Башҡортостан халҡын башҡорт теленән олимпиадала белемен һынарға саҡыралар
Онлайн интеллектуаль сара 11-15 октябрҙә ойошторола. Унда һәр кем ҡатнаша ала. Олимпиада өс кимәлдә уҙа. Башҡорт телен өйрәнә башлағандар, иркен аралашҡандар һәм төрлө диалектарҙа һөйләшкәндәр өсөн айырым үткәрелә. Туған телдән белемде һынап ҡарау өсөн олимпиада сайтында теркәлергә һәм 45 минут дауамында 30 һорауға яуап бирергә кәрәк. Һәр ҡатнашыусыға сертификат тапшырыла.

Өфөнән Айгөл Аллағолова “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы сафына баҫҡан
46 йәшлек ҡатын улы һәләк булғандан һуң махсус хәрби операцияға барырға ҡарар итә. Альберт Аллағолов Өфө кадет корпусында белем ала, нефть университетын тамамлай. Бала саҡтан хәрби булырға хыяллана. Диплом алғандан һуң контракт төҙөй. Хәрби бурысын үтәгәндә ғүмере өҙөлә. үлгәндән һуң Ҡаһарманлыҡ һәм Шайморатов ордендарына күрһәтелә. Ул йәшәгән йортҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған. Һалдаттың әсәһе бер нисә тапҡыр махсус операция биләмәһенә барырға тырышып ҡарай. Ялан кухняһы ашнаҡсыһы курсын тамамлай. Июндә Оборона министрлығы менән килешеү төҙөй. Әммә ҡатын икенсе хәрби часткә эләгә. “Был турала Республика Башлығы Радий Хәбиров белеп ҡалған. Рәхмәт уға! Мине “Башҡортостан” полкына күсерҙеләр. Бөгөн мин үҙебеҙҙең егеттәр янында”, - тип белдергән Айгөл Аллағолова.

👍1
Рәсәй бюджеты социаль йүнәлешле булып ҡала
Премьер-министр Михаил Мишустин вице-премьерҙар менән кәңәшмәлә киләһе йылдарға ҡаҙна проекты буйынса фекер алышты. Финанс документ сентябрь аҙағында Дәүләт Думаһына индерелде. Балалы ғаиләләргә берҙәм пособие түләү өсөн алдағы өс йылда 4,4 триллион һум һалына. Мохтаждарға дарыуҙар тапшырыу, медицина ойошмалары һәм мәктәптәрҙе төҙөкләндереү, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн етерлек аҡса бүленә. 2024 йылда бюджет 35 триллион һумға тулылана.

Республика Хөкүмәтендә үҙгәрештәр бар
Радий Хәбировтың Указдары менән вице-премьер Илшат Тажетдинов, Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров вазифаларынан бушатылды. Документтар менән рәсми мәғлүмәттәр порталында танышырға мөмкин. Был чиновниктар республика парламенты депутаттары итеп һайланды. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай яңы составта тәүге ултырышҡа иртәгә йыйыла.

Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы ауыл һәм ҡалалар өсөн 33 автобус ала
Ведомство “Луидор-Уфа” компанияһы менән 204 миллион һумға килешеү төҙөгән. Дәүләт һатып алыуҙары сайты мәғлүмәттәре буйынса бер транспорт 6 миллион 200 меңгә төшә. Автобустар быйыл сығарылған булырға, 50-нән ашыу пассажирға иҫәпләнергә тейеш. Транспорт ЭРА-ГЛОНАСС һәм тахограф менән йыһазландырыла.

Рәсәйҙә армияға саҡырылған егеттәр махсус хәрби операцияла ҡатнашмай
Оборона министры Сергей Шойгу Ҡораллы көстәр етәкселеге менән үткәргән кәңәшмәлә шулай тип белдерҙе. Быйыл көҙ 130 меңдән ашыу 18-27 йәшлек егеттәр армияға алына. Башҡортостандан 4 мең егет һалдат кейемен кейәсәк. Көҙгө саҡырылыш декабрь аҙағына тиклем дауам итә. Сергей Шойгу белдереүенесә, Генераль штаб махсус хәрби операцияға бәйле өҫтәмә мобилизация үткәрергә йыйынмай.

Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнән һалдат әсәһе «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы сафына баҫҡан
46 йәшлек ханым улы һәләк булғандан һуң махсус хәрби операцияға юлланырға ҡарар итә. Бер нисә тапҡыр махсус операция биләмәһенә барырға тырышып ҡарай. Ялан кухняһы ашнаҡсыһы курсын тамамлай. Июндә Оборона министрлығы менән килешеү төҙөй. Әммә ҡатын икенсе хәрби часткә эләгә. «Башҡорт батальондары» телеграмм каналында яугир әсәһе Радий Хәбировҡа рәхмәт әйтеп, үҙен «Башҡортостан» полкына күсереүҙәрен, бөгөн үҙебеҙҙең егеттәр эргәһендә булыуын белдергән.

Башҡортостанда өйләнешеүҙәр артҡан, айырылышыуҙар кәмегән
Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты ярты йыллыҡ һөҙөмтәләр менән таныштырҙы. Ғинуарҙан июлгәсә 9 мең 223 яңы ғаилә барлыҡҡа килгән. Үткән йылға ҡарағанда, 275-кә күберәк. Быйыл 6 айҙа 8 мең 126 ғаилә тарҡалған. Был күрһәткес 38-гә әҙерәк. Дәүләт комитет белгестәре шулай уҡ популяр исемдәрҙе атаны. Республикала малайҙарға Әмир, Марк, Тимур, ә ҡыҙҙарға Әминә, София, Ева тигән исемдәрҙе йышыраҡ ҡушалар.

Махсус хәрби операция биләмәһендәге Башҡортостан яугирҙарына гуманитар ярҙам
Был юлы уны Мәсетле районы вәкилдәре әҙерләгән. Яҡташтарыбыҙға 3 автомобиль, урман материалдары һәм шәхси посылкалар тапшырыласаҡ. Район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин белдереүенсә, «УАЗ» автомобиле райондың сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары көсө менән алынған. Урындағы янғын часы хеҙмәткәрҙәре транспорт сараһына техник әҙерлек үткәргән. Тағы ла бер УАЗ - еңеүгә «Ышаныслы тыл» хәрби туғанлыҡ ойошмаһы өлөшө.

Башҡортостанда һәр икенсе күп фатирлы йортта ремонт үткәрергә кәрәк
Торлаҡ һәм төҙөлөшө күҙәтеү буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡала һәм ауылдарҙа ҡатлы йорттарҙың күбеһе 40 йылдан ашыу элегерәк төҙөлгән. 2008 йылдан республикала 1 мең 800 күп фатирлы йорт төҙөкләндерелгән. Быйыл капиталь ремонт программаһы буйынса 657 торлаҡ тәртипкә килтерелә. Ҡайһы бер йорттарҙа өҫтәп ҡыйыҡ ремонтлау эше лә индерелгән.

Башҡортостан хужалыҡтарына өҫтәмә 152 миллион һум тапшырыла
Федераль субсидия льготалы шарттарҙа кредит юлларға мөмкинлек бирә. Әле Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы беҙҙең республика хужалыҡтарынан 9,5 миллиард һумға 300-ҙән ашыу заявканы хуплаған. Льготалы кредитлау программаһы миҙгелгә бәйле баҫыу эштәрен ваҡытында атҡарып сығырға мөмкинлек бирә. Хужалыҡтар банктан түбән процентҡа кредит юллай, ҡалған өлөшө дәүләт иҫәбенән ҡаплана.

This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Республика Хөкүмәтендә үҙгәрештәр
Радий Хәбировтың Указдары менән Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов, Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров вазифаларынан бушатылды. Документтар менән рәсми мәғлүмәттәр порталында танышырға мөмкин. Был чиновниктар республика парламенты депутаттары итеп һайланды. Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай яңы составта тәүге пленар ултырышҡа иртәгә йыйыла.
Шулай уҡ республика башлығы Указы менән республиканың Мәғариф һәм фән министры вазифаһын башҡарыусы итеп Илдар Мәүлитбирҙин тәғәйенләнде. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыу Кирилл Первовҡа йөкмәтелде.

Өфөлә педагогик эшмәкәрлектә уңыш ҡаҙанған бер төркөм уҡытыусылар тәбрикләнде
Уҡытыусыларҙың һөнәри байрамы алдынан педагогик эшмәкәрлектә уңыш ҡаҙанған бер төркөм уҡытыусылар бөгөн Хөкүмәт йортонда тәбрикләнде. 40 һөнәр алдынғыһына федераль грант тапшырылды, шулай уҡ бер төркөм мөғәллим Рәсәйҙең «Мәғариф алдынғыһы» маҡтаулы исеменә лайыҡ булды.
Уҡытыусыларҙың һөнәри байрамы алдынан педагогик эшмәкәрлектә уңыш ҡаҙанған бер төркөм уҡытыусылар бөгөн Хөкүмәт йортонда тәбрикләнде. 40 һөнәр алдынғыһына федераль грант тапшырылды, шулай уҡ бер төркөм мөғәллим Рәсәйҙең «Мәғариф алдынғыһы» маҡтаулы исеменә лайыҡ булды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Граждандар оборонаһы ғәскәрҙәре көнө
Өфө районы Дорогин ауылындағы Советтар Союзы Геройы Александр Пикунов исемендәге мәктәбендә иҫтәлекле датаға бәйле саралар үтте.
Өфө районы Дорогин ауылындағы Советтар Союзы Геройы Александр Пикунов исемендәге мәктәбендә иҫтәлекле датаға бәйле саралар үтте.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда 52 ир-уҙаман «Атайлыҡ даны» йәмәғәт наградаһы менән бүләкләнде
Тантана бөгөн баш ҡаланың «Торатау» Конгресс-холлында үтте. Йола буйынса йәмәғәт наградаһы төрлө тармаҡта фиҙаҡәрлек күрһәткән, күп бала тәрбиәләгән атайҙарға тапшырыла. Тәбрикләү сараһы хаҡында киләһе яҙмала.

Рәсәйҙә Уҡытыусы аҙналығы башланды
Мәғариф министрлығы тәҡдиме менән 8 октябргә тиклем педагогтарға рәхмәт белдергән саралар үткәрелә. Бөгөн Мәскәүҙә “Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы”, “Йыл тәрбиәсеһе” һәм “Илдең йыл директоры”, “Илдең педагог-психологы”, “Йыл оҫтаһы”, “Йөрәгемде балаларға бирәм” педагогик бәйге еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһы уҙа. Аҙналыҡ “Педагог һәм остаз менән бер көн” тигән акция тамамлана. 2023 йыл ил Президенты Указы буйынса, Педагог һәм остаздар йылы тип иғлан ителде.

Өфөләге Пугачев урамы янында урау юл асыла
Күләмле реконструкция эштәренең киләһе этабына күсеү маҡсатында Пугачев һәм Ағиҙел урамы киҫелешендә 550 метрлыҡ урау юл һалынды. Унда әле тейешле билдәләр һәм кәртәләр ҡуйыла. Бынан тыш, 10 октябрҙә Зәйнәб Биишева урамы аша Генерал Рыленко урамы өҫтөндәге юлдан да хәрәкәт асыла, тип хәбәр итәләр ҡала хакимиәтенән.

Башҡортостанда урта һөнәри уҡыу йорттары өсөн студент ҡаласығы төҙөлә
Мәскәүҙә Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров “Синергия” корпорацияһы президенты Вадим Лобов менән осрашты. Мәғариф институты ярҙамында Өфөлә Һөнәри белем биреү үҙәген ойоштороу ҡарала. Бынан тыш, “Синергия” корпорацияһы беҙҙең республикала ҙур юғары технологик глэмпинг төҙөргә ниәтләй. Бының өсөн 150 миллион һум йәлеп ителә. Туристик өлкәлә белгестәр әҙерләү өсөн “Туризм академияһы” тигән проект тормошҡа ашырыла. Тиҙҙән корпорация белгестәре Башҡортостанға килеп туристик мөмкинлектәр менән танышасаҡ.

Башҡортостанда халыҡ эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләй
Сентябрҙә 1 мең 300-ҙән ашыу кеше халыҡ мәшғүллеге үҙәктәренә бизнес консультациялар һорап мөрәжәғәт иткән. Йыл башынан бындай халыҡ һаны 14 меңгә еткән. Уҙған йылға ҡарағанда 8 процентҡа артҡан. Рәсми эшһеҙ статусы алғандар үҙ эшен асыу өсөн 350 мең һумға тиклем түләү юллай ала. Социаль контракт ярҙамында эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә башларға була. Бынан тыш, түләүһеҙ бизнес курстар үтеп 150 мең һумлыҡ грант оторға мөмкин.