Республикала агротуризм өлкәһендәге инвестиция проекты өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерелде
Башҡортостан Үҫеш корпорацияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Кушнаренко районында туристик комплекс төҙөлә. Инвестор 10 глэмпинг төҙөргә ниәтләй. Бының өсөн 45 миллион һум йәлеп ителә. Төҙөлөш киләһе йылда башлана һәм 2026 йылға тамамланырға тейеш. Әле инвестор Кушнаренкола шифалы үләндәр һәм еләк үҫтереү буйынса баҡсалар булдырыу мәнән шөғөлләнә.

Башҡортостан ир-егеттәре Ҡораллы көстәрҙә килешеү буйынса хеҙмәт итә ала
Ғариза тапшырғандарҙы медицина белгестәре тикшерә. Кандидаттарҙың физик һәм психик сәләмәтлеге ҡарала. Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты инспекторы Артур Хисмәтуллин. Килешеү төҙөгән ир-егеттәр хәрби әҙерлек урынына оҙатыла.

Президент гранттары фондының 2024 йылдағы беренсе конкурсына Башҡортостандан 609 заявка ебәрелгән
Был күрһәткес буйынса беҙҙең республика илдә Белгород өлкәһенән ҡала икенсе урында килә. Киләһе йыл өсөн беренсе конкурсҡа ғаризалар 16 октябргә тиклем ҡабул ителде. Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар 8 йүнәлеш буйынса проекттарын тәҡдим итә алды. Улар араһында сәләмәт тормош алып барыу, социаль хеҙмәтләндереү, тарихи хәтерҙе һаҡлауға бәйле башланғыстар булған. Еңеүселәр ғинуарҙа иғлан ителә. Быйыл Башҡортостандан ике конкурс һөҙөмтәләре буйынса 106 проект президент грантына лайыҡ булды. Бының өсөн 130 миллион һум йүнәлтелде.

Өфө урамдары буйлап яңы троллейбустар йөрөй башланы
Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, электр транспорт Минск автозаводы менән берлектә сығарылған. 100 пассажир һыйҙырышлы троллейбус 30 километр араны электрһыҙ йөрөй ала. Транспорт Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан матур биҙәлгән. Әле ул 13-сө маршрут буйынса хәрәкәт итә.

Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Киләһе йыл Өфөлә «Рәсәй - спорт державаһы» форумы үтә
Был турала Рәсәй Президенты Владимир Путин бөгөн Пермдә - быйыл ошо сараны ҡабул иткән ҡалала белдерҙе. Шулай уҡ дәүләт башлығы Рәсәй төбәктәре һәм сит ил вәкилдәрен Өфөгә 2024 йылда билдәләнәсәк Башҡортостандың баш ҡалаһының 450 йыллығына саҡырҙы.

👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө йәмәғәт транспортын өр-яңы троллейбустар тулыландырҙы
Ҡала халҡына уңайлы шарттар. Өфө йәмәғәт транспортын өр-яңы троллейбустар тулыландырҙы. Электротранспорт Минск автозаводы ҡатнашлығында Өфө трамвай-троллейбус заводында йыйылған. 15 берәмек техника республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә ҡала хакимиәтенә тапшырылған.
Ҡала халҡына уңайлы шарттар. Өфө йәмәғәт транспортын өр-яңы троллейбустар тулыландырҙы. Электротранспорт Минск автозаводы ҡатнашлығында Өфө трамвай-троллейбус заводында йыйылған. 15 берәмек техника республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә ҡала хакимиәтенә тапшырылған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандан көҙгө саҡырылыштың тәүге төркөмө хәрби хеҙмәткә юлланды
Йөҙҙән ашыу егет Иваново, Владикавказ, Новочеркасск ҡалаларында урынлашҡан частәргә оҙатылды. Яҡташтарыбыҙ ҡоро ер һәм һауа десант ғәскәрҙәрен тулыландырасаҡ.
Йөҙҙән ашыу егет Иваново, Владикавказ, Новочеркасск ҡалаларында урынлашҡан частәргә оҙатылды. Яҡташтарыбыҙ ҡоро ер һәм һауа десант ғәскәрҙәрен тулыландырасаҡ.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Таҙа ил» проекты сиктәрендә рөхсәт ителмәгән алты сүплек юҡҡа сығарыла
Улар Баймаҡ, Сибай, Стәрлетамаҡ, Благовещен, Дәүләкән һәм Күмертау ҡалаларында урынлашҡан. Полигондарҙы ябыу ярты миллион республика халҡы тормошон яҡшыртасаҡ. Һауа менән тупраҡтағы ағыуланыу нисек туҡтатыла? Яуап видеояҙмала.

❤1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн Өфөлә «Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» икенсе Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһе асылды
Сарала илдең 12 төбәгенән 50 компания реабилитация өлкәһе өсөн үҙ продукцияһын тәҡдим итте. Быйыл сараның темаһы - һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе комплекслы реабилитациялау системаһын булдырыу. Был тәңгәлдә махсус хәрби операцияла ҡатнашып ҡайтҡандар айырым урынды биләй.
Сарала илдең 12 төбәгенән 50 компания реабилитация өлкәһе өсөн үҙ продукцияһын тәҡдим итте. Быйыл сараның темаһы - һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе комплекслы реабилитациялау системаһын булдырыу. Был тәңгәлдә махсус хәрби операцияла ҡатнашып ҡайтҡандар айырым урынды биләй.
❤1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнән Ғибәҙуллиндар ғаиләһе балалар өсөн ағас уйынсыҡтар етештерә
Регина менән Вадим кескәйҙәр өсөн имәндән 30-ҙан ашыу уйынсыҡ яһай. Йәш ғаилә был эш менән 7 йыл элек шөғөлләнә башлай. Бөгөн уларҙың продукцияһы Башҡортостанда, Рәсәй төбәктәрендә генә түгел, сит илдәрҙә лә ҙур ихтыяж менән файҙалана. Ғибәҙуллиндар уйынсыҡтар етештереү күләменә арттырыу хаҡында ла хыяллана.

❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә XXI быуатта фольклорҙы өйрәнеүҙе тикшерҙеләр
XXI быуат фольклоры һәм фольклористикаһының көнүҙәк йүнәлештәре һәм фәнни тикшереү мөмкинлектәре бөгөн Өфөлә үткән ғилми-ғәмәли конференцияла тикшерелде. Ҡыҙыҡлы докладтар, халыҡ эпостарынан өҙөктәр сарала ҡатнашыусыларҙы халыҡ ижадына алып ҡайтты. Бөгөнгө менән киләсәген күҙ алдына баҫтырған осрашыу хаҡында киләһе яҙмала.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Андрей Аршавин - Өфөлә!
Өс тапҡыр Рәсәй чемпионы, «Зенит» клубы составында УЕФА кубогын һәм Суперкубогын яулаусы ватандашыбыҙ Өфөнөң Жилин ауылының спорт комплексында булды. Футбол мәктәбе күптән түгел асылған. Бында Рәсәй футболының яңы йондоҙҙары булырға хыялланған 30-ға яҡын бала шөғөлләнә.

Халыҡ музыка ҡоралдарында уйнаусылар Белорет районында осраша
Бөгөн Инйәр ауылында Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин призына конкурс ойошторола. Баһалама комиссияһын музыкант үҙе етәкләй. “40-ҡа яҡын ғариза ҡабул ителде”, - ти ул. Беренсе фестивалдә Белорет районы һәм Межгорье ҡалаһы музыканттары ғына ҡатнаша. Конкурста яңғыҙ башҡарыусылар, оркестр һәм ансамблдәр сығыш яһай. Киләһе йылда ярыш барыһы өсөн дә асыҡ була.

Дыуан районы Арый ауылында “Сыңлы үксә” конкурсы уҙғарыла
Ул 10-сы тапҡыр ойошторола. Фестивалдә балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр ҡатнаша. Район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Лариса Ишмөхәмәтова белдереүенсә, быйыл бейеүселәр ярышы махсус хәрби операцияла һәләк булған Илнар Хәтмуллин иҫтәлегенә бағышлып үткәрелә. Әле конкурсҡа утыҙға яҡын ғариза тапшырылған. Фестиваль 21 октябрҙә үтә.

Номерһыҙ машинаны йөрөтөүселәр күберәк түләйәсәк
Башҡортостан депутаттары номеры булмаған машина хужалары һәм номерҙы йәшереп йөрөүселәр өсөн язаны ҡәтғиләштерергә тәҡдим итә. Республика парламентында ошо турала закон проекты әҙерләнгән, ул Дума ҡарауына тәҡдим ителә. Әле 5 мең һумлыҡ штраф һәм водитель танытмаһын 3 айға тиклем тартып алыу ҡаралған. Башҡортостан штраф суммаһын 15 мең һумға тиклем арттырырға тәҡдим итә. Шулай уҡ алты айҙан бер йылғаса машина йөрөтөүҙән ситләтеү башланғысы күтәрелә. - Айырыуса йөк ташыусы машина номерҙарын йәшерергә тырышыусылар байтаҡ, - тип белдерә проект авторҙары.

Башҡортостанда сүплектәр бөтөрөлә
Тиҙҙән Баймаҡ, Сибай, Стәрлетамаҡ һәм Дәүләкәндә ошо эш тамамлана. Күмертауҙағы сүплекте киләһе йылда бөтөрөү планлаштырыла. Эштәр "Таҙа ил" федераль проектына ярашлы алып барыла. Бының өсөн 2 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. 2022 йылда беҙҙең республика сүплектәрҙе бөтөрөү тиҙлеге буйынса илдә иң алдынғы төбәк тип танылды. Башҡортостанда 921 урын таҙартылды.

Өфөлә Гөлфиә Юнысованың 75 йәшлек юбилейына араналған әҙәби-музыкаль кисә үтте
«Рәхмәт, яҙмыш!». Республиканың төп концерт залында Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысованың 75 йәшлек юбилейына араналған әҙәби-музыкаль кисә үтте. Киң йәмәғәтселек, яҡташтары, яҡындары, милли интеллигенция ҡатнашлығындағы күркәм байрам хаҡында киләһе яҙмала.

❤3
Өфөнөң Нуғай ауылынан сыҡҡан юлда тығындар арта
Халыҡты тимер юл өҫтөнән һалынған яңы юл үткәргестең ҡасан асылыуы борсой. Өфө ҡала хакимиәтенең Төҙөлөш һәм юл ремонты идаралығы етәксеһе Константин Паппе белдереүенсә, объектта төҙөкләндереү дауам итә. Ремонт ай ярымдан тамамланырға тейеш.Константин Паппе әйтеүенсә, киләһе аҙнала Өфөлә Октябрь революцияһы урамының бер өлөшөндә хәрәкәт асыла. Цюрупа һәм Зәки Вәлиди урамдарында тығындарҙың бер аҙ кәмеүе көтөлә. Баш ҡалала әле 20-гә яҡын урында юл ремонты бара.

Өфөлә Затон биҫтәһендә яңы мәктәп йыл аҙағында файҙаланыуға тапшырыла
Төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Владислав Сидоркин шул турала белдерҙе. 1 мең 225 урынлыҡ мәктәп концессион килешеүгә ярашлы төҙөлә. Аҡсаның бер өлөшөн инвестор бүлгән. Бынан тыш, йыл аҙағына тиклем Белорет ҡалаһында 8-се мәктәпте төҙөкләндереү тамамлана. 2025 йылда Өфөлә республикалағы иң ҙур мәктәп файҙаланыуға тапшырыла. Кузнецов Затонындағы белем биреү ойошмаһы 2 мең 200-ҙән ашыу урынға иҫәпләнә.

Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының составы һайлана
Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтайҙа кандидатуралар исемлеге ҡаралды. Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар 26 кешене тәҡдим иткән. Депутаттар киләһе аҙнала пленар ултырышта 10 кандидатты һайларға тейеш. Йәмәғәт палатаһы 30 кешенән тора. Ун кешене – Республика Башлығы, тағы ун ағзаны төбәк парламенты тәғәйенләй. Ҡалған ун кандидатты йәмәғәт ойошмалары тәҡдим иткәндәр араһынан һайлайҙар.

Илеш районының Дөмәй ауылында “Әл-Мәлик” мәсете төҙөлә башланы
Иман йорто Мәккәләге Ҡәғбә бинаһына оҡшатып һалына. Сауаплы эшкә ошо ауылда тыуып үҫкән Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе Рабис Сәлихов тотонған. Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Альбина Ғабдуллина әйтеүенсә, меценат “Атайсал” проектында ла әүҙем ҡатнаша.