаттар корпусы 110 кешенән тора, состав яҡынса 60 проценттан ашыуға яңырған. Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса парламентҡа 6 сәйәси фирҡә вәкилдәре ингән, әммә 4 партия ғына 5 процентлыҡ кәртәне үткән. Улар-Берҙәм Рәсәй, Коммунистар, Либерал-демократик һәм «Ғәҙел Рәсәй-Патриоттар хаҡлыҡ өсөн» партиялары.
Башҡортостанда йәштәре "Киләсәк коды" менән ҡыҙыҡһына

Был проектҡа ярашлы мәктәп уҡыусылары программа яҙыу буйынса курстар үтә ала. Һанлы үҫеш министрлығынна белдереүҙәренсә, әле 13 мең ярым бала ғариза биргән. Уҡытыу онлайн һәм офлайн тәртиптә ойошторола. Курстар 8-се-11-се класс уҡыусылары, колледж студенттары өсөн тәғәйенләнә. Аҡса түләргә кәрәкмәй, сығымдарҙы дәүләт ҡаплай.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкилдең йәмәғәт ярҙамсылары конференцияһы үтте

Йүнселдәргә дөрөҫ юл күрһәтеү. Башҡортостанда эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкилдең йәмәғәт ярҙамсылары төбәк конференцияһы үтте.
Бөгөн республика төбәктәрендә бизнес-омбудсмендың йәмәғәт ярҙамсылары эшләй. Улар эшҡыуарҙарҙың мөрәжәғәттәренә оператив яуап бирә, хоҡуҡтарын күҙәтә, айырым муниципалитетта системалы проблемаларҙы асыҡлай. Ярҙам сараларын тағы ла киңәйтеү өсөн йәмәғәт ярҙамсыларының белемен камиллаштырыу мөһим. Ошо маҡсатта Өфөлә фекер алышыу майҙансығы ойошторолдо.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан «Иң яҡшы педагогик династия» конкурсын ҡабул итергә әҙерләнә

Һөнәри оҫталыҡ бәйгеһе 2012 йылдан Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты тәҡдиме менән ойошторола.
Педагогик династиялар конкурсы уҡыу йортоноң бер факультеты нигеҙендә генә башланғыс ала. Артабан ул тотош уҡыу йорто буйынса уҙғарыла башлай. Йылдар үткәс ярыш республика, төбәк-ара статусы ала. Абруйлы конкурсҡа быйыл Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 600-ҙән ашыу ғариза килгән.
Ҡотҡарыусылар һөнәри оҫталығын һынай

Өфөлә эҙләү-ҡотҡарыу отрядтарының Республика чемпионаты башланды. Ғәҙәттән тыш хәлдәр системаһында хеҙмәт итеүселәр ярышы йыл һайын ойошторола. Конкурс оҫталарҙы асыҡларға булышлыҡ итә, яңы эш алымдары, технологиялар менән танышыу мөмкинлеге лә булып тора, ти Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров. Чемпионат аҙна буйы бара. Тәүге этап Өфөлә үтте. Ҡотҡарыусылар емерелгән биналарҙа, юл-транспорт фажиғәләрендә, зарарлы һауа шарттарында эшләне. Ярыштың икенсе этабы Белорет районында ойошторола. Конкурста ҡатнашыусылар урман-тауҙарҙа юғалған кешеләрҙе эҙләй, һыуға батыусыларҙы ҡотҡарасаҡ.
Башҡортостан хеҙмәтте һаҡлау рейтингы буйынса тәүге урында

Сочиҙа Бөтә Рәсәй хеҙмәтте һаҡлау аҙналығы барышында йыллыҡ мониторинг иғлан ителде. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса Республика төбәктәр рейтингында беренсе баҫҡысҡа ҡуйылған. Был турала социаль селтәрҙәрҙә Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итә. Бөтә Рәсәй хеҙмәтте һаҡлау аҙналығында 150-нән ашыу сара менән илдең 89 төбәге ҡатнаша.
Республика халҡы ипотека менән әүҙем ҡуллана

Башҡортостан Милли банкынан белдереүҙәренсә, торлаҡ кредиты ике тапҡырға күберәк бирелгән. Быйыл 9 айҙа 152 миллиард һумға ипотека тапшырылған. Росреестр идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, күсемһеҙ милек баҙарында килешеүҙәр 46 процентҡа артҡан. Республикала 8 айҙа 85 мең самаһы документ төҙөлгән.
Башҡортостанда “Рәсәй көсө” спорт марафонында 4 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан

Сара “Берҙәм Рәсәй” партияһы башланғысы менән ойошторолдо. Марафон йомғаҡтары буйынса видеокәңәшмә үтте. Сара барышында беҙҙең республикала 80-дән ашыу ярыш үткәрелде. Мәргән уҡсы, таяҡ тартыш, көрәш, волейбол, велоуҙыш, өҫтәл теннисы һәм башҡа турнирҙар уҙҙы. Унда танылған спортсылар Рима Баталова, Аделина Заһиҙуллина, Дмитрий Пищук һәм башҡалар ҡатнашҡан. Видеокәңәшмәлә “Рәсәй көсө” тигән ҡышҡы спорт марафонын да ойошторорға тәҡдим ителде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың коммуналь инфраструктураһын яҡшыртыуға 5 миллиард һумға яҡын аҡса

Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙә республика район-ҡалаларында тормош тәьминәтенең халыҡҡа уңайлыраҡ була барыуы тураһында яҙып сыҡты. Был фатирҙарҙы айырым йылытыуға күсереү, йылылыҡ менән тәьмин итеү сығанаҡтарын төҙөкләндереү, һыуүткәргестәргә капиталь ремонт уҙғарыу һәм таҙартыу ҡоролмаларын төҙөү һәм реконструкциялау ҙа.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала контракт хеҙмәтенә йыйыу дауам итә

Ғариза менән Башҡортостан хәрби комиссариатының һәр бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Белгестәр билдәләүенсә, контракт хеҙмәте менән ҡыҙыҡһыныусылар байтаҡ. Күпселек үҙен һауа-десант ғәскәрҙәрендә һынап ҡарарға теләй. Контракт буйынса хеҙмәт итеүселәргә тулы социаль пакет, ташламалар бирелә, ғаиләләренә ярҙам күрһәтелә, 200 мең һумдан ашыу хеҙмәт хаҡы түләнә.
👍1👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика аграрийҙары 35 мең гектарҙан ашыу майҙанда көнбағыш уңышын йыйып алған

Бөтә хужалыҡтар ҙа тиерлек иген культураларын йыйыу финишына яҡынлаша, ә техник культураларҙан көнбағышты урыуҙың ҡыҙған мәле. Көнбағыш төбәктең 37 районында үҫтерелә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала талпандар үрсеүенең икенсе тулҡыны күҙәтелә

Һаҡ булығыҙ, талпандар! Республикала ҡанэскес бөжәктәр үрсеүенең икенсе тулҡыны күҙәтелә. Талпандан нисек һаҡланыу һәм ҡаҙалған осраҡта ҡайҙа мөрәжәғәт итеү хаҡында репортаж.
😎52👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Брянск йәш тамашасы театрының гастролдәре башланды

Ҙур гастролдәр. Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының федераль проекты сиктәрендә Өфөлә Брянск йәш тамашасы театрының гастролдәре башланды. Ҡунаҡтар Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә сығыш яһай.
2👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамблендә 84-cе ижад миҙгеле асылды

Рәсәйҙең билдәле профессиональ коллективтарының береһе бөгөн төрлө ҡитғаларҙа Башҡортостан Республикаһының ижади көсөн күрһәтә. 1939-cы йылда төҙөлгән ансамбль Рәсәйҙе һәм донъяның иң яҡшы сәхнәләрендә уңышлы сығыш яһай. Киләһе йыл ансамбль 85 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк. Ижад миҙгелен асыу тантанаһының беренсе өлөшөндә тамашасыларға «Урал һәм Шүлгән» хореографик спектакле тәҡдим ителде.
4👍2
Бөгөн Өфөлә "Кардиокросс" уҙғарыла

Профилактик акция Ленин исемендәге паркта була. Ул Бөтә донъяла билдәләнгән Йөрәк көнө уңайынан ойошторола. Акцияла республика кардиология үҙәге, башҡа дауаханалар табиптары, медицина уҡыу йорттары студенттары ҡатнаша. Улар алдан билдәләнгән маршрут буйлап йүгереп үтә.
Башҡортостанда социаль предприятиелар һаны артҡан

Республика хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әле ошо өлкәлә эшләүсе 606 ойошма теркәлгән. Был йыл башындағы менән сағыштырғанда 50 процентҡа күберәк. Социаль предприятиеларҙың күбеһе мәғариф өлкәһендә эшләй, сауҙа менән шөғөлләнә. Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан белдереүҙәренсә, республикала социаль эш алып барыусылар өсөн махсус гранттар ҡаралған, уларҙың суммаһы 500 мең һумға етә.
Башҡортостанда туристик объекттарға илткән юлдар ремонтлана

Быйыл "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проектына ярашлы 41 километр тәртипкә килтерелгән. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, тағы 30 километрға яҡын юлды төҙөкләндереү планлаштырыла. Юл нығытыла, өҫкө ҡатламы яңыртыла, юл билдәләре һыҙыла. Бөтә эштәр быйыл тамамланырға тейеш.
Башҡортостанда "Ашҡаҙар таңдары" тигән республика байрамы уҙғарыла

Ул 13-14 октябрҙә Стәрлетамаҡта үтә. Проект Республиканы танытыусы саралар исемлегенә индерелгән. Конкурста башҡорт фольклор коллективтары ҡатнаша. Үҙенсәлекле жанр оҫталары - әкиәт һөйләүселәр, сеңләүселәр, һамаҡсылар айырым баһалана. Төрлө семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған.
Өфөлә "Ҡурай сәскәһе" тигән сквер булдырыла

Нижегородкала йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү дауам итә. Сквер авария хәлендә йорттарҙы емергәндән һуң бушаған майҙанда урынлаша. Ул ҡурай тажы рәүешендә була. Иртәгә бында "Йәшел Башҡортостан" акцияһына ярашлы ағас ултыртыу планлаштырылған.
👍1
Мәләүез районының Һыртлан ауылында иман йортона нигеҙ ташы һалына

Мәсет Әүлиә шишмәһе янында төҙөлә. “Ауылдың киләсәге өмөтлө – яңы йорттар барлыҡҡа килә, йәштәр төпләнә, балалар донъяға килә”, ти Фәниә Бикмөхәмәтова.
Оборона министрлығы Ҡораллы көстәрҙә хеҙмәт итергә теләүселәргә контракт тәҡдим итә

Өфөлә, Революция урамы 156-сы йорт адресы буйынса килергә була. Башҡа район һәм ҡалаларҙа йәшәүселәр хәрби комиссариаттың урындағы бүлексәләренә мөрәжәғәт итә ала. Контракт буйынса ҡатын-ҡыҙҙар ҙа алына. Әммә улар өсөн хәрби һөнәрҙәр сикләнгән.