Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
662 subscribers
3.12K photos
1.63K videos
1 file
290 links
Download Telegram
📌 Бөгөн Ҡаҙмаш ауылында "Айыҡ ауыл" бәйгеһе сиктәрендә "Йәшәһен ауылым - көслө рухлы Ҡаҙмашым" сараһы үтә.

Сәләмәт тормошто һәм айыҡлыҡты пропагандалаған сара Ватанды һаҡлаусылар һәм Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылына бағышланған. Тантаналы өлөш бүләкләүҙәргә бай булды.

Артабан ҡунаҡтар репрессия ҡорбандарына, Бөйөк Ватан, төрлө локаль һуғыштарҙа һәләк булғандар иҫтәлегенә сәскәләр, венок һалды. Махсус хәрби операцияһында батырҙарса һәләк булған Рәхимйән Мөхөтдинов иҫтәлегенә белем усағында гер күтәреү, уҡыусылар араһында төбәк-ара саңғы ярышы, шулай уҡ "Лыжня России -2025" спорт ярыштары үтә. Мәктәптә "Боевое братство" ағзалары Батырлыҡ дәресе үткәрҙе.

Матур саранан күренештәр менән ҡаҙмаштар бүлешкән.
🔥8
Көндө ҡоймаҡ бешереүҙә башлайыҡ бөгөн😋

💯Селтәрле ҡоймаҡ өсөн:
• Йомортҡа 2 дана
• Шәкәр 4 аш ҡалағы
• Он 200 гр.
• Кефир 500 мл.
• Үҫемлек майы 30 мл.
• Тоҙ 0.5 балғалаҡ.
• Сода 1 балғалаҡ.
• Ҡайнар һыу 200 мл.
Ҡамыр өсөн кефирға йомортҡаларҙы, шәкәр, тоҙ, өн, үҫемлек майын ҡушырға. Болғатырға.
Айырым һауытта ҡайнар һыуға соданы ҡушып, ҡамырға ҡойорға.
Шунан шыйыҡ ҡамырҙы мотлаҡ 5-7 минутҡа ҡуйып торорға.
Ҡоймаҡты уртаса утта ҡойорға.

Аштарығыҙ тәмле булһын!
5
📌 Әбйәлил районы Гусев ауылынан Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Рәфис Хөсәйенов ялға ҡайтҡан.

Ул ҡасандыр үҙе белем алған мәктәбенә ярҙам итә - тиҙҙән ул биргән аҡсаға мәктәптең спорт залында тәҙрәләр яңыртыласаҡ.

Рәфис Риф улы үҙе лә спорт яратҡан, бөгөн уның өс улы Данис, Денис, Руслан да көрәш менән шөғөлләнә, еңеүҙәре лә бар.
7👍2🤪2
Көнөгөҙ уңышлы үтһен!💝

Күгәрсен районындағы Мораҙым тарлауығын Анатолий Ермоленко төшөрөп алған.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
7
ЕТЕ ҠЫҘҘЫҢ МИН БЕРЕҺЕ ИНЕМ
Ҡатындарыбыҙға мәҙхиә

Ете ҡыҙҙың мин береһе инем,
Һөйгәнемде яуға оҙаттым.
Үҙем әҙерләнем ризығын да,
Үҙем әҙерләнем юл атын.

Айырым - айырым төрөп һалдым уға
Кипкән ҡорот, күмәс һәм үлән.
Тыштан ныҡмын.
Илап ҡуймайым тип,
Йөрәгемә һыҡтап түгеләм.

Был әйтмәне, тимәҫ өсөн түгел,
Аяғына ятып һораным.
Мин аңламай тиһегеҙме әллә
Ил ҡәҙерен?
Ватан оранын?

- Кемгә ҡалдыраһың балаларҙы?
Кемгә ҡалдыраһың һин мине?
Һинең менән бергә аҡтарылыр
Донъябыҙҙың ныҡлы күгәне.

Мин барыһын бына тойоп торам!
Мин барыһын күптән аңланым.
Тик яуҙарҙың ғүмер ҡырыуҙарын
Ҡабул итә алмай был аңым...

Ә ул тыныс.
Бына шундай тыныс,
Әйтерһең дә, ялға йыйына.
- Көйәләнмә! - тиеп бер йылмая,
Ишек яңағына һыйына.

- Нисек шулай тыныс булып була?
Донъябыҙға беҙҙең ут ҡапҡан!
- Мулла саҡыртып бер Ҡөрьән сығар...
Төшкә инде бөгөн олатам...

... Бына шулай.
Үҙенекен һөйләп,
Ил ниәтен ҡуйып алдына,
- Ҡайтам! - тиеп китте һөйгән йәрем,
Балаларым илап ҡалдылар...

Шулай көткән икән өләсәйҙәр....
Әй, көтәләр ине яҙ һайын.
Бына мин дә көтәм.
Булһын ҡулһыҙ!
Булһын аяҡһыҙ ул!
Ҡайтып ҡына төшөр, моғайын.

Берәй ерҙә һис ни хәтерләмәй
Яраланған килеш яталыр.
"Хәбәрһеҙ..." ул тигәндәре хатта
Төптө буштыр,
Хәрби хаталыр...

Ете ҡыҙҙың мин береһе инем,
Яуға китте минең батырым!
Тойоп торам.
Күп тә ҡалмағандыр...
Еңеү булып уның ҡайтырын!

Лариса АБДУЛЛИНА.
👍8👎2💔1💘1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Айтуған Фәттәховтан видео-релакс 🩵🤍💚 Күҙҙәрегеҙҙе ял иттереп алығыҙ.

Төшкө аштарығыҙ тәмле булһын, ял минуттарығыҙ матур үтһен!
6🔥2
БЫЙМА КЕЙЕП...
сәкән һуҡҡандар!

📌Ауырғазы районы Исмәғил ауылында шундай үҙенсәлекле ярыш ойошторолған: быйма кейеп хоккей уйнағандар. Сара "Айыҡ ауыл" конкурсы сиктәрендә үткән.

- Элек һәр урамда тиерлек, малайҙар быйма кейеп сәкән һуға торғайны. Бөгөн ошо уйынға йән өрөргә булдыҡ. Традицион хоккейҙан был уйындың ҡағиҙәләре әллә ни айырылмай. Иң төп айырмаһы шунда - шайба урынына бәләкәйерәк туп, ә коньки урынына уйынсылар быйма кейә, -

тип һөйләй ауыл халҡы.

Был күңелле уйында 18 йәштән өлкән һәр кем ҡатнаша алған һәм клуб алдындағы майҙанда 4 команда ярышҡан.

Уйын аҙағында ҡатнашыусылар бүләктәр алып ҡыуанған, ә көйәрмәндәр эҫе сәй менән һыйланған.
👍5