Башҡорт донъяһы – Telegram
Башҡорт донъяһы
671 subscribers
2.88K photos
1.55K videos
1 file
266 links
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌"Урал батыр"ҙы йырлап та...
баһалама ағзаларын хайран иткән балалар!


Кисә Күмертауҙа башланған "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең төбәк-ара конкурсында Әбйәлил районы Красная Башкирия ауылы мәктәбе уҡыусыһы Асҡар Әхмәтшин дәртле заманса көйгә эйәреп, эпосты "йырлап" күрһәткән.

Ул ҡобайырҙың 630 юлын ятлаған.

Бик үҙенсәлекле килеп сыҡҡан, шулай бит?
👍94🔥4
Хәйерле көн, төркөмдәштәр! ☀️

Башҡортостан флагын оҙаҡ уйлап тороу ҙа кәрәкмәгән, тышҡа сығып, төшөргәндәр ҙә алғандар, тигән бул. 🤭

Эш башланығыҙмы әле?
10💯1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Был Ай түгел, Дыуан! 🌒

Башҡортостандың Дыуан районы Өлкөндө ауылы эргәһендәге яланда Айҙа кеүек кратерҙар урынлашҡан.

Улар 300-гә яҡын ти: тиҫтәләгән ҙур һәм йөҙәрләгән ваҡ уйһыулыҡтар.

Былар - карст емеректәре, уларҙы көслө ер аҫты һыуы йыуып барлыҡҡа килтергән.

Видео: Алексей Скалин.
9🔥3🥰2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Бөгөн “Урал батыр” эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең төбәк-ара конкурсына йомғаҡ яһалды. Егерме етенсе тапҡыр үткәрелгән конкурста барлығы 47 яңғыҙ башҡарыусы һәм 27 фольклор коллективы ҡатнашҡан.

🏆Гран-при:

яңғыҙ башҡарыусылар араһында - Баҡалы районы Мостафа ауылы мәктәбенән Миләүшә Дүсәева (уҡытыусыһы Эльмира Насырова);

коллектив менән сәхнәләштереүселәр араһында - Борай районы Борай ауылы уҡыусылары коллективы.

Видеола Миләүшә Дүсәева, 11-се класс уҡыусыһы.
10🔥3👏2💘1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бинаһында "Урал батыр" эпосы буйынса архитектура комплексы концепцияһы проектын эшләү тураһында бик етди һөйләшеү булды.

Унда Рәсәй Сәнғәт академияһы академигы, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы, генерал М. Шайморатов һәйкәле авторы Салауат Щербаков, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов, Башҡорт ырыуҙары ҡоро Президиумы рәйесе Вельмир Аҙнаев, кинорежиссёр Булат Йосопов, "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, философия фәндәре кандидаты Зәкирйән Әминев, филология фәндәре кандидаты Әхәт Сәлихов, филология фәндәре кандидаты, сценарист Шәүрә Шәкүрова, "Башинформ" агентлығының директор урынбаҫары Әлфиә Байбурина, рәссам Артур Василов ҡатнашты.

🔰Ҡорҙа ҡатнашыусылар "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосының асылы, уны нисек һынландырырға, ниндәй мөһим деталдәргә иғтибар итергә кәрәк булыуы хаҡында фекер алышты.

🔰Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов "Урал батыр" эпосы һәм уның архитектура комплексы аша ижад итеүсе башҡортто һынландырыу мөһим булыуын билдәләне.

🔰Салауат Щербаков "Урал батыр" эпосының Башҡортостан һәм Рәсәй өсөн генә түгел, бар донъя кимәлендә әһәмиәтле ауыҙ-тел ижады үрнәге булыуын әйтте һәм уға арналған комплекс ошо мөһабәтлекте сағылдырырға, башҡорт асылында булырға тейеш, тине. Ул эпосты тәрән өйрәнгән ғалимдар менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә эшләүҙең мөһимлеген ҡат-ҡат телгә алды.

🔰Аҡһаҡалдар ҡоро Президиумы рәйесе Вельмир Азнаев 2016 йылдарҙа скульптор Хәйҙәр Ғарипов тәҡдим иткән Урал батыр һәйкәле проекты менән таныштырҙы. Быны ла эш барышында иҫәпкә алырға һәм ошоға тиклем Башҡортостанда айырым урындарҙа ҡуйылған төрлө һәйкәлдәрҙе лә бер урынға "тупларға" мөмкин икәнен әйтте Салауат Щербаков.

Бына шулай, быйыл Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров указы менән беренсе тапҡыр билдәләнгән "Урал батыр" эпосы көнөнән һуң барыбыҙ өсөн дә уғата әһәмиәтле эш - Урал батырға арналған архитектура комплексы булдырыу идеяһы яңы көс алды.


Яҡын киләсәктә республикабыҙ хаҡлы ғорурлана алыр яңы урын барлыҡҡа килер, тигән ышаныста ҡалабыҙ.
9🔥3🤗3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
📌 Бөгөн Республика кардиология үҙәгенең хирургия корпусы асылды.

Уны асыуҙа онлайн бәйләнеш аша Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙе ҡатнашты.

Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары йыш осраҡта кеше ғүмеренә хәүеф тыуҙыра һәм уларға ҡаршы көрәшеү мөһим. Республика кардиология үҙәгенең хирургия корпусы ошо сирҙәрҙе дауалауҙа тулы циклды формалаштырырға мөмкинлек бирә.

"Республикалағы һәр бер, хатта иң төпкөлдәге ФАПтан Өфөгә кардиограмманы ебәрә алабыҙ. Был диагностика яһарға һәм дөрөҫ дауалай башларға мөмкинлек бирә. Йыш ҡына телемедицина консультациялары кешене ҡотҡарырға ярҙам итә",

- ти Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Хирургия корпусының майҙаны 35 мең квадрат метр. Унда заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған 10 операция яһау бүлмәһе. Иң мөһиме, юғары квалификациялы, оҫта табиптар эшләй.
💯6👍3
Хәйерле көн, Башҡортостан! ☀️
❤‍🔥53🥰1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ос-ос, йөрәк күккә! 💖

Видео: Илүзә Илгизовна.
🤗76
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
🔰Салауат Щербаков:
"Урал батыр"ҙы Диснейлендҡа әйләндермәү мөһим"


Башҡорт халыҡ эпосы буйынса архитектура комплексы төҙөү проектының концепцияһын билдәләүгә арналған кәңәшмәлә Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Александрович тап шулай тип билдәләне.
Ул эпосты тәрән өйрәнгән ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән берлектә был мөһим бурысты атҡарып сығыуға ышана.
👍6🥰4👏2🖕1
📌“Алтын ҡаҙаҡ”тар әҙер!

Башҡортостандың “Алтын ҡаҙаҡ”тары әҙер: геологик осорҙарҙың сиктәрен билдәләүсе донъя кимәлендәге стандарт Ғафури районында ҡуйыла.

Бында “Усолка” – Һаҡмар ҡатламы эталоны (тоҡомдарға 294 млн йыл) һәм “Алыҫ Төлкәҫ” – пермь осороноң Әртә ҡатламы эталоны тип танылған. Объекттар “Торатау” геопаркына ҡарай.


Әйткәндәй, быға тиклем “Алтын ҡаҙаҡ” Рәсәйҙә юҡ ине. Ә Ҡытайҙа улар 10, АҠШ-та – 8, Үзбәкстанда – 1.

Был киҫелештәрҙә боронғо организмдарҙың (мәҫәлән, 30 метрлыҡ ылыҫлы ағастар), вулкан көлө ҡалдыҡтары һәм Урал океанының эҙҙәре һаҡланған тоҡомдар бар.

📍“Алтын ҡаҙаҡ”тар бөгөн рәсми асыла. Унда Рәсәй, Ҡытай, Ҡаҙағстан һ.б. илдәрҙән ғалимдар килеүе көтөлә.

Ошондай уҡ донъя кимәлендә статус бирерлек киләһе урын – “Мәсетле” киҫелеше (280 млн йыл).
🥰62🔥2🖕1
🏇Иртәгә, 12 июндә Рәсәй көнө һәм Өфө ҡалаһы көнө айҡанлы бәйге ойошторола.

📍 Өфө ҡалаһы, Менделеев урамы, 174 адресы буйынса урынлашҡан "Аҡбуҙат" ипподромында.

Башлана: 13.00 сәғәттә.

Инеү: бушлай.
7
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Урра! Алда беҙҙе 4 көн ял көтә. Әйткәндәй, нисек үткәрергә уйлайһығыҙ?

Видео: Линар Вәлиев.
9👏5
Кемдәр оҙайлы ялдарҙы баш ҡалала үткәрә - бөгөн "Самауырлы ритайым"ға барығыҙ!🌸
🔥8👍4
🔥9🖕51