🔰Рәсәй Федерацияһы Президенты Указына ярашлы, Баймаҡ районынан Байегетовтар ғаиләһе "Ата-әсә даны" ордены миҙалы менән бүләкләнде.
🔹Альбина һәм Рөстәм Байегетовтар Баймаҡ районы Үрге Таулыҡай ауылында йәшәй, улар дүрт бала үҫтерә.
Өлгөлө ғаилә ауыл һәм мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәй, төрлө мәҙәни сараларҙа һәм өмәләрҙә әүҙем ҡатнаша.
🔹Ауылдаштары улар тураһында һоҡланғыс ғаилә, ти. Рөстәм Әмир улы һәм Альбина Рауил ҡыҙы балаларына ла ошо күркәм тәрбиәне биреүгә, уларҙы илһөйәр итеп үҫтереүгә бар көстәрен һала.
Бына шундай матур башҡорт ғаиләһен лайыҡлы наградалары менән ихлас ҡотлайбыҙ! 🌹 🌹 🌹

👍4💘3❤🔥2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
🔰Өфөләге ошо фонтан 1920 йылдар башында күмелгән "Нурлыҙаҡ" минераль сығанағы урынында тороуын беләһегеҙме?
🔹"Ҡурай тотҡан малай" фонтанының скульптура авторы Маргарита Соловьева-Ефимова. Ул 1974 йылда асылған.
🔹Былтыр фонтандың һәм уның тирә-яғын тулыһынса яңыртып эшләнеләр.
📍 Фонтан баш ҡаланың "Дәүләт циркы" туҡталышында урынлашҡан.

👍3🔥2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Сәсегеҙ сәскә бәйләнде -
Бөгөн һеҙҙең туйығыҙ!
Бергә булһын, яҡты булһын,
Уртаҡ булһын уйығыҙ!
Тик бәхеттән генә торһон
Һеҙҙең барыр юлығыҙ!
Ҡайғы-хәсрәт, көйөнөстө
Ситкә алып ҡуйығыҙ!
Видео: Рушана Юнысова.
Бөгөн һеҙҙең туйығыҙ!
Бергә булһын, яҡты булһын,
Уртаҡ булһын уйығыҙ!
Тик бәхеттән генә торһон
Һеҙҙең барыр юлығыҙ!
Ҡайғы-хәсрәт, көйөнөстө
Ситкә алып ҡуйығыҙ!
"Туйға теләк" йырының һүҙҙәре, авторы: Зилә Лира.
Видео: Рушана Юнысова.
❤🔥5🔥4❤2👏2
⭐Бөйөк Еңеү көнөнә - ике көн ҡалды.
🔶Теүәл 80 йыл элек, 1945 йылдың 7 майында, 2 сәғәт тә 41 минут ваҡытта Реймста Союздаш ғәскәрҙәрҙең Юғары главнокомандующийы генерал Эйзенхауэр ставкаһында Германияның капитуляцияһы тураһында алданғы протоколға ҡул ҡуйыла.
🔹Ә көндөҙ Сталин Жуков менән телефондан һөйләшкәндә был капитуляция тураһындағы акт менән килешмәүен белдерә.
🔹Ул маршал Жуковты фашистик Германия капитуляция тураһында актҡа ҡул ҡуйғанда совет ғәскәрҙәренең Юғары Баш командованиеһы вәкиле итеп тәғәйенләй.
🔶Шул уҡ ваҡытта Ҡыҙыл Армия төрлө яҡлап дошманды ҡыҫырыҡлай, ә фашистар ҡаршылыҡ күрһәтеүҙе дауам итә.

"Һуғыштың төп ауырлығын совет халҡы үҙ иңенә алды, ә союздаштар түгел. Шуға Юғары командование алдында капитуляцияға ҡул ҡуйылырға тейеш",- ти Сталин.
🔹Ул маршал Жуковты фашистик Германия капитуляция тураһында актҡа ҡул ҡуйғанда совет ғәскәрҙәренең Юғары Баш командованиеһы вәкиле итеп тәғәйенләй.
🔶Шул уҡ ваҡытта Ҡыҙыл Армия төрлө яҡлап дошманды ҡыҫырыҡлай, ә фашистар ҡаршылыҡ күрһәтеүҙе дауам итә.
👍4👎2
AY YOLA төркөмө "Һомай" йырына рәсми клип төшөрөп, асыҡ сығанаҡтарға һалды.
Клипты ошонда ҡарарға була.
Клипты ошонда ҡарарға була.
🔥9❤2
📌 Европа Плюс радиоһында ЕвроХит Топ40 - иң шәп йырҙарҙы билдәләйҙәр. Үҙебеҙҙең AY YOLA төркөмөнөң "Һомай" йыры ла исемлектә бар.
Һылтанма буйынса үтеп, улар өсөн тауыш бирегеҙ😉
🔹 Тауыш биреү 9 майға тиклем.
https://europaplus.ru/programs/top40?region=ufa
Һылтанма буйынса үтеп, улар өсөн тауыш бирегеҙ😉
🔹 Тауыш биреү 9 майға тиклем.
https://europaplus.ru/programs/top40?region=ufa
europaplus.ru
ЕвроХит Топ 40 | Европа Плюс
Слушай все хиты в прямом эфире Европы Плюс онлайн на официальном сайте бесплатно и без регистрации.
👍5🥰1
📌 Ағиҙел йылғаһы буйындағы майҙандың атамаһын һайлайҙар.
🔹12 майға тиклем тауыш бирергә була.
Замандаштар төрлө атамалар тәҡдим иткән. Араларынан һайлағыҙ. Беҙ, әлбиттә, башҡортса яңғырағанына өҫтөнлөк бирҙек.
📍 Һылтанма буйынса үтергә:
https://vk.com/wall-62298989_313481

👍4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ошолай осрашып күрешеүҙәре үҙе бер ғүмер шул!
Әбйәлил районының оло инәйҙәре.
Видео: Гөлиә Дауытова.
❤10
Бер һүҙһеҙ капитуляция яһау эше үҙәк Европа ваҡыты буйынса 8 май сәғәт 22:43-тә тамамлана, был Мәскәү ваҡыты менән төнгө 1-се 43 минутҡа тура килә.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
❤5🤬1🤮1🤡1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Башҡортостан командаһы Алтай Республикаһында үткән "Ылаҡ" уйыны буйынса чемпионатта ҡатнашҡан.
Республикабыҙ данын Баймаҡ һәм Әбйәлил райондары ир-егеттәренән торған "Күк бүре" командаһы яҡланы.
Улар көслө командалар менән ярышып, 4-се урынға сыҡты. Ҡотлайбыҙ! 🌹
Республикабыҙ данын Баймаҡ һәм Әбйәлил райондары ир-егеттәренән торған "Күк бүре" командаһы яҡланы.
Улар көслө командалар менән ярышып, 4-се урынға сыҡты. Ҡотлайбыҙ! 🌹
👍9🔥2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
📌Фидан Ғафаровтың ниндәй йырҙарын беләһегеҙ?
Видео: Рәлиә Королек.
Видео: Рәлиә Королек.
❤🔥5💘2😱1😢1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Үткәндәрҙә ҡалған, һүнмәҫ өсөн янған
Хыяд уттарыма табынам...
Видео: Ильяс Әлбәков һәм Радик Динәхмәтов.
❤🔥9🔥1
Ошо айҡанлы ҡотлайбыҙ һәм аяҙ күк йөҙө теләйбеҙ!
Хуш бул, дуҫҡай,
ҡәбереңә, бәлки,
Һуңғы тапҡыр килеп торамдыр.
Ишетәһеңме, позициялар буйлап,
- Һөжүмгә! – тип сигнал уйналды.
Был сигнал,
ҡаты оран булып,
Үс алырға беҙҙе саҡыра.
Ғәфү ит, дуҫ,
оҙаҡ тора алмайым,
Тағы атакаға ашығам.
Һәм ғәфү ит, дуҫҡай,
ҡәбереңде
Сәскә менән биҙәп торманыҡ.
Һәйкәл өсөн баш осоңа тағы
Йондоҙ-фәлән яһап торманыҡ.
Үҙ окобың – һинең ҡәберең булды,
Һәм һин – һалдат – уны аңларһың:
Хаҡыбыҙ юҡ беҙҙең үпкәләргә
Ҡаты яҙмышына һалдаттың.
Башыбыҙҙы эйҙек окобыңа,
Бер минутҡа ғына теҙләнеп.
Үс алырға өнһөҙ анттар бирҙек,
Автоматты ҡыҫып, тешләнеп.
Залп бирмәнек,
һиңә тигән залптар
Дошман йөрәгенә атылыр.
Һеҙ ҡорбандар өсөн
иң ҙур һәйкәл –
Еңеү тигән һәйкәл һалыныр.
Төхфәт МОРАТ.
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
❤🔥3🕊2❤1😢1🤮1💩1🤡1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
12 секундҡа бар борсолоуҙарҙы онотоп тороғоҙ💘
💘8
📌 Өфө рәссамы Вера Фролованың "Үлемһеҙ полк" тигән триптихы.
🔹Картинаның беренсе өлөшө "Ата-бабалар хәтере" тип атала һәм Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына арналған. Бында һүрәтләнгән ҡаһармандар араһында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, Рәсәй Федерацияһы Геройы генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов та бар.
🔹Үҙәк өлөшө "Үлемһеҙ полк" тип атала һәм милләте, йәше, йәмғиәттәге урыны буйынса төрлө кешеләрҙе берләштерә. Барыһы ла атай-олатайҙарына рәхмәт йөҙөнән уларҙың фотоларын ҡулдарына тотоп бергә бара.
🔹Картинаның уң яҡ өлөшө - "Хәтер йылғаһы". Унда ҡыҙ олатаһының исеме яҙылған ҡағыҙ карапты ағыҙып ултыра.
- ти был эше тураһында рәссам Вера Фролова.

"Барыһы ла Рәсүл Ғамзатовтың "Торналар" шиғырын беләлер. Был шиғырҙа кеүек һалдаттарҙың торналарға әүерелгәнен күптән күҙ алдыма килтереп йөрөй инем, әммә һүрәт төшөрөргә ашыҡманым. Һәм бына "Үлемһеҙ полк" акцияһында үҙем ҡатнашып, аҙаҡ телевизорҙан ҡарағас, хайран ҡалдым һәм ошо ваҡиғаға арналған һүрәт төшөрөргә булдым. Картина өс өлөштән тора һәм уларҙы осоп барған торналар тоташтыра",
- ти был эше тураһында рәссам Вера Фролова.
🔥3❤1👍1🤬1🤮1💩1