Forwarded from Башҡортса музыка 🪺
Ләйсән Үтәшева тураһында интервью фильм.
Бала-сағы, мәктәп йылдары, Раевка, Әсәһе, ире һәм балалары тураһында матур һәм йыл килеп сыҡҡан фильм.. Ҡарайбыҙ
https://m.youtube.com/watch?v=O_E9bqMc3MY&feature=youtu.be
Бала-сағы, мәктәп йылдары, Раевка, Әсәһе, ире һәм балалары тураһында матур һәм йыл килеп сыҡҡан фильм.. Ҡарайбыҙ
https://m.youtube.com/watch?v=O_E9bqMc3MY&feature=youtu.be
YouTube
Ляйсан Утяшева и Павел Воля: любовь напоказ, домашнее насилие, роды в США // А поговорить?..
Учитесь, развивайтесь и воплощайте мечты в реальность c промокодом ШИХМАН10 в Skypro по ссылке: https://go.skyeng.ru/irina_shikhman
«Скидка 30% на все товары бренда Erborian c 16.02.22 по 16.03.22 в магазинах SEPHORA и на сайте Sephora.ru ➡️ https://sep…
«Скидка 30% на все товары бренда Erborian c 16.02.22 по 16.03.22 в магазинах SEPHORA и на сайте Sephora.ru ➡️ https://sep…
Халыҡ шаулай: француздар
Урмандарҙы ала вис!
Француз әйтә: любезники,
Һай, Хәбиров, маладис!
Француз, француз инә, ти,
Ҡортон алып килә, ти.
Йәше-ҡарты бер тауыштан,
Башҡа төштө бәлә, ти.
Башҡорт балы, баҡтиһәң,
Бик сифатһыҙ бал икән.
Бер әпкәләй йыйылышта
Тап бына шулай тигән.
Француздарҙың яулығы
Матур биҙәкле икән.
Шул шәл-яулыҡтар артына
Ирҙәр боҫорҙарм(ы) икән?
Тултырылған тауыҡ кеүек
Бирәмер (премьер) ярҙамсыһы.
Ошо инде хөкүмәттең
Иң ата ялғансыһы.
Француздар морон һона
Урмандарға-ҡалъяға.
Беҙҙекеләр килеп ҡыҫҡас,
Сығып ҡасһын далаға!
Урмандарҙы ала вис!
Француз әйтә: любезники,
Һай, Хәбиров, маладис!
Француз, француз инә, ти,
Ҡортон алып килә, ти.
Йәше-ҡарты бер тауыштан,
Башҡа төштө бәлә, ти.
Башҡорт балы, баҡтиһәң,
Бик сифатһыҙ бал икән.
Бер әпкәләй йыйылышта
Тап бына шулай тигән.
Француздарҙың яулығы
Матур биҙәкле икән.
Шул шәл-яулыҡтар артына
Ирҙәр боҫорҙарм(ы) икән?
Тултырылған тауыҡ кеүек
Бирәмер (премьер) ярҙамсыһы.
Ошо инде хөкүмәттең
Иң ата ялғансыһы.
Француздар морон һона
Урмандарға-ҡалъяға.
Беҙҙекеләр килеп ҡыҫҡас,
Сығып ҡасһын далаға!
👍1
‼️‼️‼️
Хөрмәтле ата-әсәләр, йәмәғәтселек!
Бик мөһим мәсьәлә.
Әлеге ваҡытта ҡарала проект основных образовательных программ ( ПООП ). Ул проектта бирелгән уҡыу пландарының варианттары, һәм унда туған тел һәм әҙәбиәт өсөн бик әҙ сәғәт бирелә. 0.5 туған тел + 0.5 туған әҙәбиәт!!! Быны уйлайҙар Рәсәй кимәлендә раҫлап ҡуйырға. Милли мәктәптәр өсөн дә сәғәттәр ҡыҫҡартыласаҡ!
Беҙ, атай әсәйҙәр, бөгөн үҙ хоҡуҡтарыбыҙ менән ҡулланып ошо хәлгә ҡаршылыҡ белдерергә бурыслы.
Ошо һылтанма аша инеп https://edsoo.ru/Normativnie_dokumenti.htm , яңы проекттың уҡыу пландарында туған телдәрҙе уҡытыу өсөн бик әҙ сәғәттәр ҡалдырыуҙарына ҡаршы үҙ фекерегеҙҙе ҡалдырырға кәрәк.
пока ещё программа не принята, идут обсуждения.
Поэтому нам надо срочно активироваться и выразить свои позиции до 01 марта!!
Для этого необходимо перейти по данной ссылке https://edsoo.ru/Normativnie_dokumenti.htm
и написать свое мнение - варианты:
- "в приведенных вариантах учебных планов проекта ПООП количество часов на изучение родного языка недостаточно, т.к.... (пишем все свои аргументы)".
- "Я , родитель, как законный представитель ребенка и полноправный участник образовательного процесса выражаю свое несогласие с приведенными вариантами учебных планов, в которых количество часов родного языка и литературы не даёт возможности ребенку для полноценного изучения своего родного языка."...
- " Приведенные варианты учебных планов ущемляют право на изучение родного языка, так как количество часов мизерно."
Максимально распространяйте информацию и организуйте комментарии.
Беҙ, атай әсәйҙәр, бөгөн бурыслы туған телде һаҡларға балалар өсөн!

21 февраль - Халыҡ-ара туған тел көнө.
Родной тел. (Вил Казыйханов)
Эй родной тел, эй красивый,
Мамам, папамдың теле.
Мог я узнать күп нәмәне
Һин родной тел арҡылы.
Был языкта коляскала
Мамкам сказку көйләгән.
А затем төндәр буйына
Бабуля рассказ һөйләгән.
А потом ни сәбәптәндер
Өйрәткәндәр рус язык.
Якобы, тик шул телдә
Алам духовный аҙыҡ.
Почему же нас детсадта
Һиңә өйрәтмәнеләр,
В школе, когда обучали,
Һиндә һөйләтмәнеләр?
Говорят, һин Мамай теле,
Кәрәк түгелһең нигде.
Без тебя хлебтар үҫә,
Нефть табыла везде.
ВУЗға поступать иткәндә,
Говорят, һин кәрәкмәй.
Дальше-больше жить иткәндә
Нужен ли ты вряд ли, әәәй...
Эй родной тел, эй матур тел,
Папам, мамамдың теле.
Только я их обвиняю
Өйрәтмәгәнгә һине.
Эй родной тел, аңлаталар:
Можно жить и быть һинһеҙ.
Мама, папа и бабуля
Оставили меня телһеҙ...
Родной тел. (Вил Казыйханов)
Эй родной тел, эй красивый,
Мамам, папамдың теле.
Мог я узнать күп нәмәне
Һин родной тел арҡылы.
Был языкта коляскала
Мамкам сказку көйләгән.
А затем төндәр буйына
Бабуля рассказ һөйләгән.
А потом ни сәбәптәндер
Өйрәткәндәр рус язык.
Якобы, тик шул телдә
Алам духовный аҙыҡ.
Почему же нас детсадта
Һиңә өйрәтмәнеләр,
В школе, когда обучали,
Һиндә һөйләтмәнеләр?
Говорят, һин Мамай теле,
Кәрәк түгелһең нигде.
Без тебя хлебтар үҫә,
Нефть табыла везде.
ВУЗға поступать иткәндә,
Говорят, һин кәрәкмәй.
Дальше-больше жить иткәндә
Нужен ли ты вряд ли, әәәй...
Эй родной тел, эй матур тел,
Папам, мамамдың теле.
Только я их обвиняю
Өйрәтмәгәнгә һине.
Эй родной тел, аңлаталар:
Можно жить и быть һинһеҙ.
Мама, папа и бабуля
Оставили меня телһеҙ...
👍4
Forwarded from За языки РФ
Уважаемые друзья!
Сегодня Всемирный День родного языка, он объявлен в память о трагических событиях в Бангладеше (тогда — Восточный Пакистан), где в ходе протестов против объявления урду единственным государственным языком (и не учтен местный доминирующий язык бангла) погибли несколько участников протестов в столкновении с полицией.
День родного языка призван обратить внимание на тот незыблемый факт, что языковые прааа являются неотъемлемой частью прав человека.
Люди имеют право свободно общаться и пользоваться своим языком, никто не должен быть подвергнут дискриминации на почве языка. Государства должны защищать родные языки своих сообществ и сохранять языковое многообразие.
Языки народов России в настоящее время находятся под угрозой: они практически исключены из системы государственных институтов, слабо встроены в общественую жизнь, теряют свои позиции в системе образования, повсеместно наблюдается языковой сдвиг и переход с нерусских языков на русский язык в качестве основного языка межличностного общения.
При этом именно в настоящее время у представителей народов России появляется шанс повлиять на языковую ситуацию, используя как возможности международного сотрудничества, так и современные технологии, а главное, осознанные намерения защитить будущее своих языков.
Мы желаем всем деятелем языкового возрождения, активистам, педагогам, ученым, общественным деятелям веры в свои силы и устойчивости в своей работе и борьбе.
Мы можем многое! Наше дело правое.
Давайте действовать!
С Днем родного языка!

Радийға "любезники-любизар".
"Башҡорт" һүҙен алып ташлап
"Башҡорт бөрйән бал ҡорто"нан.
"Среднерусская" тип атап
Көлдөләр башҡорт халҡынан.
Мин яҙғайным ҡаршы сығып,
Провокатор! - тинеләр.
Яҡлашманы башҡа халыҡ,
Тимәк риза инеләр.
Мин дә тындым, ярай инде,
Башҡа бәхәс ҡорманым.
Сөнки флешмоб булыр көндө,
Унда бара алманым.
Матур үтте флешмобтары
Ишембай районында.
Ҡабындымы осҡон тағы
Башҡаларҙың уйында?
Ҡалды ике аҙна ваҡыт
"Француздың" һөжүменә.
Рәхәт микән илде һатып
Әрмәндәр кейәүенә?
Бөрйәндәр нишләп йоҡлайҙар,
Көйөргәҙе, Хәйбулла?
Күгәрсендәр, Ғафуриҙар
Һүҙ әйтһәләр ни була?
Бәләбәйҙәр, Бишбүләктәр,
Асҡын халҡы, Дүртөйлө.
Ризамы ни һеҙ, иптәштәр,
Нишләп тыныс Мәсетле?
Дошман инә еребеҙгә,
Асығыҙ күҙегеҙҙе!
Бал ҡорто менән бергә
Һаталар илебеҙҙе...
Абай улы.
(22.02.2022 йыл)
"Башҡорт" һүҙен алып ташлап
"Башҡорт бөрйән бал ҡорто"нан.
"Среднерусская" тип атап
Көлдөләр башҡорт халҡынан.
Мин яҙғайным ҡаршы сығып,
Провокатор! - тинеләр.
Яҡлашманы башҡа халыҡ,
Тимәк риза инеләр.
Мин дә тындым, ярай инде,
Башҡа бәхәс ҡорманым.
Сөнки флешмоб булыр көндө,
Унда бара алманым.
Матур үтте флешмобтары
Ишембай районында.
Ҡабындымы осҡон тағы
Башҡаларҙың уйында?
Ҡалды ике аҙна ваҡыт
"Француздың" һөжүменә.
Рәхәт микән илде һатып
Әрмәндәр кейәүенә?
Бөрйәндәр нишләп йоҡлайҙар,
Көйөргәҙе, Хәйбулла?
Күгәрсендәр, Ғафуриҙар
Һүҙ әйтһәләр ни була?
Бәләбәйҙәр, Бишбүләктәр,
Асҡын халҡы, Дүртөйлө.
Ризамы ни һеҙ, иптәштәр,
Нишләп тыныс Мәсетле?
Дошман инә еребеҙгә,
Асығыҙ күҙегеҙҙе!
Бал ҡорто менән бергә
Һаталар илебеҙҙе...
Абай улы.
(22.02.2022 йыл)
👍2
Теләктәшлек
Ҡай тарафта йәбер-золом күрәм,
Ҡайҙа күрәм вәхшәт -
Иҙеүсегә ҡаршы күңелемдә
Баш ҡалҡыта нәфрәт.
Йәберләнгән бар милләттәр миңә
Бер туғандай яҡын.
Ҡаным иҫләй сөнки, йөҙәр йылдар
Иҙелеүҙең хаҡын.
Кәмһетелгән, мәхрүм халыҡ менән
Игеҙ төҫлө йәнем:
Улар язаланһа, яфаланһа
Һыҙлай минең тәнем.
Йәлләдтәргә ләғнәт уҡыһалар
Был да яҡшы таныш,
Әйтерһең дә, халҡым ҡаяларға
Соҡоп яҙған ҡарғыш.
Иҙелгәндең зары, моңо, уйы
Күңелемә яҡын,
Сөнки башҡорт ерҙә азатлыҡтың
Белә ысын хаҡын.
Мәүлит Ямалетдин
Ҡай тарафта йәбер-золом күрәм,
Ҡайҙа күрәм вәхшәт -
Иҙеүсегә ҡаршы күңелемдә
Баш ҡалҡыта нәфрәт.
Йәберләнгән бар милләттәр миңә
Бер туғандай яҡын.
Ҡаным иҫләй сөнки, йөҙәр йылдар
Иҙелеүҙең хаҡын.
Кәмһетелгән, мәхрүм халыҡ менән
Игеҙ төҫлө йәнем:
Улар язаланһа, яфаланһа
Һыҙлай минең тәнем.
Йәлләдтәргә ләғнәт уҡыһалар
Был да яҡшы таныш,
Әйтерһең дә, халҡым ҡаяларға
Соҡоп яҙған ҡарғыш.
Иҙелгәндең зары, моңо, уйы
Күңелемә яҡын,
Сөнки башҡорт ерҙә азатлыҡтың
Белә ысын хаҡын.
Мәүлит Ямалетдин
Forwarded from Страна языков (Василий Харитонов)
В субботу, 30 апреля в 15:00мск, я приглашаю собраться по поводу одного мотива, который всплывает постоянно при обсуждении сохранения языков: Языки или Диалект?
Какому языку (местному говору или литературному языку?) обучать детей в школе, на каком языке писать блог, как предотвратить драку марийцев или нанайцев в языковом клубе, какому языку давать ISO... Переучивать ли других, если они говорят не так.
Я не претендую решить эту проблему разом и навязать вам единое верное решение, но, как мне кажется, предложу новый взгляд даже для таких острых тем, как:
- языковой вопрос на Северо-Западе Башкортостана
- за что отдать свой голос в бурятском: за хоринский, за свой, за сонгольский или монгольский
- на что опираться в таком широко распространённом языке, как эвенкийский
- даргинские языки или даргинский язык
(далее везде, как говорится)
Проблема стара, наверно, как сама идея сохранения языков. Я сам в процессе своей деятельности колебался от "создания единого литературного амурского тунгусо-маньчжурского языка" до "как вот говорят и пишут носители, так и правильно"... А однажды мы с Татьяной Александровной Моложавой сидели и придумывали формы уроков нанайского языка и литературы, а одновременно в Центре по сохранению, возрождению и документации языков России я начал расписывать систему оценки языковых компетенций. И всё как будто встало на свои места. В первую очередь это будет интересно тем, кто в образовании, но добро пожаловать всем желающим (тем более, что в теме сохранения языков обычно все так или иначе любят поговорить об образовании)
Вебинар организован в рамках проекта "Всяк сущий в ней язык", выполняемом Ассамблеей народов России и поддержанном Фондом президентских грантов. Будет проходить на платформе ZOOM, необходимо зарегистрироваться по ссылке https://us02web.zoom.us/meeting/register/tZAkcemupjotHdWet2B5pg7FNRp5Ee7rJOl_

Zoom Video Communications
Welcome! You are invited to join a meeting: Как решить проблему диалектов при преподавании родных языков? (Ассамблея народов России).…
Һин!
Башҡортмо һин, әллә маңҡортмо? –
Маңҡорт көйөнә гел йырлайһың.
Маңҡортланып мине хурлайһың,
Маңҡортланып минән урлайһың.
Мин тигәнем – миңле ил генәм! –
Тыуып-үҫтем башҡорт илемдә.
Башҡорт көйөн әсәм көйләне,
Атам-әсәм түле телемдә!
Ә һин, алъйып алмыш еленән,
Тешләп өҙҙөң әсәң имсәген.
Шуға күр көҙөк иртәгәң,
Өҙөк бөгөнгөң һәм кисәгең!
Күпме көпләп диктант яҙһаң да
Диктатлығың йомоп йөҙөңдән,
Күҙ буярлыҡ ҡына башҡортһоң,
Маңҡорт еҫе аңҡый үҙеңдән!
“Лутчий башкир!” – тигән һиндәйҙе
Башҡорт башын киҫәр батшалар.
Һинең ҡулдан, бит, гел киҫтерткән,
Баш күтәргән саҡта ҡашҡалар.
Гимнын геүләп әллә кемеңдең,
Киҫешәһең бөгөн телемде.
Телә-телә башҡорт теләген,
Һатып ашаның гел илемде!
Ҡапҡан ҡалъяң ҡатып эсеңдә,
Ҡанлы ҡоҫорһоң, йә сысырһың.
Үҙең дә, бит, ҡанлы әбрәкәй!
Маңҡортлоғо ҡанлы осорҙоң!
“Башҡортмон!” тип күкрәк ҡағыуың –
Маңҡортлоҡҡа ғына ишара.
Ҡорой һинән Тормош Тирәге,
Сәскә атыр гөлдәр ҡыуара.
Йығат Султанов
30.04.2022.
Башҡортмо һин, әллә маңҡортмо? –
Маңҡорт көйөнә гел йырлайһың.
Маңҡортланып мине хурлайһың,
Маңҡортланып минән урлайһың.
Мин тигәнем – миңле ил генәм! –
Тыуып-үҫтем башҡорт илемдә.
Башҡорт көйөн әсәм көйләне,
Атам-әсәм түле телемдә!
Ә һин, алъйып алмыш еленән,
Тешләп өҙҙөң әсәң имсәген.
Шуға күр көҙөк иртәгәң,
Өҙөк бөгөнгөң һәм кисәгең!
Күпме көпләп диктант яҙһаң да
Диктатлығың йомоп йөҙөңдән,
Күҙ буярлыҡ ҡына башҡортһоң,
Маңҡорт еҫе аңҡый үҙеңдән!
“Лутчий башкир!” – тигән һиндәйҙе
Башҡорт башын киҫәр батшалар.
Һинең ҡулдан, бит, гел киҫтерткән,
Баш күтәргән саҡта ҡашҡалар.
Гимнын геүләп әллә кемеңдең,
Киҫешәһең бөгөн телемде.
Телә-телә башҡорт теләген,
Һатып ашаның гел илемде!
Ҡапҡан ҡалъяң ҡатып эсеңдә,
Ҡанлы ҡоҫорһоң, йә сысырһың.
Үҙең дә, бит, ҡанлы әбрәкәй!
Маңҡортлоғо ҡанлы осорҙоң!
“Башҡортмон!” тип күкрәк ҡағыуың –
Маңҡортлоҡҡа ғына ишара.
Ҡорой һинән Тормош Тирәге,
Сәскә атыр гөлдәр ҡыуара.
Йығат Султанов
30.04.2022.
👍2
БАШҠОРТ БУЛЫУ ӨСӨН БИК КҮП КӘРӘК
(Башҡорт булыу өсөн күп кәрәкмәй... Р.Тойғон)
Юҡ, туғаным, улай түгел дә ул,
Башҡорт булыу үтә яуаплы.
Башҡорт булыу өсөн бик күп кәрәк,
Башҡорт булыуҙары сауаплы.
Күпме беҙҙә, башҡорт була тороп,
Башҡорт булып етлекмәгәндәр.
Башҡортлоҡ тип, аҫыл заттарыбыҙ
Күп кисергән, күпте күргәндәр...
Башҡорт булыу өсөн бик күп кәрәк,
Тәрән аҡыл кәрәк, хис кәрәк,
Илде һаҡлар өсөн, яҡлар өсөн
Ҡайнар йөрәк кәрәк, көс кәрәк!
Башҡорт булыу үҙе изге бурыс –
Яуызлыҡҡа ҡаршы торорлоҡ,
Урал батыр һымаҡ, Урал илен
Гөл баҡсаһы итеп ҡорорлоҡ!
Рәшит Шәкүр.

Бөгөн Илнарыбыҙҙың яҡты донъяларҙан китеүенә 40 көн...
Күҙ алдында һаманғаса тере кеүек ул. Үҙ күҙҙәрем менән табутта ятҡанын күрһәм дә, үҙ ҡулдарым менән Илнарҡайҙың башынан ҡосаҡлаһам да, барыбер ышанырлыҡ түгел... Инәһе лә, улым ана шылтыратыр, бына шылтыратыр кеүек тойола, шылтыратыуын көтөп тик йөрөйөм, ти. Был хәл ысынбарлыҡ түгел, яман төш кеүек. Уянып, Илнарҡайыбыҙҙың тере булыуына инанғы, уның баҫалҡы ғына итеп йылмайғанын, һәр һүҙен уйлап һөйләгәнен күрге, тыныс тауышын ишетке килә... Бынан ары һис ҡасан шылтыратмаҫын, яҙмаҫын, хәлдәрен һөйләмәҫен уйлаһаң, йөрәк ярылыр сиккә етә - яңы ғына йәшәй башлағайны бит ул нурлы балаҡай, ауылыбыҙ ғорурлығы! Нишләп былай килеп сыҡты һуң?! Быйыл улар йәйгеһен ауылда һөйөклө Айгизәһе менән туй үткәрергә тейеш ине бит, әммә шатлыҡлы тантана урынына Илнарҡай беҙҙе үҙенең һуңғы туйына йыйҙы. Их... был донъяларҙың үкенесле булыуы!..
Иртәгә Озерный урта мәктәбендә батыр ауылдашыбыҙ, хәрби офицер Илнар Иршат улы Байегетов хөрмәтенә иҫтәлекле таҡтаташ асыласаҡ, Учалыла афғансылар скверында ағас ултыртасаҡтар. Шул йыуаныс булһа ине лә бит беҙҙең өсөн, тик ҡайҙан һуң... Йөрәк әрней... йөрәк илай...

ТОЙОЛОУ
Донъя һуҡыр булған ерҙә
Ғәрип күренә күҙле.
Битһеҙҙәрҙең араһында
Зәғиф тойола йөҙлө.
Нишаналар араһында
Ҡотһоҙ тойола камил:
Иблистәрҙең доғаһына
Фәрештә тота амин.
Йәндәр имгәтелгән илдә
Теүәл микән дүрт һаным?
Аңы ҡылыйҙар янында
Таҡ күренә йоптарым.
Бирән араһында ҡаҡса
Ҡалаҡһыҙ ҡалған кеүек,
Күңеле һаңрау араһында
Ҡолаҡһыҙ булам кеүек.
Мин генәме, ер өҫтөндә
Томһалана аяҙ күк,
Ҡолаҡ ҡырҡып ауыҙ ямай
Ҡалһа әгәр азат һүҙ...
Танһылыу Ҡарамышева
Донъя һуҡыр булған ерҙә
Ғәрип күренә күҙле.
Битһеҙҙәрҙең араһында
Зәғиф тойола йөҙлө.
Нишаналар араһында
Ҡотһоҙ тойола камил:
Иблистәрҙең доғаһына
Фәрештә тота амин.
Йәндәр имгәтелгән илдә
Теүәл микән дүрт һаным?
Аңы ҡылыйҙар янында
Таҡ күренә йоптарым.
Бирән араһында ҡаҡса
Ҡалаҡһыҙ ҡалған кеүек,
Күңеле һаңрау араһында
Ҡолаҡһыҙ булам кеүек.
Мин генәме, ер өҫтөндә
Томһалана аяҙ күк,
Ҡолаҡ ҡырҡып ауыҙ ямай
Ҡалһа әгәр азат һүҙ...
Танһылыу Ҡарамышева
👍2
Украина
Ҡайһы тауға тиңләп ҡараһам да,
Һүнмәй даны Урал тауының.
Ошо данлы Уралыма ҡарап,
Украина, һине һағындым.
Украина! Һине мәңге һөйөр
Хатта бер ҡат күргән кешеләр.
Мин һаман да һине йәшлегем һәм
Бәхетем итеп иҫкә төшөрәм.
Күргәнем бар ҡырҙар.
Тирбәтәләр алтын башаҡтарҙың дингеҙен.
Ләкин барынан да бай тойола
Украина ҡырының киңлеге.
Эскәнем бар һыуҙар, тәмлеләрен
Йылғаларҙан, күлдән, ҡойонан.
Ләкин Украина йылғалары
Барынан да тәмле тойола.
Мин урмандар беләм, йөрөгәнем бар,
Тыңлап шаулауҙарын, моңдарын.
Ләкин бай ҙа, йырлыраҡ та һымаҡ
Украинаның урманы.
Ауыр ине йылдар. Килдек бында
Ағиҙел һәм Волга ярынан.
Бында, ҡайтырҙар тип көткән һымаҡ,
Беҙҙе ҡаршы сығып алдылар.
Ҡайһыбыҙҙың ҡалды Волга буйы,
Ҡайһыбыҙҙың ҡалды Уралы.
Беҙҙе икмәк-тоҙлап ҡаршыланы
Тарас Шевченконың улдары.
Йорт һораныҡ. Украина халҡы
Беҙгә бейек, матур йорт һалды.
– Икмәк! – тинек.
Шул икмәккә ҡушып
Мөхәббәтен бирҙе был халыҡ.
– Һалҡын! – тинек,
Ҡайнар йөрәгенән
Беҙгә йылы бирҙе был халыҡ.
– Ҡайнар! – тинек.
Ҡояш аҫтарында
Баҡса булып торҙо был халыҡ.
Ете етем инек. Украина
Беҙҙе үҙенә улдар яһаны.
Һәм беҙ алыҫ Монастырищены
Батькивщинабыҙ тип атаныҡ.
Шул ерҙәрҙә дошман танкыһы атлай,
Саң күтәреп алыҫ күктәргә.
Гүйә, шул танкының ауырлығын
Мин үҙ кәүҙәм менән күтәрәм.
Шул ерҙәргә дошман, бомба ташлап,
Бөтә матурлыҡты яндыра.
Гүйә, шунда төшкән һәр бер бомба
Минең йөрәгемдә ярыла.
Дошман танкыһы Украинаның
Ерен тапап йөрөгән сағында,
Ташлар инем үҙенә йөрәгемде,
Ул граната булып ярылһа
Һәм мин беләм: миллиондарса ҡулдар
Бер ҙур йоҙроҡ булып төйнәлгән.
Дошман иҙелер. Бәхет, шатлыҡ ҡайтыр
Аҡҡош кеүек һылыу өйҙәргә.
Груша, слива тағы сәскә атыр,
Киң яландар тағы йәшәрер.
Һәм эсербеҙ әле сәйгә һалып
Монастырищеның шәкәрен.
Байрам булыр. Тағы йыйылырбыҙ
Шевченконың ҡәбере өҫтөндә.
Яулап алған оло тормош булып,
Ҡыҙыл байраҡ торор елберҙәп!
Рашит Нигмати
1941
Ҡайһы тауға тиңләп ҡараһам да,
Һүнмәй даны Урал тауының.
Ошо данлы Уралыма ҡарап,
Украина, һине һағындым.
Украина! Һине мәңге һөйөр
Хатта бер ҡат күргән кешеләр.
Мин һаман да һине йәшлегем һәм
Бәхетем итеп иҫкә төшөрәм.
Күргәнем бар ҡырҙар.
Тирбәтәләр алтын башаҡтарҙың дингеҙен.
Ләкин барынан да бай тойола
Украина ҡырының киңлеге.
Эскәнем бар һыуҙар, тәмлеләрен
Йылғаларҙан, күлдән, ҡойонан.
Ләкин Украина йылғалары
Барынан да тәмле тойола.
Мин урмандар беләм, йөрөгәнем бар,
Тыңлап шаулауҙарын, моңдарын.
Ләкин бай ҙа, йырлыраҡ та һымаҡ
Украинаның урманы.
Ауыр ине йылдар. Килдек бында
Ағиҙел һәм Волга ярынан.
Бында, ҡайтырҙар тип көткән һымаҡ,
Беҙҙе ҡаршы сығып алдылар.
Ҡайһыбыҙҙың ҡалды Волга буйы,
Ҡайһыбыҙҙың ҡалды Уралы.
Беҙҙе икмәк-тоҙлап ҡаршыланы
Тарас Шевченконың улдары.
Йорт һораныҡ. Украина халҡы
Беҙгә бейек, матур йорт һалды.
– Икмәк! – тинек.
Шул икмәккә ҡушып
Мөхәббәтен бирҙе был халыҡ.
– Һалҡын! – тинек,
Ҡайнар йөрәгенән
Беҙгә йылы бирҙе был халыҡ.
– Ҡайнар! – тинек.
Ҡояш аҫтарында
Баҡса булып торҙо был халыҡ.
Ете етем инек. Украина
Беҙҙе үҙенә улдар яһаны.
Һәм беҙ алыҫ Монастырищены
Батькивщинабыҙ тип атаныҡ.
Шул ерҙәрҙә дошман танкыһы атлай,
Саң күтәреп алыҫ күктәргә.
Гүйә, шул танкының ауырлығын
Мин үҙ кәүҙәм менән күтәрәм.
Шул ерҙәргә дошман, бомба ташлап,
Бөтә матурлыҡты яндыра.
Гүйә, шунда төшкән һәр бер бомба
Минең йөрәгемдә ярыла.
Дошман танкыһы Украинаның
Ерен тапап йөрөгән сағында,
Ташлар инем үҙенә йөрәгемде,
Ул граната булып ярылһа
Һәм мин беләм: миллиондарса ҡулдар
Бер ҙур йоҙроҡ булып төйнәлгән.
Дошман иҙелер. Бәхет, шатлыҡ ҡайтыр
Аҡҡош кеүек һылыу өйҙәргә.
Груша, слива тағы сәскә атыр,
Киң яландар тағы йәшәрер.
Һәм эсербеҙ әле сәйгә һалып
Монастырищеның шәкәрен.
Байрам булыр. Тағы йыйылырбыҙ
Шевченконың ҡәбере өҫтөндә.
Яулап алған оло тормош булып,
Ҡыҙыл байраҡ торор елберҙәп!
Рашит Нигмати
1941
👍3
Берегеҙ , яҡынайтып ҡараһын,
Татар менән башҡорт араһын.
Ғәфү итегеҙ һеҙ , башҡорт бурын,
Ғәфү итегеҙ һеҙ, ҡарағын.
Беребеҙ , ҡалған саҡта далаһыҙ,
Беребеҙ , ҡалған саҡта ҡалаһыҙ.
Һеҙ, ҡарағыҙ, беҙгә ҡарағыҙ,
Йырағайған һайын арабыҙ -
Бер үк ҡан ярһыған ярабыҙ.
Донъя, киң ул, бер ҙә тар түгел,
Башҡортлар бер ҙә тарҡау түгел.
Бер ҡан беҙҙә, беҙҙә бер күңел ,
Кем әйтмәҫ, беҙ, татарлар түгел.
Берегеҙ, яҡынайтып ҡараһын,
Башҡорт менән башҡорт араһын?
Хисматулла Юлдашев
Татар менән башҡорт араһын.
Ғәфү итегеҙ һеҙ , башҡорт бурын,
Ғәфү итегеҙ һеҙ, ҡарағын.
Беребеҙ , ҡалған саҡта далаһыҙ,
Беребеҙ , ҡалған саҡта ҡалаһыҙ.
Һеҙ, ҡарағыҙ, беҙгә ҡарағыҙ,
Йырағайған һайын арабыҙ -
Бер үк ҡан ярһыған ярабыҙ.
Донъя, киң ул, бер ҙә тар түгел,
Башҡортлар бер ҙә тарҡау түгел.
Бер ҡан беҙҙә, беҙҙә бер күңел ,
Кем әйтмәҫ, беҙ, татарлар түгел.
Берегеҙ, яҡынайтып ҡараһын,
Башҡорт менән башҡорт араһын?
Хисматулла Юлдашев
👍1
Ғәзиз башын һала яуҙа Башҡорт егеттәре
Бай нәфсеһен яҡлап ят илдә,
Халҡым иреклеге бикле булғас
Килмешәктәр булғас хужа еремдә.
Ғәзиз башын һала яуҙа Башҡорт
егеттәре.
Ҡара ҡайғы булып ҡайта атай
әсәйгә.
Килешелгән йәне аҡса хәҙер,
Бына килде беҙгә замана.
Ғәзиз башын һала яуҙа Башҡорт егеттәре,
Батырлығы байға яҙыла.
Иле өсөн түгел акса өсөн
Әгәр уңһа ҡайта өйөнә,
Шулай һалдат йәне һатыла.
Автор Самат ағай.
Бай нәфсеһен яҡлап ят илдә,
Халҡым иреклеге бикле булғас
Килмешәктәр булғас хужа еремдә.
Ғәзиз башын һала яуҙа Башҡорт
егеттәре.
Ҡара ҡайғы булып ҡайта атай
әсәйгә.
Килешелгән йәне аҡса хәҙер,
Бына килде беҙгә замана.
Ғәзиз башын һала яуҙа Башҡорт егеттәре,
Батырлығы байға яҙыла.
Иле өсөн түгел акса өсөн
Әгәр уңһа ҡайта өйөнә,
Шулай һалдат йәне һатыла.
Автор Самат ағай.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Нуриман районы, Ишморат ауылы ир-егеттәре, өлкән ағай-бабайҙар бергә йыйылып, ейән-ейәнсәрҙәренә бәүелсәк эшләп ҡуйған.
Ныҡлығын үҙҙәре үк тикшереп ҡарағандар: бәүелсәккә ултырып, бала саҡтарын иҫкә төшөрөп, рәхәтләнеп эйеп алғандар
Ныҡлығын үҙҙәре үк тикшереп ҡарағандар: бәүелсәккә ултырып, бала саҡтарын иҫкә төшөрөп, рәхәтләнеп эйеп алғандар
Ураҙа айы бөтөп килгәндә генә, түҙмәй, ғаиләбеҙ менән бергәләп, йөрәкте әрнеткес мәсьәләгә ҡарата бәхәскә инергә тура килде.
Эш шунда, Зубов ауылының беҙ йәшәгән Гарден ҡаласығында яңы мәктәп, уның янында Балалар баҡсаһы асылғайны. Ул Баҡсала 8 рус төркөмө асылып, бер бөртөк тә Башҡорт төркөмө юҡ ине. Башҡорт балалары бер төркөмлөк йыйылһа ғына асабыҙ, тип һуҙып йөрөнөләр башта. Нисек инде Башҡортостандың төрлө Башҡорт райондарынан килеп төпләнгән Өфө районында исмаһам 25 бала йыйылмаһын?! Әйткәндәй, был осраҡта, Башҡорт төркөмөн астырыуға документ менән, хоҡуҡтарыбыҙ йәһәтенән ярҙам иткән, Республиканың Ата-әсәләр комитетынан Рушания Сибәғәт ҡыҙы Нишановаға рәхмәтлебеҙ! Әммә, барыбер, Башҡорттарҙың мәшәүлеге һәм балаларын маңҡортлаштырырға теләгән теләктәре ҙур роль уйнаны. Ошо Гарден, Лайф 2 ҡаласыҡтары туп-тулы Башҡорттар булып та, ҡултамғалар йыйып, райондың мәғариф идаралығына барып, барыбер балалар тулмай, тип, мәктәп директорынан беҙгә шылтыратып, беҙ әҙерәк көтөп торорға үтенеп, саҡҡа-саҡҡа 30-ға яҡын бала табып ошо Башҡорт төркөмөн астырғайныҡ. 7 рус төркөмө араһында берҙән-бер Башҡорт төркөмө!..Унда ла төрлө йәштәгеләр бергә, йәғни, 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балалар бер төркөмдә...Улдарыбыҙ өсөн ҡыуанып шул төркөмгә өлкәнен йөрөтә башланыҡ. Тора-бара балалар һаны 40-ҡа етте. Ә башҡа рус төркөмдәрендә 50-55-шәр бала. Тик нишләптер барыбер, һуңыраҡ килгән, теләк белдергән Башҡорттарҙы 40-кешелек Башҡорт төркөмөнә алманылар, ә 53-55 кешелек рус төркөмдәренә тараттылар. Ә урыҫ исем-шәрифле, Башҡортса бөтөнләй аңламаған балаларҙы беҙгә тыға башланылар... Был кемдең ундай сәйәсәте булғандыр, уныһы беҙгә ҡараңғы, әммә баштан уҡ, Башҡортса аңламаған Башҡорт балалары арҡаһында төркөмдә тәрбиәселәргә ике телдә һөйләргә ҡуштылар. Быны мин шунан белдем, уҡыу йылы башында русса беҙҙең кеүек бер-ике ауыҙ ғына һүҙ белгән Ихтияр улыбыҙ, Баҡсала бөтә күргән-ишеткәнен, апайҙары нимә тип өйрәткәнен русса шыма һөйләй башланы. Тәрбиәселәренән Башҡортса һөйләшеүҙе талап иттек, уларҙың да ғәйебе юҡ инде, уларға өҫтән, ике телдә һөйләргә ҡушҡандар!🤦♂️ Нисек инде улар көнө буйы балаларға: "Һаумыһығыҙ" - "Здравствуйте", "Идем кушать" - "Ашарға киттек", "Идем на улицу" - "Урамға сығабыҙ" тип һөйләп йөрөй алһындар, етмәһә ул осраҡта барыбер тик русса әйтелгәне генә һеңәсәк балаға, Башҡортса берәй һүҙ әйтһәләр, быныһын аңламаным, русса әйткәнен көтәйем, тип торасаҡ бала. Күп балалар былай Башҡортса аңлаһалар ҙа, русса һөйләйҙәр ине инде, әммә Башҡорт төркөмө шуның өсөн асылған, балалар Башҡортсаға өйрәнһен өсөн, уҡыу йылы аҙағына ҡарай руссаға ҡарағанда Башҡортса күберәк һөйләй алһындар өсөн... Әммә, уҡыу йылы аҙағына еттек, һөҙөмтәлә, беҙҙең балалар нығыраҡ урыҫлашты. Ихтияр ябай ғына, эйе, юҡтарҙы ла, да, нетҡа алмаштырҙы... Шуны кисә кис, Азаматовичтың ваҡыты булғанда йөрәгем әрнеп һөйләп ултырғайным, бөгөн ул иртәнсәк Ихтиярҙы Баҡсаға алып барғанда, Баҡсаның мөдиренә ингән...Һәм: Нишләп беҙҙең балалар Башҡорт төркөмөнә йөрөп тә, русса тағы ла шымараҡ һөйләшә башланылар ул? - тигән һорауына, - ғаиләнән дә тора! - тигән яуап алған...🤦♂️🤦♂️🤦♂️🤦♂️ Әлбиттә, һис шикһеҙ, ғаиләнән тора...әммә башҡаларға ҡарағанда тап ошо тәрбиәсе һәм мөдир белә, беҙҙең, Байтимеровтар ғаиләһенең нисек ошо Башҡорт төркөмөн астырырға янып, директорҙар, идаралыҡтар араһында йүгереп йөрөгәнен, улар нығыраҡ белә, нисек Баҡсала Башҡорт мөйөшөнә ярты милли атрибутикаларыбыҙҙы күсергәнде, ниндәй милли бүләктәр бүләк иткәнде, Башҡорт Ҡыш бабайы булып, үҙебеҙҙең Башҡорт балаларына матур булһын өсөн ниндәй яңы Ҡыш бабай кейеме тапҡанды, төркөмгә "Аҡбуҙат" яҙҙырырға теләк белдергәнде, Башҡорт милли кейемдәре тектереү өсөн бағымсылар эҙләп янып йөрөгәнде, тап улар белә...һәм, уларса, имеш, беҙ өйҙә Ихтиярҙы үҙебеҙ русса өйрәтәбеҙ...Ҡайҙа бында логика?
Азаматовичтың, ни өсөн төркөмгә русса исем-шәрифле, русса ғына һөйләшкән-аңлаған балаларҙы ҡуша башланығыҙ, тигән һорауына, мөдир: Ә һеҙ урыҫтарға ҡаршымы? - тип әйтә ти...🤦♂️🤦♂️🤦♂️ При чем беҙҙең урыҫтарға булған мөнәсәбәтебеҙ?! Бында һүҙ Башҡорт төркөмөндә тәрбиәләнеүсе Башҡорт балалары хаҡында