Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
667 subscribers
3.09K photos
1.62K videos
1 file
278 links
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Был исемлекте дауам итәйек!


💟Комментарийҙарҙа яҙығыҙ, һеҙҙеңсә Башҡортостанда тағы ниндәй иң матур урындар бар?

Видео: Ләйсән Миңлебаева.
👍7😍2
💥Башҡортостан халыҡтарының милли кейеме көнө уңыйынан Евразия күсмә цивилизациялар музейы Шишмә районы башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә башҡорт милли кейемдәрендә фото төшөргә саҡыра.

Ҡасан: 16-17-18 апрель.

📍Ҡайҙа: Евразия күсмә цивилизациялар музейының “Турахан” визит-үҙәге.

💯Нимә: боронғоса итеп тегелгән ирҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар өсөн башҡорт милли кейемдәрен кейеп, БУШЛАЙ фотоға төшөргә мөмкин.
👍6🔥1💯1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бынан да ҡыҙығыраҡ видео тапмаҫһығыҙ, бәлки, бөгөн 😁

Башҡорт бейеүе хәрәкәттәре төрлө аяҡ кейеме кейгәндә нисегерәк?


Ф. Ғәскәров ансамбле бейеүсеһе Хәбир Аралбаев быны асыҡлаған 😎
🤣9🔥4👏2
Тауҙар кешеләр шикелле...

Хәйерле ял минуттары, дуҫтар! 💟

📍 Сусаҡтау, Әлшәй районы.
Фото: Елена Доган.
🔥52
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Элвин Грей ҡурайға рәхмәтле

Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Юльяҡшин (Элвин Грей) Әлмәттәге төрки уйын ҡоралдары күргәҙмәһендә булған. Һәм башҡорт халҡының милли уйын ҡоралы - ҡурайҙа уйнап күрһәткән.

"Минең ижади юлым микрофондан түгел, ә башҡорт ҡурайынан башланыуын бик һирәктәр белә. Нәҡ ул миңә музыка донъяһына юл күрһәтте. Күреүегеҙсә, оҫталығымды юғалтмағанмын әле",

- тип яҙған йырсы социаль селтәрҙәрендә һәм ошо видеоны урынлаштырған.
👍7👏4🔥3
🚂 «Еңеү паровозы" быйыл Башҡортостандың ике ҡалаһында туҡтала.

Боронғо поезд бер аҙна эсендә Башҡортостан, Татарстан, Мордовия республикалары, Һамар, Пенза һәм Ульяновск өлкәләренең ҙур ҡалаларына туҡталып, 3 мең км юл үтәсәк.

Поезд составында автомобиль-амфибия, ауыр бронетехника, уникаль атыш ҡоралдары үрнәктәре һәм "Үлемһеҙ полк" вагондары күрһәтелгән 9 платформа була.

📍 Өфөлә "Еңеү паровозы" 29 апрелдә сәғәт 9:30-ҙан 12:30-ға тиклем туҡтала.

📍 Стәрлетамаҡта киске сәғәт 18:50-гә барып етеп, сәғәт 21:30-ға тиклем торасаҡ.

Һалдат бутҡаһы ашап ҡарарға, Георгий таҫмаһы алырға, күргәҙмәләрҙе ҡарарға мөмкин, балалар лазертаг уйнай ала.
🔥4💘2
“Донъяуи һәм рухиәт кимәлендәге ҡараштар була. Донъяуи ҡараштан - юғары технологиялар, Руслан Север, донъя кимәлендә билдәле тауыш режиссураһы мәккәһендә сыҡты, беҙҙең тәжрибә ярҙам иткәндер. Ул – билдәле нәмә. Әммә рухи күҙлектән – бөтә нәмәне паровоз һымаҡ үҙ артынан “Урал батыр” һөйрәй”, -

ти AY YOLA төркөмө ағзаһы, билдәле йырсы Ринат Рамаҙанов.

“Һомай” йыры менән бар донъяға билдәлелек яулаған төркөмдөң ижад юлы, уңыш сере һәм башҡа бик фәһемле темаларға һөйләшеүҙе “Бишбармаҡ-шоу” тапшырыуында ҡарағыҙ!


https://vk.com/video-38277591_456239520
🔥8
Һауа һөжүменә ҡаршы оборона ғәскәрҙәре көнө (День ПВО) бөгөн. Ватаныбыҙҙың һауа киңлеген һаҡлау кеүек бик мөһим бурыстарҙың береһен үтәгән был хәрбиҙәрҙе һөнәри байрамдары уңайынан тәбрикләйбеҙ.

Һеҙ булғанға беҙ аяҙ Күк йөҙө аҫтында, тыныс тормошта йәшәйбеҙ.


МХО башланғандан алып алғы һыҙыҡта ла, тәрән тылда ла тәүлек әйләнәһенә тыныслығыбыҙ һағында торған яугирҙарға иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Һаулыҡ, бәхет һәм ғаилә именлеге, хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ. 🌹
👍4
Ирәндек һыртынан асылған күренештәр.

📍Баймаҡ районы, Байыш ауылы.

Фото: Фәрит Нәбиуллин.
3👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌Кисә Өфө районында Айрат Ҡобағошов исемендәге Башҡорт халыҡ ҡоралдарында уйнаусыларҙың асыҡ район конкурсы үтте.

Унда яңғыҙ һәм ансамбль менән дә сығыш яһағандар.

Икенсе тапҡыр үткәрелгән конкурста Баҡалы районының Н. Асанбаев исемендәге Мәҙәниәт һарайы шөғөлләнеүсеһе Азамат Ханнанов Гран-при яулаған.

Видеола иғтибарығыҙға Баҡалы районы йондоҙҙарының сығышын тәҡдим итәбеҙ. Улар араһында ҙур уңышҡа өлгәшкән йәш ҡурайсы Азамат Ханнанов та бар.
3❤‍🔥3👍1
Ҡыш бирешергә теләмәй түгелме һуң? ❄️

Уңышлы эш аҙнаһы теләйбеҙ!
5👍2💘2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфө ҡалаһы. Ленин исемендәге парк.
👍53🥰2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
AY YOLA төркөмөн ҡотлайбыҙ! 🌹

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә AY YOLA төркөмө ағзаларына почетлы исемдәр биреү тураһында указға ҡуй ҡуйыуы тураһында хәбәр итте.

«Әй йола» төркөмө бөтә донъяны яулай, миңә йырҙарын ебәрҙеләр. Төркөмдө Башҡортостан мәҙәниәтенә оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткән артистар асты. Ринат Рамаҙановҡа халыҡ артисы исемен бирергә ҡарар иттек. Ә Адель һәм Руслан Шәйхетдиновтарҙы «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы» звание менән бүләкләйәсәкбеҙ», - тине Хәбиров.


Артистарға артабан да илһамланып, бар донъяны хайран ҡалдырып ижад итеүҙәрен теләйбеҙ! 🌸
👏8🔥4
"Эшеңде эшләнеңме?" 🤨


🔰 Башҡортостанда һаҙ көйгәнәген Анатолий Ермоленко төшөрөп алған.

Был ҡыҙыҡ:

🔰Һаҙ көйгәнәге ваҡ ҡоштар, йомортҡа, балыҡ, тәлмәрйен менән туҡлана, ваҡ хайуандарҙы тота, бигерәк тә кимереүселәрҙе.

🔰Ояһын һыуға яҡын, батҡыл, ҡамышлы урындарҙа ҡора.

🔰Һаҙ көйгәнәгенең ояһы киңлеге 1 метр диаметрҙағы, бейеклеге ярты метрлыҡ була.
🥰53👍2🤨1💘1
📌 “Йәшмә” форумында ҡатнаш!
Башҡортостандың Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургтағы студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы “Йәшмә” белем биреү форумын үткәрә.

Сара бизнес, сәйәсәт һәм башҡа өлкәләрҙә уңышҡа өлгәшкән кешеләрҙең тәжрибәһен туплап, белемен киңәйтергә теләгән йәштәргә тәғәйенләнгән.

Ҡасан: 19 апрель, сәғәт 11.00

Ҡайҙа: Башҡортостан Республикаһының РФ Президенты эргәһендәге тулы хоҡуҡлы вәкиллеге.

Адресы: Мәскәү ҡалаһы, Доброслобода урамы, 6с2 (М: Бауман).

Нисек ҡатнашырға: теркәлеү үтеп.
👍21
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Тутыйғоштар хәйерле көн теләй барығыҙға ла🦜😉

Әйткәндәй, был матурҡайҙар Өфөләге бер ашхана ҡунаҡтарына шатлыҡ өләшә.

📍 Был реклама түгел, әммә сер итеп кенә ҡайҙа барып күрергә булыуын әйтәйек: Ленин урамы, 1 к1.
3🥰2
Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантта ҡатнашыу өсөн теркәлеү үтергә кәрәк.

Теркәлеү үтергә тейеш:

📍Офлайн-майҙансыҡтарҙа диктант яҙырға теләгән һәр бер кеше (10-25 апрель),

📍Офлайн-майҙансыҡтарҙы ойоштороусы (10-25 апрель),

📍Яҙылған диктанттарҙы тикшереүсе эксперт булып ҡатнашырға теләүсе (15-20 апрель).

Теркәлеү bashdictant.ru сайтында бара.

Онлайн ҡатнашыусыларға теркәлеү үтергә кәрәкмәй.
👍32