БСТ | Яңылыҡтар – Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
2.25K subscribers
5.33K photos
9.36K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Республика халҡы күберәк кредит юллай башлаған

Башҡортостан Милли банкынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 8 айҙа 457 миллиард һум кредит тапшырылған. Был күрһәткес үткән йыл менән сағыштырғанда 67 процентҡа артҡан. Шул уҡ ваҡытта кредит буйынса бурыстар ҙа күбәйә. Ипотека буйынса халыҡтың 477 миллиард һум бирәсәге йыйылған.
Республикала 3 миллион 100 мең тоннанан ашыу ашлыҡ йыйылды

Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 1 миллион 620 мең гектарҙа иген һәм ҡуҙаҡлылар урып һуғылған. План 95 процентҡа үтәлгән. 8 район 100 мең тоннанан ашыу иген йыйып алған. Стәрлетамаҡ хужалыҡтарының күрһәткесе 200 мең тоннаға яҡынлаша.
Радий Хәбиров Абхазияла юбилей сараларында ҡатнаша

Республика Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Абхазияның Еңеү көнө һәм Бойондороҡһоҙлоғоноң 30 йыллығы уңайынан сараларҙа ҡатнаша. Сухум ҡалаһында Президент Аслан Бжания, Рәсәйтөбәктәре етәкселәре менән Радий Хәбиров Дан мемориалына сәскә һалды. Ул 1992-1993 йылдарҙа ҡораллы бәрелештә һәләк булғандар хөрмәтенә булдырылған. Шулай уҡ бөгөн Абхазияның беренсе Президенты Владислав Ардзинба иҫкә алынды.
- Абхазия делегацияһын 11 октябрҙә Республика көнөндә Башҡортостанда көтәбеҙ. Өфөлә беҙҙең халыҡтар дуҫлығы символы - колоннадаға нигеҙ һалыу көтөлә. Проекттар күп, - тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.
Башҡортостан шахмат лигаһы ярыштары старт алды

Интеллектуаль турнирҙа Өфө, Благовещен, Учалы, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Туймазы ҡалалары һәм Ғафури районынан 10 команда ҡатнаша. 9 ай дауамында мәктәп уҡыусылары сатраш уйнап көслөнө асыҡлай. Ярыш барышын Башҡортостан шахмат федерацияһы сайтында онлайн ҡарап барырға була.
Владимир Путин халыҡты яңы байрам менән ҡотланы

Бөгөн яңы иҫтәлекле дата - Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, Запорожье һәм Херсон өлкәләренең Рәсәй составына ҡушылыу көнө билдәләнә. Ошо турала ҡанун Дәүләт Думаһы ултырышында ҡабул ителде. Яңы төбәктәрҙә йәшәүселәр үҙ теләге менән беҙҙең илгә ҡушылды. Башҡортостан Донбасҡа даими ярҙам итә. Луганск халыҡ республикаһында бер нисә ҡала шефлыҡҡа алынды. Ил президенты Владимир Путин халыҡты байрам менән ҡотланы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Владимир Путин ватандаштарыбыҙҙы Рәсәй менән яңы төбәктәрҙең берләшеү көнө менән ҡотланы

Теүәл бер йыл элек Донбасс, Запорожье һәм Херсон өлкәләрендә йәшәүселәр ватаныбыҙға ҡушылырға теләк белдерҙе. Аңлы рәүештә күптән көтөлгән ҡарар халыҡ - ара нормаларға ярашлы, референдумдар барышында ҡабул ителде. Владимир Путин урындағы был аҙымды халыҡ батырлығы тип билдәләне. Президент бер кемдең дә миллионлаған кешенең ихтыярын, дөрөҫлөккә һәм тарихи ғәҙеллеккә ышанысын емерә алмауын иҫкә төшөрҙө.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн Рәсәй менән яңы төбәктәрҙең берләшеүенә бер йыл

Рәсәй менә бергә бер йыл. Теүәл бер йыл элек Владимир Путин һәм илдең яңы субъекттары башлыҡтары Рәсәйгә ҡушылыу тураһындағы документтарға ҡул ҡуйҙы. Төбәктәрҙә йәшәүселәр был хоҡуҡты референдумдар барышында ғәмәлгә ашырҙы. Хәҙер иһә Рәсәй төбәктәре 89 ға етте, халҡы 8 миллионға артты. Бер йыл эсендә Донбасс ерендә ниндәй үҙгәрештәр бар? Луганск халыҡ республикаһынан
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө юридик институтының беренсе курс курсанттары тыуған ил алдында тоғролоҡҡа хәрби ант бирҙе

Рәсәй эске эштәр министрлығы Өфө юридик институтының беренсе курс курсанттары тыуған ил алдында тоғролоҡҡа хәрби ант бирҙе. Тантана тәүге тапҡыр Өфөнөң Еңеү паркында Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин һәйкәле майҙанында ойошторолдо. Буласаҡ эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрен ҡотларға абруйлы ҡунаҡтар, курсанттарҙың яҡындары йыйылды.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Теүәл бер йыл элек Рәсәй составына дүрт яңы өлкә инде

Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, Запорожье һәм Херсон өлкәләре референдумдан һуң илебеҙ менән берләште.
Берләшеү көнө хөрмәтенә бөгөн Рәсәй буйынса тантаналы саралар уҙҙы. Өфөлә байрам автоуҙыштан башланды. Рәсәй, Башҡортостан һәм яңы өлкәләрҙең байраҡтары менән 70-кә яҡын автомобиль «Нефтсе» стадионынан «Ватан» этно-паркына тиклем юл үтте. Артабан автоуҙышта ҡатнашыусылар республика музыкаль коллективтары ҡатнашлығында ойошторолған концертҡа ҡушылды. Концерт-митингта бер меңгә яҡын кеше ҡатнашты.
👍1👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дүртөйлө районы Тәкәрлек ауылында «Урам байрамы»ойшторолдо

Тырыш, берҙәм халыҡ йәшәгән ауылда үткән сағыу байрам хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.
1👍1
Рәсәйҙә армияға мотлаҡ саҡырылыш башланды

Хәрби хеҙмәткә 18 йәштән 27 йәшкәсә егеттәр алына. Яңы закон әле өлкәнерәктәргә ҡағылмай. Мотлаҡ саҡырылыш буйынса алыныусылар бер йылдан хеҙмәтен тамамлай, улар өйҙәренә ҡайта.
Башҡортостанда мәктәп уҡыусылары 42 километрҙан ашыу биләмәне таҙартты

Беҙҙең республикала ҙур экология акцияһы ойошторолдо. Учалы районында йылға һәм күл буйҙары тәртипкә килтерелде. Акцияла 400-ҙән ашыу кеше ҡатнашты, 24 мәктәп йәлеп ителде. Өргөн, Ҡарағайлы, Оло Учалы күлдәре, Яйыҡ, Ҡандыболаҡ, Шартым йылғалары яры таҙартылды, тип хәбәр итәләр Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан.
Өфөлә тағы бер сквер барлыҡҡа килде

Яңы ял биләмәһе Нижегородкала булдырылды. "Ҡурай сәскәһе" тигән сквер иҫке йорттарҙы һүткәндән һуң бушап ҡалған урында асылған. Уҙған ял көндәрендә бында ағас ултыртылды. Йыл аҙағына тиклем спорт майҙансығына хәүефһеҙ япма түшәү көтөлә. Киләһе йылда бында уйын майҙансығы ла төҙөлә.
Башҡортостанда 60 йәштән өлкәндәр араһында өйләнешеүҙәр артҡан

Былтыр оло йәштәге 880-гә яҡын ир-уҙаман һәм 500-гә яҡын ханым рәсми никахҡа ингән. Йөҙгә яҡын кейәү һәм кәләш тормошонда беренсегә өйләнешкән. Статистика мәғлүмәтенә ярашлы, һуңғы йылдарҙа бындай өйләнешеүҙәр һаны арта бара.
Өфөлә граждандар оборонаһы айлығы старт ала

Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 4 октябрҙә халыҡты иҫкәртеү системаһы тикшерелә. Бынан тыш, мәктәптәрҙә хәүефһеҙлек темаһына асыҡ дәрестәр уҙғарыла. Предприятиеларҙа ла төрлө күнекмәләр ойошторола. Халыҡ күпләп йыйылған урындарҙа эвакуация системаһы һынала.
Рәсәйҙә яңы мобилизация булмай

Ҡораллы көстәр Генераль штабынан белдереүҙәренсә, махсус хәрби операция барышында ҡуйылған бурыстарҙы үтәү өсөн контракт буйынса хәрбиҙәр һәм доброволецтар етерлек. Илдә армияға көҙгө саҡырылыш башланды. 18 йәше тулған һәм сәләмәт булған егеттәр хәрби хеҙмәткә алына.
Ауылдарҙы юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырыу буйынса тауыш биреү тамамланды

“Һанлы иҡтисад” милли проектына ярашлы, төпкөлдә лә бөтә донъя селтәренә тотатышыу өсөн шарттар булдырыла. Башҡортостан халҡы киләһе йылда интернет үтәсәк 50 ауыл өсөн тауыш бирҙе. Ҡыйғы, Күгәрсен һәм Бүздәк райондары әүҙемлек күрһәткән. Теүәл исемлек 9 октябрҙән һуң иғлан ителә. Һуңғы ике йылда федераль программаға ярашлы, илдә 2 меңдән ашыу ауылға интернет үткәрелгән.
Башҡортостанда эшҡыуарҙарға 187 миллион һум субсидия бирелә

Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, дәүләт программаһы буйынса бинаны ремонтлау һәм ҡуртымға алыу, ҡорамалдар һатып алыу, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә компенсация ҡаралған. Былтыр 450-нән ашыу эшҡыуар һәм үҙмәшғүл субсидия менән файҙаланған. Дәүләт программаһына ҡушылыу өсөн район һәм ҡалаларҙа бизнес-шерифтарға мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә коммуналь техниканың ҡышҡы миҙгелгә әҙерлеге хаҡында яҙып сыҡты

Тиҙҙән ҡыш һәм коммуналь техника мәсьәләһе бик мөһим. Башҡортостанда урамдарҙы, юлдарҙы, йәмәғәт биләмәләрен, ихаталарҙы таҙартыу менән шөғөлләнгән республика торлаҡ-коммуналь хужалыҡтары предприятиеларында 2 мең 86 техника берәмеге иҫәпләнә.
Һуңғы йылдарҙа беҙ паркты 34 процентҡа яңыртыттыҡ, 710 техника алдыҡ. 2019-2022 йылдарҙа төбәк бюджеты иҫәбенә 391 берәмек техника алынды, ошо маҡсатта бюджеттан 2 миллиард 300 миллион һум аҡса йүнәлтелде.
Быйыл лизинг килешеүе буйынса 208 техника ҡайтарылды. Бынан тыш, муниципаль берәмектәр һәм махсуслашҡан компаниялар үҙ иҫәбенә паркты яңыртыу эшен алып бара. Был һорау бик киҫкен тора һәм даими иғтибар талап итә. Торлаҡ-коммуналь предприятиеларға яҡын арала яңы партия ҡайтарыла, Минск автомобиль заводының 34 автосамосвалын һәм «Амкадор» акционерҙар йәмғиәтенең 12 фронталь тейәгесен көтәбеҙ, тип яҙған Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.
Башҡортостан халҡы яугирҙәргә 800 посылка ебәргән

Рәсәй Почтаһының республика идаралығынан ошо турала хәбәр итәләр. Бандеролдәр махсус хәрби операция биләмәһенә бушлай оҙатыла. Улар почтала тәү сиратта эшкәртелә. Барып етеү ваҡыты ла контролдә тотола. Түләүһеҙ посылкаларҙы почта бүлексәләрендә генә һалырға була. Ул операторға асыҡ килеш тапшырыла. Ауырлығы 10 килограмдан артмаҫҡа тейеш. Хәрбиҙәрҙең яҡындары посылкаларҙы гуманитар ылау менән дә ебәрә. Ноябрҙә республиканан 100-сө конвой юлға сыға.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда бөгөндән 7 октябргә тиклем эшҡыуарлыҡ аҙналығы үтә

Уның сиктәрендә республика йүнселдәренә ярҙам сараларын юллау, бизнес ойоштороу һорауҙары ҡарала. Ошо йүнәлештә төбәктә 40-тан ашыу эшлекле сара уҙғарыу көтөлә. Аҙналыҡ нигеҙендә ҡатын-ҡыҙҙар араһында эшҡыуарлыҡ, үҙмәшғүлдәр, бизнестың төрлө мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәлдәр ойошторола. Осрашыуҙа бизнесҡа булышлыҡ итеүсе дәүләт органдары вәкилдәре, билдәле эшҡыуарҙар, федераль кимәлдәге эксперттар сығыш яһай. Өфөлә төп саралар «Киләсәк фабрикаһы» инновациялы эшҡыуарлыҡ йортонда уҙа