Ҡар машиналар йөрөшөн тотҡарлаған
Башҡортостанда ҡар яуыуы арҡаһында ҡайһы бер юлдарҙа ҡатмарлыҡтар бар. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфө-Белоерт трассаһы хәрәкәт өсөн хәүефле. Бында махсус техника эшләй. Йөк машиналары әкрен йөрөй. Йылайыр районы Ҡашҡар ауылы янында ла һауа шарттары арҡаһында тейешле саралар күрелгән.

Евразия күсмә цивилизациялар музейының туристарҙы ҡабул итеү үҙәге киләһе йылдың яҙында асыла
Был турала социаль селтәрҙә Радий Хәбиров яҙа. "Турахан мавзолейы Урта быуаттар дәүерендәге уникаль объект. Хәҙер бында халыҡ өсөн тарихи, мәҙәни, туристик үҙәк булдырабыҙ. Ҙур музей комлексы асыла, күсмә халыҡтар, тәү сиратта башҡорттар тарихы тураһында һөйләйәсәкбеҙ", ти Радий Хәбиров. Туристарҙы ҡабул итеү үҙәге төҙөлөшө август айында башланды.

Быйыл Башҡортостан ауыл хужалыҡтары сауҙа өсөн 600 мең тоннанан ашыу һөт етештергән
Республика аграр ведомствоһы 9 айлыҡ һөҙөмтәләрҙе барланы. Стәрлетамаҡ, Саҡмағош, Йәрмәкәй, Мәләүез һәм Дүртөйлө райондарындағы айырым хужалыҡтар лидерҙар рәтенә инде. Уларҙа һәр һыйырҙан көн һайын 30 килограмдан ашыу һөт һауыла.

Башҡортостанда балыҡсылар бәләгә тарыған
Ҡотҡарыусылар Павловка һыуһаҡлағысында рейд уҙғарған. Ике балыҡсы ярҙам һораған. Уларҙың кәмәһенең моторы сафтан сыҡҡан. Балыҡсылар ярға сығарылған. Бынан тыш тағы өс кешегә ярҙам талап ителгән. Уларҙың кәмәһендә бензин бөткән. Ҡотҡарыусылар ярҙам күрһәткән, хәүефһеҙлек буйынса кәңәштәр биргән. Быйыл Башҡоростан йылға-күлдәрендә 30-ҙан ашыу балыҡсы батып үлгән.

👍1
Рәсәйҙә тәмәке тартмаусы хеҙмәткәрҙәргә өҫтәмә ял бирергә тәҡдим итәләр
Думала ошондай тәҡдим әҙерләнгән, ул Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарауына тапшырылған. Сәләмәт тормош алып барыусыларға ай һайын өҫтәп бер көн ял биреү башланғысы бар. Проект авторҙары фекеренсә, бындай сара уларға спорт менән шөғөлләнеү өсөн өҫтәмә мөмкинлек бирә, тәмәке тартыусылар өсөн иһә насар ғәҙәтен ташлауға тағы бер стимул була.

Башҡортостанда мәҙәниәт учреждениеларын яңыртыу өсөн 800 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған
Был турала социаль селтәрҙә Республика мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова хәбәр итә. - Федераль ярҙам менән Милли йәштәр театрында, Нефтекама балалар художество мәктәбендә, Ишембай районы Урман -Бишҡаҙаҡ ауылындағы мәҙәниәт йортонда, Дүртөйлө тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында ремонт эшләнде, - ти ул. Башҡортостан мәҙәниәт учреждениелары конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша һәм президент фондтарынан грант ярҙамы ала. 42 миллион һумға 70 яңы мәҙәни программа әҙерләнгән.

Башҡортостандың зубр үрсетеү буйынса тәжрибәһе федераль кимәлдә баһаланды
Мәскәүҙәт Рәсәй һәм Беларусь Тәбиғәт министрлыҡтары колллегия ултырышы булды. Рәсәйҙәге тәүге зубрҙар популяцияһын булдырыу уңышлы тип аталды. Мораҙым тарлауығында хайуандар үҙҙәрен яҡшы тоя, сирләмәгән, беҙҙең республика тәбиғәтенә яраҡлашҡан. Ноябрь аҙағына тиклем Башҡортостанға тағы 9 зубр килтерелә.

Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Совет майҙанындағы Почетлы ҡарауыл вахтаһы тураһында яҙып сыҡты
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә Өфөләге легендар комдив Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле эргәһендәге Почетлы ҡарауыл вахтаһы тураһында яҙып сыҡты. Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Геройына баш ҡаланың Совет майҙанында ҡуйылған һәйкәл янында яңы традиция генерал Шайморатовтың тыуған көнөндә барлыҡҡа килде һәм маҡтаулы миссияны үтәү ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың исемен йөрөткән Өфө башланғыс осоу әҙерлеге мәктәп-интернаты кадеттарына йөкмәтелде.

Башҡортостан Донбассҡа сираттағы гуманитар ылау оҙатты
Башҡортостан Донбассҡа 97-се гуманитар ылау оҙатты. Ярҙамды республиканың исемле полктары, мобилизацияланғандар һәм шефлыҡҡа алынған Красный Луч ҡалаһының социаль учреждениелары ла аласаҡ. Йәмғеһе 18 йөк машинаһы оҙатылды. Уны туплауҙа йәмәғәт ойошмалары, предприятиелар һәм ун район халҡы ҡатнашҡан.
Башҡортостан Донбассҡа 97-се гуманитар ылау оҙатты. Ярҙамды республиканың исемле полктары, мобилизацияланғандар һәм шефлыҡҡа алынған Красный Луч ҡалаһының социаль учреждениелары ла аласаҡ. Йәмғеһе 18 йөк машинаһы оҙатылды. Уны туплауҙа йәмәғәт ойошмалары, предприятиелар һәм ун район халҡы ҡатнашҡан.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Благовар районы Яңы Абзан ауылында мосолман зыяраты тәртипкә килтерелә
Изге эшкә ауылдаштар хеҙмәт ветераны Рима Сәмиғуллинаның тәҡдиме менән тотонған. Халыҡты берләштергән акция хаҡында киләһе яҙмала.

❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Йылайыр районында йөк автомобиле аҫтында ҡалып яраланған айыу балаһын дауалағандар
Тайыштабан үҙен ҡараусы Алексей Гаврилов менән дуҫлашып та өлгөргән. Был күренеш барыһына ла билдәле йәнһүрәтте хәтергә төшөрә хатта. Кеше менән айыу балаһының йылы мөнәсәбәттәре хаҡында киләһе яҙмала.

Башҡортостан спорт объекттары һаны буйынса илдә икенсе урында
Был турала премьер-министр Андрей Назаров социаль селтәрҙә хәбәр итә. Район һәм ҡалаларҙа 13 меңдән ашыу спорт объекты бар. Стадион, боҙ һарайы, физкультура-һауыҡтарыу комплексы, бассейн, спорт майҙансығы, фитнес-үҙәктәр төҙөлгән. - Спорт объекттары һаны буйынса Мәскәүҙән генә ҡалышабыҙ. "Башҡорт ихаталары" программаһы буйынса ғына һуңғы ике йылда 120-нән ашыу спорт майҙансығы төҙөлдө, - ти ул.

Күмертауҙан Альбина Корниловаға “Герой-әсә” исеме бирелгән
Альбина һәм Александр Корниловтар 10 бала тәрбиәләй. Иң өлкән ҡыҙҙары Рената консерваторияла белем ала. Яна, Давид, София, Рина, Станислав, Елисей мәктәп уҡыусылары. Иң бәләкәйҙәр Радмир, Добрыня һәм Илья балалар баҡсаһына йөрөй. 2015 йылда Альбина Фәнил ҡыҙына Башҡортостандың “Әсәлек даны” миҙалы тапшырыла. Яңыраҡ Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатынға “Герой-әсә” исемен биреү тураһында указға ҡул ҡуйған. Альбина Башҡортостанда бындай наградаға лайыҡ булған өсөнсө күп балалы әсәй.

Дыуан районы Арый ауылында “Сыңлы үксә” конкурсы үтте
Быйыл бейеүселәр ярышы махсус хәрби операцияла һәләк булған Илнар Хәтмуллин иҫтәлегенә бағышланды. Яугирҙең атаһы Сибай филармонияһы солисы Илдар Хәтмуллин ошо ауылда тыуып үҫкән. Ул баһалама комиссияһы ағзаһы булды. Фестивалдә республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарынан 30-ҙан ашыу коллектив ҡатнашты. Салауат районы “Йүрүҙән” халыҡ бейеүҙәре ансамбле Гран-при яуланы. Шулай уҡ балалар һәм үҫмерҙәр номинацияһында еңеүселәр асыҡланды.

❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө моторҙар эшләү берекмәһенә өҫтәмә хеҙмәткәрҙәр талап ителә
Авиация һәм нефть сәнәғәте тармағы ҡоролмаларын етештереүсе предприятиеға 5 мең кешене эшкә алыу маҡсаты ҡуйыла. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров предприятиены кадрҙар менән тәьмин итеү дәүләт кимәлендә мөһим бурыс тип белдерҙе. Аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә юлдарға ҡар төшөү менән бәйле хәл, «Йәшел Башҡортостан» акцияһы йомғаҡтары барланды.

👌1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанға Ҡаҙағстандың Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Даүрен Абаев килде
Башҡортостанға Ҡаҙағстандың Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Даүрен Абаев етәкселегендәге делегация килде. Бөгөн ҡунаҡтар «Кроношпан» ағас эшкәртеү заводында, Өфө дәүләт нефть техник университетында, археология һәм этнография музейында булды.