Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
667 subscribers
3.1K photos
1.63K videos
1 file
281 links
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Тиҙҙән оҙайлы ялдар, атай йортона ҡайтаһығыҙмы?


Видео: bash.vib
7🔥3💘2
Баш ҡалала хуш еҫле муйыл сәскә атҡан! 🥰
6🥰3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
"Йәшәһен башҡорт теле!"

- бына шулай ти урмансылар.

🔷Бөгөн Өфө лимонарийында БР Урман хужалығы министрлығы хеҙмәткәрҙәре, Өфө урман техник техникумы уҡытыусылары һәм студенттары, лимонарий хеҙмәткәрҙәре Башҡорт теленән диктант яҙыу халыҡ-ара акцияһына ихлас ҡушылды.

🔻
"Ҡапыл ғына ойошоп, быйыл үҙебеҙҙең лимонарийҙы ла башҡорт телендә диктант яҙырға булдыҡ. Беҙҙә 27 хеҙмәткәр эшләй, бөгөн 7-һе яҙҙы. Инде йыл һайын да үткәрербеҙ",

- ти Өфө лимонарийы етәксеһе Фәриҙә Садиҡова.

🔹Быйылғы текст темалары Ватанды һаҡлаусыларға, Бөйөк Ватан һуғышында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, тыныслыҡ һәм берҙәмлеккә арналғайны.
🔹Яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманованың ижадынан өҙөктө" Йәшлек" гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков уҡып ишеттерҙе.

🔻Әйткәндәй, иң йәш ҡатнашыусыны эҙләйҙәр ине. Бында Диана исемле ике йәшлек ҡыҙыҡай әсәһенең диктант яҙыуын: "Атай тип яҙ, әсәй тип яҙ", - тиеп күтәрмәләй-күтәрмәләй ултырҙы. Үҙе лә белгәненсә сыймаҡланы.

#Башҡорт_телендә_диктант
#башдиктант
4🔥2❤‍🔥1👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Йәштәребеҙ - шәп, шөкөр.


Шулай тибеҙ, ошо арала көндәр йылынғас, Салауат Юлаев майҙанында йыйылып, йырлап, бейеп, аралашып матур итеп ваҡыт уҙғарған йәштәребеҙгә һоҡланыуыбыҙҙы йәшермәй.

Киләсәгебеҙ аҡыллы, айыҡ, белемле һәм алдынғы ҡарашлы йәштәр ҡулында!
👍124
Хәйерле йәкшәмбе иртәһе! ☀️


Ирәндек итәгендә утлап йөрөгән йылҡыға һоҡланып, хозурланып алыуҙан башлайыҡ әле көнөбөҙҙө. 🥰

Фотолар авторы
- Фәрит Нәбиуллин, Баймаҡ районы.
🥰63🔥2👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Еләк сәскә атҡан!


Стәрлетамаҡ театры артисы Физәлиә Рәхимова баҡсаһында ер еләге сәскә атҡан, тип хәбәр итә.

Быйылғы йыл ғәжәйеп инде ул🙀
5🤔3👍1😱1
📌 Башҡортостан Республикаһының Хореографтар берлеген булдырыу буйынса кәңәшмә үткән.

Унда республиканың алдынғы бейеү коллективтары етәкселәре ҡатнашҡан.

Берлек профессиональ хореографтарҙы, балетмейстерҙарҙы һәм бейеү сәнғәте эшмәкәрҙәрен тәжрибә уртаҡлашыу, ижади проекттарҙы тормошҡа ашырыу, башҡорт бейеү сәнғәтен Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдә танытыу маҡсатында берләштереүҙең күҙ уңында тота.

💯Хореографтар берлеге рәйесе итеп бер тауыштан Ф. Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле директоры Нәзир Байегетов һайланған.

Берлектең советын БР-ҙың халыҡ артисы Әлфиә Тимерғәзиева етәкләйәсәк. Советҡа шулай уҡ Рим Әбделмәнов, Аревик Гугасян, Рим Асҡаров һәм Азат Нәбиуллин ингән.
🔥3
"HAZINA" менән бергә рухығыҙҙы байытып ҡайтығыҙ ❤️‍🔥
5
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌 Өфө районы Алексеевка ауылы мәҙәниәт йортоноң «Йәшмәләр» башҡорт халыҡ фольклор ансамбле Санкт-Петербург ҡалаһында Эрмитаж алдында Милли кейем көнө уңайынан яҙҙырған видео был.

💯Әйткәндәй, унда коллектив “Арт вызов" халыҡ-ара сәнғәт һәм ижад конкурсында 1-се урын яулап ҡайтҡан.
Ә 26 апрелдә Илеш районында үткән "Ауаз" фестивалендә 3-сө урынға лайыҡ булғандар.

Видео ансамбль етәксеһе Рита Камалованан.
🔥4👍3🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Иғтибар!
Тиҙҙән май байрамдары етә, күптәр тәбиғәт ҡосағына ял итергә сығыр.

Ошондай ожмахтай хозур тәбиғәтебеҙҙе аңһыҙ рәүештә ҡыйламаһаҡ ине!


🔻Ҡырға сыҡҡанда үҙегеҙ менән мотлаҡ сүп-сар өсөн тоҡтар, бирсәткәләр алып сығығыҙ.
🔻Үҙегеҙҙең артығыҙҙан ҡый ҡалдырмағыҙ һәм, мөмкинлек булһа, башҡаларҙың да артынан таҙартып китергә тырышығыҙ.

Талантлы Асҡаровтар ғаиләһе төшөрөп һалған ошо видео уйланырға мәжбүр итер, тип ышанабыҙ.


Әйҙәгеҙ, тирә-яғыбыҙға һаҡсыл ҡарашта булайыҡ!

📍Ейәнсура районындағы юл буйында.
👍4💘2
Оло юғалтыу...

РСФСР-ҙың, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фидан Сафа улы Ғафаров баҡыйлыҡҡа күскән.

Бөгөнгә тиклем М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә матур образдар тыуҙырып, нисәмә быуын тамамашасыны моңло тауышы менән һөйөндөрөп ижад итеп йәшәне ул.

Фидан Ғафаровтың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
😢12🙏7💔5
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ә һеҙ ниндәй йәнһүрәтте иң беренсе күрһәтер инегеҙ?
Яҙығыҙ 😉

Әйҙәгеҙ, үҙебеҙгә оҡшаған, матур, мәғәнәле йәнһүрәттәрҙе һанайыҡ әле.
👍6🥰41
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Уңышлы эш аҙнаһы теләйбеҙ! 🥰
9🥰4💘2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Күптән генә был шәп малайҙы (күҙ теймәһен) күрһәткәнебеҙ юҡ икән. Һеҙгә Баязит Тайыповтан шәп бер йыр😉
👏13🥰42😁1