Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
662 subscribers
3.12K photos
1.63K videos
1 file
288 links
Download Telegram
Бәхет — һәр саҡ һуңлап килер ҡунаҡ,
Килеп инә табын таралғас!..
Тик көтәһең, кетөп арығас та,
Бәхет өсөн генә яралғас.

«Көтә белгәндәргә һуң түгел» дә,
Йәшлек кенә көтөп тормай шул.
Юҡ шул уның туҡтар туҡталҡаһы,
Йә үткәнгә юлын бормай шул.

Ҡала миңә бары йылдар буйы
Йырҙар менән күңел йыуатыу.
Бар ғүмерем минең — һине эҙләү,
Бар ғүмерем — һине юғалтыу...

Рәми ҒАРИПОВ.
1966

💫Үҙ бәхетегеҙҙе көтөп алырға яҙһын!


Һүрәт: авторын белһәгеҙ, яҙығыҙ😍
🔥73💘1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Илгиз Муллағәләмовтың концертында кескәй ҡыҙ матур итеп ҡушылып йырлаған.

Ҡыҙыҡайҙы танынығыҙмы?

Эйе, ул рухлы милләттәштәребеҙ Ләйсән һәм Динар Мәзитовтарҙың ҡыҙы Наза.
👍12🥰3💘2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 РФА Өфө федераль ғилми тикшеренеү үҙәгенең Почет Билдәһе орденлы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклор ғилеме бүлегендә фәнни экспедиция материалдарын цифрлы форматҡа күсереү эше дауам итә.

Был эшкә республика музыканттары ла ҡыҙыҡһыныу белдерҙе: 1960 йылдарҙа яҙып алынған композиция тәүге тапҡыр уйнап ишеттерелде.
👍3🆒1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Эш аҙнағыҙ нисек үтте?

Матур ялдар теләйбеҙ! 🩵🤍💚

Видео: Динар Абдуллин.
🔥5🆒1
Гүзәл заттарыбыҙҙы күркәм байрам - 8 Март менән ҡотлайбыҙ!

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының барыһында ла ат башындай алтын яталыр, тип иҫәпләйбеҙ.
Шул рухи байлығығыҙҙы тәләфләмәй, тәбиғи аслығыҙҙы һаҡлап йәшәгеҙ, һау-сәләмәт һәм бәхетле булығыҙ!🌹🌹🌹
💘4🥰2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Сергей Зорин исемендәге танк батальоны яугирҙары ла ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы байрам менән ҡотлауға ҡушыла. 🥰

Яҡындарыбыҙ менән именлектә күрешергә яҙһын.
💘4🥰2🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🌹Матур яҙ байрамы менән ҡатын-ҡыҙҙарҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡотлаған.

🌹Ул социаль селтәрҙәге сәхифәһенә балалар төшөргән һүрәттәрҙән торған матур видео урынлаштырған.

- 8 Март менән күңелдәрҙе иретерлек иң йылы һәм ихлас ҡотлауҙар - беҙҙең балаларҙан.

Башҡортостандың барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарын байрам менән! Ныҡлы һаулыҡ, бәхет, һеҙгә һәм ғаиләгеҙгә именлек теләйем.

Байрам менән, хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар!

- тип ҡотлау һүҙҙәрен еткергән Радий Фәрит улы.
💘3👍1
📌1955 йылда Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте ун көнлөгө сиктәрендә "Ҡыҙыл пролетарий" заводы эшселәре менән осрашыу.

💫БАССР-ҙың Халыҡ бейеүҙәре ансамбленең солисы Хазина Мағазова үҙенең "Мөғлифә" бейеүен башҡара.

💫Ҡурайҙа Р. Бүләкәнов, баянда Әлфәрит Солтанов уйнай.

💫Фотоны А. Сухомлинов төшөрөп алған. Ул Рәсәй Милли музыка музейында һаҡлана.

Фото һәм мәғлүмәт: Миләүшә Иҙрисова сәхифәһенән.
💘2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт балы татлы ла, зиннәтле лә 😍
6💘1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Байрам кәйефе теләп, Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы, ҡурайсы Арыҫлан Оморҙаҡов видеоһын тәҡдим итәбеҙ. 😇
4👍3💘1
Хәйерле иртә! ☀️

Фото: Айгүзәл Ибраһимова.
👍5💘1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Концерт алдынан.

Алмаз Бикмәтов, Азат Биксурин, Венер Сәйфетдинов Силәбе өлкәһе Арғаяш ауылында.
💘3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
➡️Ф. Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле 11 мартта Мәскәүҙә сығыш яһай.

Концерт программаһында "Гөлнәзирә" башҡорт халыҡ бейеүе лә бар.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
🔥7💘2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Заманса буҙа ҡойоу ысулы менән Лилиә Мөхәмәтова бүлешә.

Буҙа яратаһығыҙмы?
👍6💘2🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Йәй һәм ямғыр еҫе, һағынып иҫкә алған ҡәҙерле әсәй...

Видео: bash.vib
💔41💘1
📌 Өфөләге В. И. Лениндың йорт-музейында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған ретро-асылмалар күргәҙмәһе ойошторолған.

Яҡын кешеләрҙән матур асылмалар, хаттар көткән осорға алып ҡайта был коллекция.

Күргәҙмә 2025 йылдың 15 мартына тиклем дауам итә.

📍 Адресы: Өфө ҡалаһы, Достоевский урамы, 78.
3💘1
Ҡояш ҡалҡа. Зәңгәр һауа.
Ел ниндәй иркә!
Йылмайығыҙ яҡты таңға:
- Хәйерле иртә!

Уңһын өсөн һәр эшебеҙ
Үҙ еребеҙҙә,
- Хәйерле көн! – тип әйтәйек
Бер-беребеҙгә.

Матур көндө оҙатһындар
Иң яҡты хистәр,
Теләйек бер-беребеҙгә:
- Хәйерле кистәр!

Ғүмерҙәрҙең көнө түгел,
Мәле ҡәҙерле!
Көтөп алған төнөбөҙ ҙә
Булһын хәйерле!

Бер-беребеҙгә һуҙылһын
Ярҙам ҡулыбыҙ,
Хәйерле, уң була күрһен
Ғүмер юлыбыҙ!

Фирүзә АБДУЛЛИНА.
4👍1
#тел_тере_шишмә

- Бына минең ТЫУҒАНДАРЫМДЫҢ фотоһы, - тип яҙып һалды бер һылыу миңә.
Хатаһын аңлар тип уйлап:
- ТЫУМАҒАНДАРЫҢДЫҢ фотоһы юҡмы? - тигән һорау ебәрҙем, йылмайған смайлик менән.
Үпкәләне.
- Беҙҙә шулай һөйләшәләр, - тип кенә яуап бирҙе, хатаһын төҙәтмәне.
- Аңҡармағаным та уы зәрә, - тип кенә яҙаһы ҡалты пеҙҙәгесә😀

Гүзәл Ситдиҡова.
"Башҡорт ҡатын-ҡыҙы" төркөмөнән.
👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
БИШБАРМАҠ БЕШЕРЕҮ СЕРҘӘРЕ

💯Әбйәлилдәрсә бишбармаҡ әҙерләү серҙәрен Асҡар ауылында йәшәүсе оҫта хужабикә Сәлимә ҒӘЛИУЛЛИНА аса:

💯Бишбармаҡ тәмле булһын өсөн:

Күңел йылыһын һалып бешерергә;
Итте саҡырылған ҡунаҡтар иҫәбенән сығып, самалап алырға;
Ит сифатлы, майлыраҡ булырға тейеш;
Бер киҫәк ҡаҙ ите ҡушып һалыу һурпаны тәмлерәк итә;

💯Бишбармаҡты бешереү:

Ит һүрән генә утта ҡайнарға тейеш, шул саҡта ул йомшаҡ, тәмле һәм һутлы булып бешә.
Ит бешеп сыҡҡас та, тоҙлоғон алып, уға ваҡ ҡына итеп туралған һуған һалып, өҫтөн ябып, ситкә ҡуйып торабыҙ.Ошолай иткәндә һуған эҫе тоҙлоҡта бығып ҡына бешеп ултыра.
Ҡаҙандан итте бушатып, һурпаһын һөҙөп, уға алдан әҙерләнгән картуфты, бер аҙҙан ҡырҡылған һалманы һалабыҙ.
Улар әҙер булғансы, уртаса ҙурлыҡта итеп турап, итте әҙерләйбеҙ. Һалманың мотлаҡ өйҙә ҡырҡылғанын алыу мөһим.
Һалма күләме ике кешегә бер ус иҫәбенән алына.
Һалма бер-береһенә йәбешмәһен өсөн, утты һүндергәс тә, кәстрүлгә ярты сынаяҡ тирәһе һалҡын һыу ҡойорға кәрәк.

💯Бишбармаҡты табынға ҡуйғанда:

Алдырҙарға (табаҡтан бәләкәйерәк һауыт) һалманы, уның өҫтөнә туралған ит һалып, һуғанлы тоҙлоҡ ҡойоп ултыртабыҙ.
Бер алдыр биш-алты кешегә иҫәпләнә.
Һәр кешегә кәсә һәм мотлаҡ ағас ҡалаҡ таратабыҙ.
💥Бишбармаҡты тимер ҡалаҡ менән ашау уның йәмен ебәрә, күркен бөтөрә.
Бишбармаҡ янына айырым һауыттарҙа ҡорот, тоҙ-борос ҡуйыла.

💯Һоғондороу йолаһы:
"Беҙҙең яҡтарҙа "һоғондороу" йолаһы ла бар. Ул табынға эҫе һурпа бирер алдынан башҡарыла. Уға ярашлы, хужабикә ҡунаҡтарына бишбармаҡты үҙ ҡулы менән берәр ҡалаҡ ашатып сыға. Һоғондороуҙан баш тартырға ярамай, сөнки ул хужаларға ҡарата ихтирамһыҙлыҡ билдәһе һанала. Бишбармаҡ менән һыйланыу ҡоротло-боросло һурпа эсеү менән тамамлана. Һурпаны һәр кем алдына, эсеү-эсмәүен һорамайынса, ултыртыу мотлаҡ",

- ти Сәлимә ханым.

💥Был Әбйәлил районының урман-тау зонаһы хужабикәләре бешергән бишбармаҡ булды.

Ә һеҙҙең ауылда бишбармаҡты нисек бешерәләр?

📌"Киске Өфө" гәзитендә баҫылған мәҡәлә файҙаланылды.
Видео: Лилиә Мөхәмәтова.
👍5