Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
662 subscribers
3.12K photos
1.63K videos
1 file
290 links
Download Telegram
Мәйәрҙәк һырты. Белорет районы.

Хәйерле көн! ☀️
6
#ҡыҙыҡ_мыҙыҡ
💡БАШҠОРТ ҠАЛАҺЫ ӨФӨ

💯Атамаһы русса яңғырамаған рус ҡәлғәһе - Өфөгә тиклем был урында Башҡорт тигән ҡала булған, тиҙәр.

Ғәрәптәрҙең XIV-XV быуаттарҙа йәшәгән аҡыл эйәһе Ибн Хәлдүндең һүҙҙәрен килтерәләр: ул Алтын Урҙа ҡалалары араһында Башгирд ҡалаһын да телгә ала.

💯Академик Мәжитов былай тип яҙа:
“Ағалы-ҡустылы Пициганолар картаһында (1367 йыл) Кама йылғаһынан көнсығышҡа табан башҡорт иле һәм Pascherty ҡалаһы күрһәтелгән. Был Пициганоларҙың замандашы ибн Хәлдүн яҙған Башҡорт ҡалаһы булыуына шик юҡ.

Pascherty һүҙе башҡорт ҡалаһы һәм иле мәғәнәһендә Каталон атласында ла бар (1375 йыл).

Герард Меркатор картаһы ҡыҙыҡлы күренә (1554 йыл), унда Pascherty ҡалаһы Ағиҙелдән алыҫ булмаған урында күрһәтелгән".

💯Башҡорт риүәйәттәрендә хәҙерге Өфө урынында Ағиҙелдең уң яҡ ярында ун саҡрымға һуҙылған ҡала телгә алына. Уны Имәнҡала тип йөрөткәндәр.

💥Бына шулай, уҡсылар әле йөҙөп килеп етмәгән, ә ҡала булған. Археологтар һүҙенә ышанһаң, беҙҙең эраға тиклем IV быуаттан уҡ.

Һүрәттә: Герард Меркаторҙың картаһы.

Светлана ЧУРАЕВА, “Өфө: ғәжәп факттар һәм артефакттар” китабынан.
👍51🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортмон тиһәң ❤️

Илсур Сәлихов видеоһы.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
🔥42💘1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📍Айғыр. Белорет районы.

Ҡышҡыһын тауҙарға артылаһығыҙмы?
💘6🥰5
📌 Бөгөн М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Мөнир Ҡунафиндың патриотлыҡ тураһындағы драматик поэмаһы буйынса "Бер ғүмер етмәй икән..." спектакле "сирҡаныс алды".

Замандаштарыбыҙ тураһындағы спектакль тәүге минуттарынан уҡ арбап алды, тетрәндерҙе, күңелдәргә ятты.

Спектаклдең премьераһы иртәгә һәм иртәнән һуң - 20-21 февраль була.

21 февраль көнөнә генә 20 тирәһе билет ҡалған, мотлаҡ килеп күрегеҙ!
🔥4🥰2👎1
📍Әй фонтаны. Ҡыйғы районы.

Хәйерле көн, төркөмдәштәр! Әй фонтанындай урғылып, бәхет килһен! 🥰
🔥3🥰3👾1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Йөрәгемдең түрендә... 💘

Видео: Эльвира Глосс.
👍6👎3💘2
📌21 февралдә сәғәт киске 5-тә Мәләүез ҡалаһы мәҙәниәт йортоноң кинозалында Махсус хәрби операция ваҡиғаларына һәм яугирҙарына арналған өс фильм күрһәтелә.

📽«Беzбашенный» (16+) 10 минутлыҡ;
📽"Танец героя" (12+) 24 минутлыҡ;
📽"Бетеү" (12+) 36 минутлыҡ.

Инеү бушлай. 17.00
🔥2👏2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ашығыс!

Төшкө ял минуттарығыҙҙы "Уралым" Башҡорт халыҡ йыры менән биҙәргә ашығабыҙ! 🥰

Видео: HAZINA этно-проектының ҡыл-ҡумыҙсылары Зәлиә Ғәниәтуллина һәм Наилә Биктимерова башҡара.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
4🔥3
📌ҺОЛО КЕҪӘЛЕ

Һоло кеҫәле ашҡаҙанға, бөйөргә һәм бауырға
файҙалы.


Ул үт һәм бәүел ҡыуыҡтарындағы таштарҙы иретә, ҡандағы холестеринды түбәнәйтә. Һоло көс өҫтәй, күңел төшөнкөлөгөнән ярҙам итә.

📌Һоло кеҫәлен әҙерләү өсөн:
1 стакан һоло ярмаһы
5 стакан һыу
1 стакан һөт
бал

Талғын утҡа ҡуйып, шыйыҡ кеҫәл килеп сыҡҡанға
тиклем ҡайнатырға.

Шунан баштағы кимәленә тиклем һөт өҫтәп ҡойорға һәм ҡайнатырға кәрәк.

Бер аҙ һыуынғас, 4 аш ҡалағы бал ҡушырға йәки үҙегеҙ
теләгәнсә.

Көн дауамында күпме теләйһең, шунса эсергә ярай.
👍4🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🌸"Бер ғүмер етмәй икән..."

Бөгөн М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Мөнир Ҡунафиндың әҫәре буйынса спектаклдең премьераһы булды.

🌸Махсус хәрби операция: ҡаһарманлыҡ һәм ҡурҡаҡлыҡ, дөрөҫлөк һәм ялған, выждан һәм байлыҡ, мөхәббәт һәм нәфрәт...

🌸Төрлө быуын кешеләре, замандаштар араһындағы аңлашылмаусанлыҡтар...

🌸Бөгөн тотош береһен дә битараф ҡалдырмаған тема күтәрелә яңы сәхнә әҫәрендә: әйтелмәгән һүҙҙәр, белгертмәгән тойғолар - барыһы ла урғылып сыға.

🌸Һәр быуын тамашасыһы өсөн кәрәкле спектаклде үҙегеҙ барып күрегеҙ!
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
👍53🔥1