БСТ | Яңылыҡтар – Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
2.27K subscribers
5.33K photos
9.31K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Азат Бадрановҡа генерал Шайморатов миҙалы тапшырылды

Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Дәүләт наградаһы уға ҡыйыулыҡ күрһәткәне һәм хәрби бурысын намыҫ менән үтәгәне өсөн бирелә. Азат Бадранов Башҡортостан етәксеһенә, ҡала һәм район хакимиәте башлыҡтарына хәрбиҙәргә күрһәтелгән ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе.
"Беренсе канал"да Башҡортостанда төшөрөлгән фильм күрһәтелә

Бөгөн "Бизон. Манекен оҫтаһы эше" тигән детектив сериал премьераһы була. Уның ҡайһы бер өлөштәре Учалы тау байыҡтырыу комбинаты карьерында төшөрөлгән, предприятие хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнашҡан. Төп ролде Сергей Безруков башҡара.
Башҡортостан Ливияға гуманитар ярҙам оҙатты

Йөк һыу баҫыуҙан зыян күреүселәргә тәғәйенләнә. Был турала бөгөн хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә белдерелде. 9 тонна ярым йөк Мәскәү өлкәһендәге аэродромға алып барылған. Ливияны быйыл сентябрҙә һыу баҫты, 11 меңдән ашыу кеше һәләк булды.
9 октябрь Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуыуына 127 йыл

Шәһит Әхмәт улы танылған дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, журналист һәм Башҡортостан республикаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Бөгөн Күгәрсен районы вәкилдәре, Өфө Фән һәм технологиялар университеты студенттары баш ҡалала дәүләт эшмәкәренең ҡәберенә сәскә һалды.
👎1
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика көнө алдынан дәүләт наградалары тапшырҙы

Бөгөн төрлө һөнәр эйәләре - ғалимдар, табиптар, энергетиктар, төҙөүселәр, уҡытыусылар, эшҡыуарҙар бүләкләнде. - Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ һөҙөмтәһендә Башҡортостан уңышлы үҫешә, иҡтисадты һәм социаль өлкәне нығыта. Киләсәккә ышаныслы ҡарай. Сәнәғәтселәр һәм ауыл хеҙмәтсәндәренең юғары һөҙөмтәләренә ҡыуанабыҙ, ҙур инфраструктура проекттарын ғәмәлгә ашырабыҙ. Мәктәп, балалар баҡсаһы, дауахана, спорт объекттары төҙөйбөҙ. Ҡала һәм ауылдарҙы тәртипкә килтерәбеҙ. Һеҙҙең һәр берегеҙ республика ғорурлығы, - тине Радий Хәбиров.
Дүртөйлө районы беренселәрҙән булып көнбағыш урыуҙы тамамланы

Майлы культура 2 мең 400-ҙән ашыу гектарҙа үҫтерелде, һәр гектарҙан 23 центнерға яҡын уңыш алынды. Был республика буйынса иң юғары күрһәткес. “Ленин” исемендәге хужалыҡ быйыл да алдынғылыҡты бирмәне, ти райондың баш агрономы Эдуард Янсубаев.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда күп фатирлы торлаҡ йорттарға йылы биреү 12 октябргә тиклем тамамлана

Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә хәбәр ителде. Республикала социаль объекттарҙың 97 процентына йылы ебәрелгән. Бынан тыш, ултырышта торлаҡ-коммуналь хужалыҡ техникаһын ҡышҡыллыҡҡа әҙерләү, ихтыяж юғары булған маршруттарҙа автобустар һанын күбәйтеү һорауҙары ҡаралды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың үҫешенә үҙ өлөшөн индергән төрлө тармаҡ белгестәренә дәүләт наградалары тапшырылды

Республика көнө уңайынан тырыш хеҙмәте менән дан ҡаҙанған, Башҡортостандың үҫешенә үҙ өлөшөн индергән төрлө тармаҡ белгестәренә дәүләт наградалары тапшырылды. Табиптар, ауыл хужалығы белгестәре, төҙөүселәр һәм спортсылар - барлығы һикһәндән ашыу кешенең хеҙмәте лайыҡлы баһаланды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ейәнсура районының Үрге Муйнаҡ ауылы мәҙәниәт йорто ремонттан һуң ишектәрен асты

Ейәнсура районының Үрге Муйнаҡ ауылы халҡы Республика көнөн капиталь ремонттан һуң яңы төҫ алған мәҙәниәт йортонда ҡаршылай. Төҙөкләндереү эштәре төбәк һәм федераль, шулай уҡ урындағы башланғыстарҙы яҡлау проекттарына ярашлы башҡарыла
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда ойошторолған хәрби-десант ғәскәрҙәренең танк батальоны өсөн хәрби күнекмәләр башланды

Уның составында республиканың төрлө район-ҡалаларынан 150 ашыу кеше тупланған. Батальон сентябрь дауамында формалашҡан. Унда танк ғәскәрҙәрендә хәрби хеҙмәт юлы үтеүселәр һәм ошо ғәскәрҙәргә яҡын хәрби һөнәре булғандар алынған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем хәрби хеҙмәт үткән 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр котрактҡа ҡул ҡуя ала. Минималь контракт- бер йыллыҡ. Хәрби хеҙмәткә барырға теләүселәр белешмә өсөн 117 һандарына батальондар формалаштырыу буйынса республика хәрби комиссариатына, үҙәк штабҡа мөрәжәғәт итә ала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Ирҙәр ҡоро» төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзалары атайҙар һәм улдар өсөн сираттағы сара тормошҡа ашырҙы

Көньяҡ Уралдың мөһабәт тауына сәфәр. «Ирҙәр ҡоро» төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзалары атайҙар һәм улдар өсөн сираттағы сара тормошҡа ашырҙы. Был юлы улар Бәләкәй Ямантауға үрләп, Рәүәт ауылындағы шишмә сығанағын төҙөкләндереүҙә ҡатнашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләкән районында «Йәшел Башҡортостан» акцияһы үтте

«Ерҙә эҙең ҡалһын» . Өфөлә йәшәүсе һәм эшләүсе әүҙем йәмәғәтсе, табип-хирург Ринат Заһиҙуллин етәкселегендә ирекмәндәр, тәбиғәт һаҡсылары «Йәшел Башҡортостан» акцияһына ҡушылды. Дәүләкән районында ҡарағай ултыртып, урманды йәшелләндереүселәр хаҡында тулыраҡ видеояҙмала.
1
Башҡортостанда бөгөн Республика көнөнә арналған саралар үтә

Район һәм ҡалаларҙа тантаналы йыйылыш һәм концерттар уҙа. Бүздәк районында “Кесе Ватан мәҙәниәте” федераль проекты үтәлеше менән таныштыралар. Мәҙәниәт йорттарына музыкаль аппаратура, компьютер техникаһы һатып алынды, ижади коллективтар өсөн кейемдәр тегелде. Баймаҡ ҡалаһында 85 йыллыҡ юбилей уңайынан тантаналы саралар уҙа. Ауыл хужалығы йәрминкәһе ойошторола, яңыртылған үҙәк майҙанда үҙэшмәкәр артистар һәм эстрада йондоҙҙары сығыш яһай. Өфөлә Республика көнө уңайынан төп саралар иртәгә үтә.
Бөгөн Ишембай ҡалаһында заманса китап йорто асыла

Модель китапхана юғары тиҙлекле интернет һәм “Милли электрон китапхана”ға тоташыу нөктәһе менән йыһазландырыла, фәнни һәм нәфис йөкмәткеле заманса мәғлүмәт ресурстарынан файҙаланыу, һанлаштырылған ваҡытлы матбуғат менән танышыу мөмкинлеге була. Башҡортостанда “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, 16 яңы быуын китапханаһы эшләй.
Башҡортостан ойошмаларын “Рәсәйҙә эшләнгән” тигән халыҡ-ара экспорт форумына саҡыралар

Мәртәбәле сара киләһе аҙнала Мәскәүҙә уҙа. Унда ҡатнашыу өсөн бөгөн теркәлеп өлгөрөргә кәрәк. Форумда эшҡыуарҙар хәҙерге шарттарҙа тауарҙарын ситкә һатыу мәсьәләһе буйынса фекер алыша, шулай уҡ “Йыл экспортеры” Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре бүләкләнә. Әйткәндәй, беҙҙең республиканан өс компания финалға сыҡты.
Беларустә бөгөн Башҡортостан әҙәбиәте көндәре башлана

Унда беҙҙең республиканан яҙыусылар делегацияһы ҡатнаша. Яҡташтарыбыҙ ҙур мәҙәни сараларҙа сығыш яһай. Уның барышында китап күргәҙмәләре, түңәрәк өҫтәлдәр, осрашыуҙар, концерттар ойошторола. Әҙәбиәт көндәре уңайынан беларус теленә тәржемә ителгән Башҡортостан яҙыусылары әҫәрҙәре махсус нәшер ителде. Беҙҙең республикала иһә Беларусь әҙәбиәте антологияһын булдырыу буйынса эш алып барыла.
Башҡортостанда йылытыу миҙгеленә бәйле субсидия түләнә

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, финанс ҡыйынлыҡтар сәбәпле торлаҡ-коммуналь хеҙмәт өсөн түләй алмаған ғаилә йәки айырым кеше ярҙамға өмөт итә ала. Республикала йылытыу миҙгеле сентябрҙән апрелгә тиклем ҡаралған. Быйыл ул октябрҙә башланды. Сентябрь өсөн субсидия ҡайтанан иҫәпләнә.
Башҡорт театры бөгөн Будапешта сығыш яһай

Венгрия баш ҡалаһында Халыҡ-ара театраль олимпиада уҙа. Фестивалдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сығыш яһай. Артистар режиссер Айрат Абушахманов сәхнәләштергән “Джут” спектаклен күрһәтә. Театр директоры Иршат Фәйзуллин әйтеүенсә, башҡорт театры – Рәсәй исеменән сығыш яһаған берҙән-бер коллектив.
Бөгөн Башҡортостанға рәсми сәфәр менән Беларусь Премьер-министры Роман Головченко килде

"Өфө" аэропортында уны Радий Хәбиров ҡаршы алды. Бөгөн иген эшкәртеү буйынса "АМКОДОР-Ағиҙел" заводын асыу ҡаралған. Бынан тыш Роман Головченконың Өфө трамвай-троллейбус заводында булыуы планлаштырылған. Башҡортостан муниципалитеттарына коммуналь техника тапшырыла. Иртәгә Беларусь Премьер-министры Республика көнө уңайынан тантаналарҙа ҡатнаша.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡтан өс ҡатын махсус хәрби операцияға юлланды

Шәфҡәт туташы булып хеҙмәт итәсәк ханымдар яу биләмәһенә барырға теләген күптән белдергән. Әммә быға тиклем военкоматтан рөхсәт булмаған. Ирекмән ҡатындар үҙ дәүләтенең мәнфәғәтен яҡлауҙы маҡсат итеп ҡуя. Стәрлетамаҡтың ҡыйыу гүзәл заттары махсус хәрби операцияға шулай уҡ үҙ ирке юлланған ир- егеттәр менән бергә юлға сыҡты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә хәрби техника менән идара итеү буйынса уҡыуҙар башланды

Рәсәй ДОСААФЫ автомәктәптәрендә барған дәрестәрҙә әрме хеҙмәтен үтергә бурыслы егеттәр ҡатнаша. Уҡыуҙар башланыу уңайынан ойошторолған сарала быға тиклем үткән дәрестәрҙә юғары һөҙөмтә күрһәтеүселәр бүләкләнде, яңы курсанттарҙы сәләмләү тантанаһы үтте. Быйыл автомәктәптә 4 төркөм уҡыясаҡ, был яҡынса йөҙ кеше. Бөтә курсанттар ҙа С - йөк ташыу автомобиле водителе категорияһын аласаҡ.