Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
662 subscribers
3.12K photos
1.63K videos
1 file
287 links
Download Telegram
Афариндар! 👏👏👏

🇷🇺 Йошкар-Ола ҡалаһында үткән панкратион буйынса Волга федераль округы беренселегендә Башҡортостан йыйылма командаһына етеүсе булмаған.

Беҙҙең спортсылар 79 миҙал яулаған!

🥇39 🥈16 🥉24

🤼 Хәҙер уларҙы Новосибирскиҙа үтәсәк Рәсәй беренселеге көтә. Уңыштар!
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
💘6👏1
📌 "Шүлгәнташ" музей комплексында "Урал батыр" эпосын өйрәнеү класы булдырылған.

🎬Был хаҡта һәм башҡорт халыҡ эпосының өйрәнелеү тарихы, киләсәк быуындарға еткереү ысулдары тураһында БСТ каналының "Махсус репортаж" сығарылышында корреспондент Азат Ғәлиуллин һөйләй.

https://vk.com/video-226019445_456239650
3🔥3👍1
🌠"Өңдәреңдә яҡшы кешеләр күр,
Төндәреңдә татлы төштәр күр" .


Мостай КӘРИМ.

Фото: Ирәмәлдә ҡояш байый. Илнур Байегетов
🥰5👍1💘1
Forwarded from Валитов TV
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дуҫтар, сираттағы сығарылышты әҙерләнек. Рәхим итеп ҡарағыҙ!
_________________________________________

Друзья, подготовили очередной выпуск. Приятного просмотра!
👎7🔥6💘1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Үҙ юлығыҙан үтегеҙ был тормошта 💕

Уңышлы көн! ☀️

Видео: bash.vib
5👍1💘1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
💫Был "Ете ҡыҙ"ҙы башҡарған ҡыҙҙар бер ай эсендә бейергә өйрәнгән!

Баҡтиһәң, Өфөләге Ҡунаҡһарайҙа башҡорт бейеүенә өйрәткән дәрестәр үтә икән. Уны Таңсулпан Сәғитова ойоштора.
🔥4💘2👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
☺️ Бөгөн "Башҡорт аты гимны" конкурсына килгән эштәр ҡаралды.

👏Конкурсҡа барлығы 150 эш килгән.

🧑‍💻Ҡатнашыусылар Башҡортостан һәм Татарстан республикаларынан, Ырымбур һәм Силәбе өлкәләренән, Тула һәм Мәскәү ҡалаларынан.

🤓Конкурс комиссияһында абруйлы шәхестәр Нур Дауытов, Фәрит Иҙрисов, Рима Садиҡова, Салауат Кирәев, Светлана Хисаметдинова эшләне.

😎Конкурсты ойоштороусылар: "Башҡорт аты" башҡорт тоҡомло аттарҙы өйрәнеү буйынса ғилми тикшеренеү институты", БР" Туризмды үҫтереү үҙәге", БР Йылҡысылыҡты үҫтереү ассоциацияһы, КФХ Биктимеров "Ҡыпсаҡ".
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
🔥4
🎭Башҡортостандың өс спектакле "Рәсәй театр спектаклдәренең алтын фонды"на ингән.

🎭Бына улар:

"Ярлыҡау" Салауат дәүләт башҡорт драма театры, режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев, 2023 йыл;

"Иҫке йорт" Рус дәүләт академия драма театры, режиссеры Михаил Рабинович, 2019 йыл;

"Фатима" "Нур" Өфө татар театры, режиссеры Азат Йыһаншин, 2021 йыл.

💯Был Башҡортостан театрҙарының илдәге иң алдынғыларҙан булыуын таныу билдәһе. Афариндар!

Ә һеҙ был спектаклдәрҙе ҡарағанығыҙ бармы? Ғөмүмән, театрҙарға йөрөйһөгөҙмө?
👍4
БАШҠОРТ АТЫ ХУЖАҺЫН ТАПТЫ!

🐴Башҡорт аты тураһында йыр ижад итеп, конкурста еңгән кешегә Баймаҡ районы эшҡыуары - "Ҡыпсаҡ" крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Илнур Биктимеров ат бүләк итәсәк, тип вәғәҙә биргәйне.

💥Ат хужаһы, дөрөҫөрәге хужалары билдәле булды: "Йәшәһен башҡорт аты" йыры менән "Атайсал" ир-егеттәр ансамбле!

Йырҙың һүҙҙәрен Ф. Абдуллина, көйөн Р. Туйсин яҙған.

🐴Әйткәндәй, ҡатнашыусылар араһында үҙешмәкәрҙәр ҙә, профессионалдар ҙа булған. Уларҙың иң бәләкәйенә 11, ә иң өлкәненә – 71 йәш.

https://vk.com/video47532309_456239470
🔥5
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ер аяғы, ер башында ла бейейҙәр беҙҙекеләр!
😁6👍5👎1
Таң ата ла, кис була.

Һиҙелмәй генә йома ла килеп еткән, эш аҙнаһы тамамланырға ла тора, вәт.

Һәр көндө һау имен ҡаршылап, шатлыҡ менән оҙатырға яҙһын! 😇


📍Фото: Ғафури районы.
👍41
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында яңы спектакль көтөлә!

🔶Театрға саҡырылған режиссер Степан Пектеев рус драматургияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Антон Чехов әҫәре буйынса "Ваня ағай" тигән спектаклде сәхнәләштерә.

🔶Спектакль бик үҙенсәлекле булмаҡсы.

🔶Тамашасы сәхнәлә ултырасаҡ, ти.

🔶Бынан тыш, артабан мари театры менән коллаборация көтә: фестивалдә бергә уйнаясаҡтар.

🔶Спектакль башҡорт телендә, руссаға субтитрҙар буласаҡ.

"Башҡортса "ағай" һүҙенән башҡа белмәйем. Спектаклде тәүҙә русса эшләнек, төп әҙерлек бөткәс, башҡорт телендә репетицияларға күстек. Актерҙарҙың уйынына ҡарап, һүҙ нимә тураһында барғанын самалайым. Бик ҡыҙыҡ тәжрибә"

, - ти Степан Пектеев.

❗️❗️❗️Премьера 13-14 мартта була.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
👍4❤‍🔥1💘1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Мөфтөй Айнур Бирғәлин әйткән күренеш ниҙән барлыҡҡа килә икән?

Видео: "Бишбармаҡ-шоу".
🔥6💘2💯1
Бәхет — һәр саҡ һуңлап килер ҡунаҡ,
Килеп инә табын таралғас!..
Тик көтәһең, кетөп арығас та,
Бәхет өсөн генә яралғас.

«Көтә белгәндәргә һуң түгел» дә,
Йәшлек кенә көтөп тормай шул.
Юҡ шул уның туҡтар туҡталҡаһы,
Йә үткәнгә юлын бормай шул.

Ҡала миңә бары йылдар буйы
Йырҙар менән күңел йыуатыу.
Бар ғүмерем минең — һине эҙләү,
Бар ғүмерем — һине юғалтыу...

Рәми ҒАРИПОВ.
1966

💫Үҙ бәхетегеҙҙе көтөп алырға яҙһын!


Һүрәт: авторын белһәгеҙ, яҙығыҙ😍
🔥73💘1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Илгиз Муллағәләмовтың концертында кескәй ҡыҙ матур итеп ҡушылып йырлаған.

Ҡыҙыҡайҙы танынығыҙмы?

Эйе, ул рухлы милләттәштәребеҙ Ләйсән һәм Динар Мәзитовтарҙың ҡыҙы Наза.
👍12🥰3💘2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 РФА Өфө федераль ғилми тикшеренеү үҙәгенең Почет Билдәһе орденлы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклор ғилеме бүлегендә фәнни экспедиция материалдарын цифрлы форматҡа күсереү эше дауам итә.

Был эшкә республика музыканттары ла ҡыҙыҡһыныу белдерҙе: 1960 йылдарҙа яҙып алынған композиция тәүге тапҡыр уйнап ишеттерелде.
👍3🆒1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Эш аҙнағыҙ нисек үтте?

Матур ялдар теләйбеҙ! 🩵🤍💚

Видео: Динар Абдуллин.
🔥5🆒1
Гүзәл заттарыбыҙҙы күркәм байрам - 8 Март менән ҡотлайбыҙ!

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының барыһында ла ат башындай алтын яталыр, тип иҫәпләйбеҙ.
Шул рухи байлығығыҙҙы тәләфләмәй, тәбиғи аслығыҙҙы һаҡлап йәшәгеҙ, һау-сәләмәт һәм бәхетле булығыҙ!🌹🌹🌹
💘4🥰2