Башҡортостанда урта һөнәри уҡыу йорттары өсөн студент ҡаласығы төҙөлә
Мәскәүҙә Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров “Синергия” корпорацияһы президенты Вадим Лобов менән осрашты. Мәғариф институты ярҙамында Өфөлә Һөнәри белем биреү үҙәген ойоштороу ҡарала. Бынан тыш, “Синергия” корпорацияһы беҙҙең республикала ҙур юғары технологик глэмпинг төҙөргә ниәтләй. Бының өсөн 150 миллион һум йәлеп ителә. Туристик өлкәлә белгестәр әҙерләү өсөн “Туризм академияһы” тигән проект тормошҡа ашырыла. Тиҙҙән корпорация белгестәре Башҡортостанға килеп туристик мөмкинлектәр менән танышасаҡ.

Башҡортостанда халыҡ эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләй
Сентябрҙә 1 мең 300-ҙән ашыу кеше халыҡ мәшғүллеге үҙәктәренә бизнес консультациялар һорап мөрәжәғәт иткән. Йыл башынан бындай халыҡ һаны 14 меңгә еткән. Уҙған йылға ҡарағанда 8 процентҡа артҡан. Рәсми эшһеҙ статусы алғандар үҙ эшен асыу өсөн 350 мең һумға тиклем түләү юллай ала. Социаль контракт ярҙамында эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә башларға була. Бынан тыш, түләүһеҙ бизнес курстар үтеп 150 мең һумлыҡ грант оторға мөмкин.

Башҡортостан предприятиелары Мәскәүҙә халыҡ-ара форумда ҡатнаша ала
"Рәсәйҙә эшләнгән" тигән йыйын экспортлаусыларға ярҙам, халыҡ-ара баҙарҙа конкуренция мөмкинлеген яҡшыртыу маҡсатында уҙғарыла. Форум октябрь аҙағында ойошторола. Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева белдереүенсә, беҙҙә "Башҡортостанда эшләнгән" тигән проект ғәмәлгә ашырыла. Әле унда 200-ҙән ашыу компания ҡатнаша. Башҡортостанда 1 мең 300-гә яҡын экспортер бар.

Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Беҙ Башҡортостан 3.0 төҙөлөшөнә күсәбеҙ
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың беренсе ултырышында ҡатнашып шулай тип билдәләне. Төбәк етәксеһе депутаттарҙы парламенттың яңы составында эш башлауҙары менән ҡотланы, закон сығарыу эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләне. Киләһе йылда беҙгә мөһим һайлау кампанияларын - тәү сиратта, яҙғыһын Рәсәй Президентын һайлауҙы, шулай уҡ көҙгөһөн республика башлығын, район һәм ҡала советтары депутаттарын һайлауҙы лайыҡлы үткәрергә тура киләсәк. Төп бурысыбыҙ - илде, иҡтисадыбыҙҙы, оборона ҡеүәтен нығытыуға, кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән курсты дауам итеү, тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы уҡытыусыларҙы һөнәри байрамы менән тәбрикләне
Башҡортостан башлығы уҡытыусыларҙы һөнәри байрамы менән тәбрикләп, Борай районынан педагогтар династияһы тураһында яҙған. Яҙмаһы менән Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә бүлеште.
Башҡортостан башлығы уҡытыусыларҙы һөнәри байрамы менән тәбрикләп, Борай районынан педагогтар династияһы тураһында яҙған. Яҙмаһы менән Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә бүлеште.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
7-се саҡырылыш Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың беренсе ултырышы үтте
Беҙ Башҡортостан 3.0 төҙөлөшөнә күсәбеҙ. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың беренсе ултырышында ҡатнашып шулай тип билдәләне. Төбәк етәксеһе депутаттарҙы парламенттың яңы составында эш башлауҙары менән ҡотланы, закон сығарыу эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләне. Тәүге ултырышта парламент составын ойоштороу эштәре башҡарылды.

Махсус хәрби операция ихтыяждары өсөн туғыҙ резерв полк булдырылған
Улар контракт нигеҙендәгеләр менән даими тулылана. Был турала илдең Оборона министры Сергей Шойгу белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, әрмегә юғары мотивлы, хәрби бурыстарҙы үтәүгә әҙер булған ватандаштарыбыҙ килә. Быйыл сентябрҙә генә ведомство менән 50 меңдән ашыу кеше контракт төҙөгән. Йыл башынан контракт буйынса хеҙмәткә һәм ирекле формированиеларға 335 меңдән ашыу кеше ҡушылған. Оборона министры шулай уҡ махсус хәрби операция биләмәһендә ҡатын-ҡыҙҙар ир-егеттәрҙән кәм булмаған бурыстарҙы үтәүен билдәләне.

Махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы медицина десанты килде
Рәсәй яугиры үткер тешле булырға тейеш. Махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы медицина десанты килде. Күсмә стоматология табиптары алғы һыҙыҡҡа уҡ барып етеп һалдаттарҙың тештәрен дауалай. Комплекс хәрби бәрелештәр барған ергә Радий Хәбиров башланғысы менән оҙатылды һәм бындай уңайлыҡтар башҡа бер генә төбәктә лә юҡ.

2024 йылда Башҡортостан «Стимул» федераль программаһы буйынса 750 миллион һум өҫтәлмә аҡса аласаҡ
Бүленгән аҡса илдең башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда иң ҙур күләм. Был турала республика төҙөлөш ойошмалары ассоцияцияһының күсмә кәңәшмәһе барышында Рәсәй төҙөлөш һәм торлаҡ коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Никита Стасишин белдерҙе. Башҡортостан торлаҡ төҙөлөшө күрһәткестәре буйынса илдә рекордлы күрһәткестәргә өлгәште, быйыл 3 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ сафҡа индерелә. Күсмә кәңәшмә «Тәбиғәт урманы» торлаҡ комплексы биләмәһендә уҙҙы.

Радий Хәбиров уҡытыусыларҙы һөнәри байрамы менән тәбрикләне
Иң мәрхәмәтле һөнәр эйәләре, йәки күңелгә яҡын байрам. Уҡытыусылар көнө һүҙ барғанда һәр кем йөрәк түрендә һаҡланған иң йылы хис-тойғоларын еткерергә тырыша. Сөнки тормошта һәр кемдең уҡытыусыһы бар, мәктәп этабындамы, урта һөнәри йәки юғары уҡыу йортондамы. Улар барыһы ла беҙҙең остаздарыбыҙ, оло тормошҡа аяҡ баҫтырыусылар. Бөгөн педагогтарҙы һөнәри байрам менән Республика башлығы тәбрикләне. Радий Хәбиров хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградаларын да тапшырҙы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һөнәри байрам уңайынан уҡытыусыларҙы тәбрикләне
Республика етәксеһе мәғариф учреждениеларында эшләүсе педагогтарға дәүләт наградалары, йәш белгестәргә грант сертификаттары тапшырҙы. Ауыл мәктәптәрендә балалар уҡытҡан өс тиҫтәгә яҡын уҡытыусы 690 мең һум тәшкил иткән матди ярҙам алып ҡыуанды.
Республика етәксеһе мәғариф учреждениеларында эшләүсе педагогтарға дәүләт наградалары, йәш белгестәргә грант сертификаттары тапшырҙы. Ауыл мәктәптәрендә балалар уҡытҡан өс тиҫтәгә яҡын уҡытыусы 690 мең һум тәшкил иткән матди ярҙам алып ҡыуанды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Контрадмирал Михаил Бакаев исемендәге балалар үҙәгендә асыҡ ишектәр көнө үтте
Үҫеп-килеүсе йәш быуынды хәрби-патриотик рухта тәрбиәләүсе сараларҙы БЮТ ижади төркөмө лә күҙәтте. Был хаҡта тулыраҡ видеояҙмала.

❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда турбина заводы төҙөү өсөн 9 миллиард һум инвестиция һалыныуы мөмкин
Проект Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған «Инвестиция сәғәте»ндә ҡаралды. Осрашыуҙа инвесторҙар үҙ проекттары менән таныштырҙы. Дүрт проект Республика етәкселегендә ҡыҙыҡһыныу уятты, улар сәнәғәт һәм хеҙмәтләндереү өлкәһе буйынса. Был проекттарға өҫтөнлөклө статусы һәм һалым ташламалары бирергә тәҡдим ителде.

Радий Хәбиров МХО-ла ҡатнашҡан бер төркөм яугирҙарҙы дәүләт наградалары менән бүләкләне
«Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!» Республика көнө алдынан Башҡортостан башлығы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан бер төркөм яугирҙарҙы дәүләт наградалары менән бүләкләне. Тантана бөгөн Өфөлә уҙҙы. Һеҙ беҙҙең геройҙар. Һөр берегеҙ тураһында айырым йылы һүҙҙәр әйтергә мөмкин. Тоғро хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм,- тине Радий Хәбиров тәбрикләү телмәрендә.

Республикала махсус хәрби операция геройҙарына арналған китап донъя күрҙе
Уның авторы яҙыусы, "Ағиҙел " журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин. Ул быйыл Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикаларында эш сәфәрендә булды. “СВОими глазами” китабына Тәтешле егете Фәнис Хөсәйенов хаҡында "Бер ғүмер етмәй икән" очергы һәм "Ҡыҙарып сейә бешкән мәл ине" юлъяҙмаһы ингән. Был әҫәрҙәрҙе халыҡ яратып ҡабул иткән. Мәҫәлән, очеркты социаль селтәрҙәрҙә 7 миллиондан ашыу кеше уҡыған.

Республика Үзбәкстанға күберәк тауар оҙата башлаған
Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдереүенсә, быйыл Ташкентҡа экспорт 26 процентҡа артҡан. “Тышҡы тауар әйләнәше буйынса Үзбәкстан 8-се урында тора. Үзбәкстан төбәктәре менән хеҙмәттәшлек итеү тураһында план әҙерләнек. Ауыл хужалығы, мәғариф, мәҙәниәт, спорт өлкәһендә бәйләнештәрҙе нығытыу ҡарала”, - тине Рөстәм Моратов. Быйыл Ташкентта Башҡорт эшҡыуарҙары клубы булдырылды. Ул республиканың иҡтисади мөмкинлектәре менән таныштыра. Шулай уҡ Сауҙа йорто асыу ниәте бар.

Илдә хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырылыш башланды
Республиканан Ҡораллы көстәргә 4 мең самаһы ир-егетте алыу ҡарала. Улар 18 йәштән 27 йәшкә тиклемгеләр. Башҡортостан хәрби комиссары Михаил Блажевич белдереүенсә, тәүге эшелонды октябрь уртаһында оҙатыу көтөлә. Повестка алып та, хәрби комиссариатҡа килмәүселәргә 30 мең һумға тиклем штраф һалыныуы ихтимал.

This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн Өфөнөң «Салауат Юлаев» клубы Магнитогорскиҙа урындағы «Металлург» менән көс һынаша
«Металлург» әлеге ваҡытта 23 мәрәй менән турнир таблицаһының беренсе баҫҡысын биләй. 14 мәрәй туплаған «юлаев»сылар һигеҙенсе урында. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Шаршамбы үткән ситтәге матчта яҡташтарыбыҙ Силәбенең «Трактор»ын 4:0 иҫәбе менән ҡыйратҡайны. Хужалар ҡапҡаһына яуапһыҙ шайбаларҙы Евгений Бирюков, Вячеслав Лещенко һәм ике тапҡыр Артём Пименов индерҙе. Бөгөнгө осрашыу киске сәғәт 7-лә башлана. Уйындың тура трансляцияһын беҙҙең телеканалда ҡарағыҙ.

Коронавирус менән ауырыусылар арта
Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бер тәүлектә 79 кешелә “ковид-19” вирусы асыҡланған. Кисә 75 кешелә инфекция раҫланған. Әле дауаханала 100-ҙән ашыу пациент, өй шарттарында 850-нән ашыу кеше дауалана. Табиптар әйтеүенсә, уларҙың өстән бер өлөшө өлкән йәштәгеләр. Үткән тәүлектә 136 кеше һауыҡҡан. Республикала халыҡты грипп һәм коронавирустан вакциналау дауам итә.

Өфөлә йәшәүсе ҡатынға смас-лифтинг процедураһы ҡот осҡос эҙемтәләргә килтергән
Йәшәреү урынына, йәрәхәт. Өфөлә йәшәүсе ҡатынға смас-лифтинг процедураһы ҡот осҡос эҙемтәләргә килтергән. Ҡиммәтле хеҙмәтте ул баш ҡала клиникаларының береһендә алған. Осраҡ буйынса республиканың тәфтиш комитеты тикшереү башлаған. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Өфөлә полковник, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Иршат Фәхретдиновҡа иҫтәлекле таҡтаташ асылды
“Иршат Фәхретдинов яугир иптәштәренә һәр ваҡыт ярҙам итте. Ғәҙел һәм намыҫлы кеше булараҡ хәтәрҙе ҡалды”, - ти Башҡортостан Хәрби хәрәкәттәр ветерандары ойошмаһы рәйесе Тимерйән Рәжәпов. Иршат Фәхретдинов ике йыл элек 56 йәшендә коронавирустан вафат булды.