Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Тиҙҙән ошо хозур осор ҙа етер.
Видео: "Аҡбулат" глемпингы.
Ағиҙел буйлап һалда ағып төшкәнегеҙ бармы?
Видео: "Аҡбулат" глемпингы.
🔥7🥰2
"Умырзаяны өҙмә, ғүмерең ҡыҫҡа була",
- ти торғайны элек ололар.
Ғүмерең заяға үтәсәк, тип тә әйтәләр һәм был яҙҙың тәүге сәскәләренә ҡағылырға ла рөхсәт итмәйҙәр ине.
⚡Был киҫәтеү юҡҡа түгелдер. Әйҙәгеҙ, тәбиғәтебеҙгә һаҡсыл ҡарашта булайыҡ һәм үҙ сиратыбыҙҙа балаларыбыҙға ла ошо яуаплылыҡты өйрәтәйек!
Фото: Күҙҙең яуын алырҙай Баймаҡ умырзаялары. Фәрит Нәбиуллин фотолары.
❤7🥰3😇3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Яңы йыр!
AY YOLA төркөмө "Туған тел" тип аталған яңы йырынан өҙөк күрһәтте. Ул тулыһынса 18 апрелдә сығасаҡ, тигәндәр.

🔥13💘3🙈2🤨1
#башҡорт_ырыуы_тарихынан
🔰ПОЛОВЕЦ - ҺАРЫ КЕШЕ
📝XI быуат телсеһе Мәхмүт Ҡашғариҙың "Диуан лөғәт әт-төрк" китабында "ҡоба" һүҙе асыҡ-көрән, ә Будаговтың "Сравнительный словарь турецко-татарских наречий" китабында асыҡ-һары мәғәнәләрендә ҡулланылыуы теркәлгән.
✴️Башҡорт телендә лә ҡоба һүҙе аҡһыл, асыҡ төҫтө белдерә.
✴️ Шуның өсөн дә "Кобчак - кибчак - ҡыпсаҡ" этнонимының русса "половец" атамаһы (ерән, һары кеше) боронғо төрки телендәге ҡоба һүҙе нигеҙендә барлыҡҡа килеүен билдәләргә була.
✴️Был боронғо исем башҡорттарҙың Ҡобау ырыуы исемендә һаҡланған.
✅ Шулай итеп, хәҙерге йылан (ҡытайса хи - һаи, кай) һәм ҡобау ырыуҙары башҡорттарының боронғо ата-бабалары ҡытай хроникаларында иҫкә алынған Ҡоба-Ҡай (Кумо-хи) этносәйәси берләшмәһе составында йәшәгән, ул VI-VII быуаттарға тиклем һуҙыла.
Сығанаҡ: "Киске Өфө" гәзите.

👍6❤2🤓2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Әйт, ауылым...
📍 Бөрйән районы, Иҫке Собханғол ауылы
Видео: rozalia_22
Көнөбөҙ уңышлы үтһен! ☀️
📍 Бөрйән районы, Иҫке Собханғол ауылы
Видео: rozalia_22
👍11🥰6❤🔥3❤3
"БИЛБАУ"ға - ғаилә менән!
18 апрелдә Милли кейем көнө уңайынан Өфөнөң В.И.Ленин исемендәге майҙанында
“Билбау” тигән сара ойошторола.
Киске сәғәт 5-тә башланасаҡ тамашала Башҡортостан халыҡтарының йырҙары, бейеүҙәре, викториналар, оҫталыҡ дәрестәре, төрлө күргәҙмәләр көтә.

Ғаилә менән барып ял итегеҙ!
👍8🔥3❤1
📌 Башҡортостанда үткән төндә тағы ла ошондай ғәжәйеп күренеш күҙәтелгән.
Белорет, Әбйәлил, Благовар, Мишкә, Илеш райондарында һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында күк йөҙө төрлө төҫтәргә мансылған.
✅ Быға көслө магнит дауылдары сәбәпсе булған, ти белгестәр.

👍8😨3
📌 БАШҠОРТ СИГЕҮ ЙОРТО АСЫЛДЫ
Милли кейем көнө алдынан Башҡорт сигеү йорто асылды.
✴️Ул билдәле рәссам-модельер һәм сигеү оҫтаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған туҡыу һәм еңел сәнәғәт хеҙмәткәре Роза Юлдашбаева етәкселегендә эшләй.
✳️Бында Роза Юлдашбаеваның сағыу ҡул эштәренән тыш, башҡорттарҙың нағышлау мәҙәниәте менән дә таныштырҙылар. Оҫта сәнғәт һәм традициялар тураһында һөйләне.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан халыҡтарының милли кейеме көнө апрелдең өсөнсө йомаһында билдәләнә. Быйыл ул 18-енә тура килә. Байрам 2020 йылдан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров указы буйынса үтә.
❤8👍2🔥1