шундай объекттар исемдәренең алтаҡталарҙа башҡортса-русса дөрөҫ яҙылыуын даими тикшереп барҙы. Ә хәҙер был өлкәлә ундай эш бөтөнләйе менән һүнеп ҡалды.
Хөрмәтле ватандаштар һәм милләттәштәр !
Юғарылағы мәғлүмәттәр нигеҙендә беҙҙең ойошма һеҙҙән республика етәкселегенә түбәндәге талаптар менән мөрәжәғәт итеүегеҙҙе һорай.
1. Республикабыҙҙың «Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында” тигән законының эшләмәүен иҫәпкә алып, башҡорт теленең Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булараҡ аяныслы хәлдә ҡалыуын, уның дәүләти функцияларының юҡҡа сығыуын рәсми рәүештә танырға.
2. Башҡортостан Хөкүмәтенә «Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында” тигән республика законын ғәмәлгә ашырыу буйынса айырым ултырыш уҙғарып, тейешле ҡарарҙар ҡабул итергә һәм уларҙың үтәлешен күҙәтеү, контролдә тотоу буйынса комиссия төҙөргә.
3. Республикабыҙҙың башҡорттар компакт рәүештә йәшәгән барса райондарында, ҡалаларҙа дәүләт башҡорт теленең урындағы үҙидара һәм муниципаль власть органдарында рус теле менән бер рәттән дәүләти функцияларын тәьмин итеү маҡсатында, власть, муниципаль һәм үҙидара органдары ултырыштарын, йыйылыштарын, оперативкаларҙы башҡорт телендә үткәреүҙе, башҡортса ялыуҙар, мөрәжәғәттәр, ғаризалар ҡабул итеүҙе, делопроизводствоны башҡорт телендә алып барыуҙы ойошторорға.
4. Дәүләти башҡорт теленең, рус теле менән бер рәттән, республика дәүләт власы органдарында (мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт министрлыҡтары һ.б.) мөмкин булғанса ҡулланылыуын тәьмин итергә. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың һәр сессияһында депутаттарҙың һәм Хөкүмәт ултырыштарында вице-премьерҙың йәиһә башҡа вазифалы кешеләрҙең башҡорт телендә сығыш яһауҙарын даими ҡулланырға.
5. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға дәүләти башҡорт телен рәсми делопроизводствоға индереү тураһында закон ҡабул итергә.
6. Республика Хөкүмәтенә, урындарҙағы район, ҡала муниципаль хакимиәттәренә дәүләти башҡорт теленең транспорт өлкәһендә ҡулланылыуын ғәмәлгә ашырыу маҡсатында автовокзалдарҙа, тимер юлы вокзалдарында һәм ҡала йәмәғәт транспортында рейстарҙы, туҡталыштарҙы ике (рус һәм башҡорт ) дәүләт телдәрендә иғлан итеүҙе контролгә алырға.
7. Географик объекттарҙың, ауыл, ҡала, ҡасаба, йылға исемдәренең дәүләти
башҡорт һәм рус телдәрендә дөрөҫ яҙылыуын тикшереү буйынса Башҡортостан Хөкүмәте эргәһендәге терминологик комиссияның һәм урындарҙағы комиссияларҙың эшмәкәрлеген тергеҙергә.
8. Республика Башлығы Р.Ф. Хәбировҡа, уның Башҡортостан Республикаһының иң юғары вазифаһын биләүсе кеше булараҡ, масса-күләм мәғлүмәт сараларында (радио, телевидение) республиканың ижтимағи-сәйәси, социаль-иҡтисади хәле тураһында башҡорт телендә сығыш яһауын, интервью биреүен башҡорт йәмәғәтселегенең һорау-талабы рәүешендә еткерергә.
Мөрәжәғәт 2022 йылдың 3 февралендә ҡабул ителде
«Башҡортостан ватансылары» республика йәмәғәт ойошмаһы

"Башҡортостан ватансылары" республика йәмәғәт ойошмаһының башҡорт йәмәғәтселегенә һәм халҡына
М Ө Р Ә Ж Ә Ғ Ә Т Е
Хөрмәтле милләттәштәр һәм ватандаштар!
Барығыҙға ла мәғлүм булыуынса, былтыр 2021 йылдың 11 октябрендә Өфөнөң С.Юлаев һәйкәле янында башҡорт йәмәғәтселек әһелдәре һәйкәлде ҡурсалау буйынса флэшмоб ойошторғайны. Акция ваҡытында ниндәйҙер бер Арслан Ниғмәтйәнов тигән бер блогер провокация яһаны. Ул тәүҙә флэшмобда ҡатнашҡан кешеләргә провокацион һорауҙар бирҙе, һуңынан уларҙың суверенитетты ҡайтарыуҙы талап итеп яҙылған плакатты тартып алды. Ә инде башҡорт активистары лозунгтың ҡайтарып биреүен талап иткәс, ул рюкзагынан перцовкалы газ баллоны сығарҙы ла, уларҙың йөҙҙәренә һиптертте. Һөҙөмтәлә бер унлап кешенең һаулығына зыян килтерелде. Ике ир кешенең күҙҙәре ныҡ зарарланды. Ә ҡайһы берәүҙәре тамаҡтары, тын алыу органдарының ауыртыуынан интекте.
Ә шул хәлде күргән полиция хеҙмәткәрҙәре бер нәмә лә булмағандай ҡарап тик торҙо. Бер ҡатын ғына улар янына барып , енәйәтсене күрһәткәс , тегеләр был провокатор янына килде һәм һорауҙар бирә башланы. Полиция хеҙмәткәрҙәре шул көндө лә, иртәгеһенә лә был А.Ниғмәтйәновты ҡулға алманы. Ә уның һиптергән газынан зарар күргәндәргә тиҙ медицина ярҙамы саҡыртырға тура килде. Һуңынан ғына улар был енәйәт буйынса полицияға ғариза яҙып бирҙе.
2021 йылдың ноябрь айында интернет сайттарында блогер А.Ниғмәтйәновҡа енәйәт эше асыу тураһында мәғлүмәт күренә башланы. Ләкин һуңынан ишетеүебеҙсә, урындағы махсус хеҙмәттәр баҫымы арҡаһында ул эш туҡтатылды.
Башҡорт йәмәғәтселек әһелдәре тағы ла был мәсьәлә буйынса РФ-ның Генераль прокуратураһына коллектив мөрәжәғәт ебәрҙе. Үкенескә ҡаршы, уның буйынса ла урындағы хоҡуҡ һаҡлау органдары А.Ниғмәтйәновты язаға тарттырманы.
Был хәлдән һуң блогер А.Ниғмәтйәнов ютб каналында видеосығыштар яһай башланы. Үҙенең һәр бер сығышында ул башҡорт һәм башҡа халыҡтарҙан көлде, халыҡ ара дуҫлыҡты, йәмәғәт ойошмаларын фашизм менән тиңләне. Был сығыштары өсөн ул экстремизм өсөн ҡаралған яуаплылыҡҡа тарттырылырға тейеш.
ХӨРМӘТЛЕ ВАТАНДАШТАР , МИЛЛӘТТӘШТӘР ҺӘМ ЙӘМӘҒӘТ ЭШМӘКӘРҘӘРЕ !
"Башҡортостан ватансылары" республика йәмәғәт ойошмаһы яңыраҡ провокатор А.Ниғмәтйәнов буйынса һорауын үҙенең онлайн ултырышында ҡараны. Күптәр был мәсьәләне былай ғына ҡалдырырға ярамағанлығын аңланы һәм уны нисек кенә булһа ла тейешле язаға тарттырыу өсөн бөтә сараларҙы күрергә кәрәк икәненә төшөндө. Бындай аналог хәл һуңғы ваҡытта Красноярск крайында ла булған. Унда ниндәйҙер бер Артем Загребельный тигән гражданинды ФСБ хеҙмәткәрҙәренә ҡаршы газ һиптерткәне өсөн 6 йылға хөкөм иткәндәр.
Шулай итеп, беҙгә хәҙер бөтә власть инстанцияларына блогер А.Ниғмәтйәновты ҡылған енәйәттәрее өсөн язаға тарттырыуҙы талап итеп, хаттар, ялыуҙар, мөрәжәғәттәр, хәбәрҙәр ебәрергә кәрәк. Айырыуса ул хаттарҙың, ялыуҙарҙың күбеһен РФ-ның Генерал прокуроры И.В.Красновҡа, Эске эштәр министрлыгының етәксеһе В.Колокольцевҡа яҙығыҙ һәм ебәрегеҙ. Хатҡа ютубтағы сығыштарынын яҙмаһы менән дискта һалырға онотмағыҙ. Шулай уҡ бындай хаттарҙы Президент В.В.Путинға ла ебәрһәгеҙҙә артыҡ булмаҫ.
Контакттар; РФ, г. Москва, инд 119991 , ул. Житная - 16. Министру МВД РФ В.Колокольцеву, эл. почта info@mvd.ru
РФ, г. Москва .инд. 125993, ул. Б.Дмитровка - 15А/1 Генеральному прокурору РФ И.В.Краснову. эл. почта genproc@gov.ru
"Башҡортостан ватансылары" республика йәмәғәт ойошмаһы исеменән яуаплы сәркәтип Ирек Әбделхаҡ улы Агишев

👍2
Forwarded from Башҡорт контенты (башкирский контент)
Хәйерле сәғәттә!
Яңы йәнһүрәттәр тәржемә итеп өсөн һеҙҙең ярҙамығыҙ кәрәк.
Сбербанк
5469060016393263
Даян Басыр улы
Нусса йәнһүрәтен 1-10 киҫәктәрен тәржемә итер өсөн 20 мең һум аҡса ҡулланылды.

“Яратам”, - тип яҙҙы ул беренсе. “Мин дә...” – тине.
Әммә ул артабан зым-зыя юғалды. Ә мин илай торғас, ябыҡтым... Миңә әле яңыраҡ 18 йәш тулды, гимназияны уҡып бөтөп, юғары уҡыу йортонда уҡып йөрөйөм. Гимназия йылдарын ныҡ һағынам, сөнки унда минең әхирәттәрем, татыу синыфташтарым булды. Ә иң мөһиме – шул ваҡытта үҙемдең тәүге мөхәббәтемде осраттым.
https://amanat.su/articles/m-gelek-ser/2022-02-07/yaratam-tip-ya-y-ul-berense-min-d-tine-2683633

amanat.su
“Яратам”, - тип яҙҙы ул беренсе. “Мин дә...” – тине.
Әммә ул артабан зым-зыя юғалды. Ә мин илай торғас, ябыҡтым...
Миңә әле яңыраҡ 18 йәш тулды, гимназияны уҡып бөтөп, юғары уҡыу йортонда уҡып йөрөйөм. Гимназия йылдарын ныҡ һағынам, сөнки унда минең әхирәттәрем, татыу синыфташтарым булды. Ә иң мөһиме – шул…

ЭСКЕЛЕК
Ҡәһәр генә һуҡһын эскелекте,
Ләғнәт кенә төшһөн үҙенә.
Ул бит бөгөн ҡара әжәл булып,
Ҡарап тора халҡым күҙенә.
Емтек көҫәп, осҡан ҡоҙғон кеүек,
Берәм-һәрәм сүпләй башҡортто.
Милләт өсөн килгән был афәттең
Сәбәптәрен эҙләп баш ҡатты.
Кескәй инем әле, ҡунаҡтабыҙ.
Бөгөнгөләй минең хәтерҙә.
Өлкәндәрҙең көсләп эсереүе
Күҙ алдында тора хәҙер ҙә.
- Йә, хужаның һаулығына бер тот,-
Ҡатын-ҡыҙҙы ҡыҫтай ир-аттар.
Буҙа, ҡымыҙ түгел, араҡылар,
Йылға булып аға шараптар.
Һәр йомала тағы бер машина
Килеп туҡтай кибет янына.
Буш шешәләр тулған йәшниктәрҙе
Ауылдаштар тейәй яңынан.
Һалдат оҙатыуҙар, тыуған көндәр,
Һуғым ашы, бәпәй туйҙары,
Сәсеү батырҙарын данлар өсөн
Үткәрелгән һабантуйҙары.
Бөтә ерҙә, табындарҙы йәмләп,
Ялтырашып тора "аҡбаштар".
Эстек ауыл менән, бар ил менән,
Булмаһаҡ та әле алкаштар.
Яңы быуын сабыйҙары тыуҙы,
Араҡыны татып ҡарында.
Сәңгелдәктә ята бәпәйҙәре.
Ата-әсә уның янында,
Ә көмөшкә инде табында...
Әле килеп иҫ-аҡылдар етмәй,
Шул ағыуҙан халҡым ҡырыла.
Нимә сәсһәң, шуны ураһың шул,
Яман шеш тә бер көн ярыла.
- Нисегерәк үлгән?
- Аҫылынған.
- Белмәйһеңме ниңә?
- Эскән булған.
- Бигерәк тә йәш ине бит үҙе...
- Күрәһеңдер, ул йәшәүҙән туйған...
Эй, Хоҙайым, ошо һөйләшеүҙе
Ишетмәһә ине ҡолағым.
Башҡорттарҙың кәмегәнен күреп,
Ғәрлегемдән килә илағым!..
Ҡоролтайҙа шундай һандар булды:
Алты егет тик бер Сәксәйҙә
Аҫылынған. Бындай вәхшилектәр
Юҡтыр хатта бөтә Рәсәйҙә.
Эскән килеш машинала осҡан,
Һыуға батҡан - айыҡ булмаған.
Спирт менән бахыр ағыуланған,
Утыҙы ла әле тулмаған...
Һиҙелмәй ҙә китә йәштәребеҙ,
Әсәләрҙең сәсен ағартып.
Алһыу йөҙөн мәңге ҡарайтып,
Тик бер көндә уны ҡартайтып.
Ҡоростандыр әсә йөрәге лә,
Шул ҡайғынан нисек ярылмай.
Ҡороп ҡына китһен был эскелек!!!
Әжәлдәрҙән дарыу табылмай.
Эй башҡортом - минең милләттәшем!
Онотмайыҡ ғүмер уҙғанын.
Араҡы һәм көмөшкәне түгел,
Беҙ тотайыҡ ҡымыҙ, буҙаны.
Онотмайыҡ шуны: йәшәр өсөн
Килгәнбеҙ бит бары ҡунаҡҡа.
Ҡунаҡ булһаң, тыйнаҡ бул, - ти мәҡәл,
Аңлатайыҡ шуны халыҡҡа.
Көмөшкәсе ҡулы тартышһасы!!!
Һатҡан саҡта ошо хәмерҙе.
Тағы ла бер ауылдашына ул,
Үҙе теләп, ҡаҙа ҡәберҙе...
Айыҡ ауыл булып йәшәйексе,
Башҡорттарым минең, яҡташтар!
Бары ирек һөйгән милләтемде
Ҡырмаһындар ине "аҡбаштар"!!!
Ҡәһәр генә һуҡһын эскелекте,
Ләғнәт кенә төшһөн үҙенә!!!
Ул бит бөгөн ҡара әжәл булып,
Ҡарап тора халҡым күҙенә...
Зилә Ғәйетҡолова
Ҡәһәр генә һуҡһын эскелекте,
Ләғнәт кенә төшһөн үҙенә.
Ул бит бөгөн ҡара әжәл булып,
Ҡарап тора халҡым күҙенә.
Емтек көҫәп, осҡан ҡоҙғон кеүек,
Берәм-һәрәм сүпләй башҡортто.
Милләт өсөн килгән был афәттең
Сәбәптәрен эҙләп баш ҡатты.
Кескәй инем әле, ҡунаҡтабыҙ.
Бөгөнгөләй минең хәтерҙә.
Өлкәндәрҙең көсләп эсереүе
Күҙ алдында тора хәҙер ҙә.
- Йә, хужаның һаулығына бер тот,-
Ҡатын-ҡыҙҙы ҡыҫтай ир-аттар.
Буҙа, ҡымыҙ түгел, араҡылар,
Йылға булып аға шараптар.
Һәр йомала тағы бер машина
Килеп туҡтай кибет янына.
Буш шешәләр тулған йәшниктәрҙе
Ауылдаштар тейәй яңынан.
Һалдат оҙатыуҙар, тыуған көндәр,
Һуғым ашы, бәпәй туйҙары,
Сәсеү батырҙарын данлар өсөн
Үткәрелгән һабантуйҙары.
Бөтә ерҙә, табындарҙы йәмләп,
Ялтырашып тора "аҡбаштар".
Эстек ауыл менән, бар ил менән,
Булмаһаҡ та әле алкаштар.
Яңы быуын сабыйҙары тыуҙы,
Араҡыны татып ҡарында.
Сәңгелдәктә ята бәпәйҙәре.
Ата-әсә уның янында,
Ә көмөшкә инде табында...
Әле килеп иҫ-аҡылдар етмәй,
Шул ағыуҙан халҡым ҡырыла.
Нимә сәсһәң, шуны ураһың шул,
Яман шеш тә бер көн ярыла.
- Нисегерәк үлгән?
- Аҫылынған.
- Белмәйһеңме ниңә?
- Эскән булған.
- Бигерәк тә йәш ине бит үҙе...
- Күрәһеңдер, ул йәшәүҙән туйған...
Эй, Хоҙайым, ошо һөйләшеүҙе
Ишетмәһә ине ҡолағым.
Башҡорттарҙың кәмегәнен күреп,
Ғәрлегемдән килә илағым!..
Ҡоролтайҙа шундай һандар булды:
Алты егет тик бер Сәксәйҙә
Аҫылынған. Бындай вәхшилектәр
Юҡтыр хатта бөтә Рәсәйҙә.
Эскән килеш машинала осҡан,
Һыуға батҡан - айыҡ булмаған.
Спирт менән бахыр ағыуланған,
Утыҙы ла әле тулмаған...
Һиҙелмәй ҙә китә йәштәребеҙ,
Әсәләрҙең сәсен ағартып.
Алһыу йөҙөн мәңге ҡарайтып,
Тик бер көндә уны ҡартайтып.
Ҡоростандыр әсә йөрәге лә,
Шул ҡайғынан нисек ярылмай.
Ҡороп ҡына китһен был эскелек!!!
Әжәлдәрҙән дарыу табылмай.
Эй башҡортом - минең милләттәшем!
Онотмайыҡ ғүмер уҙғанын.
Араҡы һәм көмөшкәне түгел,
Беҙ тотайыҡ ҡымыҙ, буҙаны.
Онотмайыҡ шуны: йәшәр өсөн
Килгәнбеҙ бит бары ҡунаҡҡа.
Ҡунаҡ булһаң, тыйнаҡ бул, - ти мәҡәл,
Аңлатайыҡ шуны халыҡҡа.
Көмөшкәсе ҡулы тартышһасы!!!
Һатҡан саҡта ошо хәмерҙе.
Тағы ла бер ауылдашына ул,
Үҙе теләп, ҡаҙа ҡәберҙе...
Айыҡ ауыл булып йәшәйексе,
Башҡорттарым минең, яҡташтар!
Бары ирек һөйгән милләтемде
Ҡырмаһындар ине "аҡбаштар"!!!
Ҡәһәр генә һуҡһын эскелекте,
Ләғнәт кенә төшһөн үҙенә!!!
Ул бит бөгөн ҡара әжәл булып,
Ҡарап тора халҡым күҙенә...
Зилә Ғәйетҡолова
👍2
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА БАШЛЫҒЫ
Р.Ф.ХӘБИРОВҠА
КОЛЛЕКТИВ МӨРӘЖӘҒӘТ
Һаумыһығыҙ, Радий Фәрит улы !
Беҙ йәмәғәтселек әһелдәре һеҙгә ябай Башҡортостан граждандары позицияһынан дәүләт башҡорт телендә мөрәжәғәт итәбеҙ. Яңыраҡ 5 февральда бөтә интернет сайттарында «Башҡортостан ватансылары» республика йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостандағы башҡорт халҡына һәм йәмәғәтселегенә адресланған мөрәжәғәт баҫылып сыҡты. Ул мөрәжәғәттә «Башҡортостан ватансылары» ойошмаһы «Башҡортостан халыҡтарының телдәре тураһында» законының мәсьәләләрен күтәргән.
Закон әлеге ваҡытта ғөмүмән эшләмәй. 2019 — 2020 йылдарҙа ғына закон аҙыраҡ эшләгәйне. Республиканың хөкүмәт ултырышында һәм Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың сессияһында дәүләт башҡорт телендә сығыштар булды, республиканың ҡайһы бер район муниципаль хакимиәт органдарында оперативкалар башҡортса алып барылды. Ләкин һуңынан былар барыһы ла онотолдо. Хәҙерге ваҡытта башҡорттар компактлы булып йәшәгән күп кенә райондарҙа дәүләт башҡорт теле ҡулланылмай, бәғзе райондарҙа ҡулланылһа ла, унда рус теле менән бер рәттә тиң хоҡуҡлы рәүештә функцияланмай. Былар барыһы ла закондың 6 - сы статьяһын боҙоуҙы иҫбатлай.
Был хәлдән сығыу өсөн беҙ мөрәжәғәттәге талаптарға, тәҡдимдәргә ҡушылабыҙ һәм тиҙ осраҡта был мәсьәлә буйынса хөкүмәттең ултырышын үткәреүҙе талап итәбеҙ.
Ихтирам менән һеҙгә ("Башҡортостан ватансылары" республика йәмәғәт ойошмаһының президиум һәм идара ағзалары күрһәтелде) Яуапты " Башҡортостан халыҡтарының телдәре тураһында " законы нигеҙендә башҡорт телендә ебәреүгеҙҙе һорайбыҙ.

Forwarded from КАСА
На башкирском языке.
Посвящается бывшим любимцам башкирского народа, музыкантам Яруллину с Туктагуловым, а ныне известным куштанам. Которые полезли в прорубь в крещенский день.
"Түрә ҡушты тиеп
Эй башҡортом, түрә ҡушты, тиеп,
Боҙло һыуға барып сумдыңмы?
Ярар өсөн мыжыҡ кәпәскә
Үҙ халҡыңа дошман булдыңмы?
Байыныңмы түрә ҡулын ялап,
Ҡуштанланыу битлеген кейеп?
Шатмы күңелең выжданыңа төк(ө)рөп,
Бер түрәнең көйөнә бейеп?
Тик онотма түрә килә- китә,
Онотолор һинең ҡуштанлыҡ.
Мәңгелеккә даның ҡалыр илдә -
Ғәфү итмәҫ һатлыҡты халыҡ!"
Эльза Рух
Из башкирского ФБ

👍1
Бәлки, керләнеп тә бөтөрмөн мин,
Янған өсөн яла яғылыр.
Ялған һыйыныр ер булмаһа ла,
Яласылар әле табылыр.
Тик намыҫты данға алыштырмам,
Юҡ, алданмам арзан даныма.
Мин яҙырмын ғәҙеллекте яҡлап,
Ҡәләмемде манып ҡаныма.
Һәр нәмәне халҡым зиһене менән,
Халҡым күҙе менән күрермен.
Әгәр кәрәк булһа, илем өсөн
Ғәзиз ғүмеремде бирермен.
Юҡ, теҙләнмәм ялған алдында мин!
Маҡсатымдың иң, иң алыҫын
Яҡын күрер күҙем. Һәм күҙемдә
Балҡып яныр ғорур намыҫым!
Янған өсөн яла яғылыр.
Ялған һыйыныр ер булмаһа ла,
Яласылар әле табылыр.
Тик намыҫты данға алыштырмам,
Юҡ, алданмам арзан даныма.
Мин яҙырмын ғәҙеллекте яҡлап,
Ҡәләмемде манып ҡаныма.
Һәр нәмәне халҡым зиһене менән,
Халҡым күҙе менән күрермен.
Әгәр кәрәк булһа, илем өсөн
Ғәзиз ғүмеремде бирермен.
Юҡ, теҙләнмәм ялған алдында мин!
Маҡсатымдың иң, иң алыҫын
Яҡын күрер күҙем. Һәм күҙемдә
Балҡып яныр ғорур намыҫым!
👍3
Forwarded from Башҡортса музыка 🪺
Ләйсән Үтәшева тураһында интервью фильм.
Бала-сағы, мәктәп йылдары, Раевка, Әсәһе, ире һәм балалары тураһында матур һәм йыл килеп сыҡҡан фильм.. Ҡарайбыҙ
https://m.youtube.com/watch?v=O_E9bqMc3MY&feature=youtu.be

YouTube
Ляйсан Утяшева и Павел Воля: любовь напоказ, домашнее насилие, роды в США // А поговорить?..
Учитесь, развивайтесь и воплощайте мечты в реальность c промокодом ШИХМАН10 в Skypro по ссылке: https://go.skyeng.ru/irina_shikhman
«Скидка 30% на все товары бренда Erborian c 16.02.22 по 16.03.22 в магазинах SEPHORA и на сайте Sephora.ru ➡️ https://sep…

Халыҡ шаулай: француздар
Урмандарҙы ала вис!
Француз әйтә: любезники,
Һай, Хәбиров, маладис!
Француз, француз инә, ти,
Ҡортон алып килә, ти.
Йәше-ҡарты бер тауыштан,
Башҡа төштө бәлә, ти.
Башҡорт балы, баҡтиһәң,
Бик сифатһыҙ бал икән.
Бер әпкәләй йыйылышта
Тап бына шулай тигән.
Француздарҙың яулығы
Матур биҙәкле икән.
Шул шәл-яулыҡтар артына
Ирҙәр боҫорҙарм(ы) икән?
Тултырылған тауыҡ кеүек
Бирәмер (премьер) ярҙамсыһы.
Ошо инде хөкүмәттең
Иң ата ялғансыһы.
Француздар морон һона
Урмандарға-ҡалъяға.
Беҙҙекеләр килеп ҡыҫҡас,
Сығып ҡасһын далаға!
Урмандарҙы ала вис!
Француз әйтә: любезники,
Һай, Хәбиров, маладис!
Француз, француз инә, ти,
Ҡортон алып килә, ти.
Йәше-ҡарты бер тауыштан,
Башҡа төштө бәлә, ти.
Башҡорт балы, баҡтиһәң,
Бик сифатһыҙ бал икән.
Бер әпкәләй йыйылышта
Тап бына шулай тигән.
Француздарҙың яулығы
Матур биҙәкле икән.
Шул шәл-яулыҡтар артына
Ирҙәр боҫорҙарм(ы) икән?
Тултырылған тауыҡ кеүек
Бирәмер (премьер) ярҙамсыһы.
Ошо инде хөкүмәттең
Иң ата ялғансыһы.
Француздар морон һона
Урмандарға-ҡалъяға.
Беҙҙекеләр килеп ҡыҫҡас,
Сығып ҡасһын далаға!
👍1
‼️‼️‼️
Хөрмәтле ата-әсәләр, йәмәғәтселек!
Бик мөһим мәсьәлә.
Әлеге ваҡытта ҡарала проект основных образовательных программ ( ПООП ). Ул проектта бирелгән уҡыу пландарының варианттары, һәм унда туған тел һәм әҙәбиәт өсөн бик әҙ сәғәт бирелә. 0.5 туған тел + 0.5 туған әҙәбиәт!!! Быны уйлайҙар Рәсәй кимәлендә раҫлап ҡуйырға. Милли мәктәптәр өсөн дә сәғәттәр ҡыҫҡартыласаҡ!
Беҙ, атай әсәйҙәр, бөгөн үҙ хоҡуҡтарыбыҙ менән ҡулланып ошо хәлгә ҡаршылыҡ белдерергә бурыслы.
Ошо һылтанма аша инеп https://edsoo.ru/Normativnie_dokumenti.htm , яңы проекттың уҡыу пландарында туған телдәрҙе уҡытыу өсөн бик әҙ сәғәттәр ҡалдырыуҙарына ҡаршы үҙ фекерегеҙҙе ҡалдырырға кәрәк.
пока ещё программа не принята, идут обсуждения.
Поэтому нам надо срочно активироваться и выразить свои позиции до 01 марта!!
Для этого необходимо перейти по данной ссылке https://edsoo.ru/Normativnie_dokumenti.htm
и написать свое мнение - варианты:
- "в приведенных вариантах учебных планов проекта ПООП количество часов на изучение родного языка недостаточно, т.к.... (пишем все свои аргументы)".
- "Я , родитель, как законный представитель ребенка и полноправный участник образовательного процесса выражаю свое несогласие с приведенными вариантами учебных планов, в которых количество часов родного языка и литературы не даёт возможности ребенку для полноценного изучения своего родного языка."...
- " Приведенные варианты учебных планов ущемляют право на изучение родного языка, так как количество часов мизерно."
Максимально распространяйте информацию и организуйте комментарии.
Беҙ, атай әсәйҙәр, бөгөн бурыслы туған телде һаҡларға балалар өсөн!

21 февраль - Халыҡ-ара туған тел көнө.
Родной тел. (Вил Казыйханов)
Эй родной тел, эй красивый,
Мамам, папамдың теле.
Мог я узнать күп нәмәне
Һин родной тел арҡылы.
Был языкта коляскала
Мамкам сказку көйләгән.
А затем төндәр буйына
Бабуля рассказ һөйләгән.
А потом ни сәбәптәндер
Өйрәткәндәр рус язык.
Якобы, тик шул телдә
Алам духовный аҙыҡ.
Почему же нас детсадта
Һиңә өйрәтмәнеләр,
В школе, когда обучали,
Һиндә һөйләтмәнеләр?
Говорят, һин Мамай теле,
Кәрәк түгелһең нигде.
Без тебя хлебтар үҫә,
Нефть табыла везде.
ВУЗға поступать иткәндә,
Говорят, һин кәрәкмәй.
Дальше-больше жить иткәндә
Нужен ли ты вряд ли, әәәй...
Эй родной тел, эй матур тел,
Папам, мамамдың теле.
Только я их обвиняю
Өйрәтмәгәнгә һине.
Эй родной тел, аңлаталар:
Можно жить и быть һинһеҙ.
Мама, папа и бабуля
Оставили меня телһеҙ...
Родной тел. (Вил Казыйханов)
Эй родной тел, эй красивый,
Мамам, папамдың теле.
Мог я узнать күп нәмәне
Һин родной тел арҡылы.
Был языкта коляскала
Мамкам сказку көйләгән.
А затем төндәр буйына
Бабуля рассказ һөйләгән.
А потом ни сәбәптәндер
Өйрәткәндәр рус язык.
Якобы, тик шул телдә
Алам духовный аҙыҡ.
Почему же нас детсадта
Һиңә өйрәтмәнеләр,
В школе, когда обучали,
Һиндә һөйләтмәнеләр?
Говорят, һин Мамай теле,
Кәрәк түгелһең нигде.
Без тебя хлебтар үҫә,
Нефть табыла везде.
ВУЗға поступать иткәндә,
Говорят, һин кәрәкмәй.
Дальше-больше жить иткәндә
Нужен ли ты вряд ли, әәәй...
Эй родной тел, эй матур тел,
Папам, мамамдың теле.
Только я их обвиняю
Өйрәтмәгәнгә һине.
Эй родной тел, аңлаталар:
Можно жить и быть һинһеҙ.
Мама, папа и бабуля
Оставили меня телһеҙ...
👍4
Forwarded from За языки РФ
Уважаемые друзья!
Сегодня Всемирный День родного языка, он объявлен в память о трагических событиях в Бангладеше (тогда — Восточный Пакистан), где в ходе протестов против объявления урду единственным государственным языком (и не учтен местный доминирующий язык бангла) погибли несколько участников протестов в столкновении с полицией.
День родного языка призван обратить внимание на тот незыблемый факт, что языковые прааа являются неотъемлемой частью прав человека.
Люди имеют право свободно общаться и пользоваться своим языком, никто не должен быть подвергнут дискриминации на почве языка. Государства должны защищать родные языки своих сообществ и сохранять языковое многообразие.
Языки народов России в настоящее время находятся под угрозой: они практически исключены из системы государственных институтов, слабо встроены в общественую жизнь, теряют свои позиции в системе образования, повсеместно наблюдается языковой сдвиг и переход с нерусских языков на русский язык в качестве основного языка межличностного общения.
При этом именно в настоящее время у представителей народов России появляется шанс повлиять на языковую ситуацию, используя как возможности международного сотрудничества, так и современные технологии, а главное, осознанные намерения защитить будущее своих языков.
Мы желаем всем деятелем языкового возрождения, активистам, педагогам, ученым, общественным деятелям веры в свои силы и устойчивости в своей работе и борьбе.
Мы можем многое! Наше дело правое.
Давайте действовать!
С Днем родного языка!

Радийға "любезники-любизар".
"Башҡорт" һүҙен алып ташлап
"Башҡорт бөрйән бал ҡорто"нан.
"Среднерусская" тип атап
Көлдөләр башҡорт халҡынан.
Мин яҙғайным ҡаршы сығып,
Провокатор! - тинеләр.
Яҡлашманы башҡа халыҡ,
Тимәк риза инеләр.
Мин дә тындым, ярай инде,
Башҡа бәхәс ҡорманым.
Сөнки флешмоб булыр көндө,
Унда бара алманым.
Матур үтте флешмобтары
Ишембай районында.
Ҡабындымы осҡон тағы
Башҡаларҙың уйында?
Ҡалды ике аҙна ваҡыт
"Француздың" һөжүменә.
Рәхәт микән илде һатып
Әрмәндәр кейәүенә?
Бөрйәндәр нишләп йоҡлайҙар,
Көйөргәҙе, Хәйбулла?
Күгәрсендәр, Ғафуриҙар
Һүҙ әйтһәләр ни була?
Бәләбәйҙәр, Бишбүләктәр,
Асҡын халҡы, Дүртөйлө.
Ризамы ни һеҙ, иптәштәр,
Нишләп тыныс Мәсетле?
Дошман инә еребеҙгә,
Асығыҙ күҙегеҙҙе!
Бал ҡорто менән бергә
Һаталар илебеҙҙе...
Абай улы.
(22.02.2022 йыл)
"Башҡорт" һүҙен алып ташлап
"Башҡорт бөрйән бал ҡорто"нан.
"Среднерусская" тип атап
Көлдөләр башҡорт халҡынан.
Мин яҙғайным ҡаршы сығып,
Провокатор! - тинеләр.
Яҡлашманы башҡа халыҡ,
Тимәк риза инеләр.
Мин дә тындым, ярай инде,
Башҡа бәхәс ҡорманым.
Сөнки флешмоб булыр көндө,
Унда бара алманым.
Матур үтте флешмобтары
Ишембай районында.
Ҡабындымы осҡон тағы
Башҡаларҙың уйында?
Ҡалды ике аҙна ваҡыт
"Француздың" һөжүменә.
Рәхәт микән илде һатып
Әрмәндәр кейәүенә?
Бөрйәндәр нишләп йоҡлайҙар,
Көйөргәҙе, Хәйбулла?
Күгәрсендәр, Ғафуриҙар
Һүҙ әйтһәләр ни була?
Бәләбәйҙәр, Бишбүләктәр,
Асҡын халҡы, Дүртөйлө.
Ризамы ни һеҙ, иптәштәр,
Нишләп тыныс Мәсетле?
Дошман инә еребеҙгә,
Асығыҙ күҙегеҙҙе!
Бал ҡорто менән бергә
Һаталар илебеҙҙе...
Абай улы.
(22.02.2022 йыл)
👍2
Теләктәшлек
Ҡай тарафта йәбер-золом күрәм,
Ҡайҙа күрәм вәхшәт -
Иҙеүсегә ҡаршы күңелемдә
Баш ҡалҡыта нәфрәт.
Йәберләнгән бар милләттәр миңә
Бер туғандай яҡын.
Ҡаным иҫләй сөнки, йөҙәр йылдар
Иҙелеүҙең хаҡын.
Кәмһетелгән, мәхрүм халыҡ менән
Игеҙ төҫлө йәнем:
Улар язаланһа, яфаланһа
Һыҙлай минең тәнем.
Йәлләдтәргә ләғнәт уҡыһалар
Был да яҡшы таныш,
Әйтерһең дә, халҡым ҡаяларға
Соҡоп яҙған ҡарғыш.
Иҙелгәндең зары, моңо, уйы
Күңелемә яҡын,
Сөнки башҡорт ерҙә азатлыҡтың
Белә ысын хаҡын.
Мәүлит Ямалетдин
Ҡай тарафта йәбер-золом күрәм,
Ҡайҙа күрәм вәхшәт -
Иҙеүсегә ҡаршы күңелемдә
Баш ҡалҡыта нәфрәт.
Йәберләнгән бар милләттәр миңә
Бер туғандай яҡын.
Ҡаным иҫләй сөнки, йөҙәр йылдар
Иҙелеүҙең хаҡын.
Кәмһетелгән, мәхрүм халыҡ менән
Игеҙ төҫлө йәнем:
Улар язаланһа, яфаланһа
Һыҙлай минең тәнем.
Йәлләдтәргә ләғнәт уҡыһалар
Был да яҡшы таныш,
Әйтерһең дә, халҡым ҡаяларға
Соҡоп яҙған ҡарғыш.
Иҙелгәндең зары, моңо, уйы
Күңелемә яҡын,
Сөнки башҡорт ерҙә азатлыҡтың
Белә ысын хаҡын.
Мәүлит Ямалетдин