Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
663 subscribers
3.11K photos
1.63K videos
1 file
285 links
Download Telegram
"Силәбе башҡорттары",-

тип хәбәр итә төркөмдәшебеҙ. Мул табын ойошторған милләттәштәр. Ураҙа ғәйете мөбәрәк булһын!
👍7
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Мотлаҡ барығыҙ! 🫣

Юмор кисәһе
📆1 апрель, 19:00
📍ГКЗ БАШҠОРТОСТАН
🔥6
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфө районы Шамонино ауылында ла әйенселәү йолаһын һаҡлай үҙебеҙҙең башҡорттар.

Видео: Минзиә Каспранова.
7👍4😍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөнгө көн темаһына uldash_bratka менән бергә көлөп алайыҡ әле 🤭
😁9👍4💘1
Хәйерле көн! Дүшәмбе ял булыуы - икеләтә ҡыуаныс ул, ивет? 🤭
Матур ялдар теләйбеҙ💕

📍 Йүрүҙән буйы.

Фото: Александра Аккундинова.
🔥3👍2💘2
📌Махсус хәрби операцияла булған яугирҙар Ураҙа ғәйетен үҙ көстәре менән һалған мәсеттә ғибәҙәт ҡылып ҡаршылаған.

Яңы мәсетте Салауат Юлаев исемендәге Башҡорт батальоны яугирҙары төҙөгән. Унда Ураҙа ғәйете уңайынан төрлө подразделение яугирҙары һәм урындағы халыҡ йыйылып намаҙ уҡыған.

Күмәкләп ҡылған доғаларыбыҙ, изге теләктәребеҙ фәрештәләрҙең "Амин!" тигән мәленә тура килеп, илебеҙгә именлек, тыныслыҡ килһен, яугирҙарыбыҙ барыһы ла Ватан алдындағы бурысын намыҫ менән үтәп, һау-сәләмәт әйләнеп ҡайтһын, һәр йортҡа ҡот һәм ырыҫ ҡунһын, балаларыбыҙҙың шат тауыштары яңғырап торһон!
🙏82🔥2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Ҡуҡрауыҡ шарлауығы кисәге. Маҡар ауылы төркөмөнән алдыҡ был видеоны.

Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Ҡуҡрауыҡ шарлауығы янына барғандар айыу эҙҙәренә тап булған, тип тә яҙғандар ине. Тәбиғәткә сыҡһағыҙ, һаҡ йөрөгөҙ.
5🔥4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Төшкө аштарығыҙ тәмле булһын! 🥰
😁7💘4🔥3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Аҡҡоштар ҡайтҡан.

Хәйбулла районы.

Видео: "Атайсал" төбәк гәзите.
🥰53
ТЕЛКӘЙЕМ
Кисә Ҡәҙер кисәләре булды -
Теләктәрем сыҡты йән ярып:
Ғәзиз генә тыуған еркәйемдә,
Мең ғәйрәтле ошо халҡым,
Милләтемдең ғәзиз балалары
Гел йәшәһен телен яратып!!!

Ҡәҙер кисәһендә генә түгел,
Гел ҡәҙерле булһын телкәйем!
Мин телемә Мәңгелектә яңғырар,
Яҡты, нурлы таңдар теләйем!
Йәннәт сафлыҡтары теләйем!

Лариса АБДУЛЛИНА.
4👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Был донъяның матурлығын күрә беләйек!


Хәйерле көн! ☀️
11💘3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Рәми Ғарипов һүҙҙәре ❤️

Видео: Наҙгөл Ҡасимова.
👍9💘4
ЗАВРОНО ӨСӨН ОЯЛДЫМ...

Элек район һабантуйында бик күп йырсыларҙы тау битенә теҙеп, ҙур хор ойошторалар ине. Бер мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләгән ғәләмәт матур тауышлы апайҙы ла йырсылар исемлегенә индергәндәр. Тауышы матур, әммә ҡолаҡҡа ҡатыраҡ булған апайыбыҙ. Репетиция ваҡытында хорға өйрәтеүсе "Сопрано!" ти ҙә ҡысҡыра икән. Ҡысҡырыуы була, теге апай йән-яғына ҡаранып, кемделер эҙләй икән. Ҡабат бармаған ул хорға. Аҙаҡ сәбәбен һорағандар икән, "Ҡалайтып унда оялмай барайым. Унда завроно тиклем завроно йырлай алманы, хорҙы боҙоп тик торҙо. Өйрәтеүсе уға әллә нисә тапҡыр зәмичәние яһаны. Уның урынына үҙем ер булып оялып торҙом", - тип яуаплаған.

Фәнүзә БИКТИМЕРОВА, Әбйәлил районы.

📍 Һеҙҙә ниндәй лаҡаптар, көлкөлө хәлдәр бар? Яҙығыҙ!
Көлкө көнөндә ғүмеребеҙҙе оҙайтайыҡ.
😁6👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Ҡыҙҙарчик, шәп яңылыҡ!

😎Марсельчик яңы йыр сығара, ти. "Хмао" тип аталасаҡ, 32-се апрелдә бөтә майҙансыҡтарҙа тыңларға буласаҡ.

1 апрель менән!
👏2😁2🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
#ЗаманТеле акцияһына ҡушылырға саҡыра Силәбе өлкәһендә йәшәгән милләттәштәр. Ҡушылабыҙмы? Видеоларығыҙҙы беҙгә лә ебәрергә онотмағыҙ! 😉
👍8🥰2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🌐БЕҘҘЕҢ ҒОРУРЛЫҠ

🔴Фәдис Фәрит улы Теләүембәтов – Йылайыр районынан, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы.

🔴«Башҡортостан» полкының Ғәзи Заһитов исемендәге айырым штурм отрядында уҡсы-гранатомётсы ярҙамсыһы.

🔻Күп тапҡыр алғы һыҙыҡҡа аҙыҡ-түлек һәм хәрби припастар алып бара.

🔻Яралыларҙы эҙләп табыуҙа һәм ҡотҡарыуҙа ҡатнаша, дошман тураһында йәшерен мәғлүмәттәр йыйып беҙҙең ғәскәрҙәргә тапшыра.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров указы менән 2025 йылдың февралендә Фәдис Теләүембәтов Миңлеғәли Шайморатов ордены менән бүләкләнде.



💯Фәдис Теләүембәтов – беҙҙең ғорурлыҡ!
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
👏8