Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
662 subscribers
3.12K photos
1.63K videos
1 file
287 links
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ҡайсаҡ ошондай мәлдәр ҙә булып киткеләй инде ул, ивет?😁

Видео: Наил Юлгилдин.
😁92👎1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Хәйерле көн барығыҙға ла!

Беләһегеҙме бөгөн ниндәй көн?


Тап 1992 йылдың 25 февралендә Башҡорт ССР-ы республиканың яңы флагын раҫлай. 🩵🤍💚

Башҡортостандың Дәүләт флагы тураһындағы законда уның төҫтәренең мәғәнәһе шулай аңлатыла:

🩵Күк төҫ - асыҡлыҡ, яҡшылыҡ һәм республика халҡының уйҙары сафлығын белдерә;

🤍Аҡ төҫ - тыныслыҡ һөйөү, хеҙмәттәшлеккә әҙерлек;

💚Йәшел төҫ - азатлыҡ, йәшәүҙең мәңгелеген;

💛Ҡурай тажы - дуҫлыҡ символы, уның ете тажы берләшкән ете ырыуҙы сағылдыра.
❤‍🔥8👍42👎1
📌 Baby Ti исеме аҫтында билдәле йырсы Арыҫлан Тимеров Махсус хәрби операцияның алғы һыҙығына барып,  яугирҙарыбыҙҙың рухын күтәреп сығыш яһаған.

"Ниһайәт, Ватаныбыҙҙы һаҡлаусылар алдында йырҙарымды башҡара алдым. Ҡаһарман йөрәкле яугирҙарыбыҙҙың илһөйәрлегенә һәм рух ныҡлығына һоҡланып, уларҙан илһам алып ижад иткән йырҙарымды күҙҙәренә ҡарап йырлауыма сикһеҙ шатмын. Был тойғоно һүҙҙәр менән еткерерлек түгел..."-

тип яҙған Арыҫлан.

🔶Йырсы баянға һәм ҡурайға ҡушылып та йырлаған, яугирҙар бик йылы ҡабул иткән.

🔶Шулай уҡ Арыҫлан Луганск өлкәһенең  М.Шайморатов исемендәге 22-се мәктәп уҡыусылары алдында сығыш яһаған.

✳️Был белем усағы Башҡортостандан килгән ярҙамға төҙөкләндерелгән һәм бөгөн унда Миңлеғәли Шайморатов музейы бар, уҡыусылар башҡорт мәҙәниәте, сәнғәте менән ҡыҙыҡһына.

🔶Йырсы яугирҙарҙың ҡыҫҡа ғына ял минуттарын һағынылған тыуған моңдар менән биҙәй һәм кәйефтәрен күтәрә алыу мөмкинлеге өсөн рәхмәтен белдергән.

✔️Әйткәндәй,  МХО зонаһына Башҡортостан артистары даими барып тора. Быға тиклем Башҡортостандың халыҡ артистары Рәсүл Ҡарабулатов, Әлфиә Юлсурина, Заһир Иҫәнсурин, Рушан Биктимеров, республиканың атҡаҙанған артистары Тимур Рамаҙанов, Венера Юлгилдина, Рэм Гәрәев, "Бүреләр" һәм "Дәрүишхан" рок-төркөмдәре һ.б. сығыш яһағаны булды.

✔️Әлеге ваҡытта гуманитар ылауҙы  оҙатыусылар менән Башҡортостандың халыҡ артисы, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Илнур Лоҡманов яугирҙарға "Нива" автомобиле алып барған.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
❤‍🔥26🔥13💯10🤡42👎1🤬1🙉1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
"Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосын Зөбәржәт Утарбаева һөйләй.
🥰73💘2👍1🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"Әсә йөрәге" йыры.

Һүҙҙәре, музыка, аранжировка, видео һәм монтаж авторы - Айҙар Латипов.

Башҡара: Илшат Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театры артистары.
🔥5👍32💘2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосы тураһында һүҙ сыҡҡас, ундағы геройҙар тураһында йәш психолог Наҙгөл Ҡасимованың Шүлгән тураһындағы фекерҙәре менән дә бүлешәйек әле.

Яңыраҡ ҡына уның Урал батыр тураһындағы яҙмаһын да ҡуйған инек.

Дөрөҫ анализлаймы, нисек уйлайһығыҙ?
💘9🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөнгө көндә тағы бер матур видео: Зөлхизә Бикбулатова Байкал күленән Ольхон утрауынан ебәрә. 🩵🤍💚
🔥9
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Таң түгел инде, шулай ҙа хәйерле көндәр!

Видео: ramilka.b1
4🔥4🥰1💘1
🏢Көньяҡ Урал һуҡмағындағы тауҙар нисә ҡаттан йәки баҫҡыстан тора?
🦜Ә попугайҙар менән һанаһаҡ?

Южноуральская тропа төркөмө барыһын да иҫәпләгән!

📌Ҡәҙимге “хрущевка”ла бер ҡаттан икенсеһенә тиклем ара 2,7 м, йәки 18 баҫҡыс һәм бына нимә килеп сыҡҡан:

Николаевка ауылынан Ирәмәл түбәһенә тиклем – 371 ҡат йәки 6678 баҫҡыс,

Отнуроктан Яланғас түбәһенә тиклем - 284 ҡат йәки 5112 баҫҡыс,

Үрге Арша ауылынан Машаҡ (Медвежья) түбәһенә тиклем — 205 ҡат йәки 3690 баҫҡыс

Үткәлдән Әрүәкрәз түбәһенә тиклем — 188 ҡат йәки 3384 баҫҡыс

Магнитогорск трассаһынан Ҡолсоғаҙыташҡа (Синие скалы) тиклем – 47 ҡат йәки 846 баҫҡыс күтәрелергә кәрәк.

Сағыштырыу өсөн донъялағы иң бейек бина - Бурдж-Халифа 163 ҡаттан тора, бейеклеге 828 метр.

📌Ә хәҙер Көньяҡ Урал һуҡмағының оҙонлоғо попугайҙарҙа: “Союзмультфильм” киностудияһы йәнһүрәтендәге попугайҙың аҙымы 37 миллиметрға тиң булып сыҡҡан һәм бына:

🦜Көньяҡ Урал һуҡмағының төп тармағы – 468,6 км - 12 664 865 попугай;

🦜Бөрйән тармағы — 204,6 км - 5 529 730 попугай;

🦜Һуҡмаҡтың дөйөм оҙонлоғо, барлыҡ тармаҡтары менән — 717,2 км - 19 383 783 попугай һәм бер ҡанаты, тиелгән.

❤️Бындай ҡыҙыҡлы мәғлүмәт өсөн Южноуральская тропа төркөмөнә рәхмәт!
🔥5
📌"УРАЛ БАТЫР" ЭПОСЫ БУЙЫНСА КОМПЬЮТЕР УЙЫНЫ ЭШЛӘЙҘӘР
Был уйын “Урал йөрәге” (Heart of Ural) тип атала.

Уйынды ӨФТУ-ның вуз-ара студенттар кампусының Спорт программалаштырыуы, алгоритмик робот техникаһы, киберхәүефһеҙлек һәм киберспорт үҙәгендә сығаралар.

🎮“Урал йөрәге” – ул ролдәргә бүленгән этно-уйын, төп героиня башҡорт эпосындағы урындар буйлап сәйәхәт итә һәм урындағы риүәйәттәргә юлыға.

🎮Ваҡиғалар ысын булған урындарҙа, мәҫәлән, Шүлгәнташ ҡурсаулығында, йәки мифик урындарҙа – Самрау батшалығында бара.

🎮Ер аҫты, ер өҫтө һәм күкте үҙ эсенә алған өс уйын локацияһы эшләргә ниәтләйҙәр.

🎮Башҡорт халыҡ көйҙәрен заманлаштырып ҡулланасаҡтар.

💯Уйынды 2026 йылда сығарырға ниәтләйҙәр.
👍8💘2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт милли кейеменең зауығы 🥰

Видеола: Иҙел Хәкимов теккән кейемдәр, Guzal-dance бейеү ансамбле ҡыҙҙары.
🔥103💘1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
СИҘӘМ МУЗЕЙЫНДА "ЫРҒЫҘ" АВТОРЫ ТУРАҺЫНДА ИҪТӘЛЕКТӘР ҺАҠЛАНА

📌Баймаҡ районы Урғаҙа ауылында Көньяҡ Уралдың сиҙәм ерҙәрен күтәреүселәр хәтерен һаҡлаған берҙән-бер музей бар.

Ул - “Сиҙәм” музейы тип атала.


Музей сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе эшкәртеүгә, икмәк үҫтереү һәм игенселәр хеҙмәтенә арналған.

Уның үҙенсәлеге шунда – ул заманында бөтә илгә билдәле совхоздың данлы тарихы һәм уны булдырған тырыш хеҙмәтсәндәре тураһында бик күп мәғлүмәт һаҡлай.

💯Араларында 1933-1935 йылдарҙа Йылайыр совхозында эшләгән Һәҙиә һәм Ғөбәй Дәүләтшиндар тураһында хәтирәләр ҙә бар.

Баҡтиһәң, “Ырғыҙ” романының авторы Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы һәм яҙыусы, билдәле дәүләт эшмәкәре Ғөбәй Әхмәткирәй улы “Йылайыр” совхозында эшләгән йылдарында “Иген фабрикаһы” тигән гәзит тә сығарған икән.

Музей 1981 йылда ойошторола, тәүге ҡомартҡыларҙы В.Р. Моратова туплай башлай, аҙаҡ Ю.С. Әҙеһәмов, С.Ғ. Рафиҡова эшләй. Бөгөн уны Татьяна Лаврусенко етәкләй.

📌Әйткәндәй, “Сиҙәм” музейы быйыл Урғаҙа ауылында яңы асылған социаль-мәҙәни үҙәк бинаһына күсте һәм йылы, уңайлы, матур бүлмәләрҙә йәш быуындарға игенсе хеҙмәтенең бөйөклөгөн, төбәктең тарихын “һөйләүен” дауам итә.
👍5🔥3
Көндө йылмайып ҡаршылайыҡ!
💘3🥰1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🌐Башҡортостандың Хәйбулла, Йылайыр, Баймаҡ, Күгәрсен, Күмертау, Бөрйән, Мәләүез, Бүздәк, Федоровка, Стәрлебаш, Әбйәлил, Ишембай, Стәрлетамаҡ һәм Ауырғазы райондарында “селтәр” тип йөрөтөлә был биҙәүес.

✳️Был - ҡыҙыҡ:

➡️Селтәрҙе муйынға тағыу өсөн тегелгән таҫма – һапма.

➡️Өс бағанаға теҙеп тегелгән тәңкәләр рәте – бүлмә.

➡️Билдән быуыу өсөн тегелгән таҫма – билдек.

➡️Селтәрҙең өҫкө өлөшөн ситләтеп, ҡайып тегелгән тимер сылбыр – ҡыйыу.

➡️Селтәрҙең өҫкө һәм аҫҡы яғын бүлеп торған тәңкәләр рәте – ҡор.

➡️Мәрйендәрҙән теҙелгән аҫҡы өлөшө – селтәр.

➡️Селтәрҙең нигеҙенән аҫҡа һалынып төшөп торған суҡтар – тояҡ.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
7👍2🔥2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Рәми Ғариповтың ейәнсәре Әйшә Тимерғазина "Туған тел" шиғырын һөйләй.

"Йәм" ТГ-каналынан.
👍8🥰3💘2💩1
Ике көндән яҙ етә!😍

Яҙ һулышы тойоламы һеҙҙең ауылда-ҡалала?
5💘2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡырмыҫҡалы районы Ибраһим ауылынан Сажиҙә Әхмәҙиева шиғырҙарын ҡағыҙға теркәп бармай: ҡайһыныһын яттан һөйләй, ҡайһыныһын торған урында сығара.

Бына шундай ғәжәйеп яҡташыбыҙ тураһында Зөлфирә Ҡарағужина видеоһы.

Йәшлегемдең арғымағы
Елеп үтте янымдан.
Туҡтатырға үрелгәйнем,
Тотторманы ялынан.
Йәшлегем шулай тиҙ генә
Елеп үтте лә китте.
Ҡартлығы ишек шаҡымай
Түргә үк менеп китте.
Йәшлегемдән ҡалмаҫҡа тип,
Йүгергәйнем артынан.
Балаларыңды ҡара, ти
Йөрөмә, ти, артымдан.
Саҡырылған ҡунаҡмы ни
Түрҙә ҡартлыҡ ултыра.
Ҡайҙа олағып йөрөйһөң, ти,
Эштәрең көтөп тора.
Шәберәк бул, тиҙ ҡыймылда,
Йәһәтлә, ти ашыңды.
Иң йүнһеҙ ир ҙә яратмай
Эшкинмәгән ҡатынды.
Мин бит һиңә йәшлек түгел,
Тиҙ үтергә килмәнем.
Ҡартлыҡтың бар матурлығын
Күрһәтергә теләйем.
Сәстәрҙе бушҡа буяйым,
Тештәрҙе бушҡа алам.
Төрлө-төрлө биҙәктәрҙе
Биткә лә бушҡа һалам.
Аяҡтарҙы яй атлатам,
Ашыҡма, абынырһың.
Шул сағыңда йәшлегеңде
Нығыраҡ һағынырһың.
Күҙҙәрҙе насар күрһәтәм,
Кейеҙ ҡуям ҡолаҡҡа.
Мин әйткәндәрҙе онотоп
Йөрөмә, ти оҙаҡлап.
Мин бит йәшлектең әсәһе,
Ҡурҡма, ти минән балам.
Йәшлегеңдән ҡартлығыңа
Мин бит оҙата барам.
Гел яндарыңда ҡалам.
Онотма шуны, балам.
Шиғырым шунда тамам.
🔥6💘2👏1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Кем була ул Һомай?


AY YOLA төркөмөнән яңы клип.
10💘3👾1
"Бишбармаҡ-шоу"ҙа был юлы Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур хәҙрәт Бирғәлин менән әңгәмә ҡорғандар.

Айнур Азамат улы дөрөҫ дини белем, "Әр-Рахим" мәсетендәге төҙөлөш ҡасан тамамланыр кеүек көнүҙәк һорауҙарға яуап бирә.

Шулай уҡ дин әһеленән берәй һүҙ әйтер алдынан нисә тапҡыр уйҙарға һәм был нимә өсөн кәрәк булыуын да белерһегеҙ.
Подкасты ҡарайбыҙ!

https://vk.com/video-38277591_456239498
🔥8