Башкирская Филармония – Telegram
Башкирская Филармония
328 subscribers
2.82K photos
362 videos
1 file
919 links
Главная концертная организация Республики Башкортостан

https://bashgf.ru
Download Telegram
Башҡортостан Филармониялары фестиваленең 2 көнө!

🎶 Бөгөн Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур залында Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе артистары сығыш яһаны! Улар һоҡландырғыс өр-яңы форматтағы “Урал легендалары” мюзиклын күрһәтте!

«Урал легендалары» - ул мөхәббәт, изгелек, намыҫлыҡ, дуҫлыҡ, тыуған еребеҙҙе, тирә-яҡ мөхитте хөрмәт итеү хаҡындағы тарих!..

🗯 "Беҙ Башҡортостан Республикаһының биш филармонияһын берләштергән ҙур фестивалгә ҙур теләк, ҙур ҡыуаныс менән килдек. Һәм был сараның барлыҡҡа килеүенә беҙ бик шатбыҙ. Сөнки фестиваль - коллегаларбыҙ менән шундай ҙур тәжрибә уртаҡлашыу майҙаны, улар беҙҙең эште күрә, ә беҙ уларҙыҡын. Алдағы йылдарҙа ла был Башҡортостан филармониялары фестивале дауам ителер тигән ышаныста ҡалабыҙ", -тип үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты Стәрлетамаҡ филармонияның художество етәксеһе Лира Әнүәр ҡыҙы!

☝️Концерт-спектакль мәленән бер-нисә фото!
📸Фотограф: Ләйсән Минниханова!
😍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
#ФестивальФилармонийБашкортостана #85йюбилейныйсезонБГФ

💥Коллектив Стерлитамакского государственного театрально-концертного объединения поздравляет нас с открытием 85-ого юбилейного концертного сезона!
👍4
💫 Башҡортостан Филармониялары Фестивале дауам итә!

💥 Фестивалдең өсөнсө көнөн Нефтекама дәүләт филармонияһының талантлы йондоҙҙары асты! Улар бай йөкмәткеле сағыу концерт программаһы менән сығыш яһаны!

🎶 “Халыҡтар берҙәмлегендә - Рәсәй көсө!” программаһында филармония артистары тамашасыларыбыҙға иң яҡшы һәм сағыу сығыштарын бүләк итте! Программала халыҡтар берҙәмлеге, дуҫлыҡ, халҡыңа һөйөү һәм тоғролоҡ тураһында популяр йырҙар, хәрби-патриотик композициялар яңғыраны!

🗯️ "Беҙҙең Нефтекама филармонияһы бөтә көстәрҙе туплап, ныҡлап әҙерләнеп, дәррәү генә Өфөгә, фестивалгә килеп етте. Беҙ инде үҙебеҙҙең йәһәттән 91 кеше: халыҡ, атҡаҙанған артистарыбыҙ ҙа, балалар студияһы ла килде. Беҙҙең маҡсат, ниәт - ул Өфө тамашасыһын ҡыуандырырға ине һәм инде беҙ быға ирешкәнбеҙ тип ышанабыҙ. Рәхмәт, Өфөләр!", - тип үҙенең тәьҫораттары менән бүлеште Нефтекама дәүләт филармонияһы директоры Ринат Ғайсин!

☝️Концерт мәленән бер-нисә фото!
📸 Фотограф: Ләйсән Минниханова!
3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
#ФестивальФилармонийБашкортостана #85йюбилейныйсезонБГФ

💥Коллектив Нефтекамской государственной филармонии поздравляет нас с открытием 85-го юбилейного концертного сезона!
🔥4
💫 Башҡортостан Филармониялар фестиваленең 4 көнө!

🎶Бөгөн Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ҙур залында Сибай театр-концерт берләшмәһе артистары сығыш яһаны!

Программала Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артистары Ғаяз Ғәйетбаев, Рөстәм Хәсәнов, Раушан Ниязғолов, Марс Ишморатов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Азат Нәбиуллин етәкселегендәге «Сибай» халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҡатнашлығында бөтә ижади состав һәм иң яҡшы сағыу номерҙар ҡатнашты!

🗯"Филармониялар фестивале идеяһы яңынан эшләү башланыуына беҙ бик шатбыҙ. Был фестивалдә беҙ ҡатнашҡаныбыҙ бар һәм тағы ла килеүебеҙгә, коллегаларыбыҙҙы күреүебеҙгә беҙгә бик ҡыуаныслы. Хеҙмәттәштәребеҙҙе ысын күңелдән матур юбилейлы 85-се ижад миҙгеле менән ҡотлайбыҙ!", - тип үҙенең тәьҫораттары менән бүлеште директор вазифаһын башҡарыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, «Сибай» халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе Нәбиуллин Азат Арыҫлан улы!

☝️Концерт мәленән бер-нисә фото!
📸 Фотограф: Ләйсән Минниханова!
😍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
#ФестивальФилармонийБашкортостана #85йюбилейныйсезонБГФ

💥Коллектив Сибайского концертно-театрального объединения поздравляет нас с открытием 85-го юбилейного творческого сезона!
3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Филармониялары фестиваленең гала-концертына әҙерлек бара Тиҙҙән башлайбыҙ😍 Хөрмәтле тамашасылар, бөтәгеҙҙе лә көтөп ҡалабыҙ❤️
👍1
💥На днях в Москве в Полномочном Представительстве Республики Башкортостан при Президенте Российской Федерации состоялся концерт артистов Музыкально-литературного лектория БГФ им. Х. Ахметова, на котором присутствовали депутаты Государственной Думы и Совета Федерации Федерального Собрания РФ, а также выходцы из Республики Башкортостан.

Концертная программа была приурочена к празднованию Дня Республики Башкортостан. В мероприятии приняли участие заслуженный работник культуры РФ, заслуженный деятель искусств РБ Венера Аюпова, народная артистка РБ Индира Асадуллина, заслуженные артисты РБ Артур Шарипов, Гульшат Гирфанова и лауреат международных конкурсов Мурат Джанизаков. Прозвучали башкирские народные песни и мелодии, романсы и песни Х. Ахметова, Р. Хасанова, Н. Даутова, А. Пахмутовой, Е. Птичкина, Л. Афанасьева.
👍3