This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ҡарағыҙ әле, ну ҡаҙаҡ туғандар! 😎🤭
Башҡорт йыры, Голливуд йондоҙҙары, ҡаҙаҡ кейемдәре 🔥
❓Бындай ҡатыш ижад оҡшаймы?

👍8🔥3🤨3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Эш көнө моң менән тамамланһын әле, ғаиләгеҙгә күтәренке кәйеф алып ҡайтығыҙ 🥰
Видео: Арыҫлан Оморҙаҡов.
Видео: Арыҫлан Оморҙаҡов.
👍5🥰3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
☀️Медитация өсөн һинд көйҙәрен тыңлап та тормағыҙ!
Үҙебеҙҙең "көйләгес"те тәҡдим итәбеҙ:
📍 Баймаҡ районы, Ҡыңғырташ тауы буйҙары.
Үҙебеҙҙең "көйләгес"те тәҡдим итәбеҙ:
Йылҡы өйөрө, ҡоштар һайрауы, дөңгөр сыңы, һары ҡылған, алыҫта тауҙар теҙеме...
📍 Баймаҡ районы, Ҡыңғырташ тауы буйҙары.
❤6🥰2
🏵КӘКҮК ЕМЕШЕ
💯Тиҙҙән ялан-ҡырҙар, тау битләүҙәре йәшелләнер ҙә, шул йәшеллеккә йәм өҫтәп кәкүк емеше (примула крупночашечная) һары сәскә атыр.
🏵Уны яратып кәкүк сәрмәге, кәкүк ситеге, кәзә һаҡалы тип тә йөрөтәләр. Беҙ инде бала саҡтан уның сәскәһен, һабағын ашап үҫкәнбеҙ.
❗Бына ошо "һөттөкәй"ҙең организмға файҙаһы тураһында биология фәндәре докторы Сәфәрғәли ЙӘНТУРИНДЫҢ яҙмаһынан өҙөктәр тәҡдим итәбеҙ.
🏵Кәкүк емешенең сәскәләре лә, һабағы ла, япраҡтары ла С витаминына бик бай. Ике-өс бөртөк япраҡ ашайһың һәм организм бөтә тәүлек буйына С витамины менән туйынған була.
🏵Бынан тыш, кәкүк емешендә Е витамины, каротин күп тупланған. Улар шулай уҡ организмға бик кәрәк. Англияла, Голландияла унан салат әҙерләйҙәр. Ә әнис еҫе сығып торған тамырын төрлө аштар өсөн тәмләткес сифатында файҙаланалар. Был маҡсатта уны айырым плантацияларҙа сәсеп үҫтерәләр.
🔍Билдәле булыуынса, кәкүк емеше үҫемлектәрҙең классификацияһы буйынса примулалар семьяһына ҡарай. Кәкүк емеше киң таралған үҫемлектәр семьяһы.
🔍Ботаниктар уларҙың биш йөҙгә яҡын төрөн билдәләй. Арктика әлкәһендә ҡыҫынҡы примуланы (примула сжатая) осратырға булһа, Антарктидала ошо уҡ үҫемлектең тәпәш буйлы һәм аҡ сәскәлеһен - Магеллан примулаһын осратабыҙ. Ләкин уның иң күп үҫкән урыны Көнсығыш Азия илдәре, бигерәк тә Япония, Ҡытай. Хәҙерге бүлмә гөлдәренең киң таралғаны һәм иң матурҙары XVII быуатта Европаға ошо яҡтан килтерелгән. Уларҙы примулярия тип атап йөрөтөлгән махсус плантацияларҙа үҫтерәләр.
🏵Кәкүк емешенең япраҡтары оҙонса, йомортҡа кеүек, бер төптән розетка яһап урынлашҡан. Таж япраҡсалары һары төҫтә. Каса япраҡсалары, ҡыңғырау рәүешендә булып, сәскә һаптары аша бер быуынға йыйылған һәм тәү ҡарауҙа суҡты хәтерләтә.
📍Кәкүк емеше Башҡортостандың Бөрйән, Белорет, Ишембай, Ҡариҙел, Ғафури райондарында күп үҫә. Дауалау маҡсатында уның сәскәһен, япраҡтарын үҫемлек сәскә атҡан осорҙа йыялар. Тамырын көҙ көнө ҡаҙып алалар.
💥КӘКҮК ЕМЕШЕНӘН САЛАТ.
100 г кәкүк емеше япрағы, 80 г йәшел һуған һәм сөгөлдөр, 20 г ҡаймаҡ, тәменә ҡарап тоҙ алына. Япраҡтарҙы, һуғанды һалҡын һыуҙа йыуып турайҙар һәм сөгөлдөр киҫәктәре өҫтөнә һалалар. Аҙаҡ тоҙ, ҡаймаҡ өҫтәйҙәр. Өҫтәлгә ултыртыр алдынан 10 минут һыуытҡыста тотоп алалар.
💥КӘКҮК ЕМЕШЕНӘН АШ.
160 г кәкүк емеше япрағы, 40 г тары ярмаһы, 20 г кишер, 30 г башлы һуған, 20 г май алына. Тәүҙә тары ярмаһын бешереп алалар, һуңынан ваҡлап туралған йәшел япраҡтарҙы, һуған, кишер һалалар. Аш бешеп етәрәк тәмләткес үләндәр өҫтәп, бер аҙ ҡайнаталар.
❓Ә ҺЕҘ БЫЛ СӘСКӘНЕ БЕЛӘҺЕГЕҘМЕ? ҺЕҘҘЕҢ ЯҠТА ҮҪӘМЕ?

👍4🔥3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әбйәлил районы Амангилде ауылынан эшҡыуар Рамаҙан Шаһыбалов МХО-лағы яугирҙарға мобиль мунса эшләгән.
Ул шулай уҡ улдары ил сиген һаҡлаған ололарға бушлай утын да алып биргән.
Бына шулай, һоҡланыр шәхестәр арабыҙҙа! 🤩

💯8👍5💩1
🎬РӘСӘЙ АНИМАЦИЯҺЫ КӨНӨ
💯Бөгөн бына шундай көн билдәләнә икән.
✅Ул - "Прекрасная Люканида, или Война рогачей с усачами» тип аталған. Һәм хатта сит ил тамашасыларын да хайран итә.
Ә беҙ һеҙҙең иғтибарға Миядзаки стилендәге һүрәттәрҙе тәҡдим итәбеҙ.
❓Кемдәр төшөрөлгән, таныйһығыҙмы?
💯Бөгөн бына шундай көн билдәләнә икән.
Баҡтиһәң, 1912 йылдың нәҡ 8 апрелендә беренсе Рәсәй мультипликацион фильмының премьераһы булған.
✅Ул - "Прекрасная Люканида, или Война рогачей с усачами» тип аталған. Һәм хатта сит ил тамашасыларын да хайран итә.
Ә беҙ һеҙҙең иғтибарға Миядзаки стилендәге һүрәттәрҙе тәҡдим итәбеҙ.
❓Кемдәр төшөрөлгән, таныйһығыҙмы?
👍6💘2🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🌸 Сара, Мәрйәм һәм Йәннәт - "Тамыр" каналы йондоҙҙары концертҡа әҙерләнә икән. Әхирәттәр Салауат Юлаев һәйкәле янында ла репетиция уҙғарып алған.
🎫 Билеттар: https://ufakoncert.ru/event/ezhegodnyj-koncert-telekanala-tamyr/
Видеояҙма авторы - Мәрйәмдең әсәһе Фатима Янбаева. Ә беҙ "Тамыр" телеканалы төркөмөнән алдыҡ.
💯Матур концертҡа мотлаҡ барығыҙ!
🔥Баҡтиһәң, 16 апрель сәғәт киске 7-лә «Башҡортостан» Дәүләт концерт залында "Тамыр" балалары "Еңеү рухы йөрәктә" тип аталған концерт ҡуя икән!
🎫 Билеттар: https://ufakoncert.ru/event/ezhegodnyj-koncert-telekanala-tamyr/
Видеояҙма авторы - Мәрйәмдең әсәһе Фатима Янбаева. Ә беҙ "Тамыр" телеканалы төркөмөнән алдыҡ.
💯Матур концертҡа мотлаҡ барығыҙ!
🔥6❤2🥰2❤🔥1
📌 Иртәгә, 9 апрель, сәғәт көндөҙгө 4-тә "Урал" этноүҙәгендә "Исламға тиклемге дәүер башҡорттарының космогоник ҡараштары" тигән темаға семинар-лекция үтә.
✅ Унда БР Фәндәр академияһының Стратегик тикшеренеүҙәр институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, философия фәндәре кандидаты Зәкирйән Әминев сығыш яһай.
💯Семинар-лекция ике форматта үтә:
✅ "Урал" этноүҙәгенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә тура трансляция була,
✅һәм этноүҙәккә килеп тә тыңларға мөмкин.
📍 Адресы: Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 56 (Киров урамы яғынан инергә).
⭕Трансляцияға һылтанма: https://vk.com/video-218323322_456239086

👍5
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ағас күрке - япраҡ, әҙәм күрке - сепрәк.
Хәйерле көн, күркәм булығыҙ!🥰
👍7🔥2🥰1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🎸Lumen рок-төркөмө йырсыһы Тэм Булатов башҡортса йырлап, тамашасыларын хайран иткән!
Ул Өфөләге концертында М. Кәрим һүҙҙәренә ижад ителгән "Тыуған ерем" йырын Тимур Хан менән бергә башҡарған.

❤🔥11🔥7💘2👍1