Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
685 subscribers
2.75K photos
1.49K videos
1 file
254 links
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт аты тураһындағы йәнһүрәттең 2-се серияһы донъя күргән. Был юлы Салауат аттар тураһында тағы ла бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәт тапҡан. Ҡарағыҙ!
👍51
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына – республиканың Ҡоролтайына мөрәжәғәт итте.

Сығышында ул республика өсөн мөһим өлкәләргә туҡталып китте. Шуларҙың береһе - республикала фәнде үҫтереү һәм йәш ғалимдарҙы күтәрмәләү.

Киләһе йылдан «Йылдың йәш ғалимы» исемен булдырабыҙ. Ул 150-шәр мең һумлыҡ 7 исемле премия буласаҡ. Был – йәш тикшеренеүселәрҙең республика фәненә индергән өлөшөн таныу алымы. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса йәш ғалимдарға ярҙам саралары буйынса төбәктәр рейтингында беҙ Рәсәйҙә иң яҡшыһы булдыҡ. Фәнгә ярҙам итеү буйынса саралар дауам итәсәк",
– тип билдәләне Радий Хәбиров.

Шулай уҡ Өфөлә федераль бюджет иҫәбенә математика лицей-интернатын төҙөү башлана. Радий Хәбиров ил Президентына ошондай үтенес менән мөрәжәғәт иткән һәм Владимир Путин был идеяны хуплаған.  Был бөтә республиканың һәләтле балалары өсөн заманса үҙәк, сығарылыш уҡыусылары менән илебеҙ ғорурланырлыҡ үҙенсәлекле мәктәп буласаҡ.
👍4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттарына мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда Салауат Юлаев һәйкәлен төҙөкләндереү эше башланасағы тураһында әйтте.

"Беҙгә бында йомшаҡлыҡ һәм яуапһыҙлыҡ күрһәтергә ярамай. Беҙ һәйкәлдең бөтәүлегенә хәүеф менән янаған етди проблемаларҙы күрәбеҙ. Улар экспертиза тарафынан иҫбатланған. Шуның өсөн кисектермәҫтән эшкә тотонорға кәрәк. Бының менән төрлөсә файҙаланып ҡалырға тырышыуҙар - аҡылһыҙлыҡ, быға юл ҡуйылырға тейеш түгел, тип иҫәпләйем. Киләсәк быуындарға республика символын һаҡлап алып ҡалыу - беҙҙең изге бурыс",
- тине республика етәксеһе.

Әйткәндәй, Салауат Юлаев һәйкәлен һаҡлау (реставрациялау) проекты Баш дәүләт экспертизаһының ыңғай һығымтаһын алды.
7
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌"Әр-Рәхим" мәсетен төҙөү дауам ителәсәк.

Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тағы бер тапҡыр ышаныслы белдерҙе. БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары алдында сығыш яһағанда ул:

"Хөрмәтле коллегалар, беҙ йәмиғ мәсетен төҙөү эштәрен дауам иттек, был тиҙ үтәлә торған эш түгел. Унда күләмдәр (атҡарылаһы эштәрҙең) бик етди. Әммә беҙ быны хәрәкәткә килтерҙек һәм эште аҙағына тиклем алып барып еткерәсәкбеҙ", -
тине Радий Хәбиров.

Әйткәндәй, күптән түгел тура бәйләнеш барышында ла "Әр-Рәхим" мәсете хаҡында һүҙ ҡуҙғатылды, унда объектҡа анализ эшләтелеүе, экспертиза һөҙөмтәләре декабрҙә әҙер буласағы, мәсеттең нигеҙе һәм стеналары яҡшы торошта булыуы тураһында әйткәйне республика етәксеһе.

Ҡыйығын алмаштырырға, манараларын быйыл төҙөкләндереп бөтөргә, фасадын проектларға кәрәк, киләһе йылда тышҡы яҡтан эштәр тамамланырға тейеш. Иң мөһиме - финанслау бар, тип билдәләнде.
4👍2🔥2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌Башҡортостандың мәҙәни тормошонда быйыл бик күп ваҡиғалар булды.

Шуларҙың иң мөһиме - Башҡортостан Ҡурайсылар дәүләт ансамбле һәм Ҡурай көнө булдырылыуы.
Хәҙер йыл һайын 10 октябрҙә башҡорт халҡының милли уйын ҡоралы - Ҡурай көнө билдәләнәсәк.
Ә инде Ҡурайсылар дәүләт ансамбленә килгәндә, улар республика һәм милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән күрше төбәктәр халҡын сығыштары менән рухландырып концерттар ҡуя башланы ла инде.😎
8👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
💥Күгәрсен районы үҙешмәкәрҙәренең яңы фильмы Миләүшә Ҡаһарманованың "Вахта" повесы буйынса төшөрөлә.

💥Фәимә Аҡъюлованың Күгәрсен телевидениеһы менән берлектә эшләгән был унынсы фильмы.

💥"Вахта" киноһында утыҙға яҡын кеше ҡатнаша. Һәүәҫкәр артистар райондың төрлө ауылдарынан һайлап алынған.

"Актерҙар районыбыҙҙың төрлө ауылдарынан: Ҡалдар, Мәҡсүт, Хоҙайбирҙе, Тәүәкән, Юлдыбай, Бикбулат, Санъяп, Яңауыл,.Мораҡ...

Миләүшә Ҡаһарманованың Вахта исемле повесы буйынса."ВАХТА" кинофильмының тизерын (дубль2) тәҡдим итәбеҙ. Оҙаҡтамай экрандарға сығыр тип ышанабыҙ", -
тип хәбәр итә дәртле күгәрсендәр.

📍Тизеры ҡыҙыҡлы ғына күренә, ивет?
7
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хуш киләһең, Ҡоролтай!

"Торатау" Конгресс-холл бинаһында бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезы үтә.

Байрам кәйефе хөкөм һөрә бында, ихлас күрешеүҙәр һәм шат йөҙҙәр!
6🥰3👏2
Башҡортостанда Милли бейеү көнө булдырыласаҡ.

Был хаҡта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.

Яңы байрамды Фәйзи Ғәскәровтың тыуған көнө - 21 октябргә тура килтереп билдәләү тәҡдим ителде.
🔥10🥰3👍2
📌Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров бөтә донъя башҡорттарына мөрәжәғәт итте. Һәм үҙ сығышында башҡорт халҡын тарҡатырға тырышҡан көстәр үҙ маҡсатына ирешә алмаясаҡ, тине.

"Махсус хәрби операция башланған мәлдә башҡорттарға ул саҡта Украинаның оборона министры булған Резник "Башҡорттар нимә өсөн һуғыша" тигән хат менән мөрәжәғәт итте. Шул саҡта мин ни өсөн улар нәҡ беҙгә шундай иғтибар бүлә икән, тип уйландым. Һәм иң мөһимен аңланым - улар беҙҙән ҡурҡа, сөнки беҙ - яугир халыҡ, Ватаныбыҙҙың тоғро подданныйҙары. Беҙҙе яу ҡырында еңеп булмай. Беҙҙең халыҡта һатлыҡйәндәр юҡ. Беҙ биш быуат дауамында Рәсәйҙе һаҡланыҡ һәм һаҡлауҙы дауам итәбеҙ. Улар тик беҙҙе эстән тарҡатып маташа ғына ала. Әммә бер нәмәләре лә килеп сыҡмаясаҡ. Сөнки уларҙы аҫтыртынлыҡ һәм ҡурҡыу йөрөтә. Ә беҙҙе - Башҡортостандың һәм башҡорт халҡының киләсәге"

, - тине республика етәксеһе.

Шулай була күрһен, бер уйлы, бер маҡсатлы, бер һүҙле булайыҡ һәм Ҡоролтай һөҙөмтәле үтһен!
🔥62👍2👏1
Ҡоролтайҙың Социаль-иҡтисади үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре буйынса секцияһында милли туризмды үҫтереү тураһында фекер алыштылар, һуңғы йылдарҙа атҡарылған эштәрҙе барланылар һәм киләсәккә пландары менән бүлештеләр.

Силәбе өлкәһендә башҡорт мәҙәниәтен үҫтергән, башҡорт тоҡомло аттар үрсеткән Даян Иштимеров хеҙмәттәшлек итергә әҙерлеген белдерҙе.

Рәсәй туриндустрия союзының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе етәксеһе Кинйә Күскилдин Өфө эргәһендә башҡорт халыҡ эпосы "Урал батыр"ға нигеҙләнгән күңел асыу паркы булдырырға тәҡдим итте.

"Беҙгә бер ниндәй ҙә Диснейленд кәрәкмәйәсәк, үҙебеҙҙең мифологияға нигеҙләнгән һәм барыһын да хайран итер урын төҙөүгә барлыҡ эшҡыуарҙарҙы саҡырам",


- тине Кинйә Күскилдин.
🔥5
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Яугирҙарыбыҙ Ҡоролтайҙың һөҙөмтәле үтеүен теләп, ҡотлау һүҙҙәре еткергәндәр.

"Тыныслыҡты яҡынлаштырыу өсөн беҙ ҙә тырышырбыҙ. Ҡоролтай һөҙөмтәле үтһен! Башҡортостан - алға!", - ти ир-егеттәребеҙ.
🔥10
📌Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы съезында киләһе йылды Башҡортостанда Ватан һаҡсылары йылы тип нарыҡларға тәҡдим ителде.

Әйткәндәй, республика етәксеһе 2025 йылды Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылы тип атарға, ошо юҫыҡта маҡсатлы эшләргә ҡарар иткәйне.
🔥5👍1
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезынан күренештәр.
Бик йылы осрашыуҙар, эшлекле һөйләшеүҙәр, аныҡ тәҡдимдәр булды бөгөн. Киләһе посттарҙа барыһы тураһында ла ентекләберәк яҙырбыҙ, һөйләрбеҙ, күрһәтербеҙ 😉
🔥7👍1
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезына байҡау яһап, уның илебеҙ өсөн дә, халҡыбыҙ өсөн дә мөһим ваҡытта үткәрелеүен билдәләргә мөмкин. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров та әйтеп китте, ҡорҙа ҡатнашҡан һәр кем телгә алды.

"Беҙ барлыҡ ил халҡы менән бергә Президентыбыҙ Владимир Владимирович Путин эргәһендә тупландыҡ. Беҙҙе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарыбыҙға ярҙам итеү, Башҡортостаныбыҙҙы үҫтереү, халҡыбыҙҙы һаҡлау, туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, тарихи хәтерҙе, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы, тәбиғәтебеҙҙе ҡурсалау теләге берләштерә.

Башҡорт халҡы бөгөн тәрән аҡылға таянып эш итеүен тағы ла бер иҫбатланы. Ҡоролтай мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеүҙә, артабанғы үҫеш йүнәлештәрен барлауҙа ифрат мөһим йыйын булды. Алда беҙҙе яңы бурыстар, юғарыраҡ маҡсаттар көтә",

- тип яҙған республика етәксеһе сәхифәһендә.
https://news.1rj.ru/str/radiyhabirov/9135
👍4🔥1