БСТ | Яңылыҡтар – Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
2.25K subscribers
5.33K photos
9.35K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Өфөлә "Батыр" тигән хәрби-патриотик парк булдырыла

Ул Дим районында төҙөлә. "Орион" ижад һарайында спорт ҡоролмалары ҡуйыла башлаған. Парк биләмәһендә ҡаршылыҡтар һыҙаты булдырыла, уҡыусылар өсөн спорт ярыштары ойоштороласаҡ. Парктағы "Геройҙар аллеяһы"нда ағастар ултыртыла. Бында Рәсәй һәм Советтар Союзы Геройҙары, ҡотҡарыусылар, янғын һүндереүселәр тураһында мәғлүмәттәр урынлаштырыла.
Өфө Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнөнә ҡушыла

Спорт байрамы 7 октябрҙә "Ҡашҡаҙан" паркында ойошторола. Унда ҡатнашыусылар 2 мең 23 метрҙы атлап үтә. Шулай уҡ чемпиондар менән фитнес күнекмә була. Почетлы ҡунаҡ итеп 4 тапҡыр Олимпия чемпионы, Рәсәй олимпия комитеты рәйесе Станислав Поздняков саҡырылған, тип хәбәр итәләр Республика спорт министрлығынан.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда йылытыу миҙгеле башланды

3 октябрҙән балалар баҡсаларына, мәктәптәргә һәм дауахана учреждениеларына йылы бирелә. Был турала бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендә үткәрелгән оператив кәңәшмәлә һүҙ барҙы. Федераль ҡануниәткә ярашлы, уртаса һауа температураһы биш көн рәттән 8 градус йылынанан түбәнерәк күрһәтһә, йылы бирелергә тейеш. Торлаҡ йорттарҙа йылының бөгөндән бирелеүе күп фатирлы йорт хужаларының дөйөм йыйылышында хәл ителә, уның һөҙөмтәләре буйынса протокол идарасы компанияға ебәрелә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шайморатов батальоны яңы яугирҙар менән тулыланды

Әле яҡташтарыбыҙ буласаҡ командирҙары менән осрашып обмундирование, хәрби һөнәрҙәргә бүленеү, присяга ҡабул итеү менән мәшғүл. Ошо арала күнекмәләр полигонында хәрби әҙерлек башлана.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан эшҡыуарҙары махсус хәрби операциялағы яугирҙар өсөн ырғаҡтар эшләй

Яҡташтарыбыҙ алғы һыҙыҡҡа 3 меңдән ашыу тимер ырғаҡ оҙатҡан да инде. Тимер конструкциялар, ҡоролмалар эшләү менән шөғөлләнгән оҫталар өсөн сапер ырғағы эшләү ҡатмарлы түгел. Бер тимер япмаһынан 300-ҙән ашыу әйбер сыға. Бары тик сеймалдың сифатлы булыуы, ырғаҡтың дөрөҫ итеп эшләнеүе шарт. Сөнки был ҡоролма яугирҙарҙы яу яланынан алып сығырға ла, миналарҙы зарарһыҙландырырға ла ярҙам итә.
👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстары берлеге» активистары хәрбиҙәргә гуманитар ярҙам оҙатты

Үҙебеҙҙекеләр өсөн. «Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстары берлеге» активистары махсус операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға даими рәүештә гуманитар ярҙам ойоштора. Эшҡыуарҙар яугирҙар заявкаһы буйынса кәрәкле әйберҙәрҙе һәм транспорт сараларын туплап, ылауҙы үҙҙәре алып бара. Изге эшкә Баймаҡ эшҡыуарҙарынан тыш, активистар Сибай ҡалаһынан, Әбйәлил, Хәйбулла райондарын, Силәбе өлкәһенән дә ҡушылған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала бәшмәк миҙгеле дауам итә

Әммә тәжрибәһеҙ бәшмәкселәр кәрзиненә эләккән ағыулылары йыш ҡына хәүеф янауы ихтимал. Ниндәй бәшмәктәрҙе йыйырға мөмкин, ашарға яраҡлылары ҡайҙа үҫә? Ниндәйҙәре «Ҡыҙыл китап»ҡа киндерелгән? Яуап видеояҙмала.
1
Башҡортостан юл хеҙмәткәрҙәре Луганск халыҡ республикаһында эшләй

Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов белдереүенсә, быйыл 26 километрҙа эштәр ҡаралған. Әле ремонт аҙағына яҡынлаша. Красный Луч ҡалаһында тағы ике урамды төҙөкләндерергә кәрәк. Ике-өс аҙнанан юл хеҙмәткәрҙәре Башҡортостанға әйләнеп ҡайтырға тейеш. - Бындай эш киләһе йыл да дауам итә. Төҙөкләндерелергә тейеш юлдар исемлеге әҙерләнгән, - тине министр.
1
Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова китап уҡыусылар менән осраша

“Рәхмәт”, яҙмыш” тигән сара ижадсының 75 йәшлек юбилейы уңайынан ойошторола. Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы 20-нән ашыу китап авторы. Әҫәрҙәре сит телдәргә тәржемә ителгән, шиғырҙарына йыр яҙылған. Гөлфиә Юнысова оҙаҡ йылдар “Башҡортостан ҡыҙы” журналы редакцияһын етәкләне. Федераль һәм республика парламенты, Өфө ҡала Советы депутаты булды. Яңыраҡ шағирәгә “Өфөнөң Почетлы гражданы” тигән исем бирелде.
👍1
Танылған ғалим Фирҙәүес Хисаметдинова вафат булды

Уға 73 йәш ине. Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы 1950 йылдың 1 ғинуарында Әбйәлил районы Рәхмәт ауылында тыуа. Белорет педагогия училищеһын, Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай. Белорет һәм Ауырғазы райондары мәктәптәрендә рус теленән уҡыта. Телгә һөйөүе уны СССР Фәндәр академияһының Тел ғилеме институты аспирантураһына илтә. Ул 1980 йылда кандидатлыҡ, 1993-тә докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. Өс йыл республика Мәғариф министрлығын етәкләй. “Республикабыҙ ҙур юғалтыу кисерә”, - ти фәлсәфә фәндәре докторы, профессор Фәнил Фәйзуллин.
😢1
Фигуралы шыуыу оҫталары Өфөгә килә

Баш ҡалала конькиҙа шыуыу буйынса Бөтә Рәсәй ярышы уҙғарыла. Шулай уҡ үҫмерҙәр араһында “Ҡурай иле” тигән турнир була. Спорт сараһына ҡунаҡ булараҡ Олимпия чемпиондары Алина Заһитова, Камила Вәлиева, Виктория Синицина, Никита Кацалапов саҡырылған.
1
Башҡортостанда йылытыу миҙгеле башлана

Бөгөндән бөтә социаль ойошмаларға йылы бирелә. Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Юрий Палтусов ошо турала хәбәр итте.
Закон буйынса һауа температураһы 5 көн рәттән 8 градустан түбән булһа, йорттарға йылы бирелә. Республикала әле 20 район-ҡалала социаль ойошмалар һәм 776 күп фатирлы йорт йылытыла.
Миңлеғәли Шайморатов батальоны тулыланды

Хәрби берләшмәгә яңы ҡушылған һалдаттар Луганск халыҡ республикаһында күнекмә үтә башлаған. Әҙерлек ике аҙнанан ашыу дауам итә. Ҡаҙаҡ, Әхмәр, Валис һәм Башҡорт ҡушаматлы яугирҙәр әйтеүенсә, ҡаһарман исемен йөрөткән батальонға эләгеү ҙур ғорурлыҡ.
Башҡортостанда “Геоһынау” халыҡ-ара чемпионаты йыл һайын ойошторола

Хөкүмәттә шул турала хәбәр ителде. Ярышҡа алыҫ сит илдәрҙән белгестәрҙе лә саҡырырға ниәтләйҙәр. Унда Ҡытай, Көньяҡ Африка, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Нигериянан командалар ҡатнашырға теләк белдергән.“Геоһынау” халыҡ-ара чемпионаты Башҡортостанда беренсе тапҡыр 16-22 сентябрҙә ойошторолдо. Унда Рәсәйҙең 13 төбәгенән һәм Ҡаҙағстандан 200-ҙән ашыу студент ҡатнашты. Ярыштар Өфө ҡалаһында, Шишмә һәм Архангел райондарында үтте. Студенттар Ишембай һәм Ғафури райондарында үҙенсәлекле геологик тәбиғәт ҡомартҡыларында экскурсияла булды.
Башҡортостанда иҫке торлаҡтан күсереү буйынса адреслы яңы программа эшләй башлай

Ул 2017 йылдың 1 ғинуарынан һуң авария хәлендә тип танылған күп фатирлы йорттарға ҡағыла. Исемлеккә 580 торлаҡ индерелгән. Республикала 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем авария хәлендә тип табылған йорттарҙан күсереү программаһы тамамланып килә.
Бөгөн Өфөлә филармониялар фестивале асыла

Башҡорт дәүләт филармонияһының 85-се ижад миҙгеле ҙур тамаша менән башлана.Гала-концертта халыҡ уйын ҡоралдары, тынлы, эстрада-джаз оркестрҙары, академия хор капеллаһы ҡатнаша. Шулай уҡ Сибай, Стәрлетамаҡ, Учалы, Нефтекама филармонияһы артистары сығыш яһай. Яңы миҙгелгә старт биргән тамаша бөгөн була. Үҫмерҙәр һәм йәштәр билет алғанда Пушкин картаһын файҙалана ала.
Башҡортостанда шәкәр сөгөлдөрө баҫыуҙарының 46 процентында эш теүәлләнгән

Бөгөнгә 732 мең тоннанан ашыу уңыш йыйып алынған. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл шәкәр сөгөлдөрөн 19 район хужалыҡтары үҫтергән, 49 мең гектар ер сәселгән. Башҡортостанда үҫтерелгән татлы тамыр үҙебеҙҙәге заводтарға оҙатыла. Раевка һәм Шишмәлә көн һайын 5-әр мең тонна сөгөлдөр эшкәртелә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Быйыл республика ауыл-ҡалаларында 4 мең берәмектән ашыу заманса медтехника ҡуйыу күҙаллана

Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан Башлығы белдерҙе. Төбәк етәксеһе фекеренсә, юғары теүәллектәге медицина тикшеренеүҙәре менән республикала йәшәүсе һәр кем ҡуллана алырға тейеш. Һуңғы 4 йылда төбәк дауаханалары рентгендиагностикалау комплекстары, 161 маммограф, флюорограф, ангиограф һәм компьютер томографтары менән йыһазландырылған.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн Бөтә донъя айыҡлыҡ һәм алкоголизмға ҡаршы көрәш көнө

Ошо уңайҙан әлеге минуттарҙа «Торатау» конгресс-холында «Айыҡ ауыл: граждандар башланғыстары һәм социаль практика» төбәк-ара семинар-кәңәшмәһе үтә. Осрашыуҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә ойошторған.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө районында йәшәүсе махсус операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға УАЗ автомобиле тапшырырға йыйына

Хәрбиҙәргә тәғәйен посылка. Өфө районынан Рөстәм Минғәзов сираттағы оҙон сәфәргә сығырға әҙерләнә. Был юлы ла ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға УАЗ автомобиле тапшырырға йыйына. Ирекмәндең юлға сығыуын «Сарафан радио»һы аша хәрбиҙәрҙең яҡындары ла ишетә. Мөмкинлек менән файҙаланып улар ҙа Ватан һаҡсыларына үҙ күстәнәстәрен әҙерләгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Туристик инфраструктураны үҫтереүгә 1 миллиард ярым һум күләмендә федераль ярҙам

Башҡортостан эшҡыуарҙары кемпингтар һәм автокемпингтар төҙөүгә, пляждарҙы һәм милли турмаршруттарҙы төҙөкләндереүгә, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн уңайлы туристик мөхитте үҫтереүгә грант еңгән. Проекттарҙың береһе Ҡариҙел районының Ҡыҙыл Үреш ауылында тормошҡа ашырыласаҡ. Урындағы «Груздевтар ихатаһы» эргәһендәге йылға буйында пляж барлыҡҡа киләсәк.
👍1