Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
662 subscribers
3.12K photos
1.63K videos
1 file
290 links
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Кисәге Өфөләге М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Стәрлетамаҡтар ҡунаҡта булды.

🎭И. Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театры Владимир Гуркиндың "Мөхәббәт һәм күгәрсендәр" комедияһын алып килде.

Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры - Мөсәлим Күлбаев.

Совет осоронда төшөрөлгән билдәле фильм башҡорт сәхнәһендә яңы һулыш алған.
Өфө тамашасыһы уны көлә-көлә ҡараны.

Фильмдан билдәле һүҙҙәрҙе бына-бына әйтәләр, тип көтөп ултырҙы хатта.


🎭Күңел күтәренкелеге генә түгел, фәһем дә бирер был спектаклде күрмәй ҡалған булһағыҙ, мотлаҡ театрға барып ҡарағыҙ!
👏3🔥2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Һикерә баҫып ялдар ҙа килеп етте түгелме? 🫣

Ниндәй пландар ҡорҙоғоҙ? 🤡
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
😁7🙈2
Ялда шулай тип уяталармы? 🤭 Әллә үҙегеҙ кем өсөндөр "уятыусы"мы? 🤭

Матур ялдар теләйбеҙ! 🫶
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
😁2💘2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ниһайәт, AY YOLA "Һомай" йырын төрлө сығанаҡтарҙа урынлаштырҙы!❤️‍🔥

Уны ошо һылтанма буйынса үтеп тыңларға була:
https://vk.com/clip-229033973_456239044?c=1
🔥6❤‍🔥2
13 март "Башҡорт асыҡ КВН лигаһы"ның йыйылма командаһы Ҡаҙан ҡалаһында үткән "ӘйдәШаяРТ" телевизион татар КВНында ГРАН-ПРИ яулаған.
Афарин!
🔥9💘1
💯Дүшәмбе көсөргәнешле эш көнөнән һуң рухығыҙҙы байытып, рәхәтләнеп ял итеп ҡайтырға тәҡдим итәбеҙ: Өфөләге Ф. Шаляпин исемендәге концерт залында ҡурайсы Айҙар Байтимеровтың концерты үтә.

Башлана: сәғәт киске 7-лә.
Инеү бушлай.
🔥4❤‍🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌Өфөләге Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры яңыртылғандан һуң уны барып күргәнегеҙ бармы?

Театрға килеп ингәс тә, кескәй тамашасыларҙы кеше буйлыҡ ҡурсаҡтар ҡаршы ала. Балалар менән башҡортса ла, русса ла бик яғымлы итеп һөйләшәләр.

Театрҙың музейы өлкәнерәк йәштәге балаларҙы ылыҡтыра, бәләкәйҙәр ҙә театрҙың макетын бигерәк ҡыҙыҡһынып ҡарай.

Ә спектаклдәр - әкиәт донъяһына сәйәхәт ул.


Күптән түгел сәхнәләштерелгән "Ҡарбабай һәм Ҡояшҡай" спектакле бына шундайҙарҙың береһе.

☀️Балаларҙы ярҙамсыллыҡҡа, дуҫлыҡҡа, яҡшылыҡҡа өйрәтә ул.

🎭Балалар менән театрға йөрөйһөгөҙмө? Ниндәй спектаклдәр оҡшай һеҙгә?
4👍2👏2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 AY YOLA төркөмө
Һомайға арналған йырының һүҙҙәрен һалған.


✔️ Рус теленә лә тәржемә иткәндәр.

✔️ Уҡығыҙ һәм аңлап тыңлағыҙ-йырлағыҙ. 🫶

➡️Башҡорт телендә йырҙың һүҙҙәре:

Тамырҙарым минең һорай -
Йәнем дә ҡаным да һорай
Боронғо хәтер һорай
Кем була ул Һомай
Һомаҙың әсәһе лә Ҡояш,
Йәншишмәлә индергән,
Атаһы уның Самрау,
Яҡшыға күндергән.

Аҡбуҙат та алмас ҡылыс
Һаҡлар булған да тик Һомай
Йәншишмәгә лә юлды
Белгән дә тик Һомай
Сит-яттарға ла бармаған,
Ил йолаһын боҙмаған,
Тоғро улан үҫтергән
Бәхет ҡошо Һомай!

Беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары-
Һомайҙың йондоҙҙары,
Йәншишмәнең һыу юлы,
Һеҙҙең йәнгә яҙылған.

Беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары-
Һомайҙың йондоҙҙары,
Йәншишмәнең һыу юлы,
Һеҙҙең йәнгә яҙылған.

Беҙҙең башҡорт ҡыҙҙары-
Һомайҙың йондоҙҙары,
Йәншишмәнең һыу юлы,
Һеҙҙең йәнгә яҙылған

➡️Йырҙың рус теленә тәржемәһе:

Корни мои испрашивают
Душа и кровь моя испрашивает
Древняя историческая память испрашивает
Кто же такая Хумай?

Её мать солнце
Искупала её в роднике с живой водой
Её отец Самрау (правитель царства небесных птиц)
Обучил доброте

Наши башкирские красавицы
Звездочки Хумай
Путь к роднику с живой водой
Отпечатан в вашей душе

Аҡбуҙат (крылатый конь) и алмазный меч
Хранится только у Хумай
Путь к роднику с живой водой
Знала только Хумай

Никогда не соглашавшаяся связать себя узами брака с чужеземцами
Не изменившая древним традициям своей земли
Вырастившая верных сыновей
Птица счастья Хумай
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
👍10🔥5❤‍🔥1
Диңгеҙе ары торһон!
Ирәмәлдән күренеш ❤️

Ялығыҙ матур үтһен!

Фото: Гуля Яковлева.
4❤‍🔥2💘1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Ғафури районы Ерек ауылында ихаталарҙы һыу баҫҡан. Әбйәлил районында ла тубыҡтан һыу кисеп йөрөйҙәр ине.

📍 Һеҙҙең яҡтарҙа нисек? Яҙығыҙ.
💘6
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Оксана Мөхәмәтйәнова, Ноғман Мусин исемендәге 48-се Башҡорт лицейы, "Заман" медиафорумы, кейеҙ панно.

Матур бит? 💕
👍6❤‍🔥2💘2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🌊Гөрләүектәрҙә ағас кәмәләр, шешә ҡапҡастары йөҙҙөрә торғайнығыҙмы һеҙ ҙә?

Һәр миҙгелдең шундай матур бер осоро, иҫтәлеге бар бит ул.


Видео: Вилдан Яманғолов.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ауҙарыш буйынса донъя чемпионы, Әбйәлил районының "Ылаҡ" командаһы капитаны Ғәлим Яуынбаев командалашы Батыр Әбүбәкиров менән бергә Ҡарағат ҡушаматлы айғырҙы өйрәтә. ❤️‍🔥

Видео: Лена Толпар.
👍5💘4🥰1