Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
667 subscribers
3.09K photos
1.62K videos
1 file
278 links
Download Telegram
📌 Башҡортостанда үткән төндә тағы ла ошондай ғәжәйеп күренеш күҙәтелгән.

Белорет, Әбйәлил, Благовар, Мишкә, Илеш райондарында һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында күк йөҙө төрлө төҫтәргә мансылған.

Быға көслө магнит дауылдары сәбәпсе булған, ти белгестәр.
👍8😨3
📌 БАШҠОРТ СИГЕҮ ЙОРТО АСЫЛДЫ

Милли кейем көнө алдынан Башҡорт сигеү йорто асылды.

✴️Ул билдәле рәссам-модельер һәм сигеү оҫтаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған туҡыу һәм еңел сәнәғәт хеҙмәткәре Роза Юлдашбаева етәкселегендә эшләй.

✳️Бында Роза Юлдашбаеваның сағыу ҡул эштәренән тыш, башҡорттарҙың нағышлау мәҙәниәте менән дә таныштырҙылар. Оҫта сәнғәт һәм традициялар тураһында һөйләне.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан халыҡтарының милли кейеме көнө апрелдең өсөнсө йомаһында билдәләнә. Быйыл ул 18-енә тура килә. Байрам 2020 йылдан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров указы буйынса үтә.
8👍2🔥1
📌18 апрелдә Милли кейем көнөнә арналған ҡор үтәсәк.
Уны Республика халыҡ ижады үҙәге ойоштора.

Сарала ҡатнашалар:

Мәхмүтов Алберт Рәфил улы, М.Ғафури Мемориаль йорт-музейының ғилми хеҙмәткәре, РФА ӨФТҮ Этнологик тикшеренеүҙәр институты аспиранты.
Тема: XIX быуаттың этнография күргәҙмәләрендә традицион башҡорт кейеме сағылышы;

Шамукаев Алексей Валентинович, ғилми хеҙмәткәр, “Бөрө уҡсылары” хәрби-тарихи клуб ағзаһы, мари һәм урыҫ кейемдәре реконструкторы.
Тема: XVII быуаттың икенсе яртыһында урыҫ кейеме;

Матюшина Людмила Сабанаевна, “Эрвий” сигеү үҙәге етәксеһе.
Тема: Мари халҡының традицион кейеменең рухи һәм матди мәғәнәһе;

Гатина-Шафиҡова Динә Фасих ҡыҙы, Ш. Мәржәни исемендәге Тарих институтының ғилми хеҙмәткәре (Ҡаҙан).
Тема: "Tatar Style", йәки XIX быуатта татар ҡатын-ҡыҙҙарының кейеме нисек үҙгәргән;

Баймырҙина Гөлгөнә Вәлит ҡыҙы һәм Ғәлиуллин Юлай Рәфҡәт улы
Тема: “Тамға” башҡорт кейеме халыҡ-ара конкурсы”.

💯Был түңәрәк өҫтәлде онлайн да ҡарап була. Трансляция Республика халыҡ ижады үҙәге төркөмөндә сәғәт иртәнге 9.30-ҙан 11.30-ға тиклем бара.

Артабан сәғәт 12-лә Салауат Юлаев майҙанында ойоштороласаҡ халыҡ уйындарына ҡушылырға саҡырабыҙ.
👍54
💠Башҡортостан халыҡтарының милли кейеме көнө менән!

🔹Милли кейем - ул ябай кейем түгел, ул халыҡтың туҡыма һәм биҙәктә сағылдырылған тере йылъяҙмаһы.

🔹Тәбиғәт шарттары, ҡул аҫтындағы материалдар, матурлыҡ тураһындағы күҙаллауҙар тәрән аҡыллы рәссам кеүек быуаттар дауамында һәр милли кейемдең ҡабатланмаҫ һынын барлыҡҡа килтергән.
Унда, халыҡтың рухы сағыла.

Фото: Людмила Камнева.
👍94💋1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Әлшәй районының Раевка ауылында район мәҙәниәт йортонда бөгөн башҡорт аҫалы балаҫын һуғыусы оҫталар йыйылды.

🔰Бында "Быуаттарҙы бәйләр аҫыл еп" республика фестивале үтә.

Фестиваль 8-се тапҡыр ойошторола.

Быйыл башҡорт аҫалы балаҫының патентлы булыуы сараға тантаналыҡ өҫтәп ебәрҙе.


🔹Күҙҙең яуын алырҙай башҡорт аҫалы балаҫтарын беҙҙең ҡыҫҡа видеола ҡарағыҙ.
9🔥3💘2
Бөгөнгө байрам афишаһынан.
❤‍🔥81💋1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
ҮНДЕГЕҢ МАТУР - ҠАТЫНЫҢ ОҪТА ИКӘН

🔶Ундекте аттың арҡаһын һаҡлау өсөн эйәр аҫтына һалғандар.

🔹Үндек (русса "потник" тип атала) ҡалын кейеҙҙән булған, ғәҙәттә, кәзә йөнөнән баҫҡандар.

🔹Уның өҫтөнән эслеге кейеҙҙән, тышы нағышлы серге япҡандар. Ҡайһы бер сергеләрҙең уң яғы күндән дә булған.

🔰Видеола Әбйәлил районы Ташбулат ауылынан Хафиза Баязитова "үндек" тигән башҡорт ҡаралтыһы тураһында һөйләй.

"Быны минең өләсәйем, күбәләк ырыуы ҡыҙы эшләгән... Ир-егеттәр кемдең үндеге матурыраҡ нағышлы булыуына ҡарап бер-береһе менән ярышҡан да хатта, кемдең ҡатыны оҫтараҡ тип",

- ти Хафиза ханым.

Видео авторы: Фәнүзә Аллағолова.
👍93
https://vk.com/video53787104_456241834
📌Бөгөн алғы һыҙыҡта нацистарға ҡаршы һуғышҡан һәм Ватаныбыҙ сиктәрен һаҡлаған яугир ир-егеттәребеҙгә Баймаҡ районы һәм Сибай ҡалаһынан гуманитар ярҙам барып еткән.
Еңеү яулап, имен-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын!

Был турала журналист Ильяс Батыргәрәев видеоһы.
👍4💘4💩32👏1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Күңелегеҙ менән ял итегеҙ!

Бәхетле минуттарығыҙ күберәк булһын ☀️
🥰6🙏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ошондайыраҡ берәй егет танышырға уйлаһа, 26 апрель ҡайҙа етәкләп килтерергә беләһегеҙ 😉
😁163👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🔰 Милли кейем көнөндә Өфөләге Совет майҙанынан бер гүзәл күренеш.

"Биҙрә менән бейеү" Боронғо башҡорт халыҡ бейеүен "Селтәр" Халыҡ кейеме студияһы ағзалары башҡарҙы.


Етәксеһе - Фатима Хәйретдинова. Солисы - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гүзәл Мамина.
❤‍🔥4🥰41
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🔰Талантлы башҡорт йәштәре - Мәскәүҙә.
"Дуҫлыҡ" вокал ансамбле илдең баш ҡалаһында сығыш яһаған.
❤‍🔥4👏3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 БР Милли музейында "Урал батыр" эпосы - хазиналар һандығы" тигән квиз уйыны ойошторғандар.

Ике команда ҡатнашҡан һәм бик мауыҡтырғыс һорауҙарға яуап биргәндәр.

Ял минуттарын ҡыҙыҡлы һәм файҙалы үткәргән йәштәргә - афарин!
3👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Күҙҙәрҙе ял иттереп алайыҡ 🥰

Видео: Алина Усманова.
❤‍🔥15💋21👍1