Башҡортостан ҡыҙы – Telegram
Башҡортостан ҡыҙы
471 subscribers
3.33K photos
700 videos
1.95K links
Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ғаилә өсөн башҡорт телендә сыҡҡан айлыҡ республика журналы
Download Telegram
Ауырығанда

Ятып ҡына торам, әсәй,
Ҡалманы хәлкәйҙәрем.
Йөрәгемә шифа булһын
Мәтрүшкәле сәйҙәрең.
Улым, тиеп өндәш миңә,
Бер һыйпа башҡайымдан.
Изге доғаларҙы уҡы,
Айырма Хоҙайымдан.
Ятып ҡына торам, әсәй,
Яҙһа, бер уянырмын.
Яндарымда һин булғанға
Сабыйҙай ҡыуанырмын.
Уянмаһам – яҙмыш инде…
Кирегә юл уялмам.
…Их, был ғүмер ҡәҙерҙәре –
Мәңге йәшәп туялмам.
Рамай Ҡаһир.

Сулпан Билалова һүрәте.

https://bashkizi.ru/
Эҫе һыу

Хикәйә

Сабахатдин Али

Ҡатын ағарынды, дер-дер ҡалтырай башланы, аҫҡы ирендәрен ҡанатырлыҡ итеп тешләне. Яҡ-яғына ҡаранды. Бүлмәлә дүрт стена менән ике жандармдан башҡа бер нәмә лә юҡ ине.
Яңы ғына эҫе һыуға ҡулын тығып ҡараған жандарм, күҙҙәрен ялтыратып, Әминәнең беләгенән тотоп алды һәм уны түшәккә табан өҫтөрәй башланы. Иптәше, ҡоралын ҡулына алып, тышҡа сыҡты. Ирҙәр күпме тырышһа ла, ҡатындың ауыҙынан бер һүҙ сыҡманы. Тәне, йәне өҙгөләнгән бисара бер кемде лә ярҙамға саҡырманы.

Дауамы: https://bashkizi.ru/articles/-bi-bal-ysh/2021-07-01/e-e-yu-2394171
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Хәйерле иртә, дуҫтар! Яңы аҙна тик һөйөнөстәр генә алып килһен!
Матбуғатҡа яҙылыу тамамланыуға бара

2022 йылдың беренсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды. «Башҡортостан ҡыҙы» журналына ярты йылға яҙылыу хаҡы - 643 һум 50 тин. Әгәр һаман да журналға яҙылмаған булһағыҙ, почта бүлексәһенә ашығығыҙ! Бергә булдыҡ, Яңы 2022 йылда ла бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!

Сайтта уҡығыҙ: https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2021-12-20/matbu-at-a-ya-ylyu-tamamlanyu-a-bara-2626693?utm_source=vk&utm_medium = social & utm_campaign = 37933420
Башҡортомдоң аҫылы Фәрхиназ

Сергей Михайлович Прокудин-Горский – рус фотографы, химигы (Менделеевтың уҡыусыһы), уйлап табыусы, нәшерсе, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре. Император Рус география, Император Рус техник һәм Рус фотография йәмғиәттәре ағзаһы. Фотография һәм кинематография өлкәһенә ҙур өлөш индергән. Төҫлө фотоһүрәттәрҙе иң беренсе ул етештерә башлаған. 1909 йылда Николай II батшанан Рәсәйҙең төрлө өлкәләрендә йәшәгән халыҡтарҙың тормош-көнкүрешен фотоларҙа өйрәнеү өсөн махсус күрһәтмә ала. Бының өсөн фотографҡа тимер юлында махсус вагон, һыу буйлап хәрәкәт итер өсөн пароход, йылғаларҙы аша сығырға моторлы кәмә бүленә, Урал тауҙары буйлап йөрөргә Екатеринбургҡа «Форд» автомобиле ҡайтарыла. Сәйәхәтендә уға һәр кем булышлыҡ итергә тейешлеге, бөтә ергә лә ҡаршылыҡһыҙ үтә алыуы хаҡында документ бирелә.

Дауамы: https://bashkizi.ru/articles/arkhiv/2021-12-19/bash-ortomdo-a-yly-f-rhinaz-2624548?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=37933420
Миһырбанлыҡҡа мәҙхиә

Хикәйә

Миңзәлә Хәлилова

Йәйге селлә. Ғөбәйҙә өй эҫеп китмәһен тип, түр яҡ бүлмәнең тәҙрә ҡапҡас­тарын ябып инде. Ике малайы иҙерәп йоҡлай, оҙон көн буйына урамда уйнайҙар, кисен арманһыҙ булып ҡайталар, тиҙерәк йыуындырып өлгөрмәһәң, ҡайҙа ултыралар, шунда ойоп та китәләр, хатта тамаҡ ашарға ла хәлдәре ҡалмай. Ана бит, оло улы Нурисламдың битендә бер себен ултыра, шуны ла тоймай, ҡолас ташлап йоҡлай бәпескенәһе. Себенде ҡыуып ебәреп, шым ғына ишекте япты. Ял итһендәр әле иптәштәренең берәйһе килеп уйнарға саҡырғансы.

Дауамы: https://bashkizi.ru/articles/-bi-bal-ysh/2021-12-13/mi-yrbanly-a-m-hi-2617487
«Башҡа тормош та бар!»

Ике тиҫтә йыл буйы йәнен иҙгән иренән айырылған Гөлфиәнең тарихын уҡығас, ҡайһы берәүҙәр: «Үҙе ғәйепле. Кем шулай түҙеп йәшәргә ҡушҡан?» – тиер. «Ғәйепләргә ашыҡмағыҙ. Был һорауҙы ул үҙенә йөҙ тапҡыр биргән, тик тимер ҡоршауҙай тормошонан сығыуҙары ғына түгел, аңлауҙары ла еңел булмаған», – ти беҙгә уның яҙмышын бәйән итеүсе табип-психо­терапевт Резеда НАГАЕВА.

Дауамы: https://bashkizi.ru/articles/y-r-k-d-rest-re/2021-12-19/bash-a-tormosh-ta-bar-2624531
Ниәт һәм ғәмәл

Бисмил-ләһир-рахмәнир-рахим. Әҙәм балаһы көн дә хыялланып, уйланып, ниәттәр ҡылып йөрөй, шул уйҙарыбыҙҙан сығып төрлө ғәмәлдәр ҡылабыҙ. Уйҙарыбыҙ матур икән, яҡшы эштәр башҡарабыҙ, яман булһа, гонаһлы аҙымдар ҙа яһайбыҙ. Күптәребеҙ иғтибар ҙа бирмәй, әммә күп нәмәләр беҙҙең ниәттәрҙән тора. Ҡайһы саҡ: «Эх, аҡсам булһа, ауылда мәсет һалдырыр инем йә күпер төҙөтөр инем», – тип тә уйлап ҡуябыҙ. Беҙҙең фәҡәт шулай яҡшы ниәттә булыуыбыҙ өсөн дә, уны тормошҡа ашыра алмаһаҡ та, Раббыбыҙ беҙгә шул ғәмәлде ысынлап эшләгән кеүек итеп сауабын яҙа. Сөнки Аллаһ Тәғәлә «Мин ниәттәренә ҡарап бәрәкәтен бирермен» тигән. Ғөмүмән, изге уй-ниәт ҡороп ҡына ла әллә күпме сауаптарға ирешә алабыҙ.

Дауамы: https://bashkizi.ru/articles/alla-b-r-k-te/2021-12-19/ni-t-m-m-l-2624521?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=37933420
Донъяны ҡотҡарһын матурлыҡ!

Ҡатын-ҡыҙ йәмһеҙ булмай ул, уның бөтә матурлығы – әсә булыуҙа! «Матурҙар матур түгел, яратҡан ғына матур», «йәшлек – үҙе гүзәллек». Ысынлап та, халҡыбыҙ матурлыҡ төшөнсәһе хаҡында күп уйланған, бөйөк шәхестәребеҙҙең яҙып ҡалдырған ҡанатлы һүҙҙәре лә – быға асыҡ дәлил.
Гөлназ Ҡотоева.

Дауамы: https://bashkizi.ru/articles/bash-m-kh-rrir-e/2021-12-18/don-yany-ot-ar-yn-maturly-2624415?utm_source=odnoklassniki&utm_medium=social&utm_campaign=56330992812255
🎄«Башҡортостан ҡыҙы»ның 2021 йылғы лауреаттары

🎄Журналыбыҙ лауреаттарын ижади уңыштары менән бөтә күңелдән ихлас ҡотлайбыҙ! Яңы 2022 йыл да Һеҙҙең өсөн бәрәкәтле килһен. Башҡортостаныбыҙ сәскә атһын, барыбыҙға ла тағы ла юғарыраҡ ҡаҙаныштарға өлгәшергә һәм бергәләшеп ҡыуанырға яҙһын!

Дауамы: https://bashkizi.ru/articles/t-brikl-/2021-12-20/bash-ortostan-y-y-ny-2021-yyl-y-laureattary-2627511
Тимер лейка
Хикәйә

Гөлнара МОСТАФИНА

Әлфиәнең 35 йәшенә йыйылған ҡунаҡтарҙы оҙаттылар. Тәүҙә әҙерләнеп йөрөп, аҙаҡ ҡунаҡ һыйлап, шаҡтай арыған да икән. Етмәһә, үлтереп күңеле болғана, башы ауырта. Иртәгә тиклем түҙһә... тыуырға торған артыҡ мәшәҡәттәрҙән ҡотоласаҡ... Гөлнуры – күҙ нуры бар, уны аяҡҡа баҫтырһалар ҙа бик шәп.

Дауамы: https://bashkizi.ru/articles/arkhiv/2021-07-02/timer-leyka-2394711
Уйҙарға ҡанат ҡуйып

Мәүлиҙә Шәүрәт ҡыҙы Садыҡова Көйөргәҙе районы Свобода ауылының почта хеҙмәтендә арыу-талыу белмәй тиҫтә йылға яҡын эшләй. «Эш – дауа ул. Унда күрәм бәхетте, ҡотҡарылыуҙы», – ти уңған ханым. Ашҡынып, яратып килә ул эшенә. Халыҡ менән аралашып, ауыл ғына түгел, ил, донъя кимәлендәге яңылыҡтарҙы ла белә ошонда. «Беҙҙә күпләп «Көйөргәҙе», «Юшатыр» район гәзиттәренә яҙылалар. Республика баҫмаларынан «Башҡортостан ҡыҙы», «Аҡбуҙат» журналдарын, «Башҡортостан», «Республика Башкортостан» гәзиттәрен алдыралар. Дауахана, ҡарттар йортона яҙҙырыусылар табыла. Мәктәп матбуғатһыҙ ҡалғаны юҡ», – ти почта начальнигы.
Гөлназ Ҡотоева.

Дауамы: https://bashkizi.ru/articles/-lm-en-aralar/2021-08-29/uy-ar-a-anat-uyyp-2482490
Нигеҙ

Хикәйә

Марат Әминев

Кәрим өйҙән сыҡҡас та һағайып тирә-яҡҡа күҙ ташланы. Кеше-фәлән күренмәгәс, шәп-шәп атлап ҡапҡаға ыңғайланы. Ҡапҡаны шығырҙатмаҫҡа тырышып япҡас, йәнә яҡ-яғын ҡармап сыҡты ла, урлашҡан еренән тиҙерәк алыҫайырға ынтылған уғрылай, йүгерә-атлай урам буйлап китте. Ҡапыл эргәләге ихатанан эт ләңкелдәне, ҡаршылағы йорт тәҙрәһендәге ҡорған шылды. Кәримгә бөтә йорттарҙағы барса халыҡ уны ғына күҙәтә, тикшерә кеүек тойолдо. Ҡурҡҡанға ҡуш күренә шул. Киңерәк урамға сыҡҡас ҡына иркен тын алып ҡуйҙы. Бәй, бая ҡайһылайтып күк күкрәй ине, улар бер-береһенең ҡосағынан айырыла алмай ишелешеп ятҡанда өй һелкенеп ҡуйғандай итте хатта, ялт та йолт йәшен уйнаны, ә урамда күләүектәр ҙә юҡ. Аяҙ көндә йәшен ата тигәндәре шул булалыр, ахыры. Кәрим күк йөҙөнә күҙ һалды. Болоттар һаман таралмаған әле, шуғалырмы, көн дә болоҡһоп тора. Ҡояш күренмәһә лә, йәйге көн оҙон, эңер төшөргә байтаҡ ваҡыт бар әле.

Дауамы: https://bashkizi.ru/articles/arkhiv/2021-12-19/nige-2624562
Бойҙай

(Булған хәл)

Кеше баҡыйлыҡҡа күсер алдынан үткән ғүмер биттәрен барлай, тиҙәр. Һикһәнен ҡыуған инәйем менән дә шулай булды. Беҙҙе һоҡландырғаны – уның ауыр ҙа, матур ҙа бала саҡ иҫтәлектәре. Хәтере яңылышып, әйберҙәренең ҡайҙа һалғанын онотоп, көндәр буйы яфаланһа ла, һуғыш михнәттәрен ап-асыҡ, яңылышмай тасуирлай, нимә әйтерҙәр тип, бәләкәсәйеп ҡалған күҙҙәрен төбәп, беҙҙән яуап көтә. Мин инде үҙем күптән әсәй кеше, был хәбәрҙәрҙе ҡат-ҡат тыңлауҙан ялҡып китһәм дә, эргәһендә тыныс ҡына ултырам, уның кисергәндәрен кино төҫлө күҙ алдыма килтереп һынландырырға, йәнләндерергә тырышам.

Дауамы: https://bashkizi.ru/articles/ya-mysh-t-y-nd-re/2019-04-03/boy-ay-783263
Ҡышҡы сейә

Күбәләкләп яуған ап-аҡ ҡарҙар
Килеп ҡуна битем остарына.
Күҙҙәремдә ай һәм йондоҙ нуры,
Бөтөрөләм хистәр ҡосағында.
Тик күрмәйем яуған ҡарҙарҙы ла,
Етәкләшеп үткән парҙарҙы ла,
Һин бит миңә бөгөн «һөйәм» тинең,
Ҡыш көнөндә бешкән сейәм, тинең.
Күкрәгемә ҡыҫып йылытырмын,
Сейәм, тинең, һине өшөтмәм.
Бындай иркә, наҙлы һүҙҙәрҙе бит
Мин бит тәүге тапҡыр ишетәм.
Күбәләкләп яуған ап-аҡ ҡарҙар
Килеп ҡуна битем остарына.
Ирендәрҙә баллы сейә тәме,
Ирейем кеүек һинең ҡосағыңда.
Виниса Фәттәхова.

Сайтта уҡығыҙ: https://bashkizi.ru/articles/-bi-bal-ysh/2018-03-20/tormosh-shunday-keshe-gel-d-yntyla-r-n-rg-87236
Өлөш барҙа үлеш бар

Хикәйә

Әлиә САМАТОВА

– Ана, ҡара, тамырҙары ниндәй йыуан, беҙгә тигән дымды ошо Ҡарағай һурып ултыра бит.
– Эйе шул, беҙҙең меҫкен тамырҙарыбыҙ шунан мөшкөлләнә.
Өлөш бар ерҙә үлеш бар инде. Эргәлә үҫкән ҡайындарҙың үҙ-ара гәпләшеүен ишетте бер көндө Ҡайынҡай.

Дауамы: https://bashkizi.ru/articles/-bi-bal-ysh/2018-12-20/l-sh-bar-a-lesh-bar-781303
Тире һау булһын, тиһәң...

Беҙҙең тире һаулығы организмдың эске торошон күрһәтә. Уны ғүмер буйы сәләмәт килеш һаҡлау еңел түгел, әммә мөмкин, ти 1-се Республика тире-венерология диспансерының бүлек мөдире, табип-дерматовенеролог Эльвира Рауил ҡыҙы Гуменная.

https://bashkizi.ru/articles/y-y-ly-g-m/2019-02-20/tire-au-bul-yn-ti-782419
Вазифа

Хикәйә

Тәнзилә Дәүләтбирҙина

Даниярҙың төнө бөгөн төн булманы. Карауатта тегеләй әйләнде, былай әйләнде. Ауырлы ҡатынын уятып ҡуймайым, тип диванға барып ятты. Баш аҫтындағы мендәре лә таш һымаҡ ҡаты тойолдо. Йоҡа юрғаны аяҡтарын өттө. Борғоланып ята торғас, һарыҡ һанарға булып китте. Белмәй һанамайҙарҙыр әле... Дөм ҡараңғы октябрь төнөндә стена буйлап берәм-һәрәм аңра һарыҡтар үтә башланы... Тора-бара улар, ҡаңғы­рышып, өй буйлап таралышырға булып китте. Тфү! Һыйыр һанаһаң да ваҡыт тиҙерәк үтер! Барыбер йоҡлап булмай! Данияр мендәрен иҙәнгә атып бәрҙе, юрғанын ырғытты. Ауыр көрһөнөп, күҙҙәрен йомдо ла хәрәкәтһеҙ ҡалды. Йоҡламаны ул, юҡ! Ҡайҙан йоҡлаһын?! Иртәгә буласаҡ ваҡиғаларҙы ҡабат-ҡабат, бәйнә-бәйнә күҙ алдына килтерҙе. Хыялланды, тип тә әйтеп булмай был кисереште. Уйланды ла уйланды. Уйланды ла уйланды...

Дауамы: https://bashkizi.ru/articles/-bi-bal-ysh/2021-12-21/vazifa-2628988
Ике донъяла ла бәхетле булыу серҙәре

Барлыҡ кеше лә бәхетле булырға хыяллана, өмөтләнә һәм тырыша. Әҙәм балалары бер иш кенә түгел, шуға һәр кем бәхет төшөнсәһен төрлөсә аңлай. Ҡайһы берәү өсөн бай булыу мөһим, икенселәрҙең – тамағы туҡ, өҫтө бөтөн икән, шул етә. Өсөнсөләр иһә һис ни менән ҡәнәғәтләнмәй.

https://bashkizi.ru/articles/alla-b-r-k-te/2019-03-04/ike-don-yala-la-b-hetle-bulyu-ser-re-782712
Икмәк һалған ҡатын-ҡыҙҙың
Өйөндә ырыҫ була,
Ҡамыр баҫмаҫ ҡатындарҙың
Йөҙҙәре ҡырыҫ була.

Икмәк телер ирҙәр барҙа
Өй эсе нурлы була,
Яман иргә юлыҡҡандың
Маңлайы һырлы була.

Бәрәкәтле йортта ғына
Икмәк күпереп уңа,
Хужаларҙы икмәгенең
Йөҙөнә ҡарап һына. (Зөлфиә Ханнанова)