Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
679 subscribers
2.81K photos
1.52K videos
1 file
262 links
Download Telegram
АФАРИН!🌻🌻🌻

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, яҡташыбыҙ Айгөл Әхмәтшина "Sky Arts Awards 2024" Халыҡ-ара премияһы версияһы буйынса йыл артисы тип танылған.

Айгөл Әхмәтшина был награданы Лондондағы “Ковент-Гарден” опера театры спектаклендә Кармен ролен башҡарғаны өсөн яулаған. Ул Глайндборн һәм Король операһы кеүек төп опера сәхнәләрендә сығыш яһай.

- Был награданы алыуыма бик шатмын! Бындай абруйлы награда менән билдәләнеү минең өсөн ҙур бәхет. Ижади юлымда мине күтәрмәләп тороусыларҙың барыһына ла рәхмәтлемен! - ти Айгөл.

Айгөлдө халыҡ-ара кимәлдәге оло ҡаҙанышы менән ихлас ҡотлайбыҙ!🌺🌺🌺
👏2😁1
ШӘҺИТ ХОҘАЙБИРҘИН ПРЕМИЯҺЫНА КЕМ ЛАЙЫҠ ТИП УЙЛАЙҺЫҒЫҘ?

📝Рәсми сайтта 2024 йылда журналистика өлкәһендә иң яҡшы әҫәрҙәре өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға дәғүә итеүселәр исемлеге баҫылған.

Бырлығы 27 эш конкурста ҡатнаша. Конкурс эштәре буйынса фекер алышыуҙарҙа йәмәғәт ойошмалары, хеҙмәт коллективтары һәм барлыҡ теләүселәр ҡушыла ала.

Баһаламаларҙы 23 сентябргә тиклем йүнәлтергә була, тулыраҡ мәғлүмәт бында:

https://pressarb.bashkortostan.ru/presscenter/news/65..

💯Был премия 1989 йылдан алып таратыла, 2024 йылда уның күләме 500 мең һумға тиклем арттырылды.

📌ПРЕМИЯҒА ДӘҒҮӘ ИТЕҮСЕЛӘР:
Әхмәтшин Шамил Наил улы, “На земле Салавата” гәзитенең баш мөхәррире урынбаҫары, Салауат районынан МХО-ла ҡатнашҡан яугирҙар тураһында мәҡәләләре өсөн;

Бәҙретдинов Вәлиәхмәт Миңлеәхмәт улы, “Киске Өфө” корреспонденты, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының яу юлына арналған “Ҡаһарманлыҡ тарихы” циклы өсөн;

Борханова Гүзәлиә Фәтих ҡыҙы, “Башҡортостан” ТРК-һы корреспонденты, Башҡортсотандың ижтимағи-сәйәси, социаль-иҡтисади үҫешенә арналған тапшырыуҙары өсөн;

Вәлиева Рәзидә Фәйзрахман ҡыҙы, “Атайсал” гәзитенең яуаплы сәркәтибе-корреспонденты, замандың көнүҙәк проблемаларына арналған мәҡәләләре өсөн;

Дәүләтбәков Артур Хәсән улы, “Йәшлек” гәзитенең баш мөхәррире, “Өфө – Луганск араһы, тәүлек ярым бараһы” юлъяҙмалары өсөн;

Кинйәбулатов азат Уран улы, “Исторический вестник БГМУ” гәзитенең баш мөхәррире, 5 тарихи-биографик китаптары өсөн;

Мансуров Рәмил Ғәбдрәшит улы, “Ашҡаҙар” гәзитенең баш мөхәррире, МХО геройҙарына арналған мәҡәләләре өсөн;

Наздрачев Максим Олегович, “Сибай телерадиотапшырыуҙар студияһы” шеф-мөхәррире, “Башкирский маршрут. Рассказываем про жизнь в Зауралье” проекты өсөн;

Новиков Александр Владимирович, “Огни Агидели” гәзитене бүлек мөдире, “Выстоять, чтобы победить” мәҡәләләре өсөн;

Хәзипова Фирҙәүсә Наил ҡыҙы, журналистика ветераны. “Чертополох в брызгах пены” китабы өсөн;

Хәкимова Зөһрә Әҙеһәм ҡыҙы, “Йәншишмә” гәзитенең бүлек мөхәррире, “Мин – әсәй янында, ә атай, ағай – ил һағында” акцияһы сиктәрендә баҫылған мәҡәләләре өсөн;

Хәмитова Дилбәр Рауил ҡыҙы, “Родник плюс” гәзитенең баш мөхәррире, “Жена Героя. Мама Героя”, “Дети весны”, “Равный – равному” проекттарына материалдары өсөн;

Шакирова Валентина Николаевна, “Бакалинские зори” гәзитенең баш мөхәррире, МХО яугирҙары, Башҡортостан һәм райондың күп ҡырлыт ормошона арналған мәҡәләләре өсөн;

Якимчук Роман Павлович, “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы корреспонденты, ижтимағи-сәйәси, социаль-иҡтисади темаларға мәҡәләләре өсөн.

📍Артабан исемлектә коллектив менән премияға дәғүә итеүселәр исемлекте дауам итә. Ошонда уҡ ҡарай алаһығыҙ:👇
https://pressarb.bashkortostan.ru/presscenter/news/657646/
4
РАДИЙ ХӘБИРОВ: "КИТАП"ҡа саҡырам📚

“Өфөләге Ленин урамына күскән яңы “Китап” магазинына инеп сыҡтым. Бында ҡыҙыҡлы нәмәләр күп, рус һәм башҡорт телдәрендә китаптар бар.

Түҙмәнем, балалар өсөн хикәйәләр, боронғо Өфө фотолары менән альбом һатып алдым, ҡарарға яратам. Һәм “Аҡмулла васыяттарын”. Барыбыҙ ҙа уның “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” тигән һүҙҙәрен беләбеҙ. Тағы бер ҡат уҡып сығам, ҡыҙыҡ.

Магазин уңайлы урында, Ленин урамы, 26 һанлы йортта урынлашҡан.
Барыһын да саҡырам", - тип яҙған Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сәхифәһендә.
🔥4😁1
Халыҡ-ара тыныслыҡ көнө менән! 🕊️
🙏4
Өфөлә “Һөт иле” фестивале үткәрелә.

Сара “Ҡашҡаҙан” мәҙәнит һәм ял паркында ойошторола.
Фестивалдә 40-ҡа яҡын һөт ризыҡтары етештереүселәр ҡатнашыуы көтөлә. Сарала бал фестивале, аҙыҡ-түлек йәрминкәһе, оҫталыҡ дәрестәре, фотозона һәм киске уйын ҡаралған.
4😁1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Гәлсәр Байғусҡарова баш ҡалабыҙға арналған йыр ижад итеүе тураһында яҙған.🤩

Релиз 4 октябрҙә, тиелгән.

Көтәһегеҙме? 😍
3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Беҙҙең дәртле башҡорт ҡыҙҙары һәм егеттәре 😍
🔥6🥰4❤‍🔥1😁1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Тыуған еребеҙҙең хозурлығы ❤️
4🥰2
Иң яҡшы туған телдә тәрбиәләүсе - беҙҙеке! 💚

Ошо көндәрҙә Ҡаҙанда уҙғарылған  "Иң яҡшы туған тел һәм туған әҙәбиәт уҡытыусыһы - 2024" Бөтә Рәсәй һөнәри конкурсында Өфөнән балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Әлиә Ишдәүләтова беренсе урын яуланы. 🎊

🔴Конкурста быйыл Рәсәйҙең 79 төбәгенән уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр ҡатнашҡан.
🔴Улар илебеҙҙә йәшәгән халыҡтарҙың 37 телендә уҡыта һәм тәрбиәләй.
🔴 Ярыш Ҡаҙандағы "Аҙымдар" полилингваль комплексында үткән.
👍4🔥1😁1
Бәхетле булырға ҡурҡам,
Миңә бит ул килешмәй.
Йылмайыуымды йәшерәм,
Урамдарҙа килешләй.

Керфектәремде төшөрәм,
Ҡарашым һатыр кеүек.
Күҙҙәремдең ялтырағын
Йә йәшен атыр кеүек.

Хәсрәтле булған саҡтарҙа
Юҡ берәүҙең дә эше.
Бәхетле мәлдәрен ниңә
Йәшерә икән кеше?..

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.
8
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Матуууууур! 😍

Ошондай башҡортом асылындағы һәр күренештән, һәр сығыштан, һәр йыр- бейеүҙән, һәр телмәрҙән йөрәге дөпөлдәргә, күҙҙәренә йәш алып, күңеле нескәреп тулҡынланырға, ғорурланырға, ҡупайырға тейеш башҡортмон тигән башҡорт!

Беҙ ниндәй бөйөк, матур, талантлы, ҡурайлы, ожмахҡа тиң Башҡортостанлы милләттең улдары һәм ҡыҙҙарыбыҙ! ❤️

Һин ошондайһыңмы, Өфө башҡорто?
11👍2🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Беҙҙең өйҙөң йәме 😍
5🔥2
Хәйерле иртә! 🍁

Ялдарҙа нимә эшләнегеҙ? Яҙығыҙ! 😉
5🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Сочи ҡалаһында Рөстәм Нәбиевты башҡорт телендә ҡаршы алғандар

Бер ҡунаҡханаларҙың береһендә уға башҡортса сәләмләү хаты һалғандар.
🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ильяс Батыргәрәйев Сибай ҡалаһындағы гимназия-интернат тормошо тураһында бәйән итә.

Унда ниҙәр бар, ҡарайыҡ!
🔥4