БСТ | Яңылыҡтар – Telegram
БСТ | Яңылыҡтар
2.27K subscribers
5.32K photos
9.31K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Башҡортостанда ВУЗ-ара кампустың икенсе өлөшө төҙөлә башланды

Әле инженер ҡоролмалары әҙерләнә. Кампус төҙөлөшөн проеклау офисы етәксеһе урынбаҫары Сергей Гладких шулай тип белдерҙе. Студент кампусының беренсе өлөшө 74 проценҡа әҙер.
Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә өҫтәмә ярҙам күрһәтелә

Вице-премьер–Финанс министры Лира Иғтисамова белдереүенсә, республикала яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләре 37 ярҙам сараһы менән файҙалана ала. Быйыл исемлек тағы тулыланды. Махсус хәрби операцияла ҡатнашып Рәсәй Геройы исеме алған йәки орден һәм миҙалдар менән бүләкләнгән яугирҙәргә бушлай ер биреү буйынса закон проекты әҙерләнә.
Башҡортостанда 3 миллион 225 мең тонна ашлыҡ һуғып алынған

Вице-премьер–Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов шул турала белдерҙе. Бөгөнгә республика икмәк менән үҙен тулыһынса тәьмин иткән. Ураҡ 90 процентҡа теүәлләнгән. Хужалыҡтарға 25 мең гектар майҙанда һуңғы һәм техник культураларҙы урып йыйырға ҡалған, шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙыу тамамланып килә.
Башҡортостанда бөтә торлаҡ йорттар һәм социаль биналарға йылы бирелә

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Юрий Палтусов шулай тип белдерҙе. Бөгөн үҙәк йылылыҡ системаһына 16 меңгә яҡын күп фатирлы йорт һәм 4 меңдән ашыу социаль объект тоташтырылған. Әле торбаларҙа һауа баҫымы тикшерелеп тығындар бөтөрөлә. “Уҙған аҙнала йорттарға йылы биреүҙә тотҡарлыҡтар булыу сәбәпле 119 мөрәжәғәт ҡабул ителгән”, - тине Юрий Палтусов.
Башҡортостанда радиоэлектроник технопарк булдырыуға федераль ҡаҙнанан 504 миллион һум бирелә

Премьер-министр Михаил Мишустин ҡул ҡуйған бойороҡҡа ярашлы дүрт төбәккә субсидия тапшырыла. Өфөлә “РВ-1” тигән радиоэлектроник технопарк асыу ҡарала. Бының өсөн 1,2 миллиард һум йәлеп ителә. Технопаркта импортҡа алмаш шарттарында электроника сәнәғәте өсөн әйберҙәр етештереләсәк.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың Мәскәүҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә республика көнө уңайынан тантаналы сара үтте

Концерт программаһын Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары тәҡдим итте. Ҡурайға халыҡ йырҙары, билдәле романстар яңғыраны. Илебеҙ баш ҡалаһында төпләнгән яҡташтарыбыҙ бер аҙға булһа ла тыуған төййәгенә, атайсалына ҡайтып килгәндәй булды. Республика көнөнә арналған саранан төньяҡ баш ҡала йәшәгән милләтәштәребеҙ ҙә ситтә ҡалманы.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан милли тәбиғәт паркы видеотоҙағына мышылар эләкте

Мышылар утларға сыҡҡан. Башҡортостан милли тәбиғәт паркы видеотоҙағына был юлы «оҙон ашҡаҡтар» эләкте. Тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре фекеренсә, ғәҙәттә мышылар төндә туҡлана. Көҙгә табан иһә аҡландарға сыға башлай. Әле улар төндә йоҡлап, ҡышҡылыҡҡа күберәк энергия һаҡлап ҡалырға тырыша. Тарбаҡ мөгөҙҙәрен һалып өлгөрмәгәндәр, ата мышылар хатта асыҡ урынға сығыуҙан да тартынмай. Ҡышҡа табан улар йыртҡыстарҙан йәшенеү өсөн шырлыҡ йәки һаҙлыраҡ урындарҙа төпләнә.
Республикала йәмәғәт транспорты водителдәре етмәй

Белгестәр әйтеүенсә, был мәсьәлә илдең башҡа төбәктәренә лә хас. Башавтотранс” компанияһы етәксеһе Надир Сәмиев белдереүенсә, водителдәргә хеҙмәт урынын һайлау мөмкинлеге бирелә. Улар йәшәгән урыны буйынса эшләй йәки баш ҡалаға өҫтөнлөк бирә ала.Кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү маҡсатында, водителдәрҙе вахта ысулы менән эшләтеү тәҡдим ителә. Был осраҡта уларға дөйөм ятаҡтан урын бирелә. Баҫыуҙарҙа уңыш йыйыу тамамланыу менән ауыл шоферҙарын да йәлеп итеү ҡарала.
Өфөлә фонтандар миҙгеле тамамлана

Һыу биреү туҡтатыла башланы. 21 октябрҙә Мостай Кәрим исемендәге скверҙа аҙаҡҡы фонтан ябыла. Баш ҡала хакимиәтенән белдереүенсә, быйыл йәйге осорҙа 26 гидротехник ҡоролма, шул иҫәптән музыкаль фонтандар эшләне.
Радий Хәбиров район һәм ҡалаларға коммуналь техника һатып алырға ҡушты

Башҡортостан Башлығы муниципалитет етәкселәренә мөрәжәғәт итте. “Аҡса юҡ, ауыр. Әммә төрлө финанс мөмкинлектәрҙе ҡулланып техника алырға була. Биләмәләрҙе таҙа тоторға кәрәк”, - тине Радий Хәбиров. Йыл аҙағынаса 200-ҙән ашыу берәмек коммуналь техника ҡайтарыла. Ул район һәм ҡалаларға тапшырыла.
1 000 һумлыҡ купюрала Өфө лә һүрәтләнгән

Рәсәй банкы 1 000 һәм 5 000 һумлыҡ яңы банкноталар сығарҙы. Уларҙың тәүгеһе Түбәнге Новгород һәм Волга буйы округына бағышланған. Аҡсаның бер яғында Өфөләге Археология һәм этнография музейы һүрәте баҫылған. 5 000 һумлыҡ купюрала Екатеринбург һәм Урал федераль округының иҫтәлекле урындары һүрәтләнгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Һуңғы биш йылда Башҡортостанда сәнәғәт етештереү индексы, 13 ярым проценттан ашыуға артҡан

2023 йылдың авгусына, былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда яҡынса 109 процент кимәлендә үҫеш теркәлгән. Статистика күрһәткестәре менән Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә бүлеште. Республика өсөнсө йыл рәттән сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәлелеге рейтингында өс алдынғы төбәк исемлегендә. Был беҙҙең сәнәғәт партнерҙарының юғары күрһәткестәренә бәйле. Уңышта унда Ростех корпорацияһына ингән предприятиеларҙың өлөшө ҙур тип яҙған Радий Хәбиров.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
25-26 октябрҙә Өфөлә еңел сәнәғәт форумы үтә

Ул төбәктә еңел сәнәғәт өлкәһендә яңылыҡтар презентацияһы, ғәмәлдәге эшлекле хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм һөҙөмтәле сауҙа бәйләнештәрен булдырыу өсөн универсаль майҙансыҡ булып хеҙмәт итә. Күргәҙмәлә Рәсәй һәм сит ил предприятиелары, шул иҫәптән быйыл яҙ Өфөлә асылған еңел сәнәғәт продукцияһын һынау буйынса лаборатория ла ҡатнаша.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әрме хеҙмәтенә көҙгө саҡырылыш барышында 4 меңдән ашыу ир-егет саҡырыласаҡ

Әрме хеҙмәтенә көҙгө саҡырылыш барышында Рәсәй ҡораллы көстәр сафтарын Башҡортостандан 4 меңдән ашыу ир-егет тулыландырасаҡ. Көнүҙәк мәсьәлә Республика Хөкүмәтендә уҙған граждандарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыу мәсьәләләре буйынса төбәк саҡырыу комиссияһы ултырышында ҡаралды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Октябрьский ҡалаһында республика ҡан тапшырыу станцияһы филиалы яңы модулле бинала асылды

Ул тулыһынса алдынғы ҡорамалдар менән йыһазландырылған һәм донор ҡанын әҙерләү, эшкәртеү һәм һаҡлау өсөн файҙаланыласаҡ. Матди-техник база яңырыу менән табиптарға ла юғары бурыстар ҡуйыла.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ғафури районы фермеры Мәскәүҙә «Алтын көҙ-2023» ауыл хужалығы күргәҙмәһендә еңеү яулаған

Рауил Ғафаров тармаҡта тотош ғаиләһе менән эшләй.Уның фиҙәҡәр хеҙмәте тиҫтәләгән маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдар менән баһаланған. 2022 йылда фермер иң яҡшы һалым түләүсе конкурсында икенсе урын яулаған. Был награданы уға Башҡортостан Башлығы тапшыра.
12👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бүздәк районы Уран ауылында мәсет асылды

Иман йорто «Атайсал» проекты сиктәрендә төҙөлгән. Изге эшкә урындағы халыҡ һәм ситтән меценаттар ҡушыла. Йәмғеһе төҙөлөшкә 5 миллион һум аҡса тотонолған.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт әҙәбиәте белгесе, филология фәндәре докторы Миңлеғәли Нәҙерғоловҡа 70 йәш тулды

Ошо уңайҙан Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты советының киңәйтелгән ултырышы үтте. Сарала юбилярҙың ғилми эшмәкәрлегенә байҡау яһалды, олуғ ғалимға тәбрикләү һүҙҙәре яңғыраны.
👏43
Өфөлә был көндәрҙә йылылыҡ селтәрҙәре тикшерелә

Һыу торбаларын һынау барышында температураны иң юғары кимәлгә күтәрәләр һәм әкренләп түбәнәйтәләр. Ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, был йылы өсөн түләү хаҡында сағылмай, эштәр инженер селтәрҙәре идаралығы иҫәбенә башҡарыла. Йылылыҡ селтәрҙәре октябрь аҙағына тиклем һынала.
Башҡортостанда диспансеризация өсөн күберәк аҡса бүленә

Сығымдар арттырыла. 2024-2026 йылдарға иҫәпләнгән программа әҙерләнде. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, хәҙер хроник ауырыуы булғандарҙың сәләмәтлеген даими күҙәтеү өсөн дә аҡса ҡаралған, реабилитация мөмкинлектәре киңәйгән. Республикала быйыл да диспансеризация бара. Миллиондан ашыу кеше сәләмәтлеген тикшерткән.
Башҡортостанда грант алған социаль ойошмалар һаны арта

Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 165 компания конкурста еңеү яулаған. Әле 404 социаль эшҡыуарлыҡ ойошмаһы иҫәпләнә. Өс йылда бындай компанияларға дәүләттән 200 миллион һум йүнәлтелгән. Субсидиялар мәғариф, көнкүреш, медицина, спорт һәм туристик хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса проекттарға тотонолған.