Башҡорт теле – Telegram
Башҡорт теле
249 subscribers
23 photos
6 videos
11 links
Download Telegram
ӨМӨТ

Ҡарҡылдамай бер ҡарға ла,
Суҡышында ҡор булһа:
Туя белмәҫ тамағына,
Боғаҙына ҡол булһа.

Сәңкелдәмәй бер көсөк тә,
Уртында һөйәк булһа,
Туйҙырған йылы ояһы
Ҡәҙерле төйәк булһа.

Һарыҡ йөкмәр бер бүре лә
Олойом тип йолонмаҫ.
Ҡалъя бүлгән батшаһына
Бер вәзир ҙә йоғонмаҫ.

Шул дәүерҙе лә үткәрҙек,
Быныһын да үтербеҙ:
Януарлыҡтан азат булған
Ватан булып үҫербеҙ.

Танһылыу Ҡарамышева
👍2
ҺУҢ ИНДЕ, ҺУҢ

Һуң инде һуң... Туйҙар үткәс,
Ниңә дөмбөр ҡағырға?
Аштар бешкән...Тик ниңә һуң
Усаҡҡа ут яғырға?

Һуң инде, һуң... Ниңә кәрәк,
Байрам үткәс, барабан?
Каруан киткән... Ләңкей-ләңкей
Ниңә саба ҡабаған?

Мунса уҙған... Ниңә кәрәк
Мейескә һаман утын?
Ҡояш батҡас, хәйерле таң! -
Күҙгә төйөлгәс йоҡоң?

Мал урланған... Һуң инде, һуң
Инде ҡапҡа бикләргә.
Ҡараҡ ҡасҡан... Һуң инде, һуң
Төйнәп йоҙроҡ һелтәргә.

Бирәһе ҡорбан бирелгән...
Яу үткәс, ҡулда ҡорал!
Ер-әсәне тетрәндереп,
Улдарын ерләй Урал...

Танһылыу Ҡарамышева
👍1
Йөрөмәгән халҡым барымтаға,
Ил баҫмаған башҡорт һис ҡасан,
Тиеп үҫтем.Шулай өйрәттеләр..
Бөгөн килеп яңы бит асам.

Дәфтәр иҫке. Һәм бер көйө
тарих..Халҡыма, һуң, бөгөн ни булған?

Йә,Хоҙайым! Ни гонаһтар өсөн,

Ошо көнгә ниңә беҙ ҡалған?

Йә,Хоҙайым! Беҙме инде шундай,
Кеше көнлө ҡалыр бер өммәт?
Раббым тием,аҙаштыра күрмә,
Күрһәт инде,тура юл күрһәт.

Барымтаһы була,ҡарымтаһы,
Алғыш була,була ҡарғыш та.
Халҡым түгел,
минең илем баҫты,
Кеше илен үткән бер ҡышта.
(Венер Сәлихов)
👍6
Һаумыһығыҙ. Нисек башлап китергэ икан? Эш беҙҙең больница тураһында. Среда көнө малайым кулын һындырып кайтты. Скорыйга барҙыҡ, кетонал ашаттылар ҙа иртәгә хирургка барыгыҙ тип кайтарҙылар. Иртәгеһенә барҙыҡ, рентген уттек и все. Врачтын вакыты юк тип кайтарып ебарзелар( именно вакыты юк тинелар)))). Сагат 2 килегез тигастар барҙык 2 га. Котоп ултыргандан хун, медсестрахы индереп гипсланы, но һынган урынын( смещение костей булган) тоҙламай гена гипсланы, врачтын вакыты юк понедельник килегез тип. Богон барзык , и нима тип уйлайыгыз))) врач опять юк)))) . Туп һымаҡ йоройбеҙ))) Аптырап, ни эшларга? Балки Моракка барһаң давно матурлап гипслап, урап кайтарырзар ине.

https://vk.com/wall-64417743_510987
👎1
Йәмәғәт эшмәкәре Буранбай Асҡаров менән икәүләп Хәйбулла районының Йәнтеш ауылы эргәһендәге плитәташ сығарыусыларҙы барып тикшерҙек . Уйҙарыбыҙҙы раҫлап , эшләп йөрөгән 6 кеше кемуҙарҙан урман араһына ҡасып бөттөләр , тик эргәлә торған вагончиктән килеп сыҡҡан ике урыҫ егете генә беҙҙе ҡыуып , башта беребеҙгә , унан икенсебеҙгә төрлөсә тәьҫир итеп маташтылар . Тик ниндәйҙер Женяға һылтаныуҙан башҡа , беҙ талап иткән документтарҙың береһен дә күрһәтә алманылар .
. Ҡасҡын егеттәрҙең кем икәнлеген , карьерҙың законлы эшкәртелеүен аныҡлау өсөн райондың экология һәм полиция хеҙмәткәрҙәрен йәлеп иттек.
. Йәнтеш ауылынан кемдәр йәмәғәт фекерен белешеү йыйылышында булған , тиҙ арала беҙҙең менән бәйләнешкә сығыуығыҙ һорала . Ул процедура ғөмүмән булдымы икән ?
35 гектар сабынлыҡты һеҙ үҙ иркегеҙ менән алыпһатарҙарға бирҙегеҙме ни? Бынан ауыл өсөн ниндәй файҙа күрҙегеҙ ?
. Ә беҙ иһә тиҙ арала район , республика органдарынан официаль яуаптар көтәбеҙ .
. Үҙ Еребеҙгә үҙебеҙ хужа булып өйрәнәйек , яҡташтар !

https://vk.com/wall63471294_11650
👍1
Башҡорт икәнеңде онотма!

Рәмилә менән Айраттар
Төрмәлә ыҙа сиккәнгә
Ғәрлек түгелме башҡорттар
Тыныс тормош көткәнгә?

Ҡайҙа Хәсәнов Азамат,
Иҫәнме ул туған, үлекме?
Украинға атҡан ир-ат
Ошо мәлдә егетлекме?

Абҡадыров һәм Аманов,
Киниссаров һәм Марат...
Улар һымаҡ һин дә башҡорт
Башта халҡыңды ярат.

Ғәрлек ҡарау "вирнайҙарға",
Ҡайҙан шулай үрсенегеҙ?
Әйткем килә ундайҙарға -
Башҡорт беҙҙең исемебеҙ!

Абай улы.
(14.06.2022)
👍6
📌 Ҡәҙерле дуҫтарым, мин бөгөнгө көнгә тиклем, тормош юлымдың боролоштары, кисергән уй-хистәрем, шатлыҡ-ҡыуаныстарым, күңел ярһыуҙарым, эшләнәһе эштәрем, яҙмыш елдәренең әсеһен-сөсөһөн үҙем аша үткәреп, уларға үҙ ҡарашымды асыҡтан-асыҡ һеҙгә һөйләп, һеҙҙең менән һәр саҡ тығыҙ бәйләнештә булдым. Бына әле лә, мин һеҙҙең менән, һис тә көтөлмәгән, яңылығым менән бүлешәм. Дөрөҫөн әйтәм, белмәйем, кем тәҡдиме, нисек булғандыр, мине, әлегә яҡындан таныш булмаған, йәмғиәт ойошмаһына Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров Указы менән ағза итеп тәғәйенләнеләр. Был, әлбиттә, ҙур яуаплылыҡ, иң тәүҙә, һеҙҙең алда, хөрмәтле милләттәштәрем. Төп эшем, аңлауымса, мәҙәниәт, сәнғәт, туған тел мәсъәләләре йүнәлеше буйынса буласаҡ. Ҡулымдан килгәнсә, һеҙгә файҙалы булырға тырышырмын. Башҡортостаныбыҙ етәкселегенә ярамһыҡланыу түгел - ихласлыҡ һәм битарафһыҙлыҡ кәрәк һәм мөһимдер тип ышанам. Һәр хәлдә, ышанаһым килә...

📌 Дорогие мои друзья, я включена в состав Совета при Главе Республики Башкортостан по правам человека и развитию институтов гражданского общества. Есть соответствующий и уже подписанный Указ. Рада ли я этому? Не знаю. Спросите: - "Как попала в данный список?" Говорю честно, не знаю. Смогу ли быть полезной в работе Совета? Буду служить народу верой и правдой, обещаю быть честной и открытой. (Короче, останусь такой, какая я есть. Надеюсь, мои человеческие качества и жизненная позиция определили выбор меня в данный Совет.) Какие вопросы буду курировать? Конечно же, то что мне близко и знакомо, дорого и ценно - это вопросы, касающиеся культуры, искусства и родного башкирского языка. Где и кем я работала и работаю? (Коротко)
- С 1984 по 1989 годы - руководитель драмкружка. (г.Салават)
- С 1989 по 1998 годы - зав.отделом культуры Администрации города Салават
- С 1998 по 2014 годы - директор Салаватского государственного башкирского драматического театра
- С 2014 по 2020 годы - автор и руководитель телепроектов "...Мне есть вам что сказать!..", "Күңел нуры" ("Благо дарю") на канале "РОССИЯ-1" (Крайний проект, в жанре телевизионного очерка, был создан совместно с Благотворительным фондом "Изгелек" о его удивительно сильных духом попечителях), "Йөрәк һүҙе" ("Слово сказанное сердцем"), проект который, как говорят "пошёл в народ" и стал невероятно популярным. Увидел свет на канале "Курай" и продолжил выходить в эфире канала БСТ.
...После известных событий на горе "Куштау" трудовой договор со мной был расторгнут, но, благодаря огромной поддержке народа и лично Заместителя Председателя Правительства РБ Ильшата Азаматовича Тажитдинова проект "Йөрәк һүҙе" живёт и поныне. Он популярен и проводится везде и всюду не только в городах и сёлах нашей республики, но и далеко за её пределами, его выпуски имеют большое количество просмотров и служат методическим материалом как для школ, так и для библиотек. "Йөрәк һүҙе" стал неким рупором, народной трибуной, которого ждут как отдушину. В этом году прошёл его 5-й юбилейный поединок при поддержке Главы РБ Р.Ф.Хабирова, что даёт мне надеяться, в какой-то степени, на желание руководства прислушиваться к мнению и гласу народа. Поживём - увидим.
😊 Нынче я, обыкновенная пенсионерка с активной жизненной позицией, которая творит, мечтает, фонтанирует идеями и любит Жизнь во всех её проявлениях. Аллаға шөкөр. 🙏🏻🙏🏻🙏🏻

Наиля Сафаргулова.

"Совет при Главе Республики Башкортостан по правам человека и развитию институтов гражданского общества является консультативным органом при Главе республики и образован в целях оказания содействия Главе республики в реализации его полномочий в области обеспечения и защиты прав и свобод человека и гражданина, информирования Главы республики о положении дел в этой области, содействия развитию институтов гражданского общества, подготовки предложений Главе республики по вопросам, входящим в компетенцию Совета.

Члены Совета осуществляют свою деятельность на общественных началах."
👍5
Бәлеш” арт-объекты асыла
«БәлешФест-2022» традицион милли аш-һыу республика фестивале ойошторола
Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йортоноң матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, сара 20 августа Бүздәк районында үткәрелә. Республиканың 20 районынан һәм алты ҡалаһынан, Пермь крайынан, Ырымбур өлкәһенән, Татарстан Республикаһынан ҡатнашыусыларҙың килеүе көтөлә, тип яҙа “Башинформ”.

Милли ризыҡтар әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре була. Башҡорт, татар, рус, сыуаш, мари, мордва, удмурт халҡының милли аш-һыуын тәмләп ҡарау, төрлө конкурстар, презентациялар ойошторола. Фестиваль йыр-моң, халыҡ бейеүҙәре һәм уйындары, милли музыка ҡоралдарында уйнау менән оҙатып барыла.

Район халҡын һәм ҡунаҡтарын өлкәндәр, балалар өсөн төрлө тематик майҙансыҡтар: милли кейемдәр, йорт кәрәк-яраҡтары, биҙәүестәр, һөнәрселек эше (ағас эшкәртеү, сигеү, ағас һырлау, тал сыбығынан үреү), этнофотозоналар көтә.

Бүздәк ауылында «Бәлеш» яңы арт-объектын асыу фестивалдең төп биҙәге булмаҡсы.
Хөрмәтле йәмәғәт!
2022-2023 уҡыу йылына Өфө ҡалаһының Киров районында урынлашҡан М.Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһына, балалар һаны артып, яңы кластар барлыҡҡа килеү сәбәпле, эш тәжрибәһе булған, юғары белемле башланғыс класс уҡытыусылары, рус теле уҡытыусыһы, уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары талап ителә. Башҡортса һөйләшкән,үҙ эшен һәм балаларҙы яратҡан, заман менән бергә атлаған уҡытыусыларҙы үҙенең изге традициялары, яҡшы уҡыусылары һәм берҙәм коллективы булған белем усағында көтөп ҡалабыҙ.
Резюмығыҙҙы 158ufa@mail.ru электрон адресына ебәреүегеҙҙе һорайбыҙ.
Гимназияның адресы:Өфө ҡалаһы,З.Исмәғилев урамы,1.
Тел.8(347)2895250
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🙆‍♂🤷‍♂🙅‍♂
Тәүбә итер инем дә ул, әмәл юҡ,
Хата тип һанарлыҡ бер ғәмәл юҡ.

Сигенеп тә кире яһарлыҡ аҙым юҡ,
Яғып кире тултырырлыҡ ҡағыҙым юҡ,
Сыйып ҡабат яҙа торған хәреф юҡ,
Был доньянан ҡабатлатыр дәрес юҡ,

Йотоп яҡшырағын әйтер һүҙем юҡ,
Күмеп тәрәнерәк һалыр эҙем юҡ,
Һурып турарағын ҡатыр ҡаҙаҡ юҡ,
Асып нығырағын элер йоҙаҡ юҡ,

Һүтеп кире бәйләү көткән төйөн юҡ,
Иҫтән юйып ҡабат отор көйөм юҡ,
Йәлләп кире ебәрерлек кейек юҡ,
Шөкөр, хатта нахаҡ ғәйеп юҡ,

Йырҙарымда бер сафсата юҡ,
Үкендерә алған хата юҡ,
Бер уйлаһаң, оло кинәнес.
Ник һуң әле улай үкенес?

#ҒәзизӘбделмәнов

🤍Һин.Шиғыр.Донъя
👍4
Forwarded from Башҡортса музыка 🪺
Ҡурайсы егет, Юлай Касимов
Всероссийский музыкальный проект "ЭтноLife"та Ҡатнаша.
Әлеге ваҡытта тауыш биреү этабы бара. Юлай өсөнсө урында бара. Әйҙәгеҙ, бергәләп тауыш бирәйек. Ҡурай данын таратайыҡ. Тауыштарҙы көн һайын бирергә була.

https://concours.nazaccent.ru/etnolife/text/4485/
👍5
Баҫҡынсының һүҙен тыңлап
Яуға барма, башҡортом.
Кемгә ҡалыр, шуны аңла,
Үҙ ғаиләң һәм йортоң?...

Ҡәҙер күрмәй үҙ илеңдә
Туҡмалып, йәбер күреп.
Йөрөрһөңме сит-ят ерҙә
Һуғышып, күкрәк киреп?

Украиндар беҙҙең өсөн
Һис тә дошман түгел дә .
Кәрәк булыр, башҡорт, көсөң
Тыуып үҫкән Илеңдә!

(Р.Абайдулла)
Март, 2022 йыл
👍8👎1
Сәскәләрҙе ҡайҙа һалайым? (булған хәл)
Бынан ике тиҫтә йыл элек булған ине был хәл. Миңә йомош менән Өфөгә бик үк йыраҡ ятмаған Дим буйындағы ауылға барырға тура килде. Бәләкәй генә станцияла электричканан төшөп ҡалдым һәм минең менән килгән пассажирҙарҙан ауылға нисегерәк барырға икәнен белешә башланым. Юлаусыларҙың береһе - бөхтә генә ке­йенгән етмеш йәштәрҙәге ҡарт: - Улым, мин дә шунда барам. Бик ҡабаланмаһаң - бергә атларбыҙ, - тине.
Беҙ ҡырсынташ түшәлгән юлдан алға атланыҡ, юлдашымдың ҡулындағы гөлләмәһенән башҡа йөгө юҡ, аҙымдары ырамлы ғына. Ул шу­да уҡ кем, ҡайҙан булыуымды белешеп алды. Мин дә үҙ сиратымда уның ни эш бөтөрөп йөрөүен һораштым. Ҡарт минең һора-уыма ҡапыл­дан ғына яуап бирергә ашыҡманы. Тик:

- Силәбенән киләм әле. Ул ауылда йомошом бар ҙа, юҡ та һымаҡ, - тип ҡуйҙы.

Мин аптырай биреп уға ҡарап ҡуйҙым. Бер аҙ атлағас, аҡрын ғына һөйләп алып китте:

- Был яҡтарға беренсе тапҡыр 11 йәшемдә аяҡ баҫтым мин. Дөрөҫөрәге аслыҡ ҡыуып килтерҙе. Уғаса Өфөлә йәшәнек. Атай гер­ман һуғышынан ҡайтманы. Әсәй, минән ике йәшкә өлкән Зәлифә апайым менән өсәүләшеп бер иҫке генә йортта көн күрҙек. Әсәйебеҙ иҫән саҡта йән аҫырарлыҡ ҡына аҙыҡ таба ине әле. Анау егер­ме беренсе йылғы йотлоҡ башланғас та нәмә булһа ла табып, ҡарыныбыҙҙы буш тотмаҫҡа тырышты. Үҙ ауыҙынан өҙөп беҙгә ҡаптырғандыр инде, бахырҡай. Ҡурылып, ҡаҡ һөйәккә генә ҡалып, шул йылдың йәй аҙағында үлеп китте. Унан айырылғас, беҙгә хәйерсе тоҡсайы аҫыуҙан башҡа сара ҡалманы, меңәрләгән бүтән балалар рәтендә апайым менән мин дә ауылдарға сығып киттек. Әлбиттә, унда ла әҙерләп ҡуймағандар ине. Аслыҡ бөтә ерҙә тулы хужа.

Ҡайҙа барма - һәләмәгә төрөнгән ҡоро һөлдә лә, йоторҙай булып ҡараған ас күҙҙәр. Әммә беҙҙең бәхеткә хәлле генә булған, йо­март күңеллеләр ҙә осраштырғылап торҙо. Һуҡрана-һуҡрана булһа ла буш сығармаҫҡа тырышалар ине. Уларҙы ла аңларға була. Беҙ, хәйерселер, күмәк - берәүҙәр сығып өлгөрмәй - икенселәр килеп инә. Һәммәһенең тамағын туйҙыра башлаһа, иртәгәһен үҙҙә­ре шул хәлгә төшәсәк. Китаптарҙа байҙарҙы ҡомһоҙ тип яҙалар, әммә беҙҙең ғүмерҙе ана шулар һаҡлап ҡалды ла инде. Әлбиттә, ҡапҡаларына яҡын ебәрмәй, эттәрен һөсләгәндәре лә булды. Әммә улары беҙҙең бәхеткә һирәк ине.

Ошондай көҙгө һалҡын көндәрҙең береһендә, кисләтеп кенә, бы­на ошо беҙ китеп барған ауылға килеп индек. Башҡаларынан айы­рылыбыраҡ иң ситтә ултырған бер иҫке генә өйҙөң ишеген шаҡы­ныҡ. Яуап биреүсе булмағас, уны асып, эскә атланыҡ. Шунда уҡ танауға татлы һурпа еҫе килеп бәрелде. Ярым ҡараңғы өй эсенә инеү менән оло йәштәрҙәге ҡатындың ҡоштабаҡ күтәреп мейес алдына уҙғанын шәйләп ҡалдым. Ә оҙон һаҡаллы ҡарты һикеләге ашъяулыҡ өҫтөнә тунын ҡаплап маташа ине. Беҙ уларҙың аш-һыуҙарын йәшергәндәрен аңлап, уңайһыҙланыбырак та киттек. Инеү менән Зәлифә апайым ялбарыулы тауышы менән: ‘’Хоҙай хаҡы өсөн етем­дәргә бер йотом һыу, бер ҡабым ризыҡ бүлһәгеҙсе…” - тип телә­нергә лә кереште. Ҡарт уҫал күҙҙәре менән беҙҙе баштан-аяҡ ҡа­рап сыҡты ла, ҡатынын саҡырып алып, ҡолағына ниҙер шыбырланы. Аҙаҡ йылмайғандай итте һәм йомшаҡ тауыш менән: “ Үтегеҙ балалар, Алла ни биргән - шуның менән уртаҡлашырбыҙ", - тип беҙгә өндәште. Ул арала ҡатыны, беҙгә күрһәтмәҫкә тырышып, ашъяулыҡты әйберҙәре менән бергә төрөп алып, мейес яғына алып сыҡты. Аҙаҡ, һикегә бер сепрәк киҫәге түшәп, ҡоштабаҡты сығарып ултыртты. Апайым менән икәү, һике ситенә генә терәлеп, сөскөлт тәм килгән һурпаны һемерергә тотондоҡ. Ул арала ҡараңғы ла төштө. ‘’Ошонда булһа ла ятып, йоҡлап сығырһығыҙ,”- тип ҡарт иҙәнгә иҫке бишмәт ташланы. Беҙҙең ҡыуанысыбыҙҙың сиге юҡ ине. Ҡорһаҡтарыбыҙ тул­ғас ни - ятыу менән йоҡлап та киттек.

- Ҡарт һүҙенән туҡтаны һәм бер аҙ шым атлағас, ауыр көрһөнөп, һүҙен дауам итте.

- Апа­йымдың сыйылдап ҡысҡырыуына ҡурҡып, уянып киттем. Тәүҙә ни бул­ғанын да аңламай торҙом, аҙаҡ, тоноҡ ҡына сыра яҡтыһында, һикегә һуҙып һалынған апайымдың өҫтөнә атланған ҡарттың уны бау ме­нән сырмауын, ә ҡатынының бисараны ҡысҡыртмаҫҡа тырышып, ауы­ҙын ҡапларға маташыуын күреп ҡалдым.
Мин һикереп тороп, әсе ҡысҡырып, Зәлифә апайыма ярҙамға ташландым, ләкин ҡарт әйлә­нә биреп, шул ҡәҙәре итеп башыма тондорҙо - шунда уҡ күҙ алдарым ҡараңғыланып китеп, упҡынға осҡандай булдым.

Бөтә тәнем ҡалтырап, өшөп, аңыма килдем. Тәүҙә ҡайҙа икәнемде төшөнмәһәм дә, һуңыраҡ, еҫтәге иҙән ярыҡтарынан төшкән яҡты­лыҡты шәйләп, үҙемдең һал-ҡын баҙҙа ятыуымды аңланым. Башым яры­лып ауырта ине. Мин: "Сығарығыҙ бынан!”- тип ҡысҡырырға тотон­дом. Бер аҙҙан баҙ ҡапҡасы асылып китте һәм унда ҡарттың башы күренде. “Аҡыраһы булма! Апайың хәйер йыйып килгәс сығарырбыҙ”, - тип ҡапҡасты кире ябып ҡуйҙы. Мин ергә сүгәләнем. Бер аҙ­ҙан ҡарттың шымыраҡ тауыш менән: “Бир шуңа берәй нәмә, йә иһә дөмөгөп ҡуйыр,”- тип ҡатынына өндәшкәнен ишетеп ҡалдым. Яңынан баҙ ҡапҡасы асылды һәм ҡатын: “Мә, кимер!”- тип миңә ҙур бер һөйәк һондо. Мин уны үрелеп алдым да, тотоп торған нәмәмдең кеше ҡулы икәнен, бигерәк тә баш бармағы төбөндә бик тә таныш ҙур ҡара миңде күреп, ҡапылдан ҡотом алынып, ергә атып бәрҙем һәм мине күпме етәкләп йөрөткән, иркәләп биттәремдән, сәстәремдән һыйпаған ҡулдан сирҡанып, ҡурҡып, баҙ мөйөшөнә һырын-дым. Ҡапылдан күңелем болға-нып, башым әйләнеп китте, мин тағы аңым­ды юғалтҡанмын. Иҫемә килгәс, барыһын да хәтерләп, шым ғына иланым да, иланым. Апайымды һуйып ашаған кешеләрҙән үс алыу теләгенә мине лә шундай яҙмыш көткәнен аңлау, үҙемде йәлләү, ҡурҡыу тойғоһо килеп ҡушылып, йөрәгем өҙгөләнде. Ҡарттың өҫ­тән ишетелгән: "Бәләһенән - баш-аяҡ - быны-һын да эшкәртеп ҡу­йырға кәрәк,”- тигән һүҙҙәре ҡапыл айнытып ебәрҙе. Сығырға бойорғанда башымда нисек тә был йыртҡыстар ҡулынан ысҡыныу теләге генә ине. Ҡарт мине һөйрәп тигәндәй алды ла, иҙәнгә йығып һалды һәм һыңар ҡулы менән ҡатыны һоноп торған бысаҡҡа үрелде.

Шул саҡ йән асыу менән тештәремде ҡарттың беләгенә батырҙым. Ул әсе һүгенеп, ҡулын ысҡындырыу менән, һикереп тороп, ҡарындыҡ эленгән тәҙрә аша тышҡы ҡараңғылыҡҡа һикерҙем, һәм, күҙемә аҡ-ҡара күренмәй, хәлем бөтөп тәгәрәгәнсе йүгерҙөм дә йүгерҙем.

Иртәгеһен бер ҙур ғына ауылға барып сыҡтым. Унда етем бала­ларҙы йыйып йөрөүселәргә юлыҡтым. Унан инде детдом, аҙаҡ слесарь һөнәрен алып, ғүмерем буйы трактор заводында эшләнем.

Ул бик тә аяныслы хикәйәтен Һөйләп бөткәндә ауылға килеп ингән инек инде.

- Бына ул ҡәһәрле йорт урыны! - тип ҡарт сүп-сар өйөмөнә күрһәтте. Беҙ уға ҡарап бер аҙға тын ҡалдыҡ. Минең күҙ алдын­дан ул һөйләгән ваҡиға теҙелешеп үткәндәй булды.

- Мин бында бер-ике рәт килеп киттем инде. Бер килеүемдә хужалары тураһында кешеләрҙән һорашҡас, теге ҡатындың аҡылдан яҙыуын, аҙаҡ өйҙәренә йәшен атып, шунда ире менән бергә янып үлеүҙәрен әйткән инеләр, Хоҙай Тәғәлә ундай ҡәбәхәттәрҙе ер йөҙөндә йәшәтергә теләмәгән, күрәһең. Сүплектәрендә әллә күпме балалар һөйәктәре тапҡандар. Бер апайымды ғына кимермәгән­дәр бәдбәхеттәр. - Ҡарт тағы тын ҡалды. Аҙаҡ ҡулындағы гөлләмәгә ҡарап, бер аҙ урынында тапанып торҙо ла, уны бер яҡ ситтәрәк үҫкән ҡайын төбөнә алып барып һалды. Һәм йәшкәҙәгән күҙҙәрен Һөрткөләп:

- Апайыма тип килтергән сәскәләрҙе Һалырға урыны ла юҡ бит! Һөйәктәре ятҡан был нигеҙгә һалһаң - ҡәһәрле йортто, уның ху­жаларын хөрмәтләгән һымаҡ була, һалмаһаң апайымдың рухын их­тирам итмәгәндәй… - тип ҡуйҙы.

- Ирек, азатлыҡ тигән булып миллионлаған кешеләрҙең тиктәҫ­кә ҡандарын ҡойҙолар. Ниндәй азатлыҡ булһын - батша ҡоллоғо­нан совет ҡоллоғона эләктек! Егерме берҙәге аслыҡ та шул ва­ҡыттағы кешеләрҙең вәхшилеге өсөн Хоҙайҙың ебәргән язаһы ул!… Мин быларҙы, улым, беҙҙең ниндәй әсе яҙмыш кисергәнде белһен­дәр тип һөйләнем. Гәзиткә яҙған инем - баҫманылар. Совет илен­дә бындай хәлдәр булырға тейеш түгел, әллә кеше ышанмаҫтайҙы ысын булһа ла һөйләмә тинеләр. Ә, зрә… - тип юлдашым хушла­шып, кире станцияға табан атланы.

Мин, бер ҡайын төбөндә ятҡан сәскәләргә, бер башын баҫып һалмаҡ ҡына атлаған ҡартҡа ҡарап, оҙаҡ ҡына баҫып торҙом. Бала саҡта уҡ ҡайғы-хәсрәт кисергән, әлеге мәлдә танышбулмаған кешегә заманына күрә (81 - се йыл ғына ине бит) ҡыйыу һүҙҙәр һөйләй алған кешегә һоҡланыу ҙа, ихтирам да күңелемде билә­гән ине минең.

МӨҘӘРИС БАГАЕВ.

21 се йыл башҡорҡ халҡына геноцид тураһында хикәйә!
👍4
Ике көн инде, был яҙманан һуң, ҡара ҡайғыға сумып, өмөтһөҙлөккә батып, ауыр уйҙарға ҡалып йөрөйөм... Тормошомда ныҡ буталһам, "халҡым" тип йөрөгәндә ирекле уйҙарым өсөн тегеләр ныҡ дөмбәҫләй башлаһа, Зөһрә апай, һинең менән һөйләшеп, кире кеше хәленә ҡайта инем. Һин миңә бер саҡ шулай тинең: "Улар һине таксист булып эшләргә мәжбүр итһә лә, күңелең менән таксисҡа әйләнмә!" Хатта, Францияла эмигранттар тормошонан ниндәйҙер миҫал да килтерҙең. Баҡтиһәң, ысынлап та, режиссер-йырсы була тороп та, таксист, йә ашнаҡсы булып эшләһәң дә, һынмаҫ рухты һаҡлау мөмкин икән. Дуҫтар ярҙамында етәксе булып, бер-ике грант алыусы булып, ҙур премияға дәғүә итеүсе булыуға ҡарағанда... Һинең рухың һынған көн, апай, минең рухи үлемем көнө...
Ил инәһен илатҡан илдең киләсәге юҡ! Точно, как прежде не будет!
Мәрйәм инәй һәр бер бөртөк башҡорт балаһы өсөн ғүмер буйы көрәште, тел белһен, урыҫлашһа - милләткә кире ҡайтһын, тип. Хәҙер килеп һин ошо инде ҙурайған балаларҙы үлемгә оҙатыу яҡлыһың?!
"Ил" тигән булаһығыҙ, һаҡларға, тигеҙ. Ә ниңә беҙҙең мобилизацияланғандар башҡа төбәктәрҙән өс (!) тапҡыр артыҡ?! Нишләп тик башҡорттар һуң?!. Ҡуштау өсөн аңһыҙ халыҡтан һәм егеттәрҙән үс алыумы? Тик, ниңә, ул гениаль сценарийҙары буйынса Ҡуштауҙы Русфондҡа күсерҙеләр бит инде. Кемгә төртмә, НАТО янай тигән аргументтарынан башҡа икенсе аргумент юҡ. Хәҙер килеп янай инде, ә кем башланы был СВО-ны? Украина беҙҙең СВО арҡалы НАТОға инде.
Беҙҙең республикала былай ҙа бәлә етерлек ине: башҡорттарҙың һаны кәмеүе, балаларҙың тел белмәүе, маңҡортлоҡ, үҙаллылыҡ булмау, алтындарыбыҙҙы талау... Тик хәҙер, Мәскәүҙән ебәрелгән радиактив карателдәр төркөмө етәкселегендә, халҡыбыҙҙы тура мәғәнәлә үлтерәләр!
Мин сво башынан ҡаршы булдым, өгөтләнем! Минең яҙмаларымды уҡып, бер башҡорт ғүмерен һаҡлап алып ҡалһа - кешене үлемдән ҡотҡарыу сауабын бирәсәк Хоҙай Тәғәлә, иншалла. Ә һин был яҙыуҙан һуң ҡанға буялырға ҡурҡмайһыңмы? Повестка таратҡан, һайлауҙарҙа мутлыҡ эшләгән уҡытыусылар, тупаҫ агитация алып барған етәкселәр, һеҙ Алла язаһынан ҡурҡмайһығыҙмы?
Үҙем ҡайғырам, тик һаман, өмөт барҙыр, бәлки киләсәктә төп баштарына ултыртыу өсөн, был ҡылығың тик ваҡытлыса ярамһаҡланыуҙыр, тип һине аҡларға маташам. Юҡ шул. Өмөт юҡ. Ҡыҙғанысҡа, яңылышам...
Бәлки, һин "заложник"тыр? Бәлки, ультиматум ҡуйғандарҙыр һиңә?.. Тағы ла юҡ... Мин иҫәр! Сөнки һаман һиңә һәм һинең кеүектәргә, түрә булып ултырған интеллигенция вәкилдәренә, аҡлау эҙләйем.
Зөһрә апай, дуҫыңа әйт, бюджет аҡсаһына сығарған китаптары ла, үҙен-үҙе маҡтауы ла, тарихты юйыуҙары ла һәм активистарҙы төрмәгә тығыуҙары ла - нәҫеленән ҡан һәм күҙ йәшен юймаясаҡ! Динһеҙ батша артынан һуҡыр барыусылар, бәддоға һеҙгә!
Һин әйтешләй, без истерики ирҙәрен, улдарын, кейәүҙәрен ут эсенә ебәреп, үҙенең аңһыҙлығын, ҡараңғылығын, көсһөҙлөгөн яҡлар өсөн батша бойороғона сәпәкәйләгән, ирҙәренә "һин батыр, бар" тип ойоҡ бәйләп ултырған ҡатындар, күҙегеҙҙе асығыҙ! Аҡылығыҙға килегеҙ. Башҡа төбәк ҡатындары автобустарҙы әйләндереп, юлға арҡыры ятып, һәр бер ир өсөн көрәшә! Ә өнһөҙ Өфө ҡыуанып утҡа ул ташлай, ойоҡ бәйләй. Көслө ил ғәскәре өсөн - ыштан һәм марли ебәрә!
Былай оҙон итеп түгел, ҡыҫҡаса ошолай ғына тип яҙырмын тигән инем:
Азат, мине лә ал дуҫтар рәтеңә, мин дә етәксе була алам һәм ғүмер буйы йыйған абруйымды башҡорт егеттәрен күпләп үлемгә оҙатырға ярҙам итәсәкмен, тип... Тәүбә!
Барлыҡ мәҙәниәткә һинең дуҫыңдың хужа булып ултырыуы - Радий ағайҙың был өлкәгә төкөрөп ҡарауынан ғына. Ҙур түрәнең ниәте башҡа - ил байлығын батшаға һәм уның яҡындарына тиҙ арала законлы рәүештә биреү. Һәм был гениаль план инде үтәлде тигән һүҙ! Афарин!
Башҡортса диктанттар , тел сарлаған бөтмәҫ саралар, ҡайтанан терелткән геройҙар - бер аҙ ҡалған интеллегенция күҙенә саң өрөү, уларҙың ҡулдары менән планды артабан атҡарыу өсөн генә.
...Бәлки һинең "дуҫ" ваҡытлыса ярамһаҡланып йөрөп киләсәктә Башҡортостанға үҙаллылыҡ яулашыр?! Юҡ. Мин ахмаҡ!
RIP
Минзаля Яхина
15.06.1981- 03.10.2022.
👍8
Миңә яуап яҙып бот сабыусыларҙы бары тик ҡуштанлыҡ менән шөғөлләнеүселәр тип аңлап уҡығыҙ.
👍1
Ҡоллоҡ сире яман шул...🇷🇺

"Шайморатов", "Доставалов",
Ике "Салауат Юлаев" -
Былар милли батальондар,
Ә төп дошман - украиндар...

Украинды ҡырған һымаҡ
Башҡортты ла ҡырған батша.
Быны онотҡандар - ахмаҡ,
Ҡоллоҡ сире яман башта.

Йырҙар йырлап, гармун тартып
Яуға китәләр башҡорттар.
Хатындар ҡала оҙатып,
Етем ҡалалар күп йорттар...

Башҡорт кәмеһә күберәк ,
Түрәләргә шатлыҡ ҡына.
Ерҙәр ҡалыр иркенерәк
Түрәләрҙең үҙ халҡына...

Кисә күрҙем интернетта:
Мулла елә БМП - ла...
Сит баҫыуҙар ике яҡта
Уға ләғнәт уҡып ҡала...

(Абай улы)
👍11
ҺУҒЫШ

Ҡаһармандар яһай заман
Кеше үлтереүсенән,
Мәжбүрилек, дусарлыҡтан
Ҡорбан килтереүсенән.

Ҡанлы алыштарҙа ала
Әҙәм әҙәмдең йәнен...
Еңеү хаҡы бына ошо
Ҡорал тотҡан бәндәнең.

Һөжүм итмәй, һәләк итмәй
Хатта йыртҡыс үҙ затын:
Айыу айыуын ашамай,
Юлбарыҫ юлбарыҫын.

Бойороусо бит бойорған,
Донъяға биргән бурыс:
Баҫҡынсыны һепереп ҡыра
Мөҡәддәс, изге һуғыш.

Кейек түгел, бәндә затын
Ҡоторта һаман шайтан.
Тетрәндерә йөрәгемде
Илбаҫар булған ватан.

Танһылыу Ҡарамышева
👍6