Башкирская Филармония – Telegram
Башкирская Филармония
322 subscribers
2.75K photos
361 videos
1 file
903 links
Главная концертная организация Республики Башкортостан

https://bashgf.ru
Download Telegram
«ҠУРАЙ КӨНӨ»нә арналған байрам концерты 💫

Башҡортостандың дәүләт ҡурайсылар ансамблебеҙ бөгөн "Башҡортостан" дәүләт концерт залында ҙур концерт тәҡдим итте 🎶

Байрамда башҡорт илен данлаған халыҡ йырҙары, боронғо хәрби походтарҙа яңғыраған марштар, бейеү көйҙәре, илһөйәрлек рухы менән һуғарылған заманса музыка һәм өр-яңы әҫәрҙәр яңғыраны. Ансамбль солистары: йырсы-ҡурайсылар Азамат Зиннәтуллин, Шамил Күсәмешев, Венер Йылҡыбаев, Зөфәр Атанғолов, Фәиз Шәрипов һәм Нурзия Сабитова моңло йырҙарын, оҫта бейеүсе-ҡурайсы Айҙар Исхаҡов һәм Миләүшә Баязитова дәртле бейеүҙәрен бүләк итте

Ижад коллективының художество етәксеһе – Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, виртуоз ҡурайсы Азат Айытҡолов, музыкаль етәксеһе – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Морат Джанизаков👏

Тулыраҡ: https://vk.com/wall-11876957_31948 ↩️
2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ КӨНӨ МЕНӘН 💙🤍💚 1990 йылдың 11 октябрендә “Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында” Декларация ҡабул ителә. Шул йылдан алып Башҡортостаныбыҙҙың халҡы яҡты киләсәккә үҙ аллы юлын башлай. Ә 1992 йылдың 25 февраленән алып, Башҡортостан Республикаһы көнө байрамы барлыҡҡа килә. 1993 йылдың 24 декабрендә Башҡортостаныбыҙҙа Конституция ҡабул ителә. Декларацияның төп положениелары Республикабыҙҙың ҡанундары менән нығытыла!

📆 Был байрам тарихи үткәнде, бөгөнгөнө һәм киләсәкте бергә бәйләй. Башҡортостан йылдан-йыл етештереү мөмкинлектәрен арттыра, Рәсәй иҡтисадын һәм социаль именлеген нығыта. Республикабыҙ артабан да сәскә атһын, алға тик яҡшы күрһәткестәр менән барһын!

🎊 Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙе бөтәгеҙҙе лә ихлас күңелдән Республика көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Иртәләребеҙ ҡояшлы, киләсәгебеҙ яҡты, тыныс, зәңгәр күгебеҙ аяҙ булһын! Татыулыҡ, ҡот-бәрәкәт, иман бер ваҡытта ла беҙҙе ташламаһын!
3
Ноябрь скоро💥 У нас множество новых концертов 🎶 Друзья, заходите на наш сайт: https://bashgf.ru/afisha/2025/11/ смотрите афиши и планируйте свой вечер🎵 Мы всегда ждем вас в гостях 😉

С музыкой жить, безусловно, ярче и веселее❤️

#Башгосфилармония #филармонияУфа #87сезон
3