Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
662 subscribers
3.12K photos
1.63K videos
1 file
288 links
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Әкиәт һымаҡ итеп ҡараныҡ бынау видеоны. Авторы - туған телебеҙҙе Мәскәү башҡорттарына шулай ҡыҙыҡлы итеп өйрәтеүсе Ләйсән Әхмәҙуллина.
👍11💘1
📌“Йәншишмә” республика балалар һәм үҫмерҙәр гәзитенә – 95 йәш тула.

Ошо айҡанлы 19 февраль көнө 14.00 сәғәттә баҫманың юбилейына арналған байрам ойошторола.

Гәзит барлыҡ дуҫтарын көтөп ҡала!


📍Үткәреү урыны: Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 4-се йорт, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана.

Программала:
* концерт номерҙары
* йәш хәбәрселәргә танытмалар тапшырыу
* гәзиттең ветерандары менән осрашыу
* йыл лауреаттарын ҡотлау
* гәзиткә яҙылыу
* уйындар, бүләктәр, оҫталыҡ дәресе
* күргәҙмә, һатыу-һатып алыу
0+
2💘1
🦆Ҡоштар атласы төҙөлә

🦅Өфөлә Ҡоштар атласын төҙөү буйынса эш башланған. Был баҫмала орнитологтар тарафынан 215 ҡош төрө тураһында 8 йыл дауамында тупланған ғилми мәғлүмәт урын аласаҡ.

🐦‍⬛ Проектты Рәсәй ҡоштарҙы һаҡлау берлеге белгестәре бойомға ашыра.

🦉 Тәҡдим ителгән был матур фотоларҙы Башҡортостанда Илья Бурыкин төшөрөп алған.
5👏3👍2💘1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"Ҡәһүә" - күңелебеҙгә яҡын мөхитле урын. Өфөлә урынлашҡан.
5💘3
🌐"Башкир" ҡушаматлы яугирға Шайморатов миҙалы тапшырылған

🔴Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, танк батальонының эвакуация бүлексәһе командиры Мөҙәрис Аҫылбаев Башҡортостан Башлығы указы менән генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде. Яҡташыбыҙға дәүләт наградаһын Радий Хәбиров тапшырҙы.

«Мөҙәрис Ғәфүр улы күптән яуҙа ҡатнаша, бер нисә тапҡыр наградланған. Ҡотлайбыҙ»,

— тине Радий Хәбиров.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
💯4👍2👎2👏1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🔔Яңы эш аҙнаһының беренсе көнө нисек үтте?

Күҙҙәрҙе һәм күңелде ял иттереүсе видео ҡарап алығыҙ.

Авторы: Салауат Юнысов.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
🔥6👍3💘1
Хәйерле көн!☀️

📍 Күгәрсен районы Нуҡай ауылының тирә-яғы.

Фото: "Нуҡай - 2025" төркөмө.
6👏1💘1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Элвин Грей (Радик Юлъяҡшин) "Дәрүишхан" төркөмөнөң "Нисек барһың, тик шулай бул" йырын башҡортса һәм татарса башҡарған.
«Нисек барһың» - был йыр ғына түгел, был, бәлки, ошо мәлдә һеҙ ишетергә тейеш булған һүҙҙәрҙер. Үҙеңдең хис-тойғоларыңды бушатырға, үҙең булырға һәм тормоштан барыһын да алып йәшәргә ишаралаһын",

- тип яҙған йырсы сәхифәһендә.
👎11👍71💘1
✳️Милли йәштәр театры махсус хәрби операция геройҙарына арналған спектакль әҙерләй.

🔺“Бер ғүмер етмәй икән” драматик поэмаһының авторы яҙыусы Мөнир Ҡунафин. Ул бер нисә тапҡыр алғы һыҙыҡта булып ҡайтты. Әҫәр яугирҙарҙың сыҙамлығы һәм батырлығына арнала.

🔺Спектакль премьераһы 20 һәм 21 февралдә тәҡдим ителә. Ул 16 йәштән өлкән тамашасыларға тәғәйенләнә.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
👍7💘1
Күңелгә яҡын күренеш.❤️

📍 Белорет районы Ноҡат ауылы.

Күгәрсен районындағы Нуҡай ауылынан күренештәр менән бүлешкәйнек, Белореттағы Ноҡат ауылынан фото килеп төштө.
Юлды саҡ ҡына яңылыш аңлатһаң, бөтөнләй икенсе тарафҡа барып сығыуың да ихтимал 🙃

Фото: Азамат атлы төркөмдәштән.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
👍43💘1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙар Матбуғат йортонда бауырһаҡ һәм сәк-сәк бешергән.

Баллы ризыҡ Махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтарыбыҙға тәғәйенләгән.

Изге сара журналист Зөһрә Арсаева һәм уның әсәһе Менәүәрә Нуретдин ҡыҙы башланғысы менән ойошторолған. Акцияла ҡатнашыусы гүзәл заттар өсөн был үҙенә күрә оҫталыҡ дәресе лә булып торған.
4👏1